Әфлисун тәме

Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова

Был китапҡа йәш авторҙың кесе һәм урта йәштәге мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән ҡыҙыҡлы шиғырҙары һәм фәһемле хикәйәләре инде. Уның геройҙары тирә-яҡ мөхиткә эскерһеҙ бала күҙе менән бағып, донъяны үҙенсә танырға, дөрөҫ һығымталар яһарға өйрәнә. Яҙыусының ижады кескәй дуҫтарыбыҙҙың күңеленә хуш килер, тип уйлайбыҙ.