Аллаһтың ихлас ҡолдарына ҡыуаныс – намаҙ китабы.

Илнур Әбү Ғәҙел

Был китап асылда барлыҡ мосолмандарға тәғәйенләнгән: нама. уҡымағандар – намаҙҙың һәр кемгә мотлаҡ икәнен аңлаһын, намаҙ уҡый башларға теләүселәр, – ниһайәт, өйрәнһен һәм башлаһын, ә намаҙ уҡыусылар иһә үҙ намаҙҙарының дөрөҫлөгөн тикшерһен өсөн. Китап бары тик ышаныслы сығанаҡтарға таянып яҙылған. Һәр кем был баҫманан үҙенә тейешле рәүештә файҙа алһа ине, тип теләп ҡалабыҙ. Китаптың нигеҙендә билдәле дәғүәтсе Әбү Ғәҙелдең (Абу Адель) «Ислам намаҙһыҙ булмай. Иң ҡыҫҡа намаҙ» тигән брошюраһы ята. Теләктәрегеҙҙе һәм тәҡдимдәрегеҙҙе авторға abu-adel@mail.ru электрон адресы буйынса яҙып ебәрә алаһығыҙ.