БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ ҠАРҺҮҘЕ. Икенсе киҫәк

ӘХМӘТ СӨЛӘЙМӘНОВ

Уҡыу ҡулланмаһының был өлөшөнә башҡорт халҡының көләмәстәре, риүәйәттәре һәм легендалары, шулай уҡ эпик ҡомартҡылары хаҡындағы бүлектәр индерелгән. Һәр бүлек һорауҙар һәм эш менән тәьмин ителгән. Ҡулланманы филолог студенттар менән аспиранттарҙан тыш, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт уҡытыусылары, шулай уҡ башҡорт халыҡ ауыҙ- тел ижадының ҡабатланмаҫ ҡомартҡыларына битараф булмаған башҡалар ҙа файҙалана ала.