Башҡорт тарихы

М.Һаҙыев, А.Фәхретдинов

Йыйынтыҡта XX быуаттың тәүге сирегендә донъя күргән башҡорт тарихына арналған бер үк атамалы ике китап урынлаштырылған. Тәүгеһе Рәсәйҙең империя осоронда баҫылһа, икенсеһе совет хакимиәте ваҡытында нәшер ителгән. Тәүге китап Иҙел — Урал буйы халыҡтарының уртаҡ иҫке төрки телендә яҙылһа, икенсеһе XX быуаттың 20-се йылдарындағы башҡорт телендә. Мөмкин булғанса тел үҙенсәлектәре һаҡланды.