Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты

«Башҡорт диалекттары һүҙлеге» 1928 — 1946, 1960 — 1982 йылдарҙағы экспедиция­ лар һәм командировкалар ваҡытында халыҡтан йыйып алынған материалдан төҙөлдө. Унда Башҡортостан Республикаһында һәм уға йәнәш урынлашҡан өлкәләрҙәге (Силәбе, Ырымбур, Пермь, Свердлов, Курган, һарытау, һамар), шулай уҡ Татарстан Республи­ каһындағы райондарҙа йәшәгән башҡорттарҙың һөйләү теле тикшерелде, һүҙлектә бөтә башҡорт һөйләштәренең лексик һәм фонетик-морфологик үҙенсәлектәре билдәләнә. Өс томда баҫылып сыҡҡан «Башҡорт һөйләштәре һүҙлектәре» (1967, 1970, 1987), шулай уҡ «Башҡорт теленең диалектологик атласы» материалдары файҙаланылды