Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге

М. И. Дильмөхәмәтов

«Башҡорт диалекттары һүҙлеге» 1928 — 1946, 1960 — 1982 йылдарҙағы экспедициялар һәм командировкалар ваҡытында халыҡтан йыйып алынған материалдан төҙөлдө. Унда Башҡортостан Республикаһында һәм уға йәнәш урынлашҡан өлкәләрҙәге (Силәбе,Ырымбур, Пермь, Свердлов, Курган, һарытау, һамар), шулай уҡ Татарстан Республикаһындағы райондарҙа йәшәгән башҡорттарҙың һөйләү теле тикшерелде, һүҙлектә бөтә башҡорт һөйләштәренең лексик һәм фонетик-морфологик үҙенсәлектәре билдәләнә. Өс томда баҫылып сыҡҡан «Башҡорт һөйләштәре һүҙлектәре» (1967, 1970, 1987), шулай уҡ «Башҡорт теленең диалектологик атласы» материалдары файҙаланылды. һүҙлек башҡорт һөйләү теленең тарихын, уның диалекттарын, һөйләштәрен өйрәнеү өсөн әсбап булараҡ тәҡдим ителә. Ул әҙәби телде тулыландырыу һәм камиллаштырыу өсөн дә нигеҙ була ала.