Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге

Ураҡсин 3. Ғ.

Һүҙлектә хәҙерге башҡорт теленең 4 меңдән артыҡ образлы һүҙбәйләнешенә аңлатмалар бирелде, уларҙың мәғәнәләре асылды, стилистик билдәләр ҡуйылды, семантик бәйләнештәре күрһәтелде. Берәмектәрҙең бөтәһенә лә тиерлек әҙәбиәттән, х алы к ижады әҫәрҙәренән, матбуғат биттәренән алынған миҫалдар бирелде. Бик күптәренең килеп сығышы күрһәтелде, һүҙлек башҡорт теле уҡытыусыларына, туған телебеҙ менән ҡыҙыҡһынған бөтә кешеләргә тәғәйенлән.