Йәдкәр

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев

Мөхомәтсәлим Өмөтбаев (1841—1907 й.й.)—Көнсығыш телдәре, тарих буйынса киң белемгә эйә булған энциклопедик башҡорт ғалимы, шағир, мәғрифэтсе-уҡытыусы, дәүләт эшмәкәре булған. Уның был китабына шиғырҙары, публицистик яҙмалары, тәржемәләре, туплаған халыҡ ижады өлгөләре һәм тарихи этнографик яҙмалары алынды.