Китәбүт-тәрбиә (Тәрбиә китабы)

Ҡәййүм Насыри

Кешене тәрбиә ҡылыу - фәҡәт ашатып - эсертеп үҫтермәк мәғәнәһендә генә түгел, бәлки уның холҡон, фиғелен төҙәтмәк, үә инсаниәт дәрәжәһенә килтермәк, өйрәтмәк, үә уҡытмаҡ, үә әҙәп нигеҙе бирмәк мәғәнәһендәлер. Ошо китаптағы хикәйәттәр, вәғәздәр үә нәсихәттәр һәммәһе, үә был рисаләттең һәр бер кәлимәһе - бер тәрбиәлер. Был китап, ихтилалға тиклем сығарылғанға күрә тел байлығы менән айырылып, тора. Шул сәбәптән авторҙың яҙыу стилен үҙгәртмәнек, ҡайһы бер урындарына аңлатмалар ғына биреп кителде.