Күңелле баласаҡ

Зиннурова Әлфиә

Башҡортостаныбыҙға һөйөү хисенән тыуған был баҫмаға эскерһеҙлеккә, көр күңеллелеккә, сағыу лирикаға эйә булған йырҙар тупланған. Уларҙа бәләкәй генә ысыҡта ҡояш нурҙарын да, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары тауыштарын да, тыуған ерҙең моңон да ишетергә мөмкин. Методик ҡулланма балалар баҡсаһының музыкаль етәкселәренә, музыка уҡытыусыларына, өҫтәлмә белем биреү педагогтарына, хор етәкселәренә, йырсыларға, шулай уҡ студенттарға тәғәйенләнә.