Ҡөрьән тәфсире

Хафизи Ильшат Әнүр уғлы

Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Мөхтәрәм мосолмандар! Һеҙгә пәйғәмбәребеҙҙең мөғжизәһе булған Ҡөрьәндең тәфсирен тәҡдим итәбеҙ. Мөғьжизәһе, сөнки әлегә ҡәҙәр Уны аңлап бөткән кеше юҡ. Ғалимдар тикшеренеүҙәр үткәргән һайын ниндәйҙер асыштар яһайҙар үә һайран ҡалалар. 14 быуат буйы өйрәнһәләр ҙә белеп бөтмәйҙәр. Пәйғәмбәребеҙ бының тураһында әйткән: “Ҡөрьәндең Һәр аятының асыҡ һәм йәшерен мәғәнәһе бар, йәшерен мәғәнәһе етегә ҡәҙәр булыр”. Шуға күрәлә табип булһа уны бер төрлө аңлай, түрә булһа – икенсерәк. Ә инде ғалим булһа бөтөнләй башҡа төрлө аңлар. Ғилем эйәләре лә төрлөһө төрлөсә аңлар – үҙҙәренең үҫешеүенә ҡарап (иманының, аҡылының, ғилеменең кимәле, рухының киңлеге буйынса). Пәйғәмбәребеҙ бының тураһында әйткән: “Ҡорьән һүҙҙәрен аңлауҙа сик бар һәм һәр кеше үҙенең аңлау кимәле ҡәҙәр генә аңлай алыр”...