Риүәйәт һәм легендаларҙа халыҡ тарихы

Нәҙершина Ф. А.

Фольклор прозаһының тарихи йүнәлешле тармағын өйрәнеүгә бағышланған был китапта риүәйәт, легенда, йыр-риүәйәт, хөрә-фәти хикәйә һәм хәтирә жанрҙары тикшерелә. Боронғо (архаик) ҡараштар сатҡыһын һаҡлаған миф-легендаларға, халыҡ тормошондағы әһәмиәтле ваҡиғаларҙы сағылдырған тарихи риүәйәттәргә айырыуса ҙур урын бирелде. Көнкүрешкә бәйле ҡайһы бер сюжеттар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Китаптың «Ҡушымта» бүлегендә мотивтар күрһәткесе бирелде (рус һәм инглиз телдәрендә). Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ.