Шәғәле Шаһман нәҫеле

Шаһманов Т. Ғ.

РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы Тәлғәт Шаһ- мановтың фәнни-популяр характерҙағы был хеҙмәте, күп йыллыҡ ғилми эҙләнеүҙәренең асыҡ һөҙөмтәһе булараҡ, Тамъян ырыуы бейе һәм башҡорт кенәзе Шәғәле Шаһмандың, уның нәҫел-нәсәбенең тарихын өйрәнеүгә арнала. Автор уларҙың үткәндәге, бөгөнгө тормошон дөйөм халыҡ тарихы менән тығыҙ бәйләнештә ҡарарға ынтыла. Китап тарих менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә.