Тел хикмәттәре

Әкрәм Бейеш

Был китапта грамматик хеҙмәттәрҙең, әҙәбиәт менән матбуғат теленең урыҫ теленә эйәреп, башҡорт тел ҡанундарын боҙған ерҙәре, даими төҫ алған хаталары ҡарала һәм башҡорт ҡанундарына ғилми аңлатма бирелә. Шуның менән китап урыҫ теленең тәьҫиренән азат ителгән башҡорт грамматикаһын эшләүгә һәм әҙәби яҙма телде таҙартып, үҙ асылына ҡайтарыуға ярҙам итә. Ул уҡытыусыларға, уҡыусыларға һәм яҙышыу менән шөғөлләнгән бөтә кешегә файҙалы әсбап була ала. һүҙ һәм терминдарҙың ҡайһы береһе автор ҡулланғанса ҡалдырылды.