Ысыҡтан эйелә ҡылған

Өмөтбаев Рамазан

Китапты ҡулына тәүге алған уҡыусының башында: «Ошон­ дай ҡатмарлы заманда, бәғзеләр йәмғиәтебеҙҙең үткәнен тыҡ­ рыҡ һайын һүккән ваҡытта, нишләп әле автор «ҡәһәрле» дәүер­ ҙе хикәйәләмәк булған?» тигән һорау тыуыуы мөмкин. Уҙған йылдарға нисек кенә ҡарамайыҡ — ул беҙҙең тарих, оло ҡыйын­ лыҡтар, ҙур ҡорбандар аша беҙ артылған үрҙәр. Уны һис тә оло йылъяҙманан юйып ташлай алмайбыҙ. Мәгәр был әҫәрҙә лә бармаҡ осонан һурып сығарылған хәл-ваҡиғалар юҡ — ба­ рыһын да беҙҙең ата-бабаларыбыҙ кисергән, үҙ баштарынан үт­ кәргән.