Проектҡа ярҙам итегеҙ

ИҒТИБАР! Матбуғат йортонан насар хәбәрҙәр килде. «Башҡортостан» нәшриәте бөлгөнлөккә төшөп бара, сөнки унда Германиянан кредитҡа евроға алынған типография ҡоролмалары күп ине, түләй алмағанлыҡтан, күп бүлектәре ябыла. Шул иҫәптән китапхана ла. Унда башҡорт китаптары, мәҫәлән, төрлө тарихи һәм фәнни китаптар ифрат күп. Әҙәби китаптарҙы әйтеп тә тораһы түгел. Әле бөтә китаптар һатыла. Китаптар 20 тәнкәнән алып 6 һумға тиклем тора. Хаҡтары 1:20 йә 1:30 тип билдәләнә. Мәҫәлән, 20 коп. х 20 = 4 руб; 20 коп. х 30 = 6 руб. 2 руб. х 20 = 40 руб.

Дуҫтар, «Китаптар» электрон китапханаһының командаһы һеҙгә ошондай тәҡдим менән сыға: әйҙәгеҙ, мөмкин тиклеп күп китаптарҙы һатып алып, ҡотҡарып алып ҡалайыҡ. Айырыуса, гәзит һәм журнал текмәләрен һаҡларға кәрәк. Сөнки был китапхана «Башҡортостан» китап нәшриәтенең бөтөн баҫмаларын һаҡлап ҡалған берҙән-бер урын. Проект ирекмәндәре бөтөн шул китаптарҙы электрон форматтарға күсереп, «Китаптар» сайтына күсерергә һүҙ бирә.

Ярҙам итергә теләгәндәр аҡсаны ошолайтып күсерә ала:

Cбербанк картаһы булһа, ошо картаға 4276380039939074 (Сбербанк). Тасуирламаһында «Kitaptar» тип яҙып ҡуйығыҙ.

Йә Яндекс аша (Яндекс, СМС һәм башҡа банктарҙың карталары ҡабул ителә)

Ниндәй сумма күсерә алаһығыҙ, шул тиклем күсерегеҙ. 1000 һум, 500 һум, 100 һум — барыһы ла ярҙам! Ун һум күсерһәгеҙҙә, ул аҡсаға бер китап йә журнал алып була.

Ике иҫәптең дә хужаһы — Илдар Кинйәбулатов, Башҡорт проекттары берләшмәһенең баш координаторы һәм Китаптар проектының координаторы. Бөтөн килгән аҡсалар буйынса тулыһынса иҫәп-хисап биреләсәк (күпме килде, күпме китте). Әлегә 40 000 һумдан күберәк аҡса йыйылды. Килгән аҡсалар һәм алынған китаптар буйынса отчетты ҡарағыҙ.

Китаптар проекты командаһы исеменән, Илдар Кинйәбулатов

P. S. Берәй ниндәй һорауҙарығыҙ булһа, info@bashkort.org адресына хат йә Башҡорт проекттары төркөмөмә хәбәр ебәрегеҙ. Мотлаҡ рәүештә яуап бирербеҙ.

Дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ!

Ситтә тороп ҡалмағыҙ. Башҡорт халҡының мираҫын, әҙәбиәтен, башҡорт телен һаҡларға теләгән кешеләр араһында был мәғлүмәтте таратырға ярҙам итегеҙ.

Вконтакте Facebook Твиттер

Проект яңылыҡтарына яҙылығыҙ

Яңы функциялар, яңы китаптар һәм башҡа проект яңылыҡтарын күҙәтеп тороғоҙ.