Мәүлит Ямалетдин Ҡ у л а с а Тарихи роман Беренсе киҫәк I Ҡибла тарафындағы күкте күҙ асып йомған арала биләп өлгөргән ҡара болоттар әле генә нурланып, һыҙаттары ап-асыҡ төҫмөрләнеп торған офоҡто томаланы. Уғаса булмай,ҡайнап торған әлеге мәхшәр эсенән ергә һорғолт бағана һуҙылып төштө - дәһшәтле геүләү тауышы сығарып ниҙер яуырға тотондо. Ямғыр тиһәң ямғырға, боҙ тиһәң боҙға оҡшамаған. Ә иң сәйере күңелгә шом һәм хәүеф һалған имәнес тауышы ине баяғының. Ниндәйҙер ғүмерҙә ишетелмәгән өндәрҙән туҡылған был ауаз йәнде тетрәтә, ҡотто ала. Иң ҡурҡытҡаны - яҡынайып килеүсе билдәһеҙ шом бағанаһынан бер ҡайҙа ла ҡасып булмау тойғоһо, ҡотолғоһоҙлоҡ хисе ине.“Был бит шайтан туйы – ҡойон, - тип уйлай төшөндә баҫлығып ятҡан Ҡобағош бей. – Уртаһына бырағытырға, ҡайҙа бысаҡ?..” Ул хәнйәренең билендә икәнен яҡшы белә, әммә ҡулы менән аяғының түгел, хатта бармағының бер быуынын да ҡыбырлата алмай.“Албаҫты, - тип өндәге кеүек ап-асыҡ фекерләй Ҡобағош. – Унан арыныр өсөн һул ҡулдың шайтан бармағын ҡыймылдатырға кәрәк”. Тик күпме генә көсөргәнмәһен, был ниәте барып сыҡмай ҙа ҡуя.Ә теге ғәрәсәт һаман яҡынлаша, йөрәккә шом булып бөркөлөүсе геүләү көсәйә бара. Ул бына хәҙер өҫкә ябырыласаҡ, барыһын зир-зибәр килтереп, яҡты донъяны йәһәннәмгә әйләндерәсәк!.. Ҡобағош зиһененең аҡтыҡ ҡеүәтен туплап, бар булмышын баҫҡан ҡот осҡос ауырлыҡты еңергә көс тапты – шайтан бармағын ни ғиллә менәндер ҡыбырлата алды. Геүләү тынды, әле генә йән менән тәнде иҙеп алып барған албаҫты үҙенең ҡорбанын ысҡындырҙы – Ҡобағош бей уянып китте... - Фу-у, мәлғүн! – тип һуҡранды ул, мәхшәрле төш тәьҫиренән арыныр-арынмаҫтан. Элек тә баҫлыҡҡаны булды бейҙең, ләкин бындай зилзилә ҡатыш дәһшәт тойғоһо кисергәне юҡ ине. Ул күргәненең өн түгеллеген уйлап, бер аҙ тыныслана төштө, урынынан ҡалҡынып, тороп ултырҙы. Шулай ҙа хәтәр төш шауҡымынан ҡупҡан йөрәге йыш-йыш тибә, ә күңеле бығаса һис ҡасан кисерелмәгән хәүеф-хафа тойғоһонан болоҡһой ине. “Тирмә урыны килешмәнеме, хәйерһеҙ, - тип уйланы Ҡобағош”. – Улай тиһәң, йәйләүгә күскәнгә ни заман – шайтан юлы булһа, күптән тынысһыҙлар ине. Ни хикмәт булды был? Әллә Күбәләк бей һөйләгән аждаһаның төшкә кереүеме шулай?..” Уйы үҙ-үҙен иҫләгәндән бирле иңгә-иң терәшеп донъя көткән ҡорҙашына килеп терәлгәс, Ҡобағош кисәге көндө күҙ алдынан үткәрҙе. Сөн менән Өсән йылғалары буйында маҡам тотҡан Күбәләк тирә-йүндә абруйлы бейҙәрҙең береһе ине. Ҡобағош кеүек үк, ул да Имән ҡаланан тороп идара итеүсе Баба Төкләҫ мырҙаға яһаҡ түләп тора. Әммә был уға Танып буйҙарында йәшәгән ҡара табын, ирәкте кеүек башҡорт ырыуҙары менән тығыҙ аралашырға, хатта Ҡаҙан сауҙагәрҙәре менән алыш-биреш урынлаштырырға һис ҡамасауламай. Әлеге Күбәләк бей үҙенең йәйләүендә оло мәжлес ойошторҙо кисә. Унда киҙеү үҙенә тура килгән йәш бикәһе Көмөшәй менән Ҡобағош та булды, сөнки бер-береһен һыйҙан ҡалдырмау күршеләрҙең үҙенә күрә бер ғөрөф-ғәҙәтенә әүерелгәйне. Хужа әлеге табында һөйләне лә инде бынау ғибрәтле хәлде: “... Йылдағыса, үләндең торошон байҡап, көтөүлектәргә күҙ һалып ҡайтыу ниәте менән ҡырға сыҡҡайным тенәүге. Мауығып йөрөп, көндөң кискә ауышҡанын һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Әллә ҡалай ҡараңғыланып, кинәт һалҡын ел өрөп ебәргәнгә айбандым да, йәйләү яғына боролдом. Яманһаҙға килеп етәрәк, күкте ҡап-ҡара болот баҫты, көн оторо эңергә тартты. Бер мәл күҙҙе ҡамаштырып йәшен балҡыны, артынса имәнес дыһырлап күк күкрәне. Шартлау шул ҡәҙәрле яман булды, хатта тыныс ҡына юртып килгән атым һөрлөгөп ергә ҡоланы. Үҙем уның башы аша зөңкәйеп барып төштөм. Ҡолаҡ тондорғос шартлауҙан аңҡы-тиңке булған баш менән: “ Йәшен атты!” – тип уйлайым. Баҡтиһәң, аҫтымдағы менге ҡурҡышынан йығылған икән. Биленләп ҡасмаһын тип, уның теҙгенен алғы аяғына бәйләй һалдым да, эргәләге йөҙйәшәр имән аҫтына боҫтом. Бер заман дөбөр-шатыр күк күкрәүе аша ниҙер әсе итеп һыҙғырып ебәргәнен ишетәм. Башта быны кинәт ҡупҡан дауыл тауышы икән, тип уйланым. Абайлаңҡырап һыҙғырыу ишетелгән яҡҡа ҡараһам, эркет һымаҡ күпсеп Яманһаҙ өҫтөндә аҫылынып торған ҡараһыу болотҡа бер нәмә күтәрелә башланы. Үҙе йыуан, ҡойроғо асалы ташкүлсәйемдең. Борғолана-борғолана болот араһына инеп юғалды. Ҡойроғон ян-яҡҡа һелтәгән ыңғайға һауа шый ҙа шый килә, йән асыуға үкергән тауыш та ишетелеп ҡала. Гонаһ шомлоғо күренештән шаңҡып, болот минең яҡҡа килмәһә ярар ине, тип, имәндең олонона һеңә яҙып, ҡурҡып ҡына ултырыла. Алай ҙа ел ҡиблаға ине, теге болот шул яҡҡа китте. Аҙаҡ, аждаһа күтәрелеп, ғәрәсәт баҫылыңҡырағас һушты йыйып баҡһам, атым минең яурынға моронон терәгән дә, дер-дер ҡалтырап торған була, меҫкен...” Күбәләк бейҙең хәбәре уны тыңлап ултырыусылар күңеленә шом һалды, йыланға, аждаһаға ҡағылышлы хәтирәләр йомғағын һүтеп ебәрҙе. Мәжлестәге һәр кем тиерлек хужаның һөйләгәненә үҙ ҡарашын белдерергә, ишеткән-күргәндәре менән тулыландырырға ашыҡты. - Баяғы болот Ҡаф тау яғына юлланды инде, - тип һүҙ ялғаны хужаға әҡрәбә тура килгән Балапан батыр. – Күтәрелгән аждаһаны улар шунда алып барып ташлай ти ҙә инде. - Яманһаҙ тирәһендәге ҡамышта бүрәнә йыуанлыҡ йылан эҙе күрҙек, тип көтөүселәр элегерәк килеп әйткеләһә лә, ышанмай торғайным, - тип дауам итте Күбәләк. – Үҙем шаһит булмаһам, уларҙы һаман алдаҡсыға һанап йөрөр инем әле. Йәйләүҙәре Сәрмәсән үрендә ятҡан Ҡараман бей хәбәр ҡыҫтырырға була тамағын ҡырғылап алғас, Ҡобағош, табындаштарына һиҙҙермәҫкә тырышып, йөҙөн сирып ҡуйҙы - һөйһөнмәй шуны. Тик кеше мәжлесен боҙоп булмай, тыңламай сара юҡ. - Олатайымдың әйтеүе буйынса, ундай хәлдәр әүәле лә булған бит ул. Уның ғибрәт итеп һөйләгәне һаман иҫтә: Зәй тамағында бик күп йылдар элек аждаһаға әүерелгән йылан пәйҙә була. Мал-тыуарға зыян һалып, хатта кешеләрҙе йота башлағас, ҡоттары осоп, ул тирәне ташлап ҡасалар. Ҡараман бейҙең хәбәрен кемдер: - Булыр, булыр, - тип йөпләп ҡуйҙы. – Ул мәлғүн аждаһа сүрәтендә йәнә йөҙ йыл йәшәһә юхаға әүерелә, имеш, тиҙәр. Ошо ерҙә Ҡобағош та һүҙ ҡыҫтыраһы итте: - Юха тигәс, иҫкә төштө: борон йөҙ йыл әҙәм күҙенә күренмәй аждаһаға, тағы йөҙ йылдан юхаға әйләнгән йылан, бик һылыу ҡыҙ сүрәтенә инеп, бер егетте арбай. Сихырҙан аңы томаланған егет әлегене кәләш итеп алырға ихласлай. Юха риза була, тик шарт ҡуя: бер ваҡытта ла уның арҡаһынан һыйпамаҫҡа, сәс тарағанын ҡарамаҫҡа, бергәләп ҡойонмаҫҡа. Ҡауышып бергә тора башлай былар. Күпмелер ваҡыт үткәс, егет үҙенең көндән-көн хәлһеҙләнә башлағанын тоя. Кәңәшләшергә эргәһендә яҡындарынан бер кем дә юҡ, ти. Ахырҙа, егет үҙенең кендек инәһенә барып, хәлен һөйләп бирә. “Кәләшең кем?” – тип һорай әбей. “Белмәйем, - ти егет, - мин уны ҡырҙа осратып, ғашиҡ булдым”. “Нисегерәк ҡауыштығыҙ?” “Өс шарты бар ине, - тип яуаплай егет, - арҡаһынан һыйпамаҫҡа, сәс тарағанын ҡарамаҫҡа, бергәләп ҡойонмаҫҡа”. “Әһә, - ти кендек инәһе, - кәләшең әҙәм түгел, юха затынан булғанға оҡшай. Ышанмаһаң, әйткәндәренең киреһен эшләп ҡара. Уны үлтерергә кәрәк, улым, тик быны һыуһыҙ ерҙә атҡар. Әгәр унан ҡотолмаһаң, юха, елегеңде һурып, үҙеңде харап итәсәк.” Егет хәҙер быны һынап ҡарарға була. Төндә йоҡлағанға һалышып, уяу ята был. Таңға табан, йоҡоноң иң ҡаты мәлендә ипләп кенә кәләшенең арҡаһын һыйпап ҡараһа, ул буйҙан-буйға йылан ҡабығы булып сыға. Икенсе көндө оторо шомланған егет юханың сәс тарарға яратҡан урынына барып, яр ситендә үҫкән бейек ағас башына менеп боҫа. Бына кәләше күл янына килә, һандыҡташ өҫтөнә ултырып, сәс тарарға керешә. Толомдарын тағатып бөткәс, ҡатын-ҡыҙ башын ысҡындырып ала ла, таш өҫтөнә һала был. Уның урынына күҙҙәре секерәйеп торған йылан башын күреп егет саҡ һуштан яҙмай. Хәҙер быны юҡ итергә кәрәк бит инде. Кендек инәһенең әйткәнен иҫтә тотҡан егет, бер ни ҙә һиҙмәгәнгә һалышып, төрлөсә әүрәтә-әүрәтә теге яуызды тауға алып сыға. Ниәте - әлегене үлтереү булһа ла, һис ҡулы бармай икән үҙенең. Ныҡ эҫенеп киткән инде, ә яратҡан кешеңдең ғүмерен ни йәнең менән өҙөрһөң? Ҡыҙ үҙе лә һылыу була шул, хәсис! Тау башына менеп еткәс, егет кәләшен ҡосаҡлай ҙа илай, ҡосаҡлай ҙа илай икән. Юханың: “Ниңә илайһың?” – тигәненә: “Сәсеңде тағат та, мине ныҡ итеп ҡосаҡла, шунан әйтәм,” – ти был. Кәләше сәсен тағатып, быны ҡыҫып ҡосаҡлауы була, ғашиҡ егет уның оҙон толомон үҙенең муйынына урай-урай ҙа, осон йән көсөнә тешләп, ҡая аҫтындағы суғырмаҡлы таштар өҫтөнә ырғый. Шулайтып, икеһе лә һәләк булып ҡуя. Ҡобағоштоң хикәйәтенән һуң урынлашҡан моңһоу тынлыҡты йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан меркет менән өршәк меңе ырыуҙарын үҙ ҡулы аҫтына туплаған Ҡәнзәфәр бей боҙҙо: - Ғишығы көслө булған да, бергә үлеүҙе артыҡ күргән инде. - Шулай, - тип һуҙҙы Күбәләк. – Үле айырылышыуҙан тере айырылышыу ҡыйыныраҡ, ти торғайны әүәлгеләр. -Ҡарттар һүҙе – ҡарый һүҙ, барыһы ла арыу һүҙ, - тине Юрматы йортоноң бығаса хәбәргә ҡушылмайыраҡ ултырған арҙаҡлы бейе Бурнаҡ. – Боронғолар аждаһа күтәрелеүҙе һис тә яҡшыға юрамай торғайны, быныһы нисек булыр инде? Шулай ҙа хәйерлегә булыуын теләйек... Ҡобағош кисәге мәжлесте, ундағы хәбәрҙәрҙе өр-яңынан хәтеренән үткәреп сыҡты. Ысынбарлыҡҡа тулыһынса ҡайтҡан аңдан йоҡо ҡасты, уның менән бергә хәүеф-хафа тойғоһо ла таралғандай булды. Ул баҫлыҡтырып килгән хикмәтле лә, серле лә төшөнә йәнә бер ғәжәп итте лә, байбисәһе Гөлбоҫтанды уятмаҫ өсөн шым ғына ҡуҙғалып, тышҡа имгәкләне. Таң һарғайып килгән саҡ ине. Иртәсел йырсы ҡоштарҙың уяулы-йоҡоло тауыш менән сипылдашып бер-береһен барлаған, һайрар өсөн Ҡармасан ярҙарында тал һайлаған илаһи бер мәл. Яҡындағы үрештә йылҡы кешнәне – уның борсоулы, шул уҡ ваҡытта талапсан оранына ҡарағанда, был – бейәләрен теүәлләп өҙөлөүсе өйөр айғыры ине. Ерҙе ғәрәп хәрефтәре төҫлө семәрләп аҡҡан Ҡармасан тарафынан донъя яралғандан бирле кемгәлер ниҙелер тартырға өндәүсе тартай тауышы ишетелә. Шул саҡ күк көмбәҙенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө яҡтырып китте. Был – айҙай балҡып ҙур тиҙлек менән көнсығышҡа табан атылыусы ҡойроҡло йондоҙ ине. Уның тирә-яҡҡа осҡондар сәсеп һүнә барыусы юлы ҡолон ҡойроғона оҡшағайны. Ҡобағош бей асмандағы был дәһшәтле лә, гүзәл дә күренешкә һоҡланып, уны керпек ҡаҡмай күҙәтте. Йондоҙ, ҡойроғон ялбыратып, һүрәнәйә башлаған Ҡош юлын киҫеп үтте лә, Йыһан ҡараңғылығына инеп сумды. “Быныһы ниндәй билге булды тағы?” – тип уйланы инде өнөндә тетрәнгән Ҡобағош һәм, әле торорға иртәрәк булғанлыҡтан, кире тирмә эсенә ыңғайланы. Гөлбоҫтан бейбикә уяу ята ине. Тыштан ингән хужаһын: - Ни булды? – тип ҡаршыланы һиҙгер ҡатын. Ҡобағош уны ҡосағына алды: - Бер ни ҙә булманы. Йоҡла. Нисәмә йыл бергә йәшәгән бисәңдән күңел торошон йәшерергә маташыу – файҙаһыҙ, шуға күрә ул бейбикәһенең: - Юҡҡа тороп йөрөмәгәнеңде беләм дә инде, - тигәненә: - Яман төш күргәндән уянып тышҡа сыҡҡайным, ҡойроҡло йондоҙ атылғанын күрҙем, - тип дөрөҫөн әйтте. - Әстәғәфирулла, утҡа һөйләйем, тиң. - Ни булһа ла, баҫлыҡтырҙы инде. Ҡайнымдан тағы бер мәртәбә йортҡа аят уҡыттырырға ине. - Уҡытырбыҙ, Алла бирһә. Уның: “Ҡойроҡло йондоҙ көн дә тыумай,” – тип әйткәнен ишеткәнем бар. Бер ыңғай һиңә күренгәнде лә юратырбыҙ. Хәйерлегә генә булһын. Байбисә Ҡобағоштоң күңеленә һәр ваҡыт тынысландырғыс тәьҫир итеү ҡеүәһенә эйә ине. Әле лә уның ғәжәп яғымлы, йомшаҡ тауышынан бейҙең йәне урынына ултырҙы, ә һары таңдың төндөктән үтеп ингән бөләңгерт яҡтылығы йөрәгенә ышаныс нуры булып эркелде. II Нәҫел ебе шәйбәнле хандарына барып ялғанған Баба Төкләҫтең ишле ғаиләһе, эт йырғыһыҙ туған-тыумасаһы, уны уратып алған һарай әһелдәре, ярандары быйыл да Имән ҡала диуарҙарының ҡоршауынан ысҡынып, иркенгә - Аҡзыярат күле буйындағы хозур тәбиғәтле хан йәйләүенә һибелеште. Йәйләүҙең ҡибла тарафында, өс уҡ атымы ерҙә ҡалҡып торған Ҡарауыл түбәһенә менеп ҡараһаң, Төкләҫ мырҙаның йәйге ауылы бер көн эсендә ер ҡыртышын тишеп сыҡҡан төрлө төҫтәге бәшмәктәрҙе хәтерләтә ине. Иң уртала, барыһынан айырылып, мырҙаның ун ике ҡанатлы аҡ тирмәһе түшен киргән. Уның тирәләй, әтәскә леп баҫҡан тауыҡтар төҫлө, ете ҡатынының ете тирмәһе теҙелешкән. Уларҙан, алыҫлашҡан һайын киңәйә барған төп-төҙ урамдар булып, ете яҡҡа ете тирмәләр рәте һуҙылған. Әгәр Дим, Өршәк, Өйҙөрәк, Сәрмәсән, Ҡармасан, Ағиҙел буйҙарын һыулаған, уға буйһонған мең, ҡаңлы, юрматы ырыуҙары башҡорттары һәм улар менән күрше йәшәгән нуғай олостары “хан” тип ололаған Төкләҫтең аҡ тирмәһе сәскәнең бәбәге булһа, ете яҡҡа сәселгән әлеге рәттәр, әйтерһең дә, уның таждары. Тәбиғәткә сығыу ҡыуанысынан шау-гөр килеп, урынлашыу ығы-зығыһы менән мәшғүл булған ололар шөғөлөндә лә, донъяларын онотоп сыр-сыу килгән бала-саға ауаздарында ла хәүеф-хәтәргә кинәйә лә юҡ ине хатта. Һайрар ҡоштар моңонда тирбәлеп, ҡояш эҫеһенән күтәрелгән монарҙа бәүелеп ятҡан ғәзиз ерҙе байҡауҙан күңелдәр тула, был гүзәллек менән һиллек баш осондағы төпһөҙ күк асылындай мәңгелек булып тойола ине түгелме? Үкенескә күрә, тәбиғәттең күкрәр миҙгеле бер генә - һайрар ҡоштар яйлап тына, офоҡ ситендә дерелдәп торған монар артында көҙгө томандар төҫмөрләнә. Донъяның фанилығын аңғартыусы ошо ҡанунды раҫлап, нуғайҙың олуғ кенәзе Йософтан ашығыс сапҡын килде бер көн. Ул әлеге мәлдә үҙе йәйләү ҡорған Аҡтүбәгә йәшерен ҡорға саҡырта икән. Мәскәү батшаһы Иван “ Бөйөк кенәз” тип ололаған Йософ мырҙа, заманында нуғайҙар нигеҙләгән Аҡ Урҙаның ҡеүәтен иң юғары нөктәгә күтәргән Мусаның өсөнсө улы ине. Ә Мусаның нәҫел ебе туранан-тура мәшһүр Тирмеш бейгә барып ялғана. Тирмештән Иҙеүкәй Манғыт тыуып, заманында Нуғай йортон ҡыйралыштан ҡурсыр өсөн күп егетлектәр ҡылды. Алтын Урҙа ханы Туҡтамыштың үҙенән ҡеүәтлерәк, дәһшәтле Сәмәрҡәнд әмире Аҡһаҡ Тимерҙән хәйләкәрерәк булып ҡалыр ҡөҙрәт менән зиһен көсөн ҡайҙан алғанын үҙе лә бер Хоҙай ғына белә торғандыр. Иҙеүкәйҙән үҙ атаһына ҡаршы аяҡланған Мораҙым, унан Мусаның атаһы Ваҡҡас мырҙа тыуҙы. Муса мырҙаның беренсе ҡатыны Ҡондоҙҙан әлеге мәлдә Хажитархан1 ханлығы менән сиктәш маҡам тотҡан Моҡастың атаһы Шәйҙәк, ата-олаталарының иле ҡунған, яҙ йәйләгән ерҙәре булған Ирәмәл итәктәрендә көн иткән Йыһангирҙың атаһы Шәйех-Мамай, Яйыҡтың урта ағымын биләгән Йософ, Ҡаҙан ханлығына сиктәш ерҙәрҙә ил тотҡан Исмәғил тыуып, һәр береһе Аҡ Урҙала абруй ҡаҙанған мырҙалар ине. Шулай ҙа Урҙала ҡеүәт яғынан Йософ үҙенең туғандарынан айырылып торҙо. Абруйы менән даны көндән-көн күтәрелә барған Мәскәү батшаһы үҙе иҫәпләшергә мәжбүр булғас, мырҙаның көсөн яҡынса самаларға була. Иҫәпләшмәй ҡара – кенәздең бер түгел, ете улы үҙ олостарын булдырған һәм аталарының һәр һүҙенә тоғро мырҙалар. Уландарының олоһо Аҡмырҙа Себер ханы Мортазаның кейәүе. Был Йософтоң көн тыуышҡа боролһа – ҡалҡаны ныҡ, көн батышҡа боролһа – арҡаһы ныҡ, тигән һүҙ. Мырҙаны яҡындары менән дуҫтары ғына түгел, хатта дошмандары “даланың сал бөркөтө” тип атай. Эйе, әгәр Йософ бөркөт булһа, уның икенсе ышаныслы ҡанаты – Болғар, сөнки ҡыҙы Һөйөмбикә Ҡаҙан хакимы Йәнғәлиҙең, ул үлтерелгәс, Сафагәрәйҙең ханбикәһе булды. Улың ҡайҙа – ҡул шунда, ҡыҙың ҡайҙа – күҙ шунда тигәндәй, уның аша Ҡаҙан тәхетенән хәбәрҙар булып тороу ҙа, кәрәк саҡта үҙ мәнфәғәтеңдән сығып йоғонто яһау ҙа уңайлы ине. Әгәр донъялар элекке кеүек имен генә торһа, Урҙаның ҡеүәте артҡандан-арта барасаҡ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Йософтоң уң ҡанаты булған Ҡаҙан ханлығы өҫтөндә ҡара болоттар ҡуйыра, йылдың-йылы көсәйеп көнбайыштан һалҡын елдәр иҫә. Мәскәү батшаһына арҡаланып тәхеткә ултырған Йәнғәли хан Ҡаҙан сылбырының тәүге һүтелгән быуыны булды. Һәләкәт Ҡырым яҡлыларҙың урыҫ юҫығын тотҡан Йәнғәлиҙе үлтереп, тәхеткә Сафагәрәйҙе яңынан ултыртыуынан башланды. Ул элек Мәскәүгә йөҙ тотоусылар тарафынан ханлыҡтан ҡыуылғайны. Ҡырым хандары нәҫеленән булған дәртле, ҡайнап торған хисле Сафагәрәй, һылыулығы һәм аҡылы менән йондоҙҙар ҡашындағы тулы айҙай башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан айырылып торған Һөйөмбикәгә ғашиҡ булып, уны ханбикә итте. Көс-дәрте ташып торған Сафагәрәй тәхеткә ултырғандың тәүге көндәренән үк үҙенең элекке дошмандарына ҡаршы аяуһыҙ һуғыш асты. Мәскәү юҫығын тотоусыларҙың бер нисә йыл элек Ҡаҙан тәхетенән ҡыуыу хурлығын онотмаған хандың нәфрәте улар башына эҙәрлекләү һәм язалауҙар булып төштө. Ҡаҙан аҡһөйәктәренең етмештән ашыуы язалап үлтерелде, ваҡытһыҙ дөмөгөргә теләмәгәндәренең күбеһе урыҫ дәүләте биләмәләренә ҡасып ҡотолдо. Үстән үс ярала тигәндәй, ҡыйратылған һәм тырым-тырағай ҡасып киткән Мәскәү яҡлылар ҙа йоҡлап ятманы – бер аҙҙан улар ҡотҡоһона бирелгән ҡаҙандар баш күтәрҙе. Бындай фетнәне бер тапҡыр татыған Сафагәрәйҙең ҡото осто: ханбикәләрен, бала-сағаларын ашығыс рәүештә Ҡырымға оҙатып, үҙе Ҡаҙанды ташлап ҡаҫты. Тәхеткә үлтерелгән Йәнғәлиҙең ҡустыһы Шәһеғәли ултырҙы. Сафагәрәй башта Хажитарханға барып һыйынды, тауҙай вәғәҙәләр биреп, ғәскәр һорап алыуға өлгәште. Уның әлеге сиреүе2 менән Ҡаҙанды ҡамауы уңышһыҙлыҡҡа осраны – Шәһеғәли хан ҡыуылмышҡа сая ҡаршылыҡ күрһәтеп, яугирҙарын тар-мар итте, үҙен ҡыуып ебәрҙе. Хурлыҡтан ҡара янған Сафагәрәй ярҙам һорап Йософ кенәздең аяғына йығылырға мәжбүр булды. Бында ла вәғәҙәне мул өләште ул: киренән тәхеткә ултырһа, кенәздең оло улы Юнысҡа нуғай эштәре буйынса вазифа бирелә, ханлыҡтан йыйылған яһаҡтан уларға ҙур ғына өлөш сығарыла, йәнәһе. Уның мул вәғәҙәләренә ымһыныуҙан бигерәк, Ивандың Болғарға тәмиғаһын һуҙыуына эсе күмһеп йөрөгән Йософ Сафагәрәйгә ярҙам итергә булды: башында Юныс мырҙа торған нуғай ғәскәре кисекмәҫтән Ҡаҙанға уҡталды. Юныс етәкселегендәге ғәскәрҙең ат тояҡтары тауышынан Ҡаҙан ҡалаһын уратҡан имән диуарҙар дер һелкенгәндә, хан тәхете буш ине инде. Берҙән, Ҡаҙан аҡһөйәктәренең тотороҡһоҙ мөнәсәбәтенән өрккән, икенсенән, Аҡ Урҙа яғынан етеп килгән дәһшәтле сиреүҙән шомланған Шәһеғәли аҫтыртын рәүештә ҡаланы ташлап ҡасҡайны. Шулай ҙа ҡаҙандар Юнысҡа бик ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтте – нуғайҙар менән башҡорттарҙан торған ғәскәр ханһыҙ ҡалған пайтәхетте тик һигеҙенсе көн тигәндә яулай алды. Ғәҙәттә, вәғәҙәне тиҙ биргән әҙәмдәр үҙ һүҙҙәрен шундай уҡ тиҙлектә онотоусан. Сафагәрәй хан менән дә шулай булды – тәхеткә ултыртышыусы Юныс мырҙаның үҙен күрмәмешкә, кинәйәләп әйткән һүҙен ишетмәмешкә һалышты. Хатта бер көндө, ашығыс дәүләт эштәренә һылтанып, уны ҡабул итмәне хан. Сафагәрәйҙең дорфалығы менән ҡәҙерһеҙлегенә бик ныҡ йәне үртәлеп йөрөгән Юныс, был мәсхәрәне күтәрә алмайынса, хушлашмай-итмәй Ҡаҙанды ташлап китте. Дала ирәүәнлеген юҡһынып зарыҡҡан атына менер алдынан Юныс мырҙаның күкрәгендәге асыуы менән рәнйеүе һамаҡ булып урғылып сыҡты: Сафагәрәй, бел шуны: Антың етер башыңа. Хан түгел, ханлыҡ ҡолаһын – Нуғай килмәҫ ҡашыңа! Ул саҡта ярһыған Юныстың юрағаны юш килер, тип кем уйлаһын! Был һүҙҙәр, әйтерһең, Ҡаҙан тәхете менән ханлығының ҡотолғоһоҙ тәҡдире ине, сөнки бер нисә йылдан Сафагәрәй үҙ һарайы биләмәһендә һөрөнөп ҡолап ҡына йән бирҙе. Сафагәрәй баҡый донъяға күскәндән һуң, ҡаҙандар уның ике йәшлек улы Үтәмешгәрәйҙе хан итеп иғлан иттеләр. Дәүләт менән идара итеү, асылда, Һөйөмбикәгә күсте. Ҡаҙан ваҡиғаларын иғтибар менән күҙәткән Иван батша, ниһайәт, үҙ сәғәте һуҡҡанын аңланы. Ысынлап та, бынан да уңайлы мәлдең булыуы мөмкин түгел ине: Йософ һәм уның уландары Ҡаҙанға арты менән боролдо, Төркиәнең йоғонтоһо аҫтындағы Ҡырым сәйәсәтен тормошҡа ашырыусы Сафагәрәй донъя ҡуйҙы. Сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, ҡаҙандар, килешеүҙе боҙоп, балиғ булмаған Үтәмешгәрәйҙе үҙ белдектәренә хан итеп иғлан иттеләр. Ә был – Ҡаҙан әле бик оҙаҡ Ҡырым ханлығы менән Нуғай урҙаһы йоғонтоһонда буласаҡ, тигәнде аңлата ине. III Ҡобағоштоң олатаһы Наурҙа бей Дим буйҙарына бынан етмеш-һикһән йылдар самаһы элек килеп төпләнде. Нуғайҙың яман һаҙаҡ тигән ҡәбиләһенән бүленеп сыҡҡан был арҙаҡлы зат үҙенең күп һанлы бала-сағалары, зат-зәүере менән тәүҙә Наурҙа тигән ырыу ойоштормаҡсы ине, әммә ер-һыу өсөн көрәштә Килембәт мырҙа менән уның уландарынан еңелгәс, был ниәтенән баш тартырға мәжбүр булды. Ҡобағош үҙенең атаһын саҡ-саҡ ҡына хәтерләй. Олатаһының һөйләп ҡалдырыуы буйынса, уның атаһы Мостафа бей йәш кенә көйө Килембәт мырҙаға ҡаршы һуғышта һәләк була. “Ошо Димде бирмәҫ өсөн яулашты балаҡайым”, - тиер ине Наурҙа бей. Ләкин был ваҡиғалар Ҡобағош өсөн ҡараңғы һәм олатаһы ауыҙынан сыҡҡан ҡурҡыныс әкиәт кеүек кенә. Ҡалай ғына булмаһын, ул иҫ белгәндә яман һаҙаҡтар Димдең түбәнге ағымында – Имән ҡалаға яҡын ерҙәрҙә көн итә ине. Әсәһе уны ташлап икенсе кейәүгә сығып киткәс, Ҡобағош олатаһы тәрбиәһендә үҫте. Наурҙа бей йыш ҡына ейәненә боронғо ғибрәтле хәлдәрҙе, үҙенең башынан үткәндәрҙе баян ҡылыр булды. Уның: “Дим буйҙарын миңә Алтын Урҙа ханы Баракты үлтереүҙә ҡатнашҡан өсөн Ваҡҡас мырҙа һәҙиә3 итте”, - тип башланған хәтирәһе Ҡобағоштоң күңеленә бигерәк ныҡ һеңеп ҡалған. - Ә кем ул Ваҡҡас мырҙа? – тип һорай малай. - Ул Алтын Урҙала әмир дәрәжәһенә күтәрелгән Иҙеүкәйҙең ейәне. Әмирҙең оло улы Манһыр, кинйәһе Мораҙым ине. Ваҡҡас мырҙа ана шул Мораҙымдың улы була инде. Барак хан Манһырҙы үлтергәс, Аҡ Урҙа менән идара итеү Мораҙым ҡулына ҡалды. Ул дошманына ҡаршы көрәштә яу башлығы итеп Ваҡҡасты ҡуйҙы. - Барак хан Манһырҙы ни өсөн үлтергән? – тип йәнә ҡыҙыҡһына Ҡобағош. - Кем белә инде, - ти ҙә Наурҙа бей, уйсанланып киткән ҡарашын офоҡҡа төбәй, әйтерһең, алыҫта ҡалған йылдар төпкөлөнән ейәненең һорауына яуап эҙләй. Бер аҙ тынып ултырғандан һуң, ул сәхифәһен дауам итә: - Ул заманда Алтын Урҙа тәхетендә Олуғ Мөхәммәт хан ултыра ине. Ҡайҙандыр Һыр-даръя яғынан, бихисап ғәскәр туплап, Барак хан яу менән килде. Һөйләүҙәренсә, ул көн тыуышындағы Үзбәк олосонан ҡасып, Аҡһаҡ Тимерҙең ейәне Олуғбәккә барып һыйынған, ни ғиллә менәндер әмирҙең күңеленә ярап, ғәскәр һорап алыуға ирешкән. Әлеге сиреүе менән көнсығыштағы Ҡыпсаҡ далаһында ары һуғылып, бире һуғылып йөрөгәнендә, беҙҙең Манһыр мырҙа уға, нағасым 4 тип яҡын күреп, өҫтәп тағы яугирҙар бирә, шундағы олостарҙы көс менән буйһондороп, Баракты хан итеп күтәрә. Ҡобағошҡа йәнә ҡыҙыҡ – ул төбәшеүен белә: - Кешеләрҙе тәхеткә ултыртырлыҡ шулай көслө булғанмы ни Манһыр мырҙа? - Һу-у, ундағы ҡеүәт! – тип һуҙа Наурҙа бей. – Атаһы Иҙеүкәй әмир ҙә шулай булған бит: кемде кәрәк тип тапҡан, шуны Алтын Урҙа ханы итеп күтәргән. Ә үҙе әмир дәрәжәһендә әлеге хандарҙа хеҙмәттә генә йөрөгән. Әүәлгеләрҙән бер һүҙ ҡалған: “Нәпсеңде ҡыуа бирһәң, нәпсең туймаҫ булыр, нәпсеңде тыя белһәң, нәпсең йыуаш булыр. Барак хан нәпсеһен тыя белмәгән – Ҡыпсаҡ олосо менән мөрхәтһенмәйенсә, Алтын Урҙа тәхетенә ымһынған. Йәне теләгән – йылан ите ашаған тигәндәй, улар Манһыр мырҙа менән бер булып Оло Иҙел буйындағы олостарҙы ҡыйрата, Һарай ҡалаһын яулап, Олуғ Мөхәммәттән тәхетте тартып ала. Тәхет менән бәхеттән кем туйған – ҡыуылған хан Ҡырым яғына барып ғәскәр туплай ҙа, аңғармаҫтан Һарай ҡалаһын килеп баҫа. Был һуғышта Олуғ Мөхәммәт еңә, сиреүҙәре тар-мар ителгән Барак менән Манһыр ҡасып ҡотола. Ололар: “Еңелгән яуҙан туймай,” – ти торғайны. Шуның шикелле, Барак хан кире Олуғбәк биләмәләренә барып баш төртә, өр-яңы сиреү туплай. Еңелеүенең үсен кемдән алырға белмәйенсә, уны-быны уйламаған Манһыр мырҙа олосона ябырыла, илен ҡыйратып, үҙен үлтерә. Ағаһы өсөн үс алырға ҡәһәтләнгән Мораҙым мырҙа илгә оран һалды. Ул арала яңы ойошоп, ҡеүәт йыйыу өҫтөндә булған Нуғай урҙаһына Барак хандың ҡайтанан яу булып килә ятыуы ишетелде. Оҙон ҡолаҡтар килтергән хәбәрҙәрҙән беҙ уның Яйыҡты кисеп сығып, Ҡайнар һағыҙ йылғаһына яҡынлашыуын белдек. Шулай уҡ Барак үҙенең ҡустыһы Бүләкбулат солтан етәкселегендә күҙәтсе һағауыл алайҙары5 ебәргәнен дә еткерҙеләр. Олуғ Мөхәммәт ғәскәрҙәре сафында яу ҡайтарырға әҙерләнгән Ваҡҡас мырҙа ла уларға ҡаршы һағауыл алғасҡыһы ебәрҙе. Ҡатай ырыуынан Ғәли бей етәкләгән был төркөмгә үҙ кешеләрем менән мин дә эләктем. Мәрхүм Манһыр мырҙаның элекке арҡадаштары-ҡыпсаҡ Ғаяз бей, ҡорлауыт ырыуынан Мәғриб бей, үҙебеҙҙең яҡҡа сығып өлгөрмәйенсә, Барак хан сиреүендә тороп ҡалғайны. Әлеге бейҙәр менән алдан һөйләшеү буйынса, яу башланыу менән барыбыҙ бергә уҡталып, ханға һөжүм итергә тейеш инек. Барак хан, беҙҙең йәшерен ниәтте һиҙгәндәй, Ғаяз менән Мәғриб бейҙәрҙең һуғышсыларын таратып, уларҙы төрлө йөҙ башлыҡтарының ҡул аҫтына биргән булып сыҡты. Икенсе көндө ғәскәрҙәр ҡалҡанға-ҡалҡан осрашты. Һуғыш башланыр-башланмаҫтан, яурынына ҡыҙыл япма һалған Ғәли бей атын уйнатып алғасҡыға сабып сыҡты ла: “Манһыр!” – тип оран ҡысҡырҙы. Барак ғәскәренең төрлө тарафындағы Ғаяз менән Мәғриб бейҙәрҙең кешеләре шул уҡ оранды ҡысҡыра-ҡысҡыра беҙҙең эргәгә эркелде. Барыһы ҡырҡлап һаҙаҡ бер урынға тупландыҡ. Ул арала тирә-яҡта шарт та шорт һуғыш китте, бер-береһен үлтереү ҡомарына бирелгән ғәскәрҙә беҙҙең ҡайғы юҡ ине. Шунан файҙаланып, бер йоҙроҡҡа уҡмаштыҡ та, ҡалҡыулыҡ өҫтөндә яу барышын күҙәтеп торған Барак ханға ташландыҡ. Ауыҙлығын сәйнәп, ерҙе сапсып торған тимергүк толпарға атланған, ап-аҡ елән ябынған хан ҡулын һелтәй-һелтәй эргәһендәге яҡындары менән йомошсоларына бойороҡтар бирә ине. Ул үҙенә ҡурҡыныс яҡынлашҡанын бик һуң ғына абайланы. Һиҙеп тә ни ҡылһын: мәргәнлеге менән дан алған Мәғриб бей, сабып барған килеш әҙернә йәйәһенә уҡ ҡороп, керешен тартты. Барак хан, еләнен елпелдәтеп, эйәренән ҡоланы, аты биленләп ҡасты. Дошман юлбашсыһын уратҡан кешеләр араһында ғауға ҡупты. -Егеттәр! Кире боролабыҙ! – тип ҡысҡырҙы Ғәли бей. Беҙ, һаман алға уҡталып үрәпсегән аттарҙы көскә тыйып, артҡа – үҙебеҙҙекеләр яғына боролдоҡ. Шул саҡта ҡул аҫтындағы һайланмыш яугирҙары менән беҙҙең юлды Бүләкбулат солтан ҡыйҙы. Беҙ - ҡурҡыуҙың ни икәнен белмәгән ҡырҡ баһадир – йән аямай алышҡа ташландыҡ. Улар быуа булһа, беҙ – ташҡын инек. Бик яман һуғыштыҡ, хатта тирә-йүндә ғүмерҙең ағышы туҡтағандай булды. Алыштың ҡыҙған бер мәлендә Бүләкбулат солтандың эсенә һөңгө ҡаҙалған аты ауҙы. Ай-һай, ажар ине Барак хандың ҡустыһы – йәйәүле көйө атлы яугирҙарға бирешмәйенсә һуғышыуын дауам итте. Арабыҙҙа сикһеҙ батыр, ғәйрәтле Шәйехмөхәммәт бей бар ине. Ул атынан һикереп төштө лә, солтан менән ҡылысҡа-ҡылыс килде. Бер ҡарағанда улар, бер-береһен ала алмаған бурҙайҙар һымаҡ өйөрөлөп, алышып йөрөй ине, икенсе ҡарағанда Бүләкбулаттың башы сабып өҙөлгән кәүҙәһе ерҙә аунағанын күрҙек. Уғаса булмай, дошмандың башһыҙ ҡалған ғәскәре сигенеү яғына ауышты, бер аҙҙан, түҙмәй, һырт бирҙе. Еңеүҙән ҡанатланған Ғәли бей: - Минең арттан! – тип беҙҙе үҙ артынан әйҙәне. Ҡайһыларыбыҙ үлгән, ҡайһы беребеҙ яраланғайны, шуға күрә егермеләп иҫән ҡалған һуғышсы уның артынан саптыҡ. Уйыбыҙ – үле булһа ла, тере булһа ла Барак хандың башын ҡулға төшөрөү ине. Яу яланын ташлап ҡасҡан дошман ғәскәре менән уның артынан баҫтырған Олуғ Мөхәммәт яугирҙарының ат тояҡтарынан күтәрелгән туҙандан эңер һымаҡ ҡара томан, ҡара саң. Күрәгәс Ғаяз бей әлеге саң болото эсендә сабып барыусы хужаһыҙ атты шәйләп: - Ана, Барак хандың менгеһе! – тип һөрән һалды ла, ҡалҡыулыҡ өҫтөнә артылып барыусы арғымаҡ артынан елде. Беҙ унан эҙ яҙҙырмай әлеге түбә өҫтөнә килеп менгәндә, Ғаяз бей артыш араһына боҫҡан яралы Барак ханды үлтереп, башын һөңгөгә күтәргәйне инде. Шулайтып, ҡулға эйәләшкән аты эҙен юллап барып, хужаһының башына етте. Ҡайһы саҡта үтә тоғролоҡ та һәләкәткә илтә, улым... - Артабан ни булды? – тип һорай олатаһының дәһшәтле лә, мауыҡтырғыс та хәтирәһен тын алырға ҡурҡып тыңлап ултырған Ҡобағош. - Ни булһын – Барак хандың ҡанға туҙған башын Олуғ Мөхәммәттең аяҡ аҫтына быраҡтырҙыҡ. Бының өсөн Ғаяз бейгә Һарайсыҡ ҡалаһының даруғаһы6 тигән вазифа бирелде, йылына утыҙ мең алтын аҡса тәғәйенләнде. Ғәли бейҙе Мораҙым мырҙа үҙенә яҡынлатып, бик оло түрә итеп күтәрҙе. Ә миңә Ваҡҡас мырҙа тарафынан Дим буйҙары бирелде. Кескәй Ҡобағоштоң йөрәгендә йәшләй үлтерелгән атаһы, тартып алынған ерҙәре өсөн Килембәт мырҙа менән уның уландарына ҡарата үс ялҡыны тоҡана. Малайҙың олатаһына биргән сираттағы һорауы ла был ғәҙелһеҙлектең сәбәбен аңлау теләгенән: - Килембәт менән уның уландары ҡайҙан килеп сыҡты һуң бында? Наурҙа бей: -Әй, улым, - тип көрһөнә лә дауам итә: - Димдең үрге ағымын уларға Муса идараһы заманында Йософ мырҙа бүләк итте. Арала ер өсөн талаш-тартыш шунан башланды. Мин ғәҙеллек юллап Муса мырҙаның үҙенә лә барып ҡараным, тик файҙаһы булманы. Көслөнөкө замана инде, ҡалайтаһың. Эйе, олатаһы әйткән ошо аяуһыҙ ҡанунға ышыҡланған Килембәттәр тора-бара яман һаҙаҡтарҙы Димдең түбәнге ағымынан да ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Дим, Өршәк буйҙарында маҡам тотҡан ҡеүәтле мең ҡәбиләһенә һыйынып, нуғайҙар меңе тигән ырыу булып улар менән береккән биҙелдәр7 ҙә ерҙәрен былай ғына ташлап китмәне – арала ҡанлы бәрелештәр булып алды. Шул тиңһеҙ алыштарҙың береһендә Наурҙа бей Килембәттәр ҡулынан һәләк булды. Нуғайҙар меңе иләүенең иҫән ҡалған өлөшөнә Ҡармасан менән Сәрмәсән башына – Сөн һәм Өсән йылғалары араларында йәйләп йөрөгән Йәлембәт бей биләмәләренә – Күбәләк бейҙең атаһына яҡыныраҡ тартылырға тура килде. Был саҡта өләсәһе Шәмсиҡәмәр ҡулына ҡалған Ҡобағошҡа ун өсөнсө йәш ине. IV Йылдың-йылы көсәйә барған Мәскәү дәүләтенең көнсығыш сәйәсәтендә Ҡаҙан ханлығын яулап алыу төп йүнәлеште билдәләп торҙо. Иҙел болғарҙарының баш ҡалаһы, тамаҡҡа торған һөйәк төҫлө, нәпсехур8 урыҫ хакимдарының яңы ерҙәр йотоуына ҡамасаулап тора ине. Шуға күрә, Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң Мәскәү менән Ҡаҙандың йөҙәр йылдар һуҙымында үҙ-ара яғалашыуы Оло Иҙел буйында сәйәси өҫтөнлөк алыуға йүнәлтелгәйне. Урыҫ кенәздәренең Ҡаҙан ханлығы менән үлемесле көрәше элгәре алмашыныусан уңыш менән барҙы. Олуғ Мөхәммәт заманында иң ҡеүәтле осорон кисергән ҡаҙандар, күршеләренә бер-бер артлы еңеүле баҫҡындар яһап, берләштерелгән урыҫ кенәздәренең пайтәхете Мәскәүҙе ҡаманы, хатта хәл иткес һуғыштарҙың береһендә таж-тәхет9 эйәһе Василий икенсене әсиргә алыуға өлгәште. Олуғ Мөхәммәт хан донъя ҡуйғандан һуң, Мәскәү дәүләте менән Ҡаҙан араһында егерме йылдан ашыу асайыш10 хөкөм һөрҙө, сауҙа һәм башҡа алыш-биреш йәнләнде. Был осорҙа Ҡаҙан донъя әһәмиәтендәге оло сауҙа һәм мәҙәниәт үҙәгенә әүерелде, уның даны алыҫ-алыҫтарға таралды. Олуғ Мөхәммәттең улы Мәхмүт хан үлгәндән һуң Ҡаҙан аҡһөйәктәре, тәхеткә ымһынған Ҡасимға хатта Оло Иҙелде аша сығырға рөхсәт бирмәйенсә, кире бороп ебәрҙеләр, сөнки уның артында Мәскәү һәм уның ҡаҫталы11сәйәсәте тора ине. Үҙенең табиғы12 булған Ҡасимдың Ҡаҙан тәхетенән ҡолаҡ ҡағыуы менән килешергә теләмәгән Мәскәү кенәзе Василий өсөнсө, ханлыҡҡа аңғармаҫтан ябырылып, пайтәхетте баҫып алды, халҡын пыран-заран итте, ҡалаға үрт һалды. Һөжүмде көтмәгән Ибраһим хан, аңына килеп, ете көн эсендә оло ғәскәр туплап өлгөрҙө һәм урыҫтарҙың ябырылып килгән баҫҡынын кире ҡаҡты. Мәскәүҙәр Ҡаҙан ханлығына яһаҡ түләүсе муҡшы, сыуаш, сирмеш, ар һәм башҡорттар иҫәбенә тулыланған хан сиреүенең көслө ҡыҫымына сыҙамайынса, һырт бирҙе. Әммә бынан һуң да урыҫтарҙың Ҡаҙанға яҫҡыныуҙары, әленән-әле сапҡындар ойоштороуы туҡтаманы. Сәйәси өҫтөнлөк өсөн аяуһыҙ көрәш ханлыҡҡа икенсе мәртәбә ултырған Мөхәмәтәмин дәүерендә артабан киҫкенләште. Ҡаҙан менән тәүге идаралыҡ мәлендә Мәскәү юлын ҡыуып маташҡан был хәйләкәр һәм киң ҡарашлы иләймән13 пайтәхеттә нығынып өлгөргән урыҫтар менән улар яҡлыларҙы тар-мар итеп, көнбайыш күршеһенә яу асты. Ҡаты һуғыштар һөҙөмтәһендә ханлыҡ биләмәһе уларҙан таҙартылды. Ике йылға һуҙылған өҙлөкһөҙ алыш Ҡаҙан өсөн файҙалы килешеү менән тамамланды. Ҡаҙан ханлығына ҡаршы быға тиклем ойошторолған хәрби походтарҙың бикәр14 булыуын яҡшы аңлаған урыҫ хөкүмәте күптән инде көрәш алымын үҙгәртеү яғында ине. Шуға ярашлы, Иван батша Оло Иҙелгә ҡойған Зөйә йылғаһының тамағында ҡәлғә төҙөргә бойорҙо. Ул Ҡаҙан ханлығы сигендә урыҫ ғәскәрҙәрен даими тотоу һәм уларҙы һуғыш кәрәк-яраҡтары менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү үҙәге итеп уйланылғайны. Һуңғы йылдарҙағы хәрби уңышһыҙлыҡтарҙан намыҫланған йәш һәм ғәрсел Иван, Ҡаҙанды бағындырырға тигән ҡәтғи ҡарарға килеп, бихисап ғәскәрҙәре башында ханлыҡ биләмәләренә аяҡ баҫты. Икһеҙ-сикһеҙ урыҫ сиреүенең ҡаланы төрлө яҡтан тоҫҡанға15 алырынан шомланған Ҡырым гарнизоны Ҡаҙанды ташлап ҡасты. Ләкин ҡоро ерҙәге һәр һуҡмаҡты, барлыҡ һыу юлдарын көнбайыш тарафында күҙәткелә16тотҡан мәскәүҙәр өс йөҙләгән мырҙа һәм кенәзде берләштергән төркөмдөң күбеһен ҡылыстан үткәрҙе, ҡалғандарын әсиргә алды. Ҡырымдарҙың ҡасып китеүенән файҙаланған Ҡаҙан аҡһөйәктәре, башында Хоҙайғол улан менән Нурғәле кенәз торған ваҡытлы хөкүмәт ойошторҙо. Иҙел болғарҙарының боронғо пайтәхете өҫтөндә дәһшәт болоттары ҡуйырған ошо шомло көндәрҙә улар, көрсөктән сығыу юлдарын эҙләп, Зөйә ҡәлғәһенә илсе ебәрҙеләр. Мәскәү хөкүмәте ҡуйған шарттар бик ҡаты һәм мәсхәрәле ине: ҡаҙандар Һөйөмбикә менән Үтәмешгәрәйҙе аманат итеп тапшырырға тейеш. Унан тыш, Ҡаҙандан ҡасҡан ҡырымдарҙың ғаиләләрен тотоп бирергә, әсирҙәге барлыҡ урыҫтарҙы азат итергә. Ә иң хурлыҡлыһы – ханлыҡтың көнбайыш өлөшөн Мәскәүҙеке тип танырға, элек Ҡаҙандан ҡыуылған Шәһеғәлиҙе тәхеткә ултыртырға. Нуғайҙар ярҙамынан мәхрүм ҡалған ваҡытлы хөкүмәттең Иван батша ҡуйған талаптарға күнмәй сараһы юҡ ине. Килеп тыуған хәлде төрлө яҡлап үлсәгәндән һуң, Ҡасим мулла менән Бейбарыҫ мырҙа етәкселегендәге илселәр Зөйәгә китте. Улар, һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашып, хурлыҡлы килешеүгә ҡул ҡуйып ҡайтты. Боронғо ҡала өҫтөндәге ҡара болоттар таралғандай булды: Шәһеғәли өсөнсө тапҡыр Ҡаҙан ханы булып ултырҙы, Һөйөмбикә илай-илай пайтәхет менән хушлашты – уны йәш балаһы менән бергә ҡытат тауарҙар менән биҙәлгән карапҡа ултыртып Зөйә ҡәлғәһенә, унан Мәскәүгә алып киттеләр. Ирекһеҙҙән әсирәгә әүерелгән кисәге ханбикә карап туҡтаған Ҡаҙан йылғаһына еткәнсе үҙе сығарып өлгөргән бәйетте көйләп барҙы. Һөйөмбикәнең йөрәк түренән сыҡҡан моң-зар уны оҙата сыҡҡан меңәрләгән ябай халыҡ күңеленә бөткөһөҙ һағыш булып уйылып ҡалды: ...Һөйөмбикә атым, нуғай затым, Ҡайҙа минең ханлыҡ тәхетем? Ҡайҙа һылыу сағым, нурлы йөҙөм, Хан бикәһе булған ваҡытым?.. V Ҡаҙан ваҡиғаларының көтөлмәгән йүнәлеш алыуына иң ныҡ көйөнгән зат – әлеге мәлдә Аҡ Урҙаны ҡулында тотҡан олуғ кенәз Йософ ине. Әгәр ҙә: “Донъя бер алдын, бер артын күрһәтә”, - тигән һынамыш хаҡ булһа, был ваҡытта уның кенәз тарафына арҡаһы менән борола башлаған сағы ине. Ә бит быға тиклем яҙмыш Йософҡа мәрхәмәтле булды: артында нәҫел ептәре Сыңғыҙ ханға барып ялғанған шәйбәнле иләймәндәре торған Себер ханы Мортаҙа менән ҡоҙалаштырҙы, ҡыҙы Һөйөмбикә аша ҡаҙандарҙы уның менән иҫәпләшергә мәжбүр итте. Мәрхүм Сафагәрәй иһә кенәздең Ҡырым хандары, ә улар аша Төркиәнең үҙе менән йылы һәм туғандарса мөнәсәбәт урынлаштырыуына булышлыҡ итеп килде. Быға тиклем хатта Мәскәү батшаһы Иван менән мөғәмәләләре һин дә мин булды. Икеһенең араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре урынлашҡан саҡта ул әле батша түгел, ә бөйөк кенәз генә ине. Һуңғы осорҙа, бигерәк тә биш-алты йыл элек Иван Васильевич батша булып алғас, аралары һыуынғандан-һыуына бара. Ә инде урыҫ хакимының Һөйөмбикә менән Үтәмешгәрәйҙе аманатҡа алыуы егерме йылға һуҙылған дуҫлыҡ мөнәсәбәттәренә ҡара күләгә булып ятты. Шулай ҙа дәүләт эштәрендә сәсе ағарған олуғ кенәз кисерештәрен белдерергә ашыҡманы. Ул яҡшы төшөнә: ҡуллана белһәң, һүҙ ҡылыстан үткерерәк, уҡтан мәргәнерәк. Бигерәк тә һүҙҙең ташҡа баҫылғаны. Әгәр ҙә Йософ кенәз менән Мәскәү батшаһының бер-береһенә төбәп яҙған хаттарын бергә йыйһаң, ҡалын ғына мәжмүғә килеп сығыр ине. Ғәҙәттә, ундай грамоталар дуҫлыҡ тойғоларын яңыртып тороу өсөн бер-береһенә ҡиммәтле бүләктәр ебәргәндә илселәр артынан оҙатыла ине. Дәүләт кешеләре араһындағы хаттар затлы бүләк алыуҙан уғата йомшарған хаким күңеленә майҙай яғылырға тейеш, шуға күрә уларҙың эстәлектәре үҙҙәренә күрә бер ҡалыпҡа һалынған: һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырыу, ғаиләһенә, балаларына һаулыҡ, иленә тыныслыҡ һәм бәрәкәт теләү. Иң аҙаҡтан, самаһыҙ ҡабарған мин-минлекте татлы һүҙҙәр менән тамам иҫерткәндән һуң, тәү ҡарашҡа әһәмиәтһеҙ генә булып күренгән үтенес яҙыла. Әммә ҡарамаҡҡа кескәй был һорауҙың төбөндә ҡайһы саҡта ҙур талап ятҡан була. Йософ үҙенең Иоанн батшаға яҙған грамоталарын алыҫтаныраҡ башларға ярата ине. Үҙенең ҡасандыр урыҫ кенәздәрен ҡан ҡалтыратып тотҡан Алтын Урҙа вариҫы икәнен иҫкәртеп тороу өсөн Нуғай илен “дәүләт” тип нарыҡлай, уны “ бабабыҙ Иҙеүкәйҙән мираҫ булып ҡалған ил” тип яҙыуҙы хуп күрә. Әйҙә, Мәскәүҙең ҡан дошманы Туҡтамышты ҡыйратыуҙа хәл иткес урын тотҡан Иҙеүкәй Манғыт тоҡомо менән аралашҡанын онотмаһын Иван. Әлбиттә, ул хаттарҙың татлы һүҙҙәрҙән генә тормағандары ла булды. Бигерәк тә Муса мырҙа идаралығының һуңғы осоронда. Ул саҡта Йософ бөйөк кенәз менән илселек мөнәсәбәттәренә инеп, грамоталар алыша ине.Асылда, бер-береһе менән татыу йәшәгән күршеләр араһында бәғзе ваҡыт низағтар, үкенесле аңлашылмаусылыҡтар ҙа сығып ҡуя. Улар күбеһенсә егетлек ҡылам тип, бер-береһенең мөлкәтенә ымһыныу арҡаһында ҡубып, ыҙғыш менән тамамлана ине. Бер мәл Муса мырҙа нуғайҙарҙы өҙлөкһөҙ сапҡындары менән йөҙәткән казактарҙың арт һабағын уҡытып алырға ниәтләп, ҡарымта ойошторҙо, ғәскәр башы итеп баҫҡан ерендә ут сығарыусы Йософто тәғәйенләне. Йәш, ярһыу Йософ үҙе һымаҡ ауан егеттәрҙән торған ғәскәре менән Оло Иҙел аша сығып, казак күрәндәрен17 тар-мар итте, ҡаршы һөжүм ойошторған сиреүен ҡылыстан үткәрҙе. “Дауа” килеште: бынан һуң Аҡ Урҙаның көнбайыш сиктәрендә бер аҙға һиллек урынлашты. Бөйөк кенәздең грамотаһы оҙаҡ көттөрмәне. Мәскәү хакимы унда Иҙеүкәй әмир замандарынан уҡ татыу йәшәгән йылдарҙы хәтергә алып үткән, Муса идаралығы осоронда дуҫлыҡтың тағы ла нығый барыуы хаҡында нотоҡ тотҡан, киләсәктә үҙ-ара файҙалы бәйләнештәрҙең үҫә барасағына ышаныс белдергән. Иң аҙаҡтан, казак күрәндәренең тар-мар ителеү сәбәптәрен белмәмешкә һалышып, һорап ҡуйған булған: “... Туғаным һәм дуҫым Йософ ниңә минең табиғтарымды йәберләне икән?” Мәскәү кенәзенең “туғаны һәм дуҫы” уға яуабында былай тип яҙҙы: “...Күңелебеҙҙә ҡайнаған үс һәм нәфрәт тойғолары шул тиклем көслө ине, хатта көндө төндән айырмайынса беҙҙең урҙа халҡын барымталар менән яфалаған казактар өҫтөнә ташландыҡ. Улар тарафынан әйҙәп алып кителгән малдарыбыҙҙы, әсиргә алынған ҡатын-ҡыҙ һәм бала-сағаларыбыҙҙы йолоп алыр өсөн казак ерҙәренә күктән төшкән кеүек ябырылдыҡ... Дуҫым һәм туғаным Иван белеп торһон: нуғайҙарҙың был сапҡынын казактар үҙҙәре саҡырып килтерҙе. Шуға күрә, ул еңеүҙә беҙҙең бер ғәйебебеҙ ҙә юҡ.” Юлбаҫарлыҡ ҡылыуҙа бигерәк тә Дон казактары үжәт ине. Улар үҙ йорттарында Йософтан өлөш алғандан һуң бер аҙ тынып яттылар ҙа, элекке шөғөлдәренә киренән тотондолар: сауҙа каруандарын таланылар, урыҫ ҡалаларындағы баҙарҙарҙан ҡайтып барыусы сауҙагәрҙәрҙең табыштарын тартып алып, үҙҙәрен теге донъяға оҙаттылар. Казактар хатта Урҙанан Мәскәү хакимына барыусы илселәргә һөжүм итеүҙән дә тартынманылар. Ошо хәлдәрҙе баян итеп, башбаштаҡлыҡҡа зарланған Йософҡа бөйөк кенәз Иван тура ғына яуап бирмәйенсә, төрлөсә ялтарҙы. “Башкиҫәрҙәрҙе эҙәрлекләйбеҙ һәм язаға тарттырасаҡбыҙ, - тип яҙҙы ул, - ләкин ҡасып ҡотолғандар бар, уларҙы ҡулға эләктерһәгеҙ, бында ебәрегеҙ. Далала һәр саҡ төрлө халыҡ күп, төрлө дәүләттәр бар, кем юл баҫа һәм кеше талай, шул үҙенең исемен яҙып ҡалдырмай...” Үҙе Аҡ Урҙа алдында шундай инсафлы һәм кеселекле булып күренергә тырышһа ла, кенәз Иван ҡайһы саҡта манғыт18 хакимдарының үтенестәренә һаңғырау ҙа булып ҡала ине.. Шәйех-Мамай идара иткән осорҙа урыҫ ерҙәренә ҡарымта яһарға барған сағында дошман ҡулына эләккән Аллағыуат батыр менән тап шулай булды. Ике туған ҡустыһын әсирлектән йолор өсөн Йософ хат артынан хат яуҙырҙы, әммә Мәскәү кенәзе ләм-мим өндәшмәне. Аптырағас, Йософ мырҙаның өлкән улы Юныс мөрәжәғәт итеп ҡараны, ләкин Иван өн-тын сығарманы. Әйтерһең, һаңғырау һәм телһеҙ. Ниһайәт, Аллағыуаттың ғәйеп булыуына ярты йыл самаһы үткәс, Мәскәү телгә килде: “ Үлекте терелтеүе мөмкин түгел...” Хәҙер инде үҙен тотош урыҫ дәүләтенең батшаһы тип иғлан иткән Иван дүртенселә инабат юҡ икәнен белһә лә, олуғ кенәз ҡыҙы Һөйөмбикә менән ейәне Үтәмешгәрәйҙең яҙмыштары өсөн көрәшеп ҡарарға булды. Әлеге мәлдә бының өсөн иң ышаныслы ҡорал – тел ине, шуға күрә Йософ үҙенең бөтә өмөтөн ҡағыҙ менән ҡәләмгә бағланы. Был хатында ул барлыҡ тел оҫталығын эшкә екте, кеше күңеленә тәьҫир итерҙәй һүҙҙәрҙе, фәһемле фекерҙәрҙе йәлләмәне. Мәскәү батшаһының йәнен әҙ булһа ла иретеү маҡсатында: “Кешенең яҡшы аты был донъяла мәңгелеккә ҡала, ул үлмәй, “ – тип яҙҙы. Йәнә, кешене кеше итеүсе рухи ҡиммәттәргә ишаралап, дауам итте: “Вәғәҙәһенә тоғролоҡһоҙ әҙәм был донъяла ла, тегеһендә лә яҡшыға һаналмаҫ.” Ә бынау фекер уларҙың араһындағы хәлдәргә туранан-тура кинәйә ине: “Мең дуҫың булһа, уларҙы берәүгә һана, бер дошманың булһа, уны меңгә һана.” Грамотаның аҙағында Йософ, тотанаҡлы һүҙҙәр ҡулланып, баҫалҡы рәүештә Ҡаҙан аҡһөйәктәренең ике йөҙлөлөгө арҡаһында аманат итеп алынған Һөйөмбикә менән уның балиғ булмаған улын үҙенә ҡайтарыуҙы үтенде. Эйе, талап ҡыҫҡа ғына яҙылғайны, ләкин был һаран һүҙҙәрҙең һәр ҡайһыһы үҙе бер ханлыҡҡа торошло ине. Дала хакимы менән хат алышыу, бүләктәр бирешеү батша өсөн сәйәси уйын ғына ине. Уныһы ла ваҡытлыса ғына. Шуға күрә Иван мөмкин тиклем йомшаҡ һүҙҙәр менән Йософто тынысландырырға ашыҡты. “Ҡыҙың менән ейәнеңде Ҡаҙандан алып китеүебеҙ һинең өсөн эшләнде, - тип хәйләләште ул, - сөнки унда икеһенең дә ғүмеренә хәүеф янай ине. Беҙҙең шәфҡәт күрһәтеүебеҙ арҡаһында улар хафанан ҡурсаланды һәм беҙҙең мәрхәмәтле ҡанатыбыҙ аҫтына һыйынды. Минең күптәнге дуҫым һәм туғаным борсолмаһын ине: Һөйөмбикә бында һис бер мохтажлыҡ кисермәйәсәк, ә Үтәмешгәрәйгә килгәндә, уның артынан хан титулы һаҡланасаҡ.” Был яуап олуғ кенәздең күңелендәге һуңғы өмөт осҡондарын өрөп һүндерҙе. Тимәк, хуш, тыныс тормош, иҫәнме, һуғыш!.. VI Аҡтүбәләге ҡоролтай бик шаулы булды. Бындай оло йыйындарҙың һуңғы тапҡыр ҡасан үткәрелеүен дә онотҡан Төкләҫ мырҙа унда барып еткәндә, ат һәм хат еткән ерҙәрҙән саҡырылған ҡунаҡтарҙың тирмәләре ҡоролған, ҡурҙаҡтары ҡурылған ине. Имән ҡала хакимы үҙенең нәүкәрҙәре менән туҫнаҡтарына19 ҡуналҡа урыны йүнәтергә бойорҙо ла, атынан төшөп Йософ кенәздең Аҡтүбә ҡалҡыулығы өҫтөндәге ун ике ҡанатлы аҡ тирмәһенә ыңғайланы. Ҡалҡыуға күтәрелә барған һайын, ойоған тәненә ҡан йүгереүҙән ләззәт кисергән Төкләҫтең күҙ алдында дала үҙенең ҡырыҫ та, ылыҡтырғыс та гүзәллегендә асыла барҙы. Был ваҡытта икенде менән аҡшам араһы ине. Эңер алдынан була торған яманһыуыраҡ бер мәл. Байыуға табан ыңғайлаған ҡояш үҙе төшөп юғаласаҡ офоҡ ситен алтынһыу-ҡыҙыл төҫкә мансыған. Күҙ күреме ерҙә эркелешеп йөрөгән йылҡы өйөрҙәре, һарыҡ көтөүҙәре, анда-һаяҡ урынлашҡан йәйге ауылдар өҫтөндә борғоланған төтөн бағаналары ҡарамаҡҡа ҡотһоҙ булып күренгән дала күкрәгендә тормоштоң ҡайнап торғанын төҫмөрләтә ине. Тик быны маңлай күҙе түгел, ә күңел күҙе аша ғына тойомларға була. Ишектән инеүсенең кем икәнен абайлағас, баһадир кәүҙәле, яртылаш сал баҫҡан һаҡал-мыйыҡлы Йософ кенәз мәртәбәле ҡунаҡты урынынан тороп ҡаршыланы. Ул аяғүрә баҫҡас, Төкләҫ мырҙаға хатта киң тирмә эсе тарайып ҡалғандай тойолдо. Арҙаҡлы ҡунаҡ менән күрешергә олуғ кенәз артынса Моҡас менән Йыһангир, уларҙан һуң Исмәғил мырҙалар ҡалҡынды. Оло тирмә эсен күрешеү бәхетенән тыуған шатлыҡ ауаздары яңғыратты. Хәл-әхүәл һорашып, бер-береһенең ил-йорто, зат-ырыуы, туған-тыумасалары хаҡында һәммәһен белешкәс, өҙөлөп торған әңгәмә дауам итте. Һүҙ – һуңғы арала ҡуйырғандан-ҡуйыра барған Ҡаҙан ваҡиғалары һәм, шуға бәйле, Аҡ Урҙа яҙмышы, Хажитархан, Ҡырым, Себер ханлыҡтарының алдағы көндәре хаҡында икән. Йософ кенәз, алыҫтан килгән ҡунаҡтың алдындағы туҫтаҡҡа үҙ ҡулы менән ҡымыҙ ҡоя-ҡоя, әңгәмә ялғаны: - Һуҡырҙың күҙе күрмәһә лә, тәне һиҙә, тигәндәй, ниңә бимазалағанды аңғарғанһыңдыр, Төкләҫ хан? Ҡунаҡ һыуһындан ауыҙ итеп, тамағын ҡырып алды ла: - Һыныҡҡа һынсы кәрәкмәй, - тип яуапланы. – Хәбәр юҫығы әлеге мәлдә утһыҙ ҡайнаған Ҡаҙандалыр, тип уйлайым. - Эйе, дөрөҫ, Ҡаҙан ҡайнай, - тине олуғ кенәз уйсан төҫтә. – Тик буштан-бушҡа түгел. Уның аҫтына ут төртөүсе кеше – Мәскәү батшаһы Иван. Йософтоң әйткәненә бер-бер артлы Моҡас менән Йыһангир ҡушылды: - Хәйерлегә булһа ярай ҙа... - Ҡанығыуҙарына ни заман – олатаһы Иван, атаһы Василий, инде килеп был Иваны. Олуғ кенәз өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күргән Исмәғил мырҙаға һөҙөп ҡарап алғандан һуң, дауам итте: - Бөгөн беҙҙе динебеҙ ҙә, көнөбөҙ ҙә берҙәмлеккә саҡыра. Ҡырҡ кеше бер яҡта, ҡырын кеше бер яҡта булһаҡ, эш мөшкөл. Эйе... Төкләҫ мырҙа, һине “хан” тип ололаған башҡорт олостарына таянып буламы? - Ил тигәндең кеме юҡ, тигән сәсән. Шулай ҙа, минең һүҙҙән сыҡмаҫтар. Димде ҡулдарында тотҡан Килембәттәр үҙебеҙҙеке, меңдәрҙән Ҡәнзәфәр, юрматынан Бурнаҡ бейҙәрҙең абруйҙары көслө. Улар әлеге бер туған мырҙаларға бойондороҡло. Танып яғында Иҫән менән Суртмаҡ хандар үҙ-ара ыҙғышып йәшәй, бер тыу аҫтына баҫһа, улар ҙа ярашып китмәҫме ? Йәнә Ҡобағош сәсәндең бейҙәр араһында абруйы бик ҙур, тик Килембәт мырҙалар уның ҡан дошманы инде. - Наурҙа бейҙең Килембәт өҫтөнән атам Муса мырҙаға барып йөрөүе хан заманында булды, һаман баҫылмайҙармы ни әле? - Араларында ҡан ята бит – Ҡобағоштоң атаһы ла, олатаһы ла Килембәттәр ҡулынан һәләк булды, үҙе Дим буйынан ҡыҫырыҡлап сығарылды. Яман һаҙаҡ нуғайҙары әлеге көндә мең иләүенең бер ярпыһы булып Сәрмәсән менән Ҡармасан башын биләй. - Туҡтамыш хандың йәйләп йөрөгән ерҙәреме? – тине Йософ, һорауҙан бигерәк үҙ-үҙенә өндәшкәндәй уйсан төҫ менән. - Шулай була инде, - тип дауам итте Төкләҫ мырҙа. – Тау-урман олосо башҡорттары менән генә хәл ҡатмарлыраҡ, тик уларҙың муйынына ла нуҡта табылыр. - Ҡана һуң, көллөһөн бер йоҙроҡҡа төйнәй алһаҡ, - тине Йософ кенәз. – Улар түгел, үҙебеҙ бер кәңәшкә килә алмайбыҙ – шуныһы яман. - Ысынлап та, ике кәңәш бер булһа, илле егет йөҙ була, тигән һүҙ бар. - Төкләҫ мырҙа әңгәмәгә күтәреңкерәк кәйеф индерергә теләне. - Ҡоролтай иртәгә буласаҡтыр бит инде, сабыр итәйек шунда ла. Әгәр ҡаршылар була ҡалһа, уларҙың арманын тыйырлыҡ дарман табылмаҫмы ни... Шул саҡта ҡарашында зәһәр осҡондар балҡып киткән Исмәғил мырҙа телгә килде: - Төкләҫ түрә, мин бынан алда ағайыма үҙемдең шик-шөбһәләремде белдергәйнем, хәбәр шул тирәлә урала. - Улай икә-ән, - тип һуҙҙы ҡунаҡ, - мин ишетмәгәс ни... Уны ирен сите менән генә көлөмһөрәп ултырған Моҡас бүлдерҙе: - Яттар икеләнһә, ул ҡәҙәре ғәжәп булмаҫ ине. Исмәғил ағайҙың тел төбө шуға ишаралай – беҙ урыҫ батшаһының арта барған ҡеүәтенән ҡурҡып, уға Ҡаҙанды бушлағайым тоттороп ебәрергә тейеш булабыҙ. Бөгөн Ҡаҙан, ә иртәгә беҙ Иванға: “Тәмле булдымы? Туймай ҡалһаң, мә, һиңә Хажитархан менән Ҡырым!..” Моҡастың уйынлы-ысынлы хәбәренән тирмәләгеләр дәррәү көлөшөп алды. Бер Исмәғил мырҙа ғына уларға ҡушылманы, эргәһендәгеләрҙең һаһылдашып бөткәнен тыныс ҡына көтөп алды ла: - Мәскәү батшаһының ысын көсөн белмәйенсә, көлкөгөҙ яңырырға тура килмәһен, - тине. Олуғ кенәздең Төкләҫ мырҙа килгәс яңынан тоҡанып киткән һүҙ көрәштереүҙән ялҡа башлағаны күренеп тора ине. Шуға күрә, ул, файҙаһыҙ бәхәскә сик ҡуйырға була: - Яҡшы, Иван батша көслө лә булһын икән ти. Бер олоно, бер кесене тыңла, тигәндәр, һинең кәңәшең ниҙән ғибәрәт? – тип һораны, Исмәғил мырҙаға туп-тура ҡарап. - Ҡолаҡ һалһағыҙ, кәңәш шул: урыҫ батшаһы менән бәйләнмәү хәйерле. Һүҙгә тыйнаҡ холоҡло, өндәшмәҫерәк Йыһангир мырҙа ҡыҫылды: - Былай ҙа уның бәйһеҙлегенә сыҙап киленә инде. Һуңғы ҡылығын ғына алайыҡ: Һөйөмбикә менән Үтәмешгәрәйҙе аманат хәлендә тотоуы ниндәй мизанға20 һыя? Уртыңдағы бер тешең төшһә, башҡалары ла ҡаҡшай. Ҡаҙанды юғалтыу – үҙ-үҙеңде ҡолатыу менән бер. - Дөп-дөрөҫ - тип уның ыңғайына һуҡты Исмәғил, - тик Ҡаҙан беҙҙең ҡурсалауға лайыҡмы? Уның хыянатсыл мырҙалары Һөйөмбикәне үҙҙәре биреп ебәрҙе түгелме? Ә һуң, Ҡырым менән Хажитарханыңа ышанып буламы? Әле Себер ханы Мортаҙа килеп етмәгән, уның да ни әйтерен белмәйбеҙ. Оран һалыуы ауыр түгел, тик һуңынан яу яланында япа-яңғыҙ тороп ҡалмайыҡ... Исмәғил мырҙаның был аяуһыҙ һорауҙары ҡыҙыл эңер ҡаплай барған һауала аҫылынып ҡалды, сөнки тап шул мәлдә аҡшам намаҙына саҡырған аҙан тауышы яңғыраны. Баба Төкләҫ мырҙа Аҡ Урҙаны ҡулдарында тотҡан Муса уландары менән тышҡа сығып, улар менән бер йәмәғәт булып намаҙ уҡыр өсөн, тирмә ҡабырғаһына түшәлгән ҙур келәмгә баҫты. Тирә-йүн һирәк-һаяҡ аттар кешнәүе, имамдың доға ауаздары менән генә өҙөлгән ғибәҙәт тынлығына сумды. Намаҙҙағыларҙың уң яҡ сикәләрендә уйнаған ҡарағусҡыл-ҡыҙыл шәфәҡ нурҙары тиҙҙән был тирәләрҙе ялмап аласаҡ ҙур һуғыш ялҡынының дәһшәтле шаңдағы булып төҫмөрләнә ине. Был Исмәғилдең үҙ туғандары менән бергә уҡыған һуңғы ғибәҙәте булды, сөнки ошо төндөң таңға ауышҡан мәлендә ул, һис кемгә һис ни белдереп тормаҫтан, яҡындары һәм ярандары менән Аҡтүбәне ташлап ҡасты. Мырҙаның юлы үҙ олостары тарафына – бер нисә сәғәт элек кенә ҡан ҡыҙарып офоҡ ситенә төшөп юғалған ҡояш тарафына ине. VII Исмәғил мырҙа төркөмөнөң ат тояҡтары тауышы тынып, күп тә үтмәне, ҡояш көлтә-көлтә нурҙарын йомарт һибеп, ҡапма-ҡаршы яҡтан – көн сығышынан йылмайып килеп тә тыуҙы. Ҡоролтайға йыйылыусылар иртәнге тамаҡты ашап, ип-һап итеп тә өлгөрмәне, үҙенең һайланмыш бейҙәре менән нәүкәрҙәре уратыуында Себер ханы Мортаҙа килеп етте. Йософ олуғ ханды аҡ тирмәһе алдында киң йылмайып ҡаршы алды: - Әссәләмәғәләйкүм, ҡоҙа! Әйҙүк, әйҙүк! - Мәғәләйкүмәссәләм! Һаумы, ҡоҙа! Ил-йорттар именме? - Әлегә имен, Аллаға шөкөр. Барыһы ла һеҙҙең фатихала. - Ярай, беҙҙең фатиха һеҙгә һәр саҡ изге. Исмәғилдең йыйынды ташлап китеүенән һарыуы ҡайнаған Йософ, ҡоҙаһын күреү ҡыуанысынан бер аҙ яҙылғандай итте, күңеленә ауыр юшҡын булып ултырған шом таралғандай булды. Шулай ҙа йөрәк берәү генә бит, хәйерһеҙ, ҡайғыһы ла, шатлығы ла иң тәүҙә уға килеп ҡағыла. “Был – асыҡтан-асыҡ хыянат бит, - тип әсенде юҡ-юҡта йөрәге сәнсеп ҡуйған олуғ кенәз. – Кинйәһе Мораҙым үҙенә ҡаршы аяҡланғас, Иҙеүкәй олатай нисек түҙҙе лә, ҡайҙан көс алды икән? Һөйләүҙәренә ҡарағанда, Мораҙым атаһына хасланғас, Туҡтамыш менән Аҡһаҡ Тимергә бирешмәгән әмир ҡара янып йөрөгән, тиҙәр. Хыянатты күтәреү хатта Иҙеүкәй баһадирға ла еңел булмағандыр инде...” Ҡояш кемуҙарҙан сырҙауыҡтар21 һайрашҡан ис киткес аяҙ күк йөҙөндә арҡан буйы күтәрелеүгә, ҡоролтай башланды. Тәүҙә Аҡ Урҙаның баш имамы Яхъя хәҙрәт үҙе оҙаҡ йылдар ғилем эстәп ҡайтҡан Мәккә- Мәҙинә көйөнә һалып Ҡөрьән аяттары уҡыны, бөгөнгө йыйынға фатиха бирҙе. Берҙәмлек һәм дин юлында фиҙакәрлек хаҡындағы ҡыҫҡа ғына вәғәзен ул Хоҙайға ихлас ялбарыу менән тамамланы: “Я Раббым, Аллам! Бөгөн һинең ярҙамыңа өмөт итеп оло кәңәшкә йыйылыусы хаҡ мосолмандарыңа мәрхәмәт үә шәфҡәт әйләһәң ине. Уларҙың зиһен ҡеүәһен асып, тел асҡыстары бирһәң ине үҙҙәренә. Я Раббым, һинең ҡөҙрәтеңә өмөт бағлап, ике донъяны бар ҡылыусы бер Аллаға һығыныусы мөъминдәреңә дин һәм берҙәмлек юлында ярҙамсы булһаң ине, уларҙың барыр юҫыҡтарын иман нурынан ташламаһаң ине. Раббәнә әтинә фид-дүнйә хәсәнәтәү үә фил ахирәти хәсәнәтәү үә ҡинә ғаҙәбән-нәр бирәхмәтикә йә әрхәмәр-рахимин. Амин.” Унан һуң ҡалҡыулыҡ өҫтөнә ярым түңәрәк яһап ултырышҡан халыҡ алдына Йософ кенәз сығып баҫты. Хакимдың йөҙө етди, ҡараштары үткер ине. - Мырҙалар! Бейҙәр! Ҡорҙа ҡорҙаш, яуҙа яуҙаш булған тоғро дуҫтарым, ярандарым! Ил өҫтөнә бәлә-ҡаза ябырылғанда ҡоролтайҙарға йыйылып кәңәш итеү – борондан килгән ғөрөф-ғәҙәтебеҙ. Ҡолағы бар – ишетә, күҙе бар – күрә йөрөйҙөр: Мәскәү батшаһының нәпсеһе көндән-көн аҙа бара. Бының асыҡ дәлиле – Ивандың Ҡаҙанға һуҙған тәмиғаһы. Бүре өйөрөнөң мал көтөүенә һөжүм итеп, бер генә баш малды тамаҡлағанын кем күргәне бар? Төшөнөүе ҡыйын түгел – Ҡаҙандан һуң урыҫтың юлында беҙ торабыҙ. Үҙегеҙгә мәғлүм: Аҡ Урҙа дәүләте быға тиклем Мәскәү менән дуҫ йәшәргә тырышты. Беҙ бер ҡасан да уларға биргән һүҙебеҙҙе боҙманыҡ, вәғәҙәбеҙгә тоғро ҡалдыҡ. Үҙен беҙҙең туғаныбыҙ үә дуҫыбыҙ тип һанаған Ивандың ҡыҙыбыҙ Һөйөмбикә менән сабый ғына Үтәмешгәрәйҙе аманат итеп тотоуы бер ҡанунға ла һыймай. Ә бит ейәнебеҙ Үтәмешгәрәй Ҡаҙан тәхетенең берҙән-бер вариҫы! Хат артынан хат яуҙырһаҡ та, улар һаман Мәскәүҙә әсир хәлендә ҡала килә. Был беҙҙең биткә ташланған мәсхәрә. Уны тик ҡан менән генә йыуырға була. Өҫтәүенә, Иван батшаның аҫтыртын рәүештә Ҡаҙанға һөжүм әҙерләүе билдәле булды. Шуға күрә, намыҫыбыҙҙы яҡлап атҡа менмәһәк, ата-бабаларыбыҙҙың ғорур әруахтары хурланыр, беҙгә рәнйер. Был йыйынға барығыҙ ҙа кәңәшкә саҡырылған, уйығыҙҙы белеү хәйерле булыр. Кем дә кем Мәскәүгә ҡаршы ғәскәр туплауҙы хупламай, шул ултырған урынынан торһон да йортона ҡайтып китһен. Тик ундайҙар боронғо бер киҫәтеү һүҙен онотмаһын: яуға арҡаң менән боролһаң, уҡ күкрәгеңдән килеп сығасаҡ... Ләкин Йософ юҡҡа борсола ине – Аҡтүбә өҫтөнә йыйылған халыҡ араһынан һис кем күтәрелмәне. Олуғ кенәздең һүҙҙәренән йөрәкһегән бей һәм мырҙалар, күңелдәрендәге кисерештәрен белдермәҫкә тырышып, ҡараштарын ергә текәгәйне. Барыһының да йөҙҙәрендә уйсан етдилек сағыла. Уларҙың өнһөҙ теләктәшлегенән дәртләнгән Йософ дауам итте: - Рәхмәт! Үҙемдең ҡул аҫтымдағы олостан илле мең һаҙаҡ, йәнә мең баш йылҡы! Олуғ кенәздән һуң мырҙалар араһында иң абруйлыһы булған Моҡас уртаға сыҡты. Уның һүҙе ҡыҫҡа һәм тос ине: - Дау – ирҙеке, яу – илдеке, тигәндәр. Ни күрһәк тә - бергә. Минән ҡырҡ мең һыбайлы, мең ат. Себер ханы аяғөҫтө торҙо: - Хөрмәтле ил ағалары, ҡоҙалар! Төмән тарафтары алыҫта ятһа ла, тирә-яҡтағы ваҡиғаларҙың барыһынан да хәбәрҙар булып торабыҙ. Ҡоҙабыҙ Моҡас бик дөрөҫ әйтте: яу ил менән ҡалҡынғанды ярата. Боронғолар ҙа: “Яңғыҙлыҡ яуға ярамай,” - ти торғайны.Олостарыбыҙ терәлеп ятҡан Моҡас мырҙанан ҡалышып булмаҫ – ҡырҡ мең яугир иш янына беҙҙән ҡуш булыр. Йылҡыны иҫәпләп тормайбыҙ – күпме кәрәк, яугирҙар шунса эйәртер. Сират үҙенә килеп еткәнлеген аңлаған Баба Төкләҫ урынынан ҡалҡынды: - Йәмәғәт! Аҡ Урҙаның олуғ кенәзе Йософ әле генә илебеҙ менән көнөбөҙгә ниндәй хәүеф янағанын аңлатты. Мин шуға төшөндөм: теләгән хәлдә лә беҙ яуҙан ҡоро ҡала алмаясаҡбыҙ. Үҙемә буйһонған олостарҙан йыйылған ғәскәр илле мең самаһы булыр, тип уйлайым. Уларҙың артынан мең баш йылҡы эйәрер – яуҙа шунһыҙ булмай. Унан һуң уртаға сыҡҡан Йыһангир үҙ биләмәһенән утыҙ мең, Йософ уландарынан Аҡмырҙа менән Юныс һәр береһе ун бишәр мең яугир вәғәҙә иттеләр. Шулай итеп, әле иләнмәгән-һуғылмаған булһа ла, Йософтоң ҡул аҫтында тупланасаҡ ғәскәр һаны ике йөҙ ҙә илле мең самаһы булырға тейеш ине. Йәнә килеп, олуғ кенәз һуйыл күтәргәндә әлеге көндә Ҡаҙан тәхетен биләгән Йәдкәр хан да ҡул ҡаушырып ултырмаҫ, Ҡырым менән Хажитархан да орҙомшаға22 килер, моғайын. VIII Ҡат-ҡат бәйғәттәр23 бирешеп, һаба-һаба ҡымыҙҙар эсеп, табаҡ-табаҡ аш-һыу ейеп таралышҡан ҡоролтайҙан һуң күп тә үтмәне, Иван батша, ҡәтғи бер ҡарарға килеп, Ҡаҙан ханлығына табан баҫҡынға сыҡты. Был хәл иткес һөжүмде ул күптән әҙерләй ине, ләкин әлегә тиклем яйы сыҡмай торҙо. Инде Иван Васильевич тәненең һәр күҙәнәге менән тойҙо: мөҙҙәт етте! Ғәскәренә ҡуҙғалырға фарман биреүгә ниндәйҙер дәрәжәлә Йософ кенәздән алынған грамота ла этәргес булды инде. Аҡ Урҙа хакимы яҙа: “... Минең менән Ҡаҙан, Ҡырым, Хажитархан ғына түгел, хатта төрөк солтаны Сөләймән үҙе иҫәпләшә. Яңыраҡ ҡына һинән бүләктәр менән килгән илсе Петр Тургенев үҙе күрҙе: Ҡырым ханы Дәүләтгәрәйҙән, йәнә төрөк солтанынан затлы бүләктәр тапшырырға илселәр килде. Сөләймәндең мине “ солтандарҙың солтаны, кенәздәрҙең кенәзе” тип ололағанын Тургенев ишетте... Һин минең үтенесемә һаңғырауһың, ҡыҙым Һөйөмбикә менән ейәнем Үтәмешгәрәйҙе һаман аманат итеп тотаһың. Ә бит мин теләһәм, уландарым һәм үҙемә буйһонған мырҙаларым менән бергә, өс йөҙ һикһән мең ғәскәр туплай алам...” Йософтоң был хатын ҡупырайыу һәм буҫатыу 24тип ҡабул иткән Иван батша эстән көлөп кенә ҡуйҙы. Шулай ҙа олуғ кенәздең һүҙҙәре зитына ныҡ тейҙе – грамотаны атып бәрҙе, ҡулындағы таяғы менән иҙәнде төйҙө: - Ҡурҡытырғамы? Булмаҫ инде!.. Етте! Белә Иван Васильевич, барыһын да белә! Төрөк солтанының Аҡ Урҙа мырҙаларына ниндәй хөсөт менән илселәр ебәргәнен дә һиҙеп тора. Яңыраҡ уға тоғролоҡ һаҡлаған Исмәғил мырҙа Сөләймәндең үҙенә төбәп яҙылған хатын тапшырғайны. Ул яҙа: “... Беҙгә, бөтә мосолмандарға, һүҙ ҡуйышырға һәм бергәләп һаҡланырға кәрәк. Һеҙ хәҙер Ҡырымда батшаның минең тарафтан ултыртылғанын беләһегеҙ бит, мин нимә ҡушһам, ул шуны үтәйәсәк. Хажитархандан батша һоратып ебәргәндәр, уны мин тиҙҙән ебәрергә уйлайым. Ҡырғыҙ-ҡайсаҡтар ҙа минән батша һорайҙар, уларға батшаны Ҡырымдан ебәрмәксе булып торам. Әле мин Ҡаҙанға ла батша ебәрәм. Һин, Исмәғил, Ҡаҙанға ярҙамға үҙ кешеләреңде ебәрһәң, минең өсөн ҙур яҡшылыҡ эшләү булыр ине. Бынан тыш, Аҙау ҡалаһына ла урыҫ казактарына ҡаршы көрәштә ярҙам итергә тырышыр инең, сөнки ул ҡала алыҫ булғас, минең үҙемә ярҙам итеүе ҡыйын. Бының өсөн һине Аҙауҙа батша итеп ҡуйырмын.” Икенсе бер хатында Сөләймән: “Ҡеүәтле һәм ишле Нуғай иле, - тип мөрәжәғәт итә. – Мине тыңлап, ҡаҙандар менән ныҡ берләшегеҙ, Мәскәү батшаһына ҡаршы көрәштә, яҡын йәшәүсе булараҡ, Ҡаҙанға ярҙам ҡулы һуҙығыҙ, йәғни, үҙебеҙҙең боронғо һәм бөйөк динебеҙҙе яҡлап сығығыҙ...” Солтандың был дәғүәтнамәләрен25 тыңлағанда ла тыумыштан ғасаби26 холоҡло Иоанн күкрәгенән ана урғылам, бына урғылам тип торған өйәнәген саҡ тыйғайны. Тылмастың27 хат эстәлектәрен һөйләп бөткәнен тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән ул: - Жиһат?! – тип аҡырҙы күкле-йәшелле тауыш менән. Йәш һәм ҡыҙыу батша кинәт ҡалҡынып аяғүрә баҫҡан ыңғайға, ҡулындағы таяғы бер яҡҡа осто. Был мәлдә уның ҡиәфәтенә ҡарауы ҡурҡыныс ине: ҡулдары ҡалтырай, ҡарашы ут бөркә. – Бер Византия етмәнеме ни?! Мә, һиңә, мә, ғосман эте! - Енләнгән Иван Васильевич, Төркиә тарафына боролоп, күкиш күрһәтте. – Мин һеҙгә шундай жиһат яһармын – аҡ донъя ҡап-ҡара булып күренер!.. Ҡаҙанға хәл иткес һуғыш ойоштороу хаҡында Иван батша баярҙар думаһының тантаналы ултырышында иғлан итте. Уның дәлилдәре нигеҙле һәм ышандырғыс ине: Бөйөк Литва кенәзлеге үҙе дуҫлыҡ тәҡдим итеп тора, Швеция менән Ливонияны әлеге мәлдә Мәскәү биләмәләрендә ирекле сауҙа ғына ҡыҙыҡһындыра. Польша короленә лә хәҙергә һуғыш кәрәкмәй – үҙенең эске һәм тышҡы мәшәҡәттәре башынан ашҡан. Сауҙаһыҙ дәүләт – һыуһыҙ балыҡ. Ә уның өсөн диңгеҙ юлы кәрәк. Әлегә Ҡара диңгеҙ хаҡында уйлау ҙа ситен, сөнки ул ике ҡитғаға ҡанат йәйгән ҡеүәтле Төркиә ҡулында. Берҙән –бер яҡын һыу – Балтик диңгеҙе. Һыу юлының хужаһы – Ливония. Был илгә ҡаршы һуғыш асыр өсөн, башта элек-электән дошман булған Ҡаҙан ханлығын ҡыйратыу зарур, сөнки ул арҡаға бысаҡ ҡаҙамаҫ, тип кем әйтә ала? Баярҙар думаһы Ҡаҙанға һөжүм планын раҫлағас, хөкүмәт башлығы Данил Аҙашевҡа ашығыс рәүештә ғәскәр ойоштороу бурысы йөкмәтелде. Уның бойороғона ярашлы, алыҫ ҡалаларҙан йыйылған дружиналар Коломнала, яҡын-аранан килгәндәре иһә Муромда тупланырға тейеш булды. Кенәздәр Александр Горбатый менән Петр Шуйскийға ғәскәрҙең яртыһын Түбәнге Новгород аша алып китергә, ә Михаил Глинскийға Кама буйҙарын биләп, шунда күрән ҡорорға фарман бирелде. Шул уҡ ваҡытта Зөйә воеводаларына, Оло Иҙел аша сығыу юлдарын биләргә, тигән бойороҡ ебәрелде. Баярҙарҙың бер өлөшөнөң, бигерәк тә митрополит Макарийҙың кире һүреүенә ҡарамаҫтан, Иван Васильевич оло яуға үҙе юлбашсылыҡ итергә ҡарар итте. Уларҙың килтергән дәлилдәрендә лә хаҡлыҡ бар ине: Ҡырым ханы Дәүләтгәрәй, көньяҡтан урыҫ биләмәләренә баҫып инеү өсөн, батшаның Мәскәүҙән китеүен көтөп кенә торасаҡ. Шуға күрә, Ивандың һарайҙа ҡалыуы хәйерлерәк – һөжүм булған хәлдә, халыҡ үҙен тынысыраҡ, ышаныслыраҡ тойор ине. Ҡасим ҡалаһынан саҡыртып килтерелгән Шәһеғәли иһә һуғыштың йәй көнө ойошторолоуын хупламаны. Батша уның кәңәштәренә мохтажлыҡ кисерә ине – ни тиһәң дә, Ҡаҙандың элекке ханы, мәмләкәттең күп серҙәрен һәм нескәлектәрен белә. Шәһеғәлиҙең кәңәше түбәндәгенән ғибәрәт ине: “Ҡаҙан ҡалаһы урмандар, күлдәр һәм һаҙлыҡтар менән кәртәләнгән, ә ҡыш – һеҙгә күпер буласаҡ.” Дәүләтенең көсөнә ғәйәт ныҡ ышанған Иван Васильевич был кәңәштәргә ҡолаҡ һалманы, сөнки ниндәйҙер эске бер тауыш уға: “Мөҙҙәт етте! Хәҙер булмаһа, һис ҡасан булмаясаҡ!” – тип тылҡып торғандай тойолдо. Батшаны икенсе нәмә борсой ине: Зөйәлә ҡот осҡос зәңге ауырыуы. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, хатта үлем осраҡтары бар. Унан да бигерәк, ҡәлғәләге һуғышсылар араһында аҙғынлыҡ тамыр йәйгән, тиҙәр. Стрелецтар әсиргә төшкән ҡомалар28 менән фәхишәлек ҡыла, уларға ярарға тырышып, һаҡалдарын ҡыра, имеш. Өҫтәүенә, тау яғы сирмештәре әленән-әле барымта яһап, урыҫтарҙың барлы-юҡлы малын әйҙәп алып китеп тора, тигән хәбәр бар. Ошоларҙың барыһын да оҫта файҙаланған ҡаҙандар, өҫтө-өҫтөнә һөжүм ойоштороп, Зөйә гарнизонын ҡыйрата, халыҡты күпләп әсиргә ала, тиҙәр. Шуларҙы белә-күрә, ни йәнең менән тәхет һаҡлап ултырырһың? Ниһайәт, Мәскәү дәүләтенең яҡшы ҡоралланған йөҙ илле меңлек ғәскәре йәй уртаһында Ҡаҙан тарафына ҡуҙғалды. Иван Мстиславский менән Михаил Воротынский етәкселегендәге төп ғәскәр Коломнаға йүнәлде.Уны һағауыллап барыусы алғасҡыға Иван Пронский-Торомтай һәм Дмитрий Хилков юлбашсылыҡ итте. Мең кешегә бер пушка тура килгән был оло яуҙы Иван Васильевич үҙе етәкләне. Батшаның шәхси дружинаһы сардарҙары29 итеп воевода Владимир Воротынский менән баяр Иван Шереметев тәғәйенләнде. Баҫҡын энәһенән ебенә тиклем тәфсилләп тикшерелгән, ҡат-ҡат уйланған ине, шуға күрә Петр Щенятев һәм Андрей Курбскийҙар етәкселегендәге утыҙ меңлек сиреү өс көнлөк юлға көньяҡҡа ҡайырылып, төп ғәскәрҙең уң ҡанатын бағауыллап барҙы. Был – нуғайҙарҙың аңғармаҫтан һөжүм итеү ихтималлығынан һаҡланыу сараһы ине, сөнки Исмәғил мырҙа Йософ кенәзгә тоғролоҡ һаҡлаған олостарҙа ғәскәр туплана башлауы хаҡында хәбәр итте. Һул ҡанатты һаҡлау Дмитрий Микулинский менән Плещеев ҡулдары аҫтындағы дружиналарға йөкмәтелде. Һаҡ ғәскәрен Василий Оболенский- Серебряный һәм Симон Шереметев етәкләне. Ҡаҙан ханлығына ҡаршы аяҡланған оло яу менән бер үк ваҡытта Ака һәм Волга буйлап туптар һәм аҙыҡ-түлек тейәлгән караптар юлға сыҡты. Ивандың Ҡаҙанға яҫҡыныуын аңдып ҡына торған Ҡырым ханы Дәүләтгәрәй, Мәскәү батшаһының арҡаһына бысаҡ ҡаҙау ниәте менән, бихисап сиреүҙәре башында урыҫ ерҙәренә баҫып инде. Юлында осраған ауыл-ҡәлғәләрҙе ҡырып-һепереп, үҙ-ара берләшергә маташҡан гайдуктар30 төркөмөн тар-мар итеп, хан Тула ҡалаһын ҡамап алды. Уның уйы – Туланан һуң урыҫ мәмләкәтенең пайтәхете Мәскәүгә уҡталыу һәм баҫып алыу ине. Әммә бер нисә көн туптарҙан атыу ҙа, ҡәлғә диуарҙарына дәррәү һөжүм итеүҙәр ҙә файҙа бирмәне – Тула халҡы, бирешергә теләмәйенсә, аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтте. Бер нисә көндән ҡамауҙағы Тула халҡына ярҙамға тиҙ арала Коломнаға тартылған кенәз Щенятев һәм Андрей Курбский дружиналары килеп етте. Уларҙың яҡынлашыуын күреп рухланған Тула ҡалғайы31 Григорий Темкин ҡала ҡапҡаларын асып, гарнизонды ҡырымдарға ҡаршы яуға ташланы. Дәүләтгәрәй уларҙың һәм ярҙамға килеп еткән урыҫ дружиналарының берлектәге ҡыҫымына түҙмәй, һырт бирҙе һәм хурлыҡлы рәүештә ҡасып китте. Шулай итеп, Мәскәү ғәскәрҙәрен ике яҡтан ҡыҫмаҡҡа алыу һәм уларҙың Ҡаҙанға ҡаршы баҫҡынын өҙөү ниәте уңышһыҙлыҡҡа осраны. Иван батша, һуғыш оҙайлы була ҡалһа тип, ҡәлғәне өр-яңынан нығытыр өсөн ғәскәрен Зөйә янында туҡтатты. Уның икһеҙ-сикһеҙ ғәскәре башында бында килеүен һәм Ҡаҙанға етди һөжүм әҙерләүен ишеткән Тау яғы халҡы, йәғни, сирмештәр, муҡшылар, сыуаштар бер-бер артлы үҙ кешеләрен ебәрә башланы. Улар батшанан үҙҙәрен бында ҡалдырыуҙы үтенделәр, Иоанн Васильевичкә, уның балаларына тоғролоҡ һаҡларға ант бирҙеләр, яһаҡ түләүҙе еңеләйтеүҙе һорап мөрәжәғәт иттеләр. Уларҙың был хәрәкәте тураһында ишеткән Ар яғы халҡы ла Иван батшаға шундай уҡ үтенес менән үҙҙәренең илселәрен ебәрергә ашыҡты. Был ошоға тиклем үҙенә буйһоноп йәшәгән халыҡтарҙың ярҙамынан мәхрүм ҡалған Ҡаҙан ханлығының ярым ҡамауҙа тороп ҡалыуын аңлата ине. IX Иван батшаның Ҡаҙан ханлығына баҫҡынға ҡуҙғалыуы Хоҙайҙың хикмәте менән Дим буйҙарын биләп торған ағалы-ҡустылы Килембәт мырҙалар араһында тоҡанып киткән һуғыш менән тап килде. Кесе нуғай ҡәбиләһенән сыҡҡан Килембәткә Димдең үрге ағымы Йософ тарафынан бүләк итеп бирелгәйне. Бушалағайымға түгел, ә Аҡ Урҙа хакимы Муса мырҙаның Ҡондоҙҙан тыуған бишенсе һәм шул саҡтарҙа уҡ ҡеүәтле улына өҫтәмә дан-шөһрәт яулашҡаны өсөн. Ул ваҡыттарҙа Оло Иҙел менән Яйыҡ араһында үҙ олосон ойоштороп, даими ебәрелеп торған илселәр һәм грамоталар аша Мәскәүҙең бөйөк кенәзе Иван Васильевичкә һәм ундағы хакимиәт даирәләренә яҡшы таныш булған Йософ Нуғай иленең ябай мырҙаһы ине. Дәүләт ҡанундары ҡыҫымына түҙмәй урыҫ кенәзлектәре биләмәләренән, шулай уҡ Ҡырым, Хажитархан, Аҡ Урҙа олостарынан ҡасып, үҙидаралыҡҡа ҡоролған йәмғиәттәр ойошторған ҡасаҡтар Оло Иҙелдең түбәнге ағымы менән Дон йылғалары араһында тулы хакимлыҡ урынлаштырғайны. Үҙ хөкөмдәре үҙ ҡулында булған был ис киткес ирек һөйөүсән һәм яусыл халыҡ, дәүләтселек тарафынан урынлаштырылған һис бер ҡанун менән тәртипкә буйһонмауы арҡаһында күршеләрендәге ил етәкселәрендә борсолоу тыуҙыра башлаған заман ине. Хәүефләнерлек тә шул: ҡасаҡтар сауҙа каруандарын, дәүләттәр араһында даими йөрөп торған илселәрҙе талай, мал-тыуарҙы әйҙәй, барымта ваҡытында ҡулдарына төшкән кешеләрҙе ҡоллоҡҡа ҡыуа. Ә был – илдәр араһында биниһая күп көс һәм тырышлыҡ һалып урынлаштырылған үҙ-ара ышанысты ҡаҡшата, мөнәсәбәттәрҙәге көсөргәнеште арттыра. Олосоноң көнбайыш сиктәренә ҡасаҡ барымталары йышайып, уларҙың халыҡты йотатыуҙары саманан ашҡас, Йософ атаһына килеп һүҙ асты: - Атай, барымтаға – барымта, ҡарымтаға – ҡарымта, тигәндәр. Иҙел аръяғы ҡасаҡтарының оятһыҙлығы тәҡәтте ҡоротто, ҡарымтаға рөхсәт һорайым. Муса мырҙа йәш кенә сағынан Аҡ Урҙа эштәрендә яҡындан ҡатнашҡан, дәүләт яҙмышын хәл итеп сәсе ағарған иләймән ине. Ул Йософтоң һүҙҙәренә еңелсә көлөмһөрәп ҡуйҙы ла, аҡыллы ҡарашын вариҫына төбәне: - Улым, бөгөн булмаһа, иртәгә Нуғай урҙаһы һинең ҡулға ҡалырға тора. Атаң булмаһа, кемгә барырһың кәңәшкә? Йософ барлыҡ Аҡ Урҙа менән идара итергә күптән хыяллана ине, шулай ҙа: - Әле был турала һүҙ асырға иртәрәк, - тигән булды. – Яу менән дауҙың касафаты өсөн яуап һинең иңеңдә, шуға күрә фатиха алайым тигәйнем. - Юлбаҫарлыҡ бер ваҡытта ла яуға иҫәпләнмәне, - тине Муса мырҙа. – Шуны иҫеңдә тот. Ә һуң баяғы ҡасаҡтар һинең олосоңа барымта яһар өсөн Иван батшанан рөхсәт һораған тиһеңме? Аҡыллыға ишара – Йософ мырҙа үҙенең олосона оран һалып, тиҙ арала биш меңләгән һаҙаҡтан торған ғәскәр йыйҙы. Мең баштарының береһе – яу тиһәң, осоп-төшөп тороусы Килембәт ине. Кисләтеп кенә Оло Иҙелде кисеп сыҡҡан ғәскәр ҡуналҡаға туҡталды. Үҙенә буйһонған мең һәм йөҙ башлыҡтарына һуңғы бойороҡтары менән күрһәтмәләрен биреп бөткән Йософ күрәндең уртаһындараҡ үҙенә әҙерләнгән яу тирмәһе эргәһендә атынан төшөүгә, уның янына Килембәт мырҙа килеп етте: - Һүҙ бар ине, сардар! - Йә? – тине Йософ, һораулы ҡарашын мең башына төбәп. - Башҡа бер уй килде: ҡайҙа мин үҙемдең егеттәрем менән уларҙы таңда барып баҫайым? - Һы, - тине аптырабыраҡ ҡалған Йософ мырҙа. – Уй уйлаған ирҙә йоҡо юҡ, тиҙәрме әле? Тоҙаҡҡа эләгеп ҡуймаҫһығыҙмы һуң? - Төндә эт тә йөрөмәҫ! – тип өҙмәне лә ҡуйманы Килембәт. – Беләм мин ул иманһыҙҙарҙың холҡон. Бер-ике күрәнен ҡыйратыр ҙа, ҡойроҡто һыртҡа һалған булырбыҙ. Ҡалғандары йоҡонан айнып беҙҙең арттан ташланасаҡ. Уларҙы ҡамауға алып ҡыйратыр өсөн һеҙ ошо тирәлә боҫҡонда тороғоҙ. Йософ бер аҙға уйға ҡалды. Мең генә кешене күрәләтә һағыҙаҡ ояһына ебәреү – ахмаҡлыҡ кеүек. Икенсе яҡтан, мәкергә ҡаршы хәйлә ҡулланмаһаң, булмай. Ә уның өсөн тәүәккәллек кәрәк. - Хуп, - тине сардар ахырҙа. – Тик алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап ҡына йөрөгөҙ. - Яҡшы. Улайһа, беҙ ҡуҙғалдыҡ. - Аллаға тапшырҙыҡ... Барыһы ла Килембәт уйлағанса килеп сыҡты: ситтәге күрәндәре туҙҙырылған казактар, ярайһы көс туплап, ҡарымтасылар артынан ҡыуа төштө һәм ҡамауға алынып тар-мар ителде. Үҙ олосонан ҡыуып алып кителгән мал-тыуар, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға һәм әсиргә алынған күп һанлы ҡасаҡтарҙы әйҙәп ҡайтып төшкән Йософ мырҙаның даны барлыҡ Нуғай иле буйлап таралды. Килембәттең егетлеге тейешенсә баһаланды: уның олосона Дим йылғаһының үрге ағымы һәҙиә ителде. Мырҙаның: - Дим Наурҙа бейгә атаң ҡулынан бирелде түгелме һуң? – тигәненә Йософ Мусаның һүҙҙәре менән яуап бирҙе: - Аҡ Урҙа бөгөн булмаһа, иртәгә минең ҡулға ҡаласаҡ... Ана шул Килембәт мырҙаның сатан булыуы арҡаһында “аҡһаҡ” ҡушаматы алған оло улы башҡорттоң мең ҡәбиләһе ырыуҙары һыулаған Димдең урта ағымынан алып тамағына тиклемге ерҙәрҙе ҡулында тота ине. Ысын исеме Ағайгилде булған был мырҙаның сатанлығы иһә уға Наурҙа бейҙән аяҡ баҫҡан һайын иҫкә төшөп торор дәһшәтле иҫтәлек булып ҡалды. Нуғайҙар меңе ырыуын Дим буйҙарынан ҡыҫырыҡлап сығарған һуңғы ҡанлы бәрелештә Наурҙа бей Килембәттәргә әсиргә эләкте. - Быға ниндәй яза?! – тип ажғырҙы уны баҫтырып барышлай ҡороҡ менән атынан һөйрәп төшөргән Ағайгилде. Боғалаҡҡа эләккән дошманының ергә ҡолағанын күргән Килембәт мырҙа: - Ә-ә, ҡаптыңмы, ҡарт бүре? – тип екерҙе һәм, ярһыған атының башын шаҡарып, эйәрҙән төштө. Ул арала һуғыш ҡомарынан күҙенә ҡан һауған Ағайгилде ҡынынан ҡылысын һурып алды. Быны күргән Килембәт: - Туҡта! – тип ҡысҡырҙы. – Ат урынына егәйек беҙ был алашаны!.. Хәҙер һин ошо ерҙәрҙең хужаһыһың, ни ҡылһаң да иркеңдә. Яҡындағы тирмә янында түңкәрелгән этәмә арба ята ине. Муйынындағы боғалағынан һөйрәп Наурҙа бейҙе шунда алып килделәр, ай-вайына ҡуймай тәртәләр араһына керетеп, ике ҡулын уларға ҡуша бәйләнеләр. - Быныһы ҡамытың булыр, - тип мыҫҡылланы бейҙең елкәһенә артмаҡланған бауҙың ике осон ҡул арбаһының тәртәләренә нығытып бәйләгән Килембәт. – Ағайгилде, ултыр арбаға! Сығынлаһа, ҡамсы менән осаһының ҡара ҡанын ағыҙ!.. Бындай хурлыҡлы хәлдең яҡын-тирәлә ғүмерҙә булғаны юҡ ине: ат кеүек егелгән Наурҙа бей лап-лоп баҫып йүгереп бара, ә ике тәгәрмәсле ҡул арбаһы өҫтөндә ултырған Ағайгилде уға бойороҡтар бирә: -На-а!.. Урҙа йортҡа табан елдер, алаша!.. Кешнәй-кешнәй юрт!.. На-а!.. Мырҙаның һәр бер мәсхәрәһе артынса ҡамсы шыйылдай, ул Наурҙа бейҙең йә арҡаһын, йә сандырын көйҙөрөп ала. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та күренеште тамаша ҡылған Килембәт кешеләре эстәрен тырнап көлөп ҡала. Бисараның маңлайынан аҡҡан ҡара тир уның күҙҙәрен әсеттерә, тирә-йүнде күкһел томан эсендә итеп күрһәтә. Был – көсөргәнеүҙән бигерәк, ғәрлек һәм күкрәкте өтөп алып барған асыу тойғолары бәреп сығарған тирҙәр ине. “Бындай хурлыҡты күтәргәнсе, ятып ҡына үлһәмсе!” – тип әсенә Наурҙа бей һәм, ҡотолорға әмәл эҙләгәндәй, күҙҙәрен тоҙло шекәрә булып ҡаплаған болғансыҡ япма аша ян-яҡты байҡап ала. Ҡапыл уның томалана башлаған ҡарашы яҡтырып киткәндәй була – Димдең ҡырҡа бөгөл яһаған тәңгәлендә теп-текә тәрән яр күренә. Артта тағы ҡамсы һыҙғыра. Наурҙа бей үҙәгенә үткән әрнеүҙән, йәнен алҡымына тығылдырған рәнйеүҙән тешен шығырлата ҡыҫып, кинәт һулға ҡайырыла ла бар көсөнә ярға табан йүгерә . Ниҙер һиҙенеп шомланған Ағайгилде мырҙа үҙе лә һиҙмәҫтән: - Тр-р! – тип ҡысҡыра. Шунан, арбаны һөйрәүсенең ат түгеллеген иҫләп, асырғаныбыраҡ аҡыра: - Туҡта! Атып йығам хәҙер!.. Үҙе шулай ҡурҡытһа ла, Ағайгилденең билендәге хәнйәренән башҡа ҡоралы юҡ ине – эйәр ҡашағаһында элеүле тороп ҡалған. Тартып ҡына туҡтатыр ине – дилбегә юҡ. Ә арба шәп тиҙлек менән ярға яҡынлаша – хәтәр ниәтенән ҡабынып йүгергән Наурҙа бейҙең аяҡтарына күҙ эйәрмәй. Килембәттең “алаша” тип хурлағаны йәнә бер ынтылһа, улар текә ярҙан аҫҡа тәкмәсләйәсәк. Әммә әжәл етмәй үлем юҡ тигәндәр – ҡобараһы осҡан Ағайгилде мырҙа һуңғы сиктә етеҙ ҡуҙғалып йөгөнләп ултыра ла арбанан һикерә. Уның атаһыныҡы һымаҡ итләс, ауыр кәүҙәһе тәкмәсләп барып, тубығы кемдер өйөп киткән таштарға барып бәрелә. Наурҙа бей йән асыуына бер ҡысҡыра ла арбаһы-уты менән яр аҫтына – үҙенең ҡотолғоһоҙ һәләкәтенә ҡаршы оса. Ана шул дәһшәтле ваҡиғанан һуң Ағайгилде мырҙаның тубыҡ ҡапҡасы ярсылған уң аяғы бөгөлмәҫ булып ҡала. Мырҙаларҙың кесеһе, йөҙөнөң ыҫланған ҡаҙан төҫөндә булғаны өсөн “Ҡара Килембәт” тигән ҡушамат йөрөткән Ишкилдеһе, Димдең башынан алып урта ағымына ҡәҙәрле ерҙәрҙә көн иткән башҡорт ырыуҙарына баш булды. Уның битенең хәбәштәрҙекенән32 кәм булмаған ҡуңырлығы тешен ыржайтып көлгәндә, йә булмаһа күҙенең ағын әйләндереп асыуланғанда бигерәк ныҡ һиҙелә ине. Мал менән дан ҡан-ҡәрҙәшлекте һөйһөнмәй. Ағалы-ҡустылы Килембәттәр ҙә, тыштан бик белгертмәҫкә тырышыуҙарына ҡарамаҫтан, Димгә тулыһынса хужа булыр өсөн бер-береһе менән аҫтыртын көрәш алып барҙылар. Был дәғүә үҙенә уңайлы мәл тыуғанын көтөп көл аҫтында баҙрап ятҡан ҡуҙға оҡшағайны. Әлеге ҡуҙ өҫтөндәге көлдө өрөп таратырға Аҡһаҡ Килембәттең бер мәрәкәле һүҙе етте. Алдырыр көн яҙҙырыр, тигәндәр. Ул хәйерһеҙ көндә, ағаһы тарафынан ҡунаҡҡа саҡырылған Ҡара Килембәттең менеп килгән төндәй ҡара айғыры, торғалыҡта33 бәйле килеш биленләп китеп, теҙгенен өҙөп ҡасты. Бының сәбәпсеһе – ҡулындағы табышын ялпылдатып: -Атай, атай, төйлөгән аттым! – тип ҡысҡырып, тирмә артынан атылып килеп сыҡҡан ун йәшлек Муса ине. Аҡһаҡ Килембәт, донъялағы барлыҡ сатан кешеләр кеүек үк, бик ирәм34 зат ине. Уға тормошта була торған был хәлгә иғтибар итмәҫкә кәрәк ине лә, ләкин ул янбашын һикертә-һикертә тулап ҡасҡан атҡа ҡарап көлөп ебәрҙе лә, уны-быны уйламаҫтан: - Мал эйәһенә оҡшамаһа, харам була тигәндәре дөп-дөрөҫ, - тине. Был ирекһеҙҙән Ишкилденең ҡылтым холҡона төрттөрөү булып яңғыраны. Етмәһә, Мусаның ҡунаҡ ҡаршыларға тип сыҡҡан әсәһе - мең ҡәбиләһе арҙаҡлыларынан Ҡараман бейҙең ҡыҙы Ынйыҡай, ҡәйнешен шаяртырға уйлап: - Әйтмә лә инде, хатта төҫөнә тиклем оҡшаған,- тип ут өҫтөнә май һипте. Ҡара Килембәт өндәшмәне, күҙенең ағы менән Мусаға бер ҡараш ташлағандан һуң, йылмайғандай итте. Ул зеркенерәк35 холоҡло ине, шуға күрә ағаһы менән еңгәһенең шаяртып әйтелгән һүҙҙәрен истиһза36 итеп ҡабул ҡылды. Уның ҡомһарған күңелен Ағайгилде йортондағы иң оҫта сәсәндең Ҡара Килембәтте һәм уның менән килгән башҡа ҡунаҡтарҙы һамаҡ менән сәләмләүе лә иретә алманы: Хуш килдегеҙ Урҙаға, Ағайгилде мырҙаға! Һыу төшкәндәй йырҙаға, Әйҙүк, әйҙүк, уртаға... Аҡһаҡ Килембәттең Урҙа тип атап йөрөтөлгән ҡалҡыулыҡ өҫтөндә ойошторған байрамы өс көн буйына дауам итте. Зыяфәттән37, уйын-көлкөнән, сәмле ярыш тамашаларынан тирә-яҡ шау-гөр килеп торҙо. Хужала һин өс көн ҡунаҡһың, унан үтһә, муйнаҡһың, тигән шартты иҫтә тотоп, өсөнсө көндөң төшө ауыуғараҡ, Ишкилде мырҙа ағаһынан хуш һораны. Инде һаубуллашыу һүҙҙәре әйтелеп, күстәнәстәр төйнәлеп бөткәс, Ҡара Килембәт ағаһы менән еңгәһенә үтенде: -Муса ҡусты күңелгә бик оҡшаны. Шул малайығыҙ беҙҙе бер аҙ ғына оҙата барһын әле – күргәндәй булайым. Уны-быны абайламаған хужалар риза булды, сөнки ҡәҙер итешкәндән һуң бер-береһен байтаҡ ара оҙатышыу – борондан ҡалған йола, айырым ҡунаҡсыллыҡ һәм хөрмәт билгеһе. “Ҡояш байырҙан алда ҡайтып ет”, - тип киҫәтеп ебәрелгән Муса уландың мөҙҙәтенә әйләнә алмауы әле генә байрам ауаздары урғылып торған Аҡһаҡ Килембәт йортон хафаға һалды. Ниндәйҙер аңлайышһыҙ шомға төрөнгән ҡояш теләр-теләмәҫ кенә офоҡ аръяғына төшөп юғалды, шәфәҡтең ҡан ҡыҙыл шаңдағы байыны, эңер төшә башланы, тик малай юҡ та юҡ. “Эт-ҡошҡа осранымы, аҙашып-фәлән киттеме?” - тип ян-яҡҡа ебәрелгән һыбайлылар ҙа буш ҡул менән кире әйләнеп ҡайттылар. Төрлө шик-шөбһә, ҡырҡ уй, ҡырҡ фараз яралтҡан тынғыһыҙ төн үтте. Хәсрәтле күңелдәрҙә өмөт сатҡылары уятып, йөрәктәргә йылылыҡ бөркөп, ҡояш тыуҙы. Әммә өмөт урынына был көн Ағайгилде мырҙа йортона зау38 килтерҙе: төш алдынан көтөүселәр Муса уландың менгеһен етәкләп алып килделәр. Ат яңғыҙы түгел – ҡойроғона йәш сауылдан бөгөлгән һөйрәтке тағылған, уға баланың туҙға уралған мәйете сырмап бәйләнгән ине. Ҡара Килембәт ҡылған ҡара яуызлыҡтан ике мырҙанан таралған ғәширәт39 кенә түгел, бөтә Дим буйы халҡы бер мәлгә ауара40 хәлендә ҡалды. Гонаһ шомлоғо был ваҡиға, ысынлап та, һәр кемде уйлау һәләтенән мәхрүм итерлек ине. Хәтер ебен күпме һүтһәң дә, бер һүҙ өсөн шундай йыртҡыстарса ҡон ҡайтарыу яҡын йылдар арауығында ишетелгәне булманы. Ғүмерҙә лә юйылмаҫ енәйәткә, аҡылға һыймаҫ ҡырағай яуызлыҡҡа ҡарата тәнендә йәне барҙың фекере бер ине: Ишкилде мырҙаның төҫө генә түгел эсе лә дөм ҡара икән! Бәғеренә үлемесле яра һалған ҡустыһының ҡанында аунарға йәмин41 килтергән Ағайгилде мырҙа ҡайғынан, эсен күмһеткән үстән ҡара көйөп, олосона алап42 һалды. Муса уланды малға тиңләп боғаҙлауҙы үҙ өҫтөнә лә ташланған мәсхәрә итеп ҡабул ҡылған Ҡараман бей, ҡоҙалыҡ ғәләкәһенә43тоғро ҡалып, ярҙамға бер алай тупларға вәғәҙә бирҙе. Йәйләүҙәрҙә төндәрен үлем мәләктәренең шәүләләрен төҫмөрләгән эттәр олоно, көндөҙҙәрен ни ғиллә менәндер күбәйеп киткән ҡоҙғондар унда-бында ҡорҡолдашып осто. Халыҡ араһында Аҡһаҡ Килембәт олосындағы баяғы сәсәндең һүҙе таралды: Күлдәнән44 сыҡҡан көлкө һүҙ Күлдәй ҡаның ағыҙыр... Ун көн эсендә ярты төмәнлек45 ғәскәр йыйған Ағайгилде, тештәрен шығырлата ҡыҫып, көрлөгөнә сыҙамай уйнаҡлап торған яу атына атланды. Өҙәңгегә баҫҡанда уның хәтеренә нишләптер ҡул арбаһына егелеп текә ярға табан йүгереүсе Наурҙа бей килеп төштө - хәйерлегә булһын. Мырҙа был күңелһеҙ хәтирәнән арынырға теләп, ҡатҡыл тауыш менән: - Алға! – тип ҡысҡырҙы һәм үксәһе менән ҡаты итеп менгеһенең тибенгеһен төйҙө. Үрәпсегән айғыр арт аяҡтарына ҡалҡынды ла атылған уҡтай алға йомолдо. Күсәмдең46 артынса ер тетрәтеп сапҡан сиреү ҡиблаға – зирәк аҡыллы сәсән юраған күлдәй ҡан ағасаҡ тарафҡа юл алды. Был сысҡан йылының ҡап уртаһында – тәбиғәттең күкрәп сәскә атҡан иҫ киткес йәмле йәйге бер көнөндә булды. X Йортбағыш атаһының: “Тор!” – тигән ҡырҡа-яран47 тауышына уянып китте. Йоҡоға сос егет күҙен асҡас та, ауаздың ҡабатланыуын көтөп, бер килке хәрәкәтһеҙ ятты. Әммә тауыш башҡаса яңғыраманы – ул төштә тороп ҡалды. Ә өнөндә егет ҡеүәтле ҡырҡөйлө меңе олосоноң арҙаҡлы бейе Аҡтолош йәйләүендә, уның һылыулыҡта тиңе юҡ берҙән-бер ҡыҙы Аҡһылыуҙың аҡ утауында48 ята ине. Ҡобағош бей бына-бына башлы-күҙле булам, тип ҡыуанып йөрөгән улының кисте еткерә алмай аҙапланыуын, кәләше йәшәгән яҡҡа ҡарап осоп китерҙәй булып ашҡыныуын күреп, бер-ике мәртәбә: “Көйһөҙ кейәү кейәүләп ятҡансы, көйлө кейәү кәләшен алып ҡайтҡан,” – тигән ишара яһағайны. “Моғайын, шул көйәләнеүе атайҙың тауышы булып төшкә керәлер,” – тип уйланы Йортбағыш һәм, төнө буйы ғишыҡ шарабы татыуҙан арманһыҙ булған һөйгәнен уятмаҫҡа тырышып, тороп ултырҙы. Атаһы менән әсәһенең көйәләнер урыны ла юҡ түгел шул: яңыраҡ Аҡһылыу менән икеһенә ижап уҡытып, ҡыҙ йортонда никах мәжлесе уҙғарғас, оло туйҙы йәй аҙағына тәғәйенләгәйнеләр. Йәнәһе, мал һимерә, ҡымыҙ ҡуйыра бирһен. Күрәһең, вәғәҙәләре фәрештәләрҙең: “Амин!” – тигән сағына тура килмәгән – яр аҫтынан яу сыҡҡандай, Килембәт мырҙаларҙың йәйелгәндән-йәйелә барған һуғышы оҙаҡҡа һуҙылырҙай. Һәр хәлдә, Аҡтолош бей йортонда әлеге мәлдә туй ҡайғыһы түгел. Төндөктән күренгән бер нисә йондоҙҙоң һүрән генә емелдәүе таң һарыһы еткәнлеген аңғарта ине. Йән һөйгәнеңдән айырылыу нисек кенә ауыр булмаһын - торорға ваҡыт. Егет тирмәнән алыҫ түгел болондағы ҡаҙыҡҡа арҡанлап ҡуйылған атын эйәрләп, туп-тура Тимер Ҡаҙыҡ йондоҙона табан ҡайтыр юлға ҡуҙғалды. Ике аралағы юлды ятлап бөткән күк дүнән, тыуған яҡҡа юлланыу ҡыуанысынан дәртләнеп, ҡыҙыу юртып китте. Көҙгә тартҡан таңдың һалҡынса һауаһынан, ҡайтыр юлға уғата шәбәйеп киткән ат еленән өшәнгән Йортбағыш ҡанъяғаға бәйләүле сәкмәнен алып кейҙе. Бер аҙҙан, һауалағы йондоҙҙарҙың нурын бөтөнләйгә юйып, таң ҡыйылды, ап-асыҡ булып офоҡ ситтәре беленде. Баштараҡ буҙарып торған көн тыуыш күгенә һарғылт төҫ йүгерҙе, һуңынан уларҙы алһыу нурҙар алмаштырҙы. Алда Өйҙөрәк башының шыйыҡ томанға төрөнгән әрәмәләре төҫмөрләнде. Егет унһыҙ ҙа ихлас юртҡан менгеһен дәртләндерергә, үҙ күңеленән урғыған ҡайнар хистәрҙе таратырға уйлап: - На-а, малҡай! – тип ҡысҡырҙы. Тауыш иртәнге һиллекте ярып, Өйҙөрәк буйы туғайҙарын һиҫкәндереп үтте лә, яр буйындағы ҡуйы ҡыуаҡлыҡтарға ҡаҡлығып, шаңдау булып ҡайтты. Шул саҡ Йортбағыштың һаҡ ҡолағына ыңғырашыуға оҡшаш сәйер өн салынды. Ул ҡуйы әрәмәлеккә терәлеп үҫкән тарбаҡай ботаҡлы өйәңке яғынан ишетелә ине. Егет теҙгенен шаҡара тартып атын туҡтатты, ҡалъянынан уҡ-һаҙағын алды. Һәр хәлдә, барыһына әҙер булырға кәрәк, сөнки Килембәттәр һуғышы башланғаны бирле юлдар хәүефле, ил-йорт тынысһыҙ. - Кем унда? - тип ҡысҡырҙы Йортбағыш, ҡайтыу яғына елкенеүҙән бейеп торған дүнәнен көскә тыйып. Яуап урынына ҡарт өйәңке төбөнән бер ҡорға49 ҡалҡынды. Ул-был була ҡалһа тип уғын ҡороп тотҡан Йортбағыштың: - Һин кем? – тигән айбарлы һөрәне тын һауаны ярып алыҫтарға таралды. - Атма, егет. Йөргөнсө мин. – Ҡарасҡының тауышы, әллә өшөүҙән, әллә ҡурҡыуҙан, ҡалтыранып сыҡты. - Йөргөнсө юлда була, ә һин ағас төбөндә нимә ҡарап ятаһың? Юлбаҫарһыңдыр әле! - Ниндәй юлбаҫар булайым? Үҙем улар тырнағынан саҡ ҡотолоп ҡалдым. Тыныслана төшкән Йортбағыш уҡ-һаҙағын ҡалъянына кире тыҡты, шулай ҙа абай булыу ниәтенән билендәге бойҙаһын50 һәрмәп, суҡмарының бөлдөргөһөн ҡапшап, атын өйәңке яғына ыңғайлатты. Күк дүнән ағасҡа һөйәлеп ултырған урта йәштәрҙәге һалпы мыйыҡлы нуғайҙан өркөргә маташып аландай ине. - Тр-р, тр-р! – Егет атының муйынынан һөйөп тынысландырырға тырышты. – Юлбаҫарҙан ҡасып өйәңке төбөндә ятҡан кешене күргән юҡ ине әле. - Сараһыҙҙан ятам, - тине йөргөнсө. – Төндә ҡыуғындан ҡотолорға була атымдан ҡолап ҡалдым да биртендем. Улар ат артынан ҡыуа китте, ә мин имгәнеүҙән ҡуҙғала алмай ошонда таң аттырҙым. Ярҙам итер инең, егет. Йәне тамам урынына ултырған Йортбағыш менгеһенән төшөп, бисара эргәһенә яҡынланы: - Ҡайһы ерең? - Янбаш, - тип сытырайҙы нуғай. - Әллә һынған, әллә тайған... - Юл-юҫыҡһыҙ йөргөнсө юҡ, - тине Йортбағыш, - ә һинеке ҡайҙа? - Юл осом – Ҡобағош бейҙә. Уны беләһеңме? Йортбағыш: - Уны кем белмәй, -тиеү менән сикләнде. Был заманда,атаһы әйтмешләй, итәк-еңеңде йыйып йөрөү хәйерле. - Самалауым буйынса, инде күп тә ҡалмағайны. Анау Килембәттең эттәре юлымды ҡыймаһа, күптән барып еткән булыр инем. - Ярай, ҡайғырма, - тине Йортбағыш. - Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына - минең дә йомошом шунда. - Я Раббы! – тип йәнләнә төштө мосафир. – Һин, моғайын, Тәңренән ебәрелмеш Хызыр Ильястыр. Егет йылмайып ҡуйҙы: - Түгел шул. Исемемде Йортбағыш тип кенә ҡуштырғандар. - Ә мин Туйгилде ағаң булырмын. - Хуп. Ҡуҙғалдыҡмы? Йөргөнсө берсә янбашына, берсә ат өҫтөндәге эйәргә күҙ ташлап, икеләнгәндәй итте: - Менеп булыр микән? - Булыр, әйҙә, ярҙам итәм. Һин эйәргә ултыр, мин, еңелерәк кеше, аттың биленә... XI Ун туғыҙы менән барған Йортбағыш Аҡһылыуҙы быйылғы һабантуйҙа осратып, мәжнүндәр ауырыуына дусар булды. Моғайын, элекке йыйындарҙа ла бер-береһен күрә йөрөгәндәрҙер, тик егет уға ыбыр-сыбыр тип ҡарап, иғтибар итмәгәндер. Ә быйыл Өйҙөрәк башында уҙғарылған яҙ байрамына ун бише тулған Аҡһылыу үҙенең ағалары менән еңгәләре, яҡын әхирәттәре уратаһында килеп төштө. Барыһы ла Асылыкүл тирәләрендә үрсетелгән бер иш ҡола юрғаларға атланған был йәштәр ҡоро майҙанға думбыра сиртеп, ҡурай тартып, йырлашып килеп инде: Иртә лә томан, кис тә томан, Яңы яуған ап-аҡ ҡар кеүек. Арттарымдан һығылып илап ҡалды, Май бирепкәй сәүгән йәр кеүек. Йыр йырла лай, тип үк, әй, әйтәһең, Ниндәй йырҙар һиңә бик кәрәк? Инәләрҙән тыумаҫ, тыуһа тормаҫ, Һинең кеүек егет бик һирәк. Йәнен ошо иҫ киткес моңло йыр менән тетрәтеп, күңелен Аҡһылыу сифатындағы илаһи гүзәллек менән арбап килде Йортбағышҡа мөхәббәт тигән халәт. Һылыу ҡыҙҙың кемәйе51 йәмһеҙ була тигәндәй, егет уның янындағы ҡыҙҙарҙы шәйләмәне, башҡаларҙың тауыштарын ишетмәне. Күҙҙәре бары тик Аҡһылыуҙы күрҙе, ҡолағына уның ғына тауышы салынды. Мөхәббәт тойғоһоноң әҙәм йәнен күктәргә күтәрә торған ҡөҙрәте бар. Был мәңгелек хәҡиҡәтте Йортбағыштың ул көндәге әхүәле ап-асыҡ раҫлай. Бына ул тиң-тошо менән уйын-көлкө, йыр-моң яңғырап торған һабантуй майҙанында күңел асып йөрөй. Тик ул быларҙың барыһын да элекке кеүек ерҙән түгел, ә ҡайҙандыр һауанан тамаша ҡыла. Ғәжәп, быйылғы байрамда яңғыраған йырҙар күпкә моңлораҡ, бейеүҙәр дәртлерәк, тирә-йүндә мәж килгән кешеләр матурыраҡ. Йәнә Йортбағыштың ғишыҡтан ҡанатланған йәне бейектән ҡыҙыҡһынып күҙәтә: ул яйын табып Аҡтолош бей тирмәһе эргәһенә килә. Ниндәйҙер хикмәт менән тирмәнең ишегендәге япма һирпелеп асыла ла, унда ҡыҙҙың һомғол буйы пәйҙә була. Керпек ҡаҡҡандай ғына ваҡыт арауығында егет һорап өлгөрә: - Исемең кем, һеңлекәш? - Аҡһылыу, - була яуап. - Баяғы йырығыҙ нисек атала? - “Һөйгән йәр”, - ти ҙә Аҡһылыу, серле йылмайып, кире тирмә эсенә инеп юғала. Кемгәлер бер ни ҙә аңлатмаған был төшөнсәләр Йортбағыш өсөн тәрән мәғәнәгә эйә ине – Аҡтолош... Аҡһылыу... Һөйгән йәр... Ошо көндән башлап уның бөтә уй-хыялдары, теләктәре менән өмөттәре әлеге өс һүҙ тирәһендә уралды. Егеткә хатта бар донъя Аҡһылыу эргәһендә әйләнеп йөрөгәндәй тойолдо. Йортбағышҡа аңдарҙы томалап, һарыларға һабыштыра торған сарпыу ҡағылғанда йәй баштары ине. Ул әлеге зәхмәт тәьҫирендә көнө-төнө хыял ҡанаттарында осто, тамаҡтан яҙҙы, дауырғыған күңеле һөйгәне йәшәгән ҡибла тарафына талпынды. Көндәлек ығы-зығы, донъя мәшәҡәттәре һөйөү утында янған егет өсөн мәғәнәһен юйҙы. Йәнен биләп алған һағыш Йортбағышты яңғыҙлыҡҡа әйҙәй ине, шуға күрә ул атын эйәрләп ала ла үҙенең ғәзиз тойғолары менән күҙмә-күҙ ҡалыр өсөн ҡырға атлыға. Унда рәхәт: һағышыңды уртаҡлашып кәкүктәр моңлана, һайрар ҡоштар күңел яраларын дауалай. Егет һөйгәненең исемен ҡушып йыр һуҙһа, сәскәләр, уның хәлен аңлап, баштарын һелккәндәй, ағас япраҡтары әкрен иҫкән елгә елберләшеп сер уртаҡлашҡандай ине. Һөйөү тойғоһоноң йәнә бер ғәжәп сифаты бар: уны йәшергән һайын нығыраҡ беленә. Бер көндө Ҡобағош бей үҙенә баш бала – Йортбағышты табып биргән оло ҡатыны Гөлбоҫтан менән икәүҙән-икәү генә ҡалғас, йылмая биреберәк һүҙ башланы: - Һиҙәһеңме, малайҙың бауыры ҡалҡа? Байбисә Дим тамағында йәшәгән атаҡлы Нурғәле хәҙрәттең оло ҡыҙы ине. Дини ҡанундарҙа тәрбиәләнгән был баҫалҡы, ауыр аҡыллы ҡатын ғөрөф-ғәҙәткә, йолаларға тоғролоҡ һаҡлауҙы үҙенең бурысы итеп һананы. Әле лә ул тышҡы бер сабырлыҡ менән иренә күтәрелеп ҡараны ла: - Аллаға шөкөр, - тине ғәйәт ихлас рәүештә. - Уныһы шулай ҙа, - тип йөпләне Ҡобағош, - башлы-күҙле итергә ваҡыттыр, тиеүем. Уның йәшендә мин Йортбағыштың үҙен һикертеп ултыра торғайным. - Күптән ваҡыт. Оҙаҡ йөрөүҙе китап та маҡтамай. -Кемгә күңел һалған икән, ҡылын сиртеп ҡарарға ла... - Белештем инде , - тине Гөлбоҫтан, - Һабантуйҙа Аҡтолош бейҙең ҡыҙын күргәндән һуң шулай булды тиме?.. - Аҡтолош? Уның гел уландар түгелме һуң? - Ҡыҙы ла бар икән шул. Халыҡ юҡты һөйләмәҫ. - Аҡтолош, Аҡтолош, - тип һуҙып ҡабатланы хужа. – Былай ныҡ, ҡеүәтле тоҡомдан инде. Ҡыҙы ла, әсәһенә оҡшап, күберәк малай тапһа... - Иншалла. - Улай булғас, оҙаҡҡа һуҙыу ярамаҫ, - тине Ҡобағош. – Берәй йомала тоторға ла яусы ебәрергә. Кемгә тапшырабыҙ? – тип элеп алды бейбикә. - Белмәйем... Ҡыҙрасмы, Етембай ағаймы?.. Икәүһенең береһенә әйтергә кәрәк. Ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта – ата-әсәһенә бүләктәр әҙерләп, йыуаса-маҙарыңды йүнәтә башла. Ана, яһаҡтан ҡалған тиреләр бар, шуларҙы ҡараштырығыҙ. - Ул яғын әйтмәһәң дә була, - тине дәртләнеп киткән Гөлбоҫтан. – Бөтәһен дә әҙерләрбеҙ. Ҡара әле, әллә Ҡыҙрас ҡәйнеш менән Етембай ҡайнағаның икеһенә лә әйтәйекме? Берәүҙән икәү яҡшы, тигәндәр. -Был да аҡыл, - тип ризалашты Ҡобағош. – Береһенең теле етмәй торғанда, икенсеһе ялғап ебәрер. Дим менән Асылыкүл араһында маҡам тотҡан Аҡтолош бей Ҡобағош йортонан килгән яусыларҙы саҡ кире бороп ҡайтарманы. Һөйләшеү бик ауыр барҙы. - Туйлашып ятыр саҡмы? – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе оҙон буйлы, киң яурынлы бей, тауышын күтәреп. - Ҡобағош сәсән ни уйлай икән? Килембәттәр яулашып, илгә ҡырғын һалып ята, бына-бына оло бола сығырға тора... Уның һүҙендә әсе дөрөҫлөк бар ине, әлбиттә. Ләкин яусының эше – үҙенә йөкмәтелгән вазифаны еренә еткереп үтәү. - Уныһы шулай, - тип Аҡтолоштоң ыңғайына һуҡты Етембай. – Яу ни, сыға тора, тына тора. Ә тормош дауам итә. Һуғыш тоҡанды тип, ул туҡтап тормай инде. Хатта оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған яуҙар мәлендә лә ҡыҙ биргәндәр, ҡыҙ алғандар. - Һүҙ юҡ, һуғыш һөйөшкә ҡамасау түгел, - тип һына төштө Аҡтолош. – Тик әлегә ҡыҙҙың сағы етмәгән – ун бише яңы тулды. Быға ҡаршы Ҡыҙрас үҙ дәлилдәрен килтерергә кереште: - Һа! Ун биштә ҡыҙҙарҙың сағы етмәйме? Бына мине әсәм ун дүрт йәшендә тапҡан. Боронғолар: “ Ҡыҙ балаға яҫтыҡ бәргәндә ҡоламаһа, кейәүгә бирергә ярай, “ – ти торғайны. Ҡыҙрастың был хәбәренән барыһы ла көлөшөп алдылар. Аҡтолош бей ахырҙа һуңғы сәбәпкә һылтанмаҡ булды: - Әйткәнегеҙ хаҡ, тик ундай эш кәңәшһеҙ булмай. Әле ҡыҙҙың ағалары Аҡһаҡ Килембәт ғәскәрендә һуғышып йөрөй. Улар ни әйтер. - Яу менән дауҙың төбө юҡ, - тип ныҡышты Етембай. – Улар ҡасан ҡайта әле. Йәштәр бер-береһен күргән бит, ҡыҙ балаҡайҙың да һүҙе барҙыр, моғайын. Шуны ишетһәк ине. Күрше тирмәлә үҙенең яҙмышы хәл ителгәнен көткән Аҡһылыу еңгәләре аша иркен белдерҙе: риза. Ҡыҙҙың был ҡарары бизмәндең яусылар яҡ табағына тос ауырлыҡ булып ҡунды һәм артабанғы һүҙҙең үҙ-ара килешеүгә табан яҡынлауына булышлыҡ итте. XII Бәхеткә күрә, Туйгилденең янбашы һынмаған, ә тайған ғына булып сыҡты. Имсе табып, бот төбөндәге быуынды урынына ултыртҡас, Ҡобағош бей “Ҡояш яңынан тыуғандай булды”, тип терелеп үк киткән йөргөнсө менән аулаҡта ҡалды. Ах та ух итеп, саҡ килеп йығылған нуғайҙың төҫөнә, ысынлап та, ҡот ҡунды. Ауырыу аш түгел, тип дөрөҫ әйткәндәр шул. - Мин олуғ кенәз Исмәғилдең йөрөксөһөмөн52 , - тип һүҙ башлаған мосафирҙы хужа бүлдерҙе: - Яңылышмайһыңмы? Әле Аҡ Урҙала олуғ кенәз – Йософ бит. - Донъяла бер нәмә лә мәңгелек түгел, - тип кинәйәләне Туйгилде. –Мәскәү батшаһы Иван Васильевич үҙенең ебәргән грамоталарында Исмәғил мырҙаны күптән инде шулай ололай. - Әллә, - тине Ҡобағош һәм йөрөксөнөң кинәйәһенә үҙе лә уй йәшереп яуапланы: - Алыҫтағы усаҡтан яҡындағы ҡосаҡ йылыраҡ, тигәндәр. - Был – һүҙ моронлатырға була әйтелде, - тип ялтарҙы йөргөнсө. – Мин олостан-олосҡа Исмәғил мырҙаның сәләмен тапшырыусы ғына. - Йә, ниндәй сәләм? Туйгилде тауышын әкренәйтә төштө: - Ул әйтергә ҡушты: утлы туптар менән ҡоралланған урыҫ ғәскәре Ҡаҙанды ҡаманы... - Ишетеп торабыҙ, - тине Ҡобағош бей. – Ундай хәлдәр элек тә булғылаған. - Әйҙә, асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек, - тип хужаға яҡыныраҡ шылып ултырҙы йөрөксө. – Исмәғил мырҙаның әйтеүенсә, был юлы Иван батша Ҡаҙандың көлөн күккә осорорға ҡәһәтләнгән. Осорасаҡ та, быға иманым камил, ти Исмәғил. Шуға күрә, ҡартлыҡтан еҫ тоймай башлаған ал бүре хәлендәге Йософ артынан эйәреү – үҙ-үҙеңде һәләкәткә алып барыу. Аҡтүбәләге ҡоролтай тураһында хәбәр ишетелгәндер: унда Йософтоң үҙ уландары, ҡустылары, йәнә Себер ханы Мортаҙа, Баба Төкләҫ мырҙа, уларҙың башҡа ярандары йыйылышып Мәскәүгә ҡаршы аяҡланырға һөйләшкән. Тик уларҙың был ниәте килеп сыҡмаҫ, ти Исмәғил. Ҡобағош уйға ҡалды: “Туғанына туған ҡорал күтәргән ил ҡот менән ырыҫҡа мантырмы? Килембәттәрҙең бер-береһен ашарҙай булып ҡанъяуланыуы53 етмәгән, инде Йософ менән Исмәғил. Тегеләре, ярай, эстәрендәге хаслыҡтарына сыҙай алмай шашына, ә бына Муса уландарына ни етешмәй? Малмы? Данмы? Улар икеһендә лә етерлек. Әлеге шул тәхеттер инде. Алтын Урҙа кеүек үк, Аҡ Урҙаның да тәҡдире шулдыр, күрәһең. Ә итәгеңә ут ҡапһа, ҡасып ҡотолоп булмай...” - Тау билгеһе таш булыр, бай билгеһе аш булыр, аҙған илдең билгеһе – бер-береһенә хас булыр, - тип һамаҡланы уйҙарынан арынған Ҡобағош. – Бүренән бүрек ташлап ҡотолоп булмай, тигәндәр, барыбер берәүҙең яғын тоторға тура килер. -Ай, афарин телеңә, балдай тамған һүҙеңә, - тип йәнләнеп китте йөрөксө. – Иң кәрәклеһен онотоп ултырам.Исмәғил мырҙа йәнә әйтергә ҡушты: әгәр тел үә ҡорал менән ярҙам итһә, Димгә баш итеп ҡуясаҡмын, тине. -Уныһы ҡасмаҫ, - тип ҡырт киҫте хужа. – Мырҙаның тел төбөн аңланым, уға еткер: Килембәтте дуҫ күргән – Ҡобағошҡа иш булмаҫ! - Яҡшы. Исмәғил мырҙа, кәрәк булһам, мине Ыҡ менән Зәй араһында табыр, тине. Ул сиреүҙе шул тирәләрҙә туплай. Йөрөксөнө оҙатҡас та, Ҡобағош бей яуҙай ябырылған уйҙарына бер талай баш була алмай ултырҙы. Күкте ҡаплай барған ҡара болоттай ил өҫтөнә шыуышҡан ҡотолғоһоҙ ваҡиғалар бик ҡатмарлы һәм сетерекле ине, шуға күрә ете генә түгел, етмеш тапҡыр үлсәп тә бер киҫергә ҡыймаҫһың. Яу эше уйынмы ни?!. Һуғышҡа бармаҫ элек уның эҙемтәләре тураһында уйлау батыр иргә төҫ түгел, шулай ҙа бисәләренең, ғәзиз балаларының яҙмыштары хафаландыра, сөнки улар илдә яҡлаусыһыҙ тороп ҡала бит... Шулай ҙа анау төш ҡалай алдан белгерткән, хәйерһеҙ. Былай булғас, ил бутала. Шул боларыш һәм яу ғәләмәте баҫлыҡтырып төшкә ингән... Килембәт мырҙалар, тоғро эт һымаҡ, Йософ артынан ҡалмаҫ. Уларҙан ҡон ҡайтарыр көн килдеме? Ҡобағош быны күптән көтә. Атаһы менән олатаһының ҡанмаған үстәре уның йөрәгендә мәңге һүнмәҫ ялҡын булып дөрләй... Ошо ерҙә уйҙарынан арынып киткән Ҡобағош бей, ҡырҡа-яран бер фекергә килеп, урынынан торҙо. Ысынлап та, уйҙан уйылып китһәң дә, фәтүә юҡ – ҡыбырлау кәрәк. Ул, тирмә тышына сығып, тауыш итте: - Әй, малайҙар! Айбағыш, Көнбағыш! Килегеҙ әле бында! Аталарының саҡырыуын ишеткән ун алты йәшлек Айбағыш, унан ике йәшкә кесе Көнбағыш йүгереп килеп етте: - Ни булды, атай? - Булмаған әле. Барығыҙ, йәһәт кенә Етембай апағыҙҙы, Ҡыҙрас менән Ҡарағужа ағайығыҙҙы, йәнә Күкбүрене бында саҡырып килегеҙ. Тиҙ йөрөһөндәр!.. Уландары йомошон үтәргә йүгергәс, йөрәкһегән Ҡобағош кире тирмә эсенә инде. Берәй нәмәне хәл итеүҙе көткән ошондай киҫкен мәлдәрҙә уның күңел ишеген илһам фәрештәһе ҡаға торғайны. Был изге зат әле лә үҙенең ғәҙәтенә тоғро ҡалды – сәсәндең дауырғыған булмышына ҡобайыр юлдары шыбырларға тотондо: Ай, дау килә, дау килә, Дау артынан яу килә. Унан өркөр ирҙәрҙең Ил-йортона зау килә. Яу күрмәгән ил булмаҫ, Ҡан кисмәйсә, юл булмаҫ. Яу яғанан алғанда, Йософ беҙгә ҡул булмаҫ. Уғаса булмай: - Нимә, яр аҫтынан яу сыҡҡанмы әллә? – тип Ҡобағоштоң бер йәйге ауыл булып ултырған ҡәрҙәштәренән Етембай килеп етте. - Эйе, сыҡҡан, тик яр аҫтынан түгел, - тип яуапланы Ҡобағош. – Анау көндө һеҙгә аңғарта биреп ҡуйған хәбәр дөрөҫләнде: яуҙан ҡоро ҡалып булмаясаҡ. Ни булһа, шул булды – мин Исмәғил мырҙаның йөргөнсөһөнә вәғәҙә биреп ҡалдым. - Бейҙең һүҙе – бейектән, - тине Етембай, - ни тиһәң, шул булыр. Килембәттәр уға саҡлы үлтерешмәһә, Йософ яғын тотасаҡ. Дошман менән күрәләтә бер тыу аҫтына баҫып булмай инде... Шул саҡта тирмә эсенә көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп килеүсе Ҡыҙрас менән Ҡарағужа батыр, артынса Күкбүре инде. Уларға ҡыҫҡаса хәлде төшөндөргәндән һуң, өҙөлгән хәбәр дауам итте. Ҡобағош артабанғы һүҙҙе ҡыҫҡараҡ тотоп, һәр береһенә йомош менән барасаҡ олосто тәғәйенләп сыҡты: - Вәғәҙә - иман, егеттәр. Ҡоро һүҙ менән яу ҡайтарып булмай, оран һалабыҙ. Етембай ағай, һин, олораҡ кеше, яҡыныраҡтағы Күбәләк бейгә барырһың. - Төшөндөм, хәҙер үк ҡуҙғалайыммы? - Сабыр ит, - тип ишек яғына ыңғайлаған Етембайҙы туҡтатты бей. – Ҡыҙрас, һин Иҫән бейгә сап, ә һин, Ҡарағужа ҡустым, Урман менән Томан бей олостарына юллан. Оранды Ҡәнзәфәр бейгә еткереү, Күкбүре, һинең елкәгә төшә. Тик абай булығыҙ, эт-ҡошҡа осрап ҡуймағыҙ. Исмәғил мырҙаның йөргөнсөһө Килембәт кешеләренән саҡ ҡотолоп ҡалған. - Йыйылыу урыны ҡайҙа? – тип һораны донъя күргәнерәк Етембай. - Минең йәйләүҙә, - тине Ҡобағош бей. – Иҫкә төшөрөп, яҡшы иттең: яҡындарығыҙ, бала-сағаларығыҙ хәүефһеҙ урынға күсһен, шуны ныҡлап әйтеп китегеҙ. Яу эшен үҙегеҙ беләһегеҙ. - Булдымы? – тип һораны Ҡыҙрас. - Ә-ә, онотоп торам, - тине Ҡобағош. - Өҫтәп, минән ошо сәләмде тапшырырһығыҙ. Һәм ул йомош менән китеүселәргә үҙенең булмышына баяғы изге зат шыбырлаған ҡобайыр юлдарын әйтте. Ул юлдар оран да, алҡымдан алған аяуһыҙ ысынбарлыҡ та, ҡотолғоһоҙ тәҡдир ҙә булып яңғыраны. Йөрөксөләр үҙҙәренә ҡушылған йомошто үтәр өсөн төрлө тарафтарға юл алғас, Ҡобағош уландары аша бейбикәләрен саҡыртып алды. - Дошман килһә тупһаға, йортоң эсе таралыр, - тип һүҙ башланы ул, эргәһенә ултырған ҡатындарына алмаш-тилмәш һынаулы ҡараш ташлап. – Яу сабырға торола, шуға күрә һәр берегеҙгә үҙенең түркененә54 һыйынырға тура килер. - Оҙаҡҡамы? – тип һораны нескә күңелле һәм түҙемһеҙерәк холоҡло Көмөшәй. Уның йәш һауып та өлгөргән күҙҙәрен күреп, Ҡобағоштоң күңеле тулып ҡуйҙы, йөрәгенең ҡайһы ерелер семетеп алды. Үҙе етем үҫкәнгә күрә, Көмөшәйҙең хәлен яҡшы аңлай ул: ярты йыл элек әсәһе йәшләй генә яман сирҙән донъя ҡуйҙы. Һүҙ әйтер-әйтмәҫтән күҙенең дымһыуланып барыуы ла шунан. - Кем белә инде, - тине Ҡобағош, уйсанланып киткән ҡарашын йәш бикәһенә төбәп. – Хоҙай Тәғәлә дау менән яуға үлсәм яратмаған. Шул саҡта: - Ярар, - тип һүҙгә ҡушылды ғәжәп сабыр тәбиғәтле Гөлбоҫтан. - Аҡтарылмаған тау булмай, ҡайтарылмаған яу булмай. Тик Көмөшәй беҙҙән айырылмаҫ, атам йортона барыр. Балаларҙы бер-береһенән айырып, мал-тыуарҙы бүлгеләп йөрөү һын түгел инде. Ҡобағош бей байбисәһенең зиһененә йәнә бер тапҡыр һоҡланып ҡуйҙы. Ысынлап та, һоҡланырлыҡ шул: Гөлбоҫтан, ҡайһы бер аҡылы аяҙлы-болотло бисәләр һымаҡ, хужаһының йәш бикәһен баштан уҡ көндәш түгел, ә әхирәт итеп ҡабул итте. Ошоға ҡәҙәр һөйләшһә һүҙҙәре, серләшһә серҙәре һыя. Әсәләренән күрмәксе, балалары ла үҙ-ара татыу. “Дөрөҫ әйтә, - тип уйланы Ҡобағош, рәхмәт тулы ҡарашын байбисәгә күсереп. - Әсәң үгәй булһа, атаң еҙнәй, тиҙәр, Көмөшәйҙе түркенендә кем һағынып тора тиһең...” - Яҡшы, - тине ул күңеле тулғанын һиҙҙермәҫкә тырышып. – Бөгөн үк әҙерләнә башлағыҙ. Һағауылдар ҡайнымдың йәйләүенә тиклем оҙата барыр... Ҡобағоштоң оранын иң тәүҙә нуғай мырҙалары нәҫеленән булған Күбәләк бей күтәреп алды – ул оҙаҡҡа һуҙмай ғына үҙ олосонан мең һаҙаҡ туплап, ғәскәр башында килеп тә етте. Бер аҙҙан мең ҡәбиләһе аҫалдарынан55 Ҡәнзәфәр бей меркет менән өршәк меңе йортонан ике меңләгән яугир алып килде. Уның артынса, иш янына ҡуш булып, ғәскәргә Урман һәм Томан бейҙәрҙең мең һуғышсыһы өҫтәлде. Ҡара табындарҙан Иҫән бейҙән генә һаман хәбәр юҡ ине. Уны көтәүелләп торғанда, уйламаҫтан ҡыбау меңе иләүенән Аҡман бей үҙенең ғәскәре башында килеп төштө. Килембәттәрҙән яфаны әҙ күрмәгән был иләймән боронғо мырҙалар нәҫеленән булып, Ҡобағош сәсәндең ил өҫтөнә ташлаған йәүкәһен56 ихлас ҡабул иткәйне. Ҡобағош бей етәкселегендәге биш меңдән ашыу ғәскәр Ыҡ йылғаһы тарафына ҡуҙғалырға әҙер ине. Тап шул саҡта Йортбағыштың ғәйеп булғанлығы мәғлүм булды. “Кәләше менән хушлашырға киткәндер, моғайын”, - тип уйлаған Ҡобағош ҡуҙғалыуҙы йәнә бер көнгә кисектерергә ҡарар итте. Ләкин Йортбағыш иртәгәһенә лә килеп күренмәне. Ни уйларға ла белмәгән сардар, үҙҙәрен ҡайҙа эҙләргә икәнен белгертеп Аҡтолош йортона сапҡын ебәрҙе лә, артабан һуҙыуҙы кәрәк тапмайынса, атҡа менергә бойорҙо. Саф-саф булып теҙелгән сиреү, ҡушылырға оло һыу юллаған болаҡтай көнсығышҡа - Исмәғил мырҙа олостарына ҡарай ағылды. XIII Күҙенә ҡан һауған Аҡһаҡ Килембәт ҡустыһы биләмәләренә шашынған дауыл һымаҡ бәреп инде лә юлында осраған йәйләүҙәрҙе тар-мар итергә тотондо. Иләймәндәренең: “Бер кемде лә аямаҫтан туҡма, ҡыр!” – тигән әмерен шартына килтереп үтәргә тырышҡан һуғышсылар Дим үҙәндәрендә донъя көтөп ятҡан тыныс халыҡҡа аңғармаҫтан һөжүм итеп, күҙ асып йомғансы уларҙың йәйләүҙәрен харабаға әйләндерҙе. Ғаиләһен, йортондағы мөлкәтен ҡурсаларға маташып ҡоралға йәбешкән ир-егеттәр үлтерелде, бисә-сәсә, ҡарт-ҡоро һәм балалар ҡамсы менән аяуһыҙ ярылды. Юлбаҫарҙан да ҡанһыҙыраҡ ҡыланған сиреү тирмәләрҙе үртәне, мал-тыуарҙы әйҙәп алып китте. Һирәк-мирәк ҡасып ҡотолоусыларҙың ҡоттарҙы осорорлоҡ хәбәрҙәренән шомланған Ҡара Килембәт олосон ҡаты ҡурҡыу солғап алды. Халыҡ, ыуылдырыҡ сәсергә уҡталған яҙғы балыҡ кеүек, ил-йортон ташлап,малдарын ҡыуып, Дим үренә табан урғылды. Мең иле таяҡ тыҡҡан ҡырмыҫҡа иләүеләй гөжләй башланы: йәйләүҙәренән ҡупҡан халыҡ бала-сағаһын илатып, мал-тыуарын сыңратып хәүефһеҙ урындарға ҡасты. Ҡыйратылған тоҡомдаштары өсөн үс алырға ҡәһәтләнгән ир егет Ҡара Килембәт сиреүе туплаған урынға ағылды. Әлегә зыян-зәүрәт күрмәгәндәре иһә: “ Ике нуғай һуғыша тип беҙ ниңә башты утҡа тығырға тейеш,” – тип үҙҙәренә күрше йәшәгән ҡыпсаҡ, юрматы, табын иләүҙәренә ваҡытлыса баш терәне. Ул ырыуҙарҙа алыҫ һәм яҡын туғандары булғандар ҡәрҙәштәренә һыйынды. Тәүге ҡаты алыш Димгә ҡойғанҠорҫаҡ йылғаһы эргәһендә булды. Баштараҡ ҡаушап ҡалған Ишкилде мырҙа, үҙ-үҙен ҡулға алып, ярайһы уҡ ҙур ғәскәр туплап өлгөргәйне. Ҡара Килембәт ғәскәре һөжүм итеүселәрҙе йылғаны аша сығып, уның төньяҡ ярындағы киң үҙәндә ҡаршы алды. Ҡара яу булып ерҙе ябып килгән Ағайгилде һыбайлылары ҡылыстарын ҡояшта ялтыратып, һөңгөләрен сусайтып саф-саф булып теҙелгән дошман алғасҡыһына бер уҡ атымы ҡалғас, туҡтап ҡалды. Үс алыу ҡомары менән нәфрәте күкрәгенә һыймаған Аҡһаҡ Килембәт, аҫтындағы аҡбуҙ атын уйнатып, саф алдына атылып сыҡты. Ул ҡулындағы һөңгөһөн болғай-болғай, яраланған йыртҡыс тауышы менән ажғырҙы: - Ишкилде! Һинең үлемең ошо һөңгө осонда!.. Сыҡ, йәнеңде алам, бәдбәхет!.. Яуап урынына ҡаршы яҡтан уҡ ямғыры яуҙы. Уларҙың һыҙғырышып осҡан береһе “тыҡ” итеп Аҡһаҡ Килембәттең юғары күтәрелгән һөңгө һабына, икенсеһе ярһыуҙан тик тороп сыҙамаған аҡбуҙҙың түшенә ҡаҙалды. Хужаһының имәнес тауышынан былай ҙа аландап торған менге, уҡ тейеүҙән тертләп, үрә торҙо. Ул ҡарғыған57 ыңғайға эйәр ҡашына тотоноп өлгөрмәгән Ағайгилде һөңгөһө-уты менән ергә ҡолап төштө. Биленләп бер яҡ ситкә ҡасҡан аттың йән көскә кешнәүен Ҡара Килембәт ғәскәре яғынан ишетелгән күмәк көлөү тауыштары ҡаплап китте. Хурлыҡтан ҡара янған Ағайгилде мырҙаға алмаш менге килтерҙеләр, әшәке һүҙҙәр менән бар донъяны әрләй-әрләй атҡа менеп ултырғас, ерҙә аунап ятҡан һөңгөһөн ҡулына тотторҙолар. Сығырынан сығырҙай булып көйгән күсәмгә был мәлдә ҡарауы ҡурҡыныс ине. Мырҙа үҙенең ҡайнап ташҡан асыуын аҫтындағы аттан алырға теләгәндәй, бөтә көсөнә уның тибенгеһен төйгөләп, оран һалды: - Алға-а!.. Шуны ғына көтөп торған ғәскәр, бер керештән атылған уҡ кеүек, көлөү тауыштары ҡапыл туҡтап ҡалған дошман тарафына йомолдо. Ҡара-ҡаршы атылған уҡтар һыҙғырыуы, ер күкрәген онтай яҙып тупылдаған ат тояҡтары тауышы, меңәр күкрәктән урғылған һөрән, дәһшәтле бер ауазға уҡмашып, асманды тетрәтте. Күҙ асып йомғансы ике ҡоторонҡо ташҡын ҡылыстар сыңлауы, аттар кешнәүе, яраланып өлгөргән яугирҙарҙың асырғанып ҡысҡырыныуы булып маңлайға-маңлай бәрелеште – аяуһыҙ һуғыш, ҡырылыш башланды. Яуҙың уртаһында ҡайнаған Ағайгилде, ҡылысын уңлы-һуллы һелтәп, аларған күҙҙәре менән ҡустыһын эҙләне, эсендә ҡайнаған ярһыуын сығарырға тырышып, ара-тирә: - Ишкилде, кил ҡаршыма!.. Ҡаныңды эсмәй туҡтамайым, хаин! – тип һөрәнләне. Әгәр шул саҡта Ҡара Килембәт, ысынлап та, алдында пәйҙә булһа, уның күкрәгенә уҡ булып атылырға әҙер ине ул. Әммә тирә-йүндә ҡайнаған яу мәхшәрендә Ҡара Килембәтте табыуы еңелдән түгел ине – ҡаршы яҡтың ҡылыс менән уҡталған, суҡмар менән киҙәнгән, һөңгө сөйгән һәр бер һуғышсыһы дошман. Төш алдынан башланған үлемесле һуғыш көн кискә ауышҡанға ҡәҙәр барҙы. Был ваҡытта яу яланы унда-бында тәгәрәшеп ятҡан шәһиттәр һәм яралылар, ат үләкһәләре, тырым-тырағай сәселгән ҡорал-яраҡ менән тулғайны. Ҡан еҫенән, туҡтауһыҙ яңғыраған ҡырағай һөрәндәрҙән, алынған яраларҙан илергән эйәһеҙ аттарҙың өҙәңгеләрен зыңлатып тулай-тулай йән-фарман тыуған төйәктәренә ҡарай сабышыуҙары дәһшәт өҫтөнә дәһшәт өҫтәй ине. Шулай ҙа Аҡһаҡ Килембәт ғәскәре һан яғынан байтаҡҡа күберәк ине – еңеү улар яғына ауыша башланы. Монатҡыуҙың58 кем бизмәнен аҫҡа табан һөйрәгәнен тойған Ишкилде яҡлылар, айт-һайтлап бер-береһен барлай-барлай, сигенә башланылар. Дошман сафтарының тайшаныуынан уғата дәртләнгән Ағайгилде яугирҙары ҡыҫымды көсәйткәндән-көсәйтте. Уларҙың ҡоторонҡо һөжүменән йөрәктәренә ҡурҡыу йүгергән Ҡара Килембәт һуғышсылары, арттарына әйләнеп уҡ ата-ата, һырт бирҙе. Еңеүҙән иҫергән Ағайгилде егеттәре дошмандары артынан баҫтыра төштө. Ҡара Килембәт ҡасҡан юл баҫмалата атҡан уҡ ямғырынан һәләк булыусылар менән түшәлеп ҡалды. Еңелгәндең яуҙан туйғаны юҡ – ҡалдыҡ-боҫтоҡ ғәскәре менән олосо эсенә сигенгән Ишкилде мырҙа ил эсенә оран һалды ла ҡабалан-ҡарһалан сиреү тупларға кереште. Тыштан белгертмәҫкә тырышһа ла, Ҡорҫаҡ буйындағы ҡыйым59уның күңеленә тетрәткес тәьҫир иткәйне, шуға күрә мырҙа, ағаһы етәкселегендәге ғәскәрҙе ҡыйратып, үҙ йәнендә ышаныс тойғоһо уятырға һәм ҡул аҫтындағы халыҡты тынысландырырға ашҡынды. Был ниәтте мөмкин тиклем тиҙерәк бойомға ашырырға кәрәк ине, сөнки ҡыйралыш хәбәре таралған Ҡара Килембәт йортонда оло ҡыялҡы57 башланды. Дим үрендәге буталыш сиреү туплау эшендә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы: ҡурҡынған халыҡ яҡындарын, балаларын яҙмыш ҡосағына ташлап китергә теләмәй ине. Шулай ҙа Ҡара Килембәт, ҡайҙа өгөтләп, ҡайҙа ҡурҡытып биш меңләгән һаҙаҡ йыя алды. Ул әлеге ғәскәренең яртыһын бер нисә алайға бүлде лә Димдең уң ярындағы Ағайгилде олосо йәйләүҙәренә ҡырғын һалырға бойорҙо. Был Килембәт мырҙалар арҡаһында килеп тыуған ҡанлы һәләкәттең бөтә Дим буйына таралыуын аңлата ине. Үҙ биләмәләренең туҙҙырылыуын ишеткән Аҡһаҡ Килембәт, дошманын эҙәрлекләүҙән туҡтап, артҡа боролдо һәм, тыныс халыҡты пыран-заран килтергән Ишкилде яҡлыларҙы ҡыйратыу уйы менән, улар тарафына ташланды. Шуны көткән Ҡара Килембәт төп көстәрен бер йоҙроҡҡа төйнәне лә Ағайгилде ғәскәренең арҡаһына килтереп бәрҙе. Оло мырҙа яҡлылар кинәт боролоп һөжүм итеүселәргә күкрәк ҡуйҙы – аяуһыҙ ҡырылыш башланды. Ороштоң иң ҡыҙған сағында Ағайгилде йәйләүҙәренә ҡырғын һалырға ебәрелгән алайҙар килеп етте һәм ҡыйҡыу-һөрән һалып ҡапма-ҡаршы яҡтан ябырылды. Ике яҡтан ҡаты ҡыҫымға алынған Аҡһаҡ Килембәт яугирҙары, күсәмдең айбарланып айғылдауына61ҡарамаҫтан, ҡаушап ҡалды, уларҙың батырыраҡтары, ҡорал ярҙамы менән сафтар араһынан юл ярып, ҡасырға маташты, заһилыраҡтары62 иһә : “Аман, аман!” – тип ялбарып, ҡоралын ергә бырғаны. Әммә тегеләрен дә, быларын да бер үк яҙмыш көтә ине: үлем. Ҡара Килембәт ҡан дошманына әүерелгән ағаһы ғәскәренән берәүҙе лә әсиргә алмаҫҡа бойорғайны. Ағайгилде мырҙаның эш харап икәнен күргән арсыйҙары63 , күсәмдәрен уртаға алып, дошмандың тығыҙ ҡулсаһын көскә йырып сыҡты һәм, юлдарын йәнһеҙ кәүҙәләр менән түшәп, яу яланын ташлап ҡасты. Сиреүе тулыһынса ҡыйратылған оло мырҙа өр-яңынан көс туплау һәм ҡон ҡайтарыу уйы менән янып төньяҡҡа – үҙ олостары урынлашҡан Дим тамағына йүнәлде. XIV Йософ кенәздән : “ Оло ғәскәр туплап, Ағиҙел-Дим һыҙығында көслө ҡурғау тоторға64!” – тигән фарман алған Төкләҫ мырҙаның алыҫ һәм яҡын синдә65 маҡам тотҡан ырыуҙарҙан йыйылған сиреүе өс төмәнлек булды. Күрән-күрән булып Имән ҡала тирәләй урынлашҡан был оло яу, ҡарыу-ярағын66 барлап, ҡуҙғалырға әмер генә көтә ине. Төкләҫ мырҙа теләһә ниндәй дошмандың билен һындырырҙай булып һуғышҡа атлығып торған яугирҙарҙың алышҡа әҙерлеген, рухи торошон тикшереп йөрөгәндә ғорурлыҡ тойғоһо кисерһә лә, аулаҡта йөрәген өйкәгән шик-шөбһә һәм шом һис кәмемәне. Был хыянатсыл хистәр уға бигерәк тә төндәрен ябырылыр булып китте. Ә был арала уны маҙаһыҙлаған уйҙарҙың иге лә сиге лә юҡ ине. Һуңғы мәлдәрҙәге ваҡиғалар шауҡымынан кемдең генә күңеле тыныс икән? Ундайҙар була ҡалһа, тере килеш үлгәнгә һанарға мөмкин. Шомдоң иң хәтәре Ҡаҙан аръяғында Иван батша тарафынан туҙҙырылған Ябансы мырҙа хаҡындағы хәбәр ине. Уны өс меңлек ғәскәр менән Ҡаҙанды ҡурсалау өсөн Йософ кенәз ебәргәйне. Әммә ҡаҙандарҙың һайланмыш яугирҙары менән бергә улар урыҫтарға ҡаршы тора алмаған, ә хан сиреүе ҡәлғә эсенә инеп бикләнгән. Һөйләүҙәренә ҡарағанда, Мәскәү батшаһының яуы ер ябып килә, имеш. Атҡанда ҡуйы төтөн сығарып, бала башы ҙурлыҡ йәҙрә төкөрә торған туптары бихисап икән. Уларҙың гөрһөлдәүенән ер һелкенә, аттар биленләп ҡаса, һуғышсыларҙың күңелен ҡаты ҡурҡыу биләп ала, тиҙәр. Етмәһә, урыҫ яугирҙарының күбеһендә ут көлтәһе сығарып, ҡурғаш төкөрә торған мылтыҡтар, ти. Әстәғәфирулла, тәүбә, боронғолар: “Ахыры заман етә башлаһа, ер өҫтөндә йәшен йәшнәр, күк күкрәр,”- тип әйтә торғайны – шулдыр инде. Ә бит мәшһүр шәйбәнле хандары нәҫелен дауам итеүсе Баба Төкләҫ мырҙа идаралығының да һил һәм ҡеүәтле осоро бар ине. Ул үҙенең хан тоҡомонан булыуы менән сикһеҙ ғорурланыр булды. Ғорурланырһың да: заманында Төкләҫ мырҙаның олата-бабаларынан Жуси Буға, Баҙағол, Миңтимер хандарға барлыҡ башҡорт ырыуҙары, Ыбыр-Сыбыр олостары, Сулман буйҙары, Болғар менән Алатыр тарафтары буйһонған. Ул хандар икһеҙ-сикһеҙ биләмәнең ҡап уртаһында төҙөлгән ошо Имән ҡаланан тороп идара иткән. Быуындан-быуынға тапшырыла килгән риүәйәттәрҙән белә Баба Төкләҫ: Миңтимер хандан һуң болғауыр замандар башланып китә, гөрләп торған Жуси олосо төрлө-төрлө ханлыҡтарға айырымлана. Бөгөн ҡасандыр йәйрәп ятҡан оло дәүләттең бер ярсығы булған Төкләҫ мырҙа олосона ҡиблалағы мең, юрматы, табын ҡәбиләләре, көн тыуыштағы ҡаңны, йылан, танып, ҡара табын ырыуҙары, төн тарафындағы көҙөй, әйле, дыуан йорттары, шулай уҡ башҡорт ырыуҙары араһына килеп ултырған бәғзе бер нуғай иләүҙәре ҡарай. Абруйы менән даны тирә-яҡҡа киң таралған Ҡобағош бей ана шундай иләүҙәрҙең береһен етәкләй. Бейҙең дошман яғына сығыуы бик үкенес, үҙебеҙгә ылыҡтырырға өлгөрмәй ҡалдыҡ. Уның ҡулынан теле, үҙенән һүҙе яманыраҡ – шуныһы бигерәк хәтәр. Аңлай Төкләҫ түрә: сәсәндең Исмәғил мырҙа яғына ауышыуы – уның Килембәттәргә үсле булыуынан. Әгәр заманында был мырҙалар уның иләүен Дим үҙәндәренән ҡыҫырыҡлап сығармаһа, был хәл килеп тыумаҫ ине. Низағ, низағ артынан бысаҡ, тигәндәре шул булалыр, ахыры. Килембәт мырҙаларҙы уйлай башлаһа, Төкләҫ түрәнең һарыуы ҡайнарға тотона. Боронғонан; “Ағай-эне талашыр, атҡа менһә ярашыр”, - тигән һүҙ ҡалған, ә улар, киреһенсә, бер-береһе менән ҡанъяуланыр өсөн эйәргә ултырған. Ағай-эне аҙһа, ала булыр, тигәндәр. Ул салта67 Килембәттәргә ҡарата әйтелгән кеүек. Йософ үҙенең ҡустыһы менән Аҡ Урҙа яҙмышы өсөн күҙегешеп68 ята, ә былар? Дим буйын солғап алған был аразға69 сик ҡуйырға ваҡыттыр, моғайын... Ниһайәт, көҙҙөң бер сыуаҡ көнөндә Төкләҫ мырҙа ҡуҙғалырға әмер бирҙе. Тик тороуҙан иреккән ғәскәр ат уйнатып, ҡорал-яраҡ сыңлатып ҡибла тарафына юл алды. Йософ кенәз тарафынан үҙенә сәрғәскәр70 вазифаһы йөкмәтелгән Төкләҫ, агаһ71 булып торһондар өсөн, Килембәттәрҙең икеһенә лә сабауыл72 ебәрҙе. Ниәте – юл ыңғайы уларҙы нисек булһа ла яраштырып, һуғышсыларын сиреүгә ҡушыу ине. Күсәмдең уйынса, мырҙалар ыҡҡа килергә тейеш, сөнки сабармандар аша ныҡ буҫатҡайны үҙҙәрен: “Әгәр һаман да ҡуймаһағыҙ, икегеҙҙе бер ағастың ботағына аҫырға бойорасаҡмын!” Төкләҫ мырҙа Дим менән Өршәк араһында күҙенә аҡ-ҡара күренмәй ғәскәр туплап йөрөүсе Аҡһаҡ Килембәттең тап өҫтөнә баҫты. Ул бығаса күрелмәгән оло яу башында Дим үренә табан хәрәкәт иткән Төкләҫ мырҙаның дәһшәтле киҫәтеүенән шомланып, сардарҙы үҙе эҙләп тапты. -Йә, Ағайгилде, үҙеңә ағас һайланыңмы? – тип ҡаршы алды уны Баба Төкләҫ. – Икенең береһе – йәки мөхаләфәгә73 киләһегеҙ, йәки... Аҡһаҡ Килембәт, уны бүлдереп, йүпәләргә74 ашыҡты: - Һин ни тиһәң, шул булыр, Баба Төкләҫ хан. Күрер күҙең күрмәҫ була, килер ҡаҙа булғанда, тигәндәр. Күҙҙәремде хәсрәт томаланы. - Ишеттем ҡайғыңды, - тине “хан” тип ололоҡлауҙан ҡупая төшкән Төкләҫ мырҙа. – Тик был ҡан-яуға сик ҡуйыу әмәлен табырға кәрәк – аҡылды алға, асыуҙы артҡа ташлар көн тыуҙы. - Уныһы шулай. Анау ләғин бер гонаһһыҙ сабыйҙы ҡырағай йәнлектәй итеп һуйҙы бит. Нисек ҡорал күтәрмәҫһең? - Үҙе яман туғанын хурлар, - тип ҡырт киҫте сәрғәскәр. – Икегеҙ ҙә килешкәнһегеҙ инде – берегеҙҙе яманлап, берегеҙҙе данлап булмай. Ишкилде мырҙаға ла ҡул етер!.. Шул уҡ көндө Дим үренә боҫҡан Ҡара Килембәткә йәнә бер сапҡын ебәрелде. Төкләҫ мырҙаның ҡорған айбары һәр кемдең ҡотон алырлыҡ ине:”Әгәр тиҙ арала Торатауға килеп етмәһәң, үҙеңде он-талҡанға әйләндереп, илеңдең көлөн күккә осорам!..” Ҡобараһы осҡан кесе мырҙа хан ғәскәре күрән ҡорған Торатау янына иртәгәһенә үк килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Сәрғәскәрҙең яу тирмәһендә ағаһын күреп уғата ҡаушап ҡалған Ишкилде ҡормаш75 ҡына ҡиәфәттә буҫаға төбөнә саламғула76 төштө. Уның өрәйе77 шиңгән сырайына, меҫкен ҡиәфәтенә ҡарағанда, яҙмышынан һис бер изгелек өмөт итмәгәнлеге күренеп тора ине. - Шунан, ҡанхур78, - тип башланы Төкләҫ мырҙа, - туйҙыңмы? Ҡарашын аҫҡа төбәп балбал һымаҡ ҡатып ҡалған Ҡара Килембәт өндәшмәне. Баба Төкләҫ ҡаты итеп тамағын ҡырып алды ла дауам итте: - Икенсерәк заман булһа, бындай күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән бәтлек79 өсөн йәнең күптән йәһәннәмгә осор ине. Бәхетең - хәҙерге көндә беҙгә һәр бер һуғышсы ғәзиз. Былай ҙа бер-берегеҙ менән ҡайымлашып80 , хәтһеҙ әҙәмдең йәнен ҡыйҙығыҙ. Һис кисекмәҫтән туплап өлгөргән яугирҙарығыҙҙы ғәскәргә ҡушырға, бынан ары бер-берегеҙгә ҡаҫта йөрөтмәҫкә бойорам. Әгәр ул-был һиҙеп ҡалһам, һеҙҙе мең башы тип ҡарап тормам. Уның был һүҙҙәренән һуң Ишкилде мырҙа еңел һулап ҡуйҙы һәм хөкөмдарға күтәрелеп ҡарарға баҙнат итте. Әммә уға ҡыуанырға иртәрәк ине. - Гонаһың бик ҙур, - тип дауам итте Төкләҫ. – Уны юйыр өсөн һин Ағайгилде мырҙаға кәфарәт81 килтерергә тейешһең. Борондан ҡалған йороҡ82 буйынса һин уға үҙеңдең бер балаңды бирәһең инде. Килешеүҙең шарты шул булыр. Ағайгилде, һин шуға ризамы? - Риза, - тип тауыш бирҙе баянан бирле тешен ҡыҫып, ҡан дошманына әүерелгән ҡустыһына ташланыуҙан үҙен көскә тыйып ултырған Аҡһаҡ Килембәт. – Тик минең бер шартым бар. - Ниндәй шарт ул? - Ишкилденең миңә бирә торған балаһын үҙем һайлап алам. - Ә һин? – Төкләҫ түрә кесе мырҙаға текләне. – Ризамы ошоға? Бүтән сараһы булмаһа ла, Ҡара Килембәт, ҡарашын аҫҡа төбәп, уйға ҡалды. Тик күпме генә уйламаһын, тере ҡалыуҙың юлы берәү генә ине. Нишләмәк кәрәк – һәр әҙәмгә үҙ йәне ғәзизерәк. Шуға ла ул, бер аҙ өнһөҙ ултырғандан һуң, ниндәйҙер ят, хәлһеҙ тауыш менән: - Риза, - тигән һүҙҙе көскә һығып сығарҙы, әйтерһең, йөрәгенең бер киҫәген өҙөп бирҙе. -Яҡшы, - тине эске ҡәнәғәтләнеүен белдермәҫкә тырышҡан Ағайгилде, - мин Йондоҙ ҡыҙымды һорайым. Ҡара Килембәттең йөрәге “жыу” итеп ҡалды, сөнки ҡыпсаҡ аҫалдарынан Байсура батыр ҡыҙы Аҡҡондоҙҙан тыуған был балаһын ул йәненән артыҡ күреп ярата ине. Йондоҙҙо үҙенең, бигерәк тә әсәһенең бауырынан айырып, дошманға әүерелгән Ағайгилдегә тапшырыуҙы, һөйөклө ҡыҙының артабанғы яҙмышын күҙ алдына килтереүҙән бер мәлгә аңы томаланып китте уның. Ләкин нисек кенә булмаһын, сер бирмәҫкә, түҙергә кәрәк ине – Ҡара Килембәт, һуштан яҙып ҡоламаҫҡа була, тештәрен шығырлатҡансы ҡыҫып, урты тулы ҡанын эскә йотто. XV Ишкилде мырҙаның үҙен тәбиғәттең әсе мәсхәрәһе тип йөрөтһәләр ҙә, быйыл яҙ ун өс йәше тулған Йондоҙ төҫ-сырайы менән аҡшар83 булып тыуғайны. Әсәһе яғына тартҡан был иркә ҡыҙҙың тамырҙарында оҙаҡ дәүерҙәр урыҫ, ар ҡәбиләләре, уғыр ҡәүемдәре менән тығыҙ аралашҡан ҡыпсаҡ ҡаны күберәк урғый ине. Әгәр Ҡара Килембәт ер булһа, Йондоҙ – зәңгәр һауа. Атаһы эңер булһа, ҡыҙы – таң шәфәғе. Ҡара Килембәт йортона ҡояш нурылай яҡтылыҡ өҫтәп көндән-көн һылыулана барған Йондоҙҙоң саялығы ла етерлек ине. Уныһы – ҡыҙының шаталаҡлыҡтарына күҙ йомоп ҡараусы атаһына арҡаланыуҙан. Үҙе зерә илгәҙәк, мырҙа ҡыҙымын, тип тормай, һәр кемгә алсаҡ. Ишкилденең башҡа ҡатындарынан тыуған балалары араһында бер үҙе айырылып торған ҡыҙыҡайҙы йортта бөтәһе лә аяп, Хоҙайҙан уға күҙ теймәүен һорап, собханаллалап ҡына торалар ине. Йөрәгендә иртә тоҡанған тыйып тотҡоһоҙ дәртенә, сая ауанлығына сыҙамай, быйылғы һабантуйҙың бәйгеһендә ҡатнашып, беренселекте алды ул. Өс йыл элек Ҡара Килембәт, ҡыҙының ун йәшен туйлап, Йондоҙға боронғо толпар тоҡомло ҡырҡмыш бүләк иткәйне. Ҡарамаҡҡа күрмәлекһеҙ генә булған әлеге ҡола тай дуғаланып торған текә муйынлы, оҙон тороҡло ҡупшы дүнәнгә әүерелде. Аҡҡондоҙ, ҡыҙының ир-ҡаҙаҡланып һыбай йөрөүгә әүәҫлеген өнәп бөтмәһә лә, Ишкилде мырҙа быға көлөмһөрәп кенә ҡараны. Дәртендә булғас, әйҙә йөрөһөн – нуғай далаһында ат эйәрләп сапҡан ҡыҙ-ҡырҡын бер улмы ни? Һуңғы арала Йондоҙҙоң йәнен ниндәйҙер болоҡһоу тойғо баҫты. Ҡыҙыҡайҙың күңеле елкенеп, иләҫ-миләҫ килә башлаған ғына сағы тирә-йүндәге береһенән-береһе хәүефле хәбәрҙәр, һуғышҡа бәйле ығы-зығы менән тап килде. Ир-егеттәрҙең биленә ҡорал таҡҡан, халыҡтың йөҙөнән йылмайыу ҡасҡан мәл. Үҙен гел иркәләп, һөйөп кенә торған атаһы ла яу атынан төшмәҫ булды. Һирәкләп йортҡа ҡайтҡан саҡтарында хәҙер унда наҙ ҡайғыһы түгел – янындағы ҡушсыларына84, йәйләүҙәгеләргә екеренеп бер-ике көн була ла тағы ҡайҙалыр саба. Өҫтәүенә, йөрәктәргә аңлайышһыҙ һағыш ҡайып, көҙ етте. Йондоҙҙоң моңһоу уй-хистәренә шул да тәьҫир итмәй ҡалмайҙыр. Ул көн дә тип әйтерлек тоғро юлдашына әүерелгән ҡола атын эйәрләп ала ла ҡыр гиҙергә сығып китә. Яҙғыһын һабантуй гөрләп уҙған Дим туғайҙарын ҡыҙыра, араларынан бормаланып көмөш таҫмалай йылғалар аҡҡан һырттар өҫтөнә елеп менә. Ул, әйтерһең, ҡайҙалыр китеп юғалған яҙ миҙгелен ҡыуып етергә уйлай. Әммә аҫтынан һурылып сығырҙай булып сапҡан толпар ҙа ваҡыттың мәңгелек ағышы алдында көсһөҙ ине – тирә-яҡты ҡыҙғылт-һары төҫтәргә мансып офоҡтан-офоҡҡаса ҡыргөйөк85 миҙгеле йәйелгән. Ҡана һуң, йәй үтмәҫ булһа! Йәки, быйылғы һабантуйҙа малайҙарҙы ҡыуып уҙғандай, ваҡыттың үҙен үтеп китә алырҙай ҡанатлы толпарға менеп еләһе ине. Тик ундай мөғжизә әкиәттә генә булалыр инде. Йондоҙ бөгөн дә ҡыр ҡыҙырып килергә әҙерләнде. Әсәһе, ғәҙәттәгесә, уның был ниәтенә ҡаршы төшөп, һуҡранырға тотондо: - Эт-ҡошҡа осрап, бер-бер хәлгә генә юлығаһың бит, ҡыҙым. Бынау хәүефле мәлдә шулай озданлап йөрөй торғаның бармы инде. - Һәй, ҡуйсы, әсәй, - тип ҡул һелтәне ҡыҙыҡай, - минең толпарым елде лә еткермәй бит ул. Аҡҡондоҙ һаман уны ҡурсалауын белде: -Эйе, ҡаҙанан ҡасып ҡотолорһоң. Толпар ҙа ғүмерендә бер абына, шоңҡар ҙа бер яҙлыға, балам. Йондоҙ тейен етеҙлеге менән эйәргә осоп менде: - Ә минең ҡолаҡайым абынмаясаҡ. Мин хәҙер ҡайтып етәм, әсәй, ҡурҡма! - Еңмеш! - тип әрләп ҡалды Аҡҡондоҙ. – Атайың ҡайтһын әле... Бына, һабантуй майҙаны – Йондоҙҙоң был донъяла тәүге тапҡыр еңеү ғорурлығы татыған изге ере. Ул саҡта бар булмышын солғап алған тантана һәм сикһеҙ ҡыуаныс ләззәте мәңге дауам итер кеүек ине ҡыҙыҡайға. Шулай уҡ бүтән ҡабатланмаҫ микән ни бындай байрамдар? Тирә-йүндә барған ҡан ҡойоштан ҡоттары осҡан кешеләр араһында төрлө шомло хәбәрҙәр ишетелә. Араларында уның атаһына ләғнәт уҡығандары ла бар, тик был һүҙҙәрҙе Йондоҙ ишетмәҫкә тырыша. Әммә, әсәһе әйтмешләй, ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай. Ул әле күп нәмәләрҙе аңламай, шулай ҙа әҙәмдәрҙең бер-береһенә ҡорал күтәреп, үлтерешкә барып етеүҙәренә ҡаршы йәне дау ҡуптара. Йондоҙ бөгөн дә үҙенә ғәзиз һәм ҡәҙерле Дим буйҙарын танһығы ҡанғансы ҡыҙырып кире килгәндә, әсәһенең юрағаны юрғалап, атаһы ҡайтҡайны. Был юлы уның сырайы бигерәк ҡараңғы, холҡо уғата ҡырыҫ. Ашҡынып оло тирмәгә килеп ингән ҡыҙын күреп Ҡара Килембәттең йөҙө бер мәлгә яҡтырғандай итте, ләкин бәғерен өйкәп торған тынғыһыҙ уй йөрәген сәнсеп алғас, һиҙелер-һиҙелмәҫ һөйөнөс нуры кире һүрелде. Шулай ҙа ул үҙенә һырынған Йондоҙҙо эргәһенә ултыртып, элеккеләй арҡаһынан һөйөргә, башынан һыйпарға көс тапты. Иркәләүҙән күңеле булған ҡыҙыҡай атаһының күҙҙәренә баҡты: - Бөтөнләйгә ҡайттыңмы әллә, атай? Ишкилде тамағына килеп тығылған ҡаты төйөрҙө яҙыр өсөн ҡымыҙ уртланы ла: - Юҡ шул, ҡыҙым, - тип ҡарашын ситкә күсерҙе. - Әле әсәйең менән ошо хаҡта һөйләшеп ултыра инек. Был яҡтарҙы бик оҙаҡҡа ташлап торорға тура килер – Дим буйҙарында ғәләмәт ҡурҡыныс яу ҡубырға тора. -Ҡубыры ҡупҡан инде, - тип һүҙгә ҡыҫылды Аҡҡондоҙ. – Ҡуш ҡылыс ҡынға һыймай, тип белеп әйткәндәр. Әле берәүҙең дә бында бүлешкән өлөшөн теге донъяға алып китә алғаны юҡ. - Ҡубасаҡ яу алдында беҙҙең низағ – тау ҡашындағы түмһә генә. Бында Йософ менән Исмәғил кенәздәр бер-береһенә аяҡланып ята. - Ҡайта ҡупҡан дау яман, ҡайта сапҡан яу яман, ти торғайны атам, - тип уфтанып ҡуйҙы Аҡҡондоҙ, - Тағы ниҙәр күрәһеләребеҙ бар икән? - Ил ни күрһә, шуны күрербеҙ. - Әй, Хоҙай, заман ахырҙары шулдыр: туған туғанына ут та бысаҡ. - Уныһы беҙҙән тормай. Шуға ла ҡайтауыллап әйтәм: ил аяғы һил булғанға ҡәҙәр һиңә балалар менән ҡайным йортона һыйынып тороу хәйерле булыр. Ә Йондоҙҙо үҙем менән алып китәм. Юрматы олосонан боронғо бараманым86, тоғро дуҫым Урал армыттары араһына боҫорға йыйына, бала шунда йәшәп торор. Аҡҡондоҙҙоң: - Бынағайыш! – тип башлаған хәбәрен бүлдереп, Ҡара Килембәт һөйләп бөтөргә ашыҡты: - Бер-бер хәл булһа, иң башта ҡор башында йөрөгән бейҙәр менән мырҙаларҙың тамырҙарын ҡорота торғандар. Тирә-яғың яу булһа, өйөң эсе һау булмаҫ, тиҙәр. Шуға ла айырым-айырым көн күреп тороуығыҙ яҡшыраҡ. Ҡара Килембәттең был хәйләһе сараһыҙҙың көнөнән ине, сөнки ниндәй әсә бәғерен һыҙлатып тапҡан ғәзиз балаһынан айырылһын инде. Хатта, ана, тауыҡтың тауығы себешен ҡурсалар өсөн бөркөткә ташлана. Ә Байсура батыр ҡыҙы бындай хәлдәрҙә үҙе инә бөркөт ине – иренең һүҙҙәрен тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән уға ябырылды: - Кәңәш-төңәш итмәҫтән ул ниндәй оя туҙҙырыу? Етеп килгән ҡыҙ баланы сит-ятҡа ышанып тапшыралармы? Ә теге бараманың кем, һинең менән берәй хәл булһа, уны ҡайҙан эҙләргә? Яуап биреүе ҡыйын булған һорауҙарҙың күплегенән башта ҡаушабыраҡ ҡалған Ишкилде мырҙа ҡәтғи тауыш менән тартышҡа сик ҡуйырға булды: - Һинең менән игәрешеп87 ултырырға форсат та, тәҡәт тә юҡ – бөтәһе лә мин әйткәнсә булыр. Әйҙә, йыйын, ҡыҙым. Күсенеүҙе ошо көндәрҙә башлағыҙ, ҡараса88 еткәнен көтөп ултырмағыҙ. Ә юрматылағы барамандың тоғролоғо табындарҙа ла, яуҙарҙа ла күп һыналған. Ҡурҡма, минең менән бер-бер хәл була ҡалһа, ул һине үҙе эҙләп табыр. XVI Аҡһаҡ Килембәттең йәшерен бойороғон алған ун һыбайлы Йондоҙҙо Урҙа йортҡа алып китте. Атаһы уны Торатау янында күрән тартҡан Ағайгилде мырҙаға тапшырғас ниҙер һиҙенгән ҡыҙыҡайҙың күңелен юлда барғанда шом биләп алды. Уны ҡайҙа алып киттеләр? Вәғәҙә ителгән Юрматы йорто урынына нишләп Ағайгилде олатаһы олосона ебәрҙеләр? Ошо һорауҙар тынғыһыҙлаған ҡарашын атаһына төбәгәс, ул: - Шулай кәрәк, ҡыҙым, - тип ниңә башын түбән эйҙе икән? Барыһын да төшөндөрһә, ул аңламаҫ инеме ни? Ниңә маңлайынан үбеп: “Бәхил бул,” - тип хушлашты һуң? Үҙенең яуҙа ятып ҡалырын уйлап әйттеме? Килембәттәр араһындағы ҡот осҡос хәлде балаларға һөйләү тыйылғайны, шуға күрә Йондоҙ атаһы менән Ағайгилде мырҙаның үҙ-ара дошманлашыуын әсәһенән ишеткән сала-сарпы хәбәр аша ғына белә. “Улар хәҙер ҡан дошман” тигәйне Аҡҡондоҙ. Ҡыҙының: “Ә ниңә дошман ғына түгел, ә ҡан дошман?” – тигән һорауына: “Араларында ҡан, ана, улар башлаған һуғышта күпме кеше үлде,” – тип, бүтәнсә төбәшмәҫкә ҡушҡайны. Атаһы менән олатаһын бергә күреп, йәнә аптыраны Йондоҙ: ҡан дошман булғас, шулай тиҙ генә татыулашып була микән ни? Яңы ерҙәр күреүҙән хафалары таралып, бер аҙ кәйефләнә төшкән Йондоҙ, үҙен оҙата барыусылар менән уртаҡ тел табыу ниәтенән, һүҙ башларға булды: - Минең атым быйыл бәйгелә беренселекте алды. Ҡыҙҙың был хәбәренән һаҡсылар бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙылар. Уларҙың йәнәш юртҡан бер нисәүһе һүҙгә ҡушылды: - Шулаймы ни? - Ҡайҙа һуң ул ат? Йондоҙ һуңғы һорауҙың хужаһына боролдо: - Бына бит, аҫтымда. Шулай ғына булһа ла, толпар тоҡомло ул. – Ҡыҙыҡай баш ташлап юртҡан дүнәненең муйынынан һөйөп алды. Артта килгәндәрҙең береһе хихылдап көлөп ебәрҙе лә: - Аҫтыңда тағы нимә бар? – тип һораны. Йондоҙ уның тупһыҙ һорауын ишетмәмешкә һалышты һәм, башын текә ташлап, юрамал сайғара89 тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе: - Ышанмайһығыҙмы? Әйҙә, улайһа, уҙышабыҙ! Башҡалар ни ҙә булһа әйтеп өлгөргәнсе, уға мәсхәрәле һүҙ ташлаған баяғы тауыш хужаһы телгә килде: - Атым сабышҡы тип, һин беҙҙән ҡасырға уйлама тағы. Толпар йүгерек, унан уҡ йүгерегерәк. Ул-был була ҡалһа, бер түгел ун уҡ атыңдың мосайы90 араһынан инеп, ауыҙынан барып сығыр. Бындай тупаҫ мөғәмәләгә өйрәнмәгән Йондоҙҙоң бит остарына ҡуйы ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Ул артҡа боролоп, тешен ыржайтып килеүсе битсая91 әҙәмде утлы ҡарашы менән көйҙөрөп алды ла, алға эйелә биреберәк атының бөйөрөн төйгөләне. Ҡола дүнән һаҡсылар төркөмөнән атылған уҡтай айырылып, башын алға һоноп, Дим ярының ҡыу үләнгә ҡалған типһәне92 буйлап сапты. Ҡыҙҙан бындай буҙанлыҡты93 көтмәгән оҙатсылар, аттарын йән-фарман ҡыуалап, уның артынан елдерҙеләр. Йондоҙҙо башта уларҙың төрлө ҡалынлыҡтағы: - Туҡта! Туҡта! – тигән һөрәндәре ҡыуып етте. Әммә артында тупырлаған тояҡ тауыштарын ишетеп йөрәкһегән бәйге атын теләгән хәлдә лә туҡтатыуы еңел түгел ине. Мыҫҡыллы һүҙҙәрҙән сәмләнгән ғәрсел ҡыҙыҡай менгеһен тыйырға тырышманы ла. Ҡыйҡыу-һөрәндәр артынса Йондоҙҙоң ҡолағына әсе һыҙғырыу салынды. Ҡыҙыҡай уны ҡолағы төбөндә шыйлаған ел тип уйлағайны, ләкин аҫтындағы дүнән ҡапыл тиҙлеген кәметеп ҡарғып киткәс, яңылышҡанын аңланы. Артынан атылған яу уҡтарынан үлемесле яраланған меҫкен ат сырҡырап бер генә кешнәне лә “гөрҫ” итеп ергә ауҙы. Аяҡтарын өҙәңгенән алып өлгөргән Йондоҙ уның менән йәнәшә ҡаҡ ергә тәкмәҫләне. Бөйлән94 хәлендәге ҡыҙыҡайҙы, толомонан һөйрәп, Димдең кескәй ҡушылдығына терәлеп үҫкән ҡулҡыға95 килтерҙеләр. Күҙ асып йомғансы булып үткән ваҡиғаларҙан тетрәнгән Йондоҙ һаман һушын йыя алмай ине. Шулай ҙа аҫтында шыптырлаған япраҡтар шауын күмеп һаҡсыларҙың бер-береһен бүлдерә-бүлдерә һөйләшеүҙәре буйынса әлеге мәлдең төш түгел икәнлеген аңланы. Уның тирәһендә ығы-зығы килгәндәрҙең хәбәрҙәре уйынға оҡшамағайны: - Етер, ҡайҙа алып киттегеҙ? - Ошо тирәлә ятҡырайыҡ! - Йә, егеттәр, зифафты96 кем башлай? - Сисендерегеҙ!.. Уғаса булмай, бер-икеһе Йондоҙ эргәһенә сүгәләп, кейемдәрен өҙә-йолҡа тартҡылап сисендерергә кереште. Нәфрәт ҡатыш ҡурҡыуҙан йәне алҡымына тығылған ҡыҙ, бар көсөнә тыпырсынып, ҡаршылашырға маташты. Яҡыныраҡ эйелгән береһенең битен сапсыны – ҡулдарын ергә ҡуша ҡыҫтылар. Салбарының ығырмауын ысҡындыра-ысҡындыра уға яҡынлаған икенсеһенең ҡаҫығына типте – аяғын тоттолар. Өлөшөн алғаны: - Ух, кәнтәй! – тип ыҫылдап, ҡыҙыҡайҙың иҙеүен йыртып асты. Хәлдең ҡотолғоһоҙ икәнлеген бар тәрәнлегендә аңлаған Йондоҙҙоң күкрәгенән: - Туҡтағыҙ, үҙем сисенәм! – тигән ялбарыулы һөрән бәреп сыҡты. Ауыҙынан урғылған был һүҙҙәрҙе ҡолағы ишетһә лә, зиһене ҡабул итмәне, сөнки улар, бөгөнгө мәхшәрле ваҡиғалар кеүек үк, ят ине ҡыҙыҡайға. Ҡайҙан килде уға был уй? - Ебәрегеҙ! – тип бойорҙо көсләүселәрҙең олорағы, - инде б...ҡа китһенме. Ҡул-аяҡтары ысҡындырылған Йондоҙ тороп ултырҙы. Ул ҡомһоҙ ҡараштары менән бөтә тәнен ҡапшап, тишерҙәй булып төбәлгән кешеләр уратаһында ине. -Йә! – тип түҙемһеҙләнде береһе, - башла! -Хәҙер, хәҙер... Ағайҙар, ни бит әле. Ҡурҡышымдан аҫтыма ярау иттем дә ҡуйҙым. Йыуынып киләйемсе – мин бысраҡмын. Кемеһенеңдер: - Нишләйбеҙ? – тигән һорауына ян-яҡтан: -Барһын. - Тик оҙаҡ йөрөмәһен, - тиештеләр. Ҡырҡа ҡарарға килгән Йондоҙ Димгә төштө, уны йылғаға тиклем оҙатҡан яугирҙар яр башында тороп ҡалды. Ҡыҙыҡай башта эйелеп һыуға ҡулын тығып ҡараны – ул сирҡандырғыс һалҡын ине. Шунан аяғы аҫтында яртыһы балсыҡҡа һеңеп ятҡан бала башы ҙурлыҡ ташты һиҙҙермәй генә ҡумшытып сығарҙы. Йондоҙ, эске бер ҡыуаныс менән һалҡын ташты күкрәгенә ҡуш ҡуллап ҡыҫып, турайып баҫты. Һуңынан ярҙағыларға боролдо һәм, тегеләр ни ҙә булһа уйлап өлгөргәнсе, шарҡылдатаһынан бер көлдө лә, Дим ҡосағына ташланды. XVII Иван батшаның төп ғәскәре Зөйә ҡалаһының әйләнә-тирәһенә урынлашып, уның диуарҙарын өҫтәлмә нығытмалар менән уратҡан арала, әрменең уң ҡанатын бағауыллар өсөн ебәрелгән төркөм Оло Иҙелде кисеп сығырға әҙерләнде. Уға йылғаның һул ярында нығынып, төп көстәр һыу кискән саҡта уның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгәйне. Бынан бер йыл элек урыҫ ғәскәрҙәренең тупланыу урыны булараҡ төҙөлгән был ҡәлғә Ҡаҙанды яулап алыуҙа терәк нөктәләрҙең береһе итеп уйланылғайны. Мәскәү дәүләтенең ханлыҡ сигендә нығыныуынан өрккән Йәдкәр хан, эсендәге урыҫ-улаҡты97 ҡыйратып, килгән яҡтарына баҫтырып ебәреү ниәте менән тоҡанып, Зөйә кирмәненә98 бер нисә сапҡын ойошторҙо. Әммә ҡаҙандарҙың бындай һөжүмдәрен күҙ уңында тотҡан урыҫ ҡурғауы һәр саҡ уяу ине. Йәдкәр хан алайҙарының Оло Иҙел аша сығып, оран һалып ҡәлғәгә ябырылыуын көтөп кенә торғандай, бүгәү99 диуарҙарындағы туптар телгә килә. Уларҙың бер-бер артлы гөрһөлдәүҙәренән аттар өркөп аландай, төшөп ярылған йәҙрә ярсыҡтары тиҫтәләгән һуғышсының ғүмерен өҙә. Шуға ҡарамаҫтан, Мәскәүҙең аҫтыртын яуызлығы менән килешергә теләмәгән хандың Зөйә сайбанына100 яһаған һөжүмдәре тим-тим101 ҡабатланып тора ине. Был сапҡындар бигерәк тә һуңғы арала – урыҫ гарнизоны һуғышсыларына зәңге ауырыуы ябырылғас йышайҙы. Йәдкәр хан Ҡаҙан аҡһөйәктәренән тыш үҙ эсенә нуғай кенәзе Зәйниш, Себер мырҙаһы Көбәк ингән хөкүмәткә Оло Иҙел ярында көслө ҡурғау ойошторорға ҡушты. - Нишләйбеҙ, көстәр тигеҙ түгел бит? – тине ашығыс кәңәшмәгә йыйылған хөкүмәт етәксеһе Сапҡын. - Әле ҡулда күпме ғәскәр бар? – тип һораны хан, урынлашҡан ауыр тынлыҡты боҙоп. - Утыҙ өс мең яугир, бөйөк хан. - Ә урыҫтар? - Йөҙ илле меңләп булыр, - тине Сапҡын. - Өҫтәүенә, туптары бихисап тигән мәғлүмәтебеҙ бар. - Һәр беребеҙгә бишәр дошман, - тип һуҙҙы Йәдкәр. – Тик улар баҫҡынсы, ә беҙ ил-йортобоҙҙо һаҡлайбыҙ. Эт үҙ ояһында көслө. -Аллаһы Тәғәлә ни ҡушһа, шул булыр, - тине быға тиклем өндәшмәй ултырған Ҡолшәриф имам. –Хоҙайға тапшырайыҡ. Йәдкәр хан, йөҙлөгөнә текләп бер аҙ өнһөҙ ултырғандан һуң, хөкүмәт ағзаларына күтәрелеп ҡараны: - Эйе, яҙғанын күрербеҙ. Ҡолшәриф әфәнде, изге һуғыш алдынан яугирҙарҙың рухын Ҡөрьән аяттары менән нығытһындар ине. Ололар беҙгә еңеү теләп ғибәҙәт ҡылһындар, тәғбир әйтһендәр. Моғайын, ҡаланы хәтһеҙ ваҡыт һаҡларға тура килер, дошман өҫтөнә ыҫмала, таш яуҙырыу өсөн һуғышҡа яраҡһыҙ кешеләрҙе ойошторорға кәрәк. - Халыҡ әҙер, - тип бүлдерҙе уны Сапҡын. Йәдкәр хан урынынан торҙо: - Изге сәғәттә! Хоҙай беҙҙе мәрхәмәтенән ташламаһын. Амин! - Амин! Ул төндә Ҡаҙан халҡы йоҡламаны тиерлек, сөнки оҙон ҡолаҡтар килтергән хәбәрҙәр буйынса, Зөйә тамағынан үрҙәрәк урыҫтарҙың бихисап карап йүнәтеүҙәре, һал бәйләүҙәре билдәле булды. Тимәк, иртәгәнән дә ҡалмай улар Оло Иҙелде кисә башлаясаҡ. Буласаҡ яу алдынан йөрәкһегән Ҡаҙан гарнизоны һуғышсылары ҡорал-ярағын рәтләне, ҡала диуарҙарындағы бағауылдар, бер-береһенә тауыш итә-итә, керпек ҡаҡмайынса Ҡаҙан йылғаһы аръяғындағы шомло ҡараңғылыҡты күҙәтте. Унда – йылғаның теге ярында, күктәге һанһыҙ йондоҙҙар менән ярышып, уттар емелдәй. Улар – һәр береһе үҙ күрәндәрен ҡорған татар, нуғай, башҡорт, шулай уҡ ханлыҡҡа тоғро ҡалған сыуаш, ар, сирмеш ғәскәрҙәре тоҡандырған усаҡтар ине. Ул ғәскәрҙәрҙең төнгө ҡарауылдары, әленән-әле айт-һайтлап ҡысҡырып, бер-береһе менән хәбәрләшә, уяулыҡҡа өндәй. Ҡапыл төнгө тынлыҡты ярып, нуғайҙар менән берлектә Ҡаҙан диуарҙарына яҡын ғына урынлашҡан башҡорт яугирҙары күрәненән ҡурай тауышы яңғыраны. Һыҙылып ҡына сыҡҡан был ауаз, тирә-йүнде илаһи бер моң монарына солғап, уяу булғандарҙың күңеленә бөткөһөҙ һағыш тулҡындары булып ҡаҡты. Тормоштоң үҙе кеүек үк серле лә, тәбиғәттең үҙендәй ябай ҙа был моңда шулай уҡ ғүмерҙең мәңгелеген раҫлаусы өндәр ҙә ишетелеп ҡалғандай ине. Бер аҙҙан моңло һәм күтәренке рухлы көйгә йыраусының тауышы ҡушылды: Уралҡайҙан бейек, ай, тау булмаҫ, Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ. Атҡайҙарға менеп, һаҙаҡ алһам, Дошмандарға унда юл булмаҫ. Билдәһеҙ йыраусының киң күкрәгенән урғылған боронғо яу йырында Урал армыттарының бейеклеге лә, офоҡтан-офоҡҡаса һуҙылған далалар киңлеге лә төҫмөрләнгәндәй ине. Йыр үҙенең үлсәмдәргә һыймаҫ моңо менән яҡын-тирәләгеләрҙең күңелен арбап, яҡты донъяның гүзәллеген раҫланы, тыуып-үҫкән ғәзиз ер өсөн йән аямай көрәшергә саҡырҙы... Иртәнсәк, Оло Иҙел өҫтөн ҡаплаған шыйыҡ томан күтәрелеп тә өлгөрмәҫтән, көнбайыштағы текә ярҙа урынлашҡан тиҫтәләгән туптар гөрһөлдәне. Уларҙан зыйлап осҡан йәҙрәләр бер-бер артлы Ҡаҙан яғындағы ярға төшөп ярылды, һауаға аҡтарылған тупраҡ бағаналары һәм саң болоттары күтәрелеп, иртәнге күкһел томан менән буталды. Уғаса булмай, ҡораллы урыҫ һуғышсылары тейәлгән караптар менән еңел кәмәләр, әкренерәк ҡуҙғалыусы һалдар хәрәкәткә килде. Туптарҙың дәһшәтле гөрһөлдәүенән тертләгән ҡаршы ярҙа ла йәнләнеү һиҙелде: дошман һөжүмен көтөп йөрәкһеп торған ҡаҙандар Иҙел буйлап аттарҙа сабыша, урыҫ караптарына тоҫҡап башаҡтарына көйрәп торған кейеҙ киҫәге уралған уҡтар яуҙыра башланы. Уларға йылғаның уртаһына яҡынлаған караптарҙан, себереүгә102 тупланған сәүкәләр һымаҡ һыу өҫтөн ябып килгән кәмәләрҙән мылтыҡтар яуап бирҙе, һалдарға беркетелгән туптар ғәйрәт сәсте. Шулай ҙа өҙлөкһөҙ яуған уҡ ямғыры үҙенекен эшләне – яҡынлашып килеүсе дәһшәт каруанының уртаһында һәм һул ҡанатында ике карап төтәп яна башланы, үлемесле яра алған тәүге шәһиттәр, кәмәләрҙән ҡолап, Оло Иҙел төбөнә китте. Был яҡ ярҙа ҡыуаныс һөрәндәре ишетелде, унан дәртләнгән ҡаҙандар, йәйәләрен һындыра яҙғансы тартып, дошманға үлем илселәрен сойорғотоуҙы көсәйттеләр. Ләкин ҡыуанырға иртәрәк ине, сөнки тап шул саҡта Иҙел үренән былай табан сабып килгән атлы яу күренде. Был – таң алдынан бер нисә саҡрым өҫтәрәк йылғаны аша сыҡҡан урыҫ гвардияһы ине. Ябансы мырҙа етәкләгән нуғай һәм башҡорт атлылары, һөңгөләрен ҡыҫып тотоп, ҡылыстарын ҡындан һурып, алышҡа әҙерләнде. Белә яугирҙар: торҡа һәм тимер күлдәк кейгән был ғәскәргә уҡтан атыу файҙаһыҙ – уларҙың хатта аттарына ла күкрәксә кейҙерелгән. Ғәййәрләнеп елеп килгән урыҫ атлылары, ҡаҙандарға бер уҡ атымы ҡалғас, ярһыған аттарын көскә тыйып, туҡтап ҡалдылар. Улар сафынан ҡуйы яллы ерән атҡа атланған бер бәһлеүән сыҡты һәм, ҡулындағы оҙон һөңгөһө менән янап, көслө ҡалын тауыш менән: - Һәй, сыҡ, басурман! Арағыҙҙа кем иң батыры? – тип ҡысҡырҙы. Уға ҡаршы кем дә булһа сығып өлгөргәнсе, ҡайҙандыр Ҡаҙан яғынан осоп килгән бер аҡ күгәл өйрәк, ҡанаттарын саҡ-саҡ ҡағып хан ғәскәре өҫтөнән үтте лә, сафтар алдына ҡолап төшөп, йән бирҙе. Ғүмерҙә лә күрелмәгән был ғәжәп хәлде нимәгә юрарға ла белмәнеләр. Сафтың икенсе рәтендә торған олораҡ яугирҙарҙың береһе: - Был – беҙҙең еңелеүгә ишаралыр, ахырыһы, - тип насарға юраны. Икенсеһе уға ҡаршы төштө: - Юҡҡа ҡапаҡламай тор әле. Ә мин быны урыҫтарҙы он-талҡан итәсәк ғәйрәтле бер батырҙың етеп килеүенә юрайым. Уларҙың бәхәсе ошонда өҙөлөп ҡалды, сөнки баяғы бәһлеүәндең айыу үкереүен хәтерләткән һөрәне йәнә ҡабатланды. Шул саҡта хан ғәскәренең һул ҡанатында торған һыбайлылар араһынан Һыртлан тигән батыр атылып сыҡты. Ул, аҫтындағы туры айғырын ҡарғытып, егетлек күрһәтеп алғандан һуң, ҡулындағы ҡыл арҡанын йәтешләп, күктәй күкрәп торған уҫлаптай һыбайлыға ҡарай сапты. Үҙенә йүнәлгән дошманды күреп, урыҫ яугиры ла атын ҡыуҙы. Улар бер-береһе менән тигеҙләштеләр тигәндә, Һыртлан, атын бер һөңгө буйы ситкәрәк тартып, урыҫтың муйынына ҡороҡ ырғытты. Ни булғанын аңлап та өлгөрмәгән бәһлеүән “гөрҫ” итеп салҡан ҡолап төштө. Үлемесле боғалаҡ уны ҡот осҡос тиҙлек менән һөйрәп алып китте лә йәнен Ғазраил фәрештәгә тапшырҙы. Дәһшәтле күренештән рухланған хан сиреүе өҫтөндә, бер күкрәктән сыҡҡандай, ҡеүәтле ауаз яңғыраны: - Ура!.. Оран артынса ғәскәр үҙе алға уҡталды. Ҡаршы яу ҙа, һөңгөләрен тырпайтып, ҡылыстарын ялтлатып, урынынан ҡупты. Ике тере диуар ҙур тиҙлек менән маңлайға-маңлай бәрелеште һәм аяу белмәй бер-береһен онтарға, ҡыйратырға кереште. Ул арала урыҫтарҙың төп йәйәүле ғәскәре, ҡотолғоһоҙ тиҙлек менән Иҙел тулҡындарын яра-яра, был яҡ ярға яҡынланы. Бер нисә саҡрымға йәйелгән кәмәләр һәм караптар каруанынан туҡтауһыҙ мылтыҡ йәҙрәләре яуҙы, арттараҡ килгән һалдарҙан туптар үлем сәсте. Йәдкәр хандың күпселеген йәйәүле һуғышсылар тәшкил иткән алайҙары, яр буйын ҡорбандар менән түшәп, сигенергә мәжбүр булды. Бер аҙҙан Иван батша әрмеһенең алғасҡыһы Ҡаҙан яҡ ярға аяҡ баҫты. Мылтыҡтар менән ҡоралланған йәйәүле гвардия яугирҙары, ҡомға һирпелгән тулҡындарҙы хәтерләтеп, саф-саф булып яр башына үрмәләне һәм уҡ ямғырына ҡаршы аяуһыҙ ут асты. Уларҙың уң ҡанаты ҡаҙандарҙың сая ҡаршылыҡ күрһәткән төркөмөнә ҡаршы һуғышты, ә һул ҡанаты атлы гвардия менән йәнтәслимгә алышҡан хан ғәскәренә арттан дөргөн103 һөжүм ойошторҙо. Шул саҡта Ҡаҙан диуарҙарына урынлаштырылған туптарҙың береһенән аттылар. Был – дөйөм сигенеүҙе һәм ҡәлғә эсенә инеп бикләнеүҙе аңлатҡан шартлы билдә булды. Хан ғәскәре, фарманға буйһоноп, һуғыша-һуғыша артҡа боролдо. Яу ҡомарынан ҡандары ҡыҙған атлылар, арттан ҡулсаға алырға маташҡан һирәк урыҫ сафтарын тапап, иҙеп үттеләр. Шулай уҡ сигенеүселәрҙең уң ҡанаты йәйәүле ғәскәрҙәрҙе Ҡаҙан йылғаһына табан ҡыҫырыҡлаған мәскәүҙәрҙең алғасҡыһын он-талҡанға әйләндерҙе. Йәйәүле Йәдкәр хан сиреүенең һуңғы һуғышсыһы Ҡаҙан яҡ ярға аяҡ баҫыу менән, күпергә ут төрттөләр. Ҡаҙан йылғаһы аша һалынған боронғо күпер, һауаға ҡара төтөн бөркөп, лаулап яна башланы. Ябансы мырҙа ҡулы аҫтындағы атлы ғәскәр иһә сабып килгән ыңғайға кисеүгә ташланды һәм, йылғаны аша сығып, Ар тарафындағы ҡалын урман эсенә инеп юғалды. XVIII Иге лә, сиге лә юҡ кеүек күренгән урыҫ ғәскәре, ҡуҙғытылған ҡырмыҫҡалар ише мыжғып, Иҙелде ике көн буйы кисте. Һуғышсыларҙың бирге яҡ ярға сыҡҡан береһе ойошҡан рәүештә урынлашып, үҙ күрәнен ҡорҙо, туптарын турҙарға беркетеп, буласаҡ атышҡа әҙерләне. Ҡаҙанды ҡамау менән шәхсән шөғөлләнгән Иван батшаның бойороғо буйынса, ҙур һәм алғасҡы полктар Ар яланында урынлаштырылды, ә уң фланг Ҡаҙан йылғаһы буйында фронт тотто. Һаҡ полкына Ҡаҙандың ҡушылдығы булған Болаҡ тамағында, ә һул ҡанатҡа унан өҫтәрәк нығынырға әмер бирелде. Шәһеғәли етәкселегендәге алайҙар Болаҡ аръяғындағы зыярат эргәһендә урынлашты, Ивандың шәхси дружинаһы иһә Батша яланында күрән ҡорҙо. Ҡаҙан ҡалаһы Оло Иҙелдән алты саҡрым алыҫлыҡтағы текә яр башында төҙөлгәйне. Ҡәлғәне көнбайыштан Ҡаҙан йылғаһы, көньяҡтан уның ҡушылдығы Болаҡ, ә төн яғынан әйләнә-тирәләре һаҙлыҡ булған эреле-ваҡлы күлдәр һаҡлап ята. Ҡаланы урталарына таш һәм ер тултырылған ике ҡатлы имән диуарҙар уратып алған. Шуға күрә, Йәдкәр хан, Мәскәү батшаһының бирелергә тәҡдим итеп яҙған хатына ҡырҡа баш тартыу менән яуап бирҙе. Хан һымаҡ уҡ Ҡаҙан ҡәлғәһенең ныҡлығына ышанған һуғышсыларҙың да, ябай халыҡтың да фекерҙәре бер сама ине: “ Мәскәүҙәрҙе диуарҙар аҫтында тәүләп күрмәйбеҙ, быныһында ла килгән яҡтарына ҡасып китерҙәр, улар артынан тағы ла көлөп ҡаласаҡбыҙ.” Ҡаҙандарҙың был фекерен йөпләгәндәй, Иван батшаның бихисап һуғышсылары үҙҙәренә тәғәйенләнгән ерҙә урынлашып бөтөр-бөтмәҫтән, туктауһыҙ ямғырҙар башланып китте. Көнө-төнө күктән ишелгән был афәттән Ҡаҙан менән Болаҡ һыуҙары ярҙарынан ашып сығып, болондарҙы баҫты һәм былай ҙа һаҙмытланып ятҡан әйләнә-тирәне батҡылға әүерелдерҙе. Әммә мәскәүҙәр, ғәжәп бер тырышлыҡ һәм талымһыҙлыҡ күрһәтеп, Ҡаҙанға һөжүм әҙерләүен дауам итте: йылға аша сығарылған туптарын турҙарға беркетте, ямғыр менән ярышып яуған уҡтарға ҡарамайынса, уларҙы төрлө яҡтан ҡала диуарҙарына яҡынлатҡандан-яҡынлатты. Төндәрен урыҫ күрәндәрендә янған уттар ҡаланы һаҡлаусыларға бигерәк ауыр тәьҫир итте. Бейектән ҡарағанда Ҡаҙанды уратып алған был утлы ҡулса йым-йым итеп торған йондоҙҙарҙан яһалған биғәйәт104 ҙур беләҙекте хәтерләтә ине. Ямғыр туҡтап бер нисә көн үткәс, ете меңләгән стрелец һәм казактарҙан торған ғәскәр, ҡаҙандар тарафынан яндырылған күперҙе яңынан тергеҙеп, Болаҡ аша сыҡты һәм Ҡаҙан диуарҙарына яҡынлашты. Уларҙың уйы – Ар яланына үтеү һәм шунда нығыныу ине. Сөнки бынан алда Ҡаҙандан ҡасып урыҫтарға бирелгән Ҡамай мырҙа түбәндәгеләрҙе хәбәр иткәйне: ҡалала, башында Ҡотос улы Сапҡын торған ваҡытлы хөкүмәт төҙөлгән. Унда Ҡолшәриф имам, нуғай кенәзе Зәйниш, төмән мырҙаһы Көбәк, йәнә Аталыҡ, Нарыҡ улы Ислам, Ғәлекәй, Дәрүиш кеүек Ҡаҙан аҡһөйәктәре ингән. Улар тарафынан Ар урмандарында боҫҡон тотҡан кенәз Ябансы һыбайлыларына урыҫ ғәскәрҙәренә әленән-әле сапҡын ойоштороу бурысы йөкмәтелгән. Воеводалар Шемякин һәм Троекуров юлбашсылығындағы әлеге төркөм Ар яланында нығынған полктарҙы Ябансы яугирҙарынан ҡурсалап торорға тейеш ине. Стрелецтар менән казактар диуарҙарға етеп килгәндә, ҡапыл ҡаланың Төмән яҡ ҡапҡалары асылып китте һәм, унан ун меңдән ашыу ҡаҙандар атылып сығып, урыҫтар өҫтөнә ташланды. Бер үк ваҡытта ҡәлғә нығытмаларындағы туптар телгә килде, ҡамаусылар башына өҫтән уҡ ямғыры яуҙы. Бындай ҡыйыу һөжүмде көтмәгән урыҫ яугирҙары ҡаушап ҡалды, шулай ҙа, сигенеүҙең һуң икәнен аңлап, һуғышҡа инергә мәжбүр булды. Ҡыҫҡа ғына, ләкин аяуһыҙ алыш ҡаҙандарҙың тулы еңеүе менән тамамланды: Шемякиндар төркөмөнөң яртыһы тураҡлап ташланды, ҡалғандары, бер-береһен тапай-тапай, Болаҡ аръяғына ҡасып ҡотолдо. Ҡаланы һаҡлаусыларҙың рухын күтәргән тәүге һуғыштың икенсе көнөнә тирә-яҡта ҡот осҡос дауыл ҡупты. Бығаса һис ҡасан күрелмәгән ғәрәсәт Иван батша сиреүҙәре ҡорған сатырҙарҙы, төбө-тамыры менән йолҡоп, осороп алып китте, өйҙәй булып күтәрелгән тулҡындар тап шул саҡта Оло Иҙел аша аҙыҡ-түлек тейәп сығып килгән караптарҙы, еңел кәмәләрҙе ауҙарҙы. Ҡоттары осҡан урыҫ һуғышсыларын дөйөм ҡурҡыу һәм шом солғап алды. Ғәскәрҙә хөкөм һөргән хәүеф-хафа тойғоһо Иван Васильевичтың да күңеленә ҡағылды, әммә ул, тыштан тыныс күренергә тырышып, икмәк артынан Зөйә менән Мәскәүгә ашығыс рәүештә яңынан караптар оҙатты. Дауылдың икенсе көнөнә урыҫтар, төндә һаҡ полктары тарафынан диуарҙарға ҡаршы ҡуйылған пушкаларҙан ата башланылар. Уларға Ҡаҙан нығытмаларына урынлаштырылған туптар яуап бирҙе. Һирәк-һаяҡ өҙөлөп торған ҡара-ҡаршы атыш кискә тиклем дауам итте. Көслө гөрһөлдәү тауыштары ер менән күкте тетрәтте, геүләп ҡала эсенә осҡан туптар таш биналарға әллә ни зыян килтерә алмаһа ла, ағас өйҙәргә, ҡаралтыларға хәтһеҙ зыян-зәүрәт һалды. Ҡаҙан эсендә емереклектәр артты, күккә ҡара һөрөм булып күтәрелгән янғындар сыҡты. Көн һүрелеп, яҡты донъяны ҡараңғылыҡ пәрҙәһе ҡаплағас, Йәдкәр хандың иң ҡыйыу, һайланмыш яугирҙары, ҡала тирәләй урынлаштырылған туптарҙы юҡҡа сығарыу уйы менән, төнгө һуғышҡа сыҡты. Улар бер нисә урында урыҫ ҡурғауын өҙөп, туптарын һыуға батырҙы, ләкин дөйөм уңышҡа ирешә алмайынса, ҡәлғә эсенә инеп бикләнде. Был ҡанлы бәрелештә хөкүмәт ағзаларынан Нарыҡ улы Ислам менән Сүнчәләй баһадир шәһит китте. Ҡаҙандарҙың әле бер, әле икенсе ҡапҡанан сығып дөргөн һөжүм яһауҙары көн дә тиерлек ҡабатланып торҙо. Алдан һөйләшеү буйынса, һуғышҡа сығыр алдынан Ябансы кенәзгә хан һарайы өҫтөндәге ҡалансанан шартлы билдә яһала ине. Ҡәлғәнән тыу болғағанды күргән боҫҡондағы атлылар урыҫ сиреүҙәренә сапҡынға ташлана, бер үк ваҡытта Ҡаҙан ҡапҡаларынан сыҡҡан хан яугирҙары ҡапма-ҡаршы яҡтан һөжүм башлай. Ҡорбандарҙың көндән-көн күпләп артыуынан ярһыған Иван батша Ябансы атлыларын тар-мар итергә бойорҙо. Уның асыуынан ҡурҡҡан кенәз Горбатый хәйлә менән алдырырға булды һәм, уңайын тура килтереп, атлыларҙы тоҫҡанға алыуға иреште. Һөҙөмтәлә Ябансы яугирҙары тулыһынса ҡыйратылды, иҫән ҡалған йөҙләп һыбайлы әсиргә алынды. Урыҫтар әсир төшкәндәрҙе диуарҙар ҡаршыһына килтереп, ҡолғаларға бәйләнеләр һәм, ҡәлғә эсендәгеләргә бирелергә өндәп ҡысҡырырға ҡуштылар. Ләкин ҡаҙандар: “Һеҙҙең бысраҡ ҡулдарығыҙҙан үлгәнсе, беҙҙең таҙа ҡулыбыҙҙан шәһит китһендәр!” – тип ҡысҡырҙылар һәм ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙы һорап аҙарынып105 торған үҙ һуғышсыларының барыһын да уҡтан үткәрҙеләр. Бындай аяуһыҙ ҡаршылыҡтан тетрәнгән Иван Васильевич ғәскәрендәге алман мөһәндисен106 саҡыртып алды һәм Болаҡ йылғаһынан алып Аталыҡ менән Төмән ҡапҡаларына тиклем ер аҫты юлы ҡаҙырға бойорҙо. Ул Ҡамай мырҙаның биргән мәғлүмәттәренән ҡамауҙағыларҙың ер аҫты юлы аша Ҡаҙан йылғаһы буйындағы шишмәнән һыу ташығандарын яҡшы белә ине. Әлеге мөһәндис етәкселегендәге урыҫтар, ер аҫтын ун көн ҡаҙып, йәшерен һыу юлының аҫтына барып сыҡтылар. Иван батшаның бойороғо буйынса унда ун бер мискә дары ташып һалынды. Тоҫҡанға алынғандың ун икенсе көнөндә Ҡаҙан халҡын кирмән диуарҙарын дер һелкеткән ҡот осҡос ҡаты шартлау тертләтте. Гөрһөлдәү шул тиклем көслө булды, хатта ер ҡыртышы менән бергә ҡәлғә эсендәге өйҙәр һелкенде, хан һарайындағы һәм оло мәсеттәге тәҙрәләргә ҡуйылған быялаларҙың ҡайһы берҙәре шаурап төштө. Ҡоттары осҡан ҡала халҡын дөйөм ҡабзиәт107 солғап алды – имәнес тауыштан ҡурҡҡан бала-саға менән бисә-сәсә илаулашты, ҡарт-ҡоро күңелдәрендәге шомдо ғибәҙәт менән баҫырға тырышты. Таж-тәхеткә мөнәсәбәттәре булған хөкүмәт ағзалары, уларҙың яҡындары һәм ҡала вәлиҙәре108 зыу килгән ғауамды тынысланырға өндәне, берҙәмлеккә һәм рухи ныҡлыҡҡа саҡырҙы. Шартлау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән өңөш аша мәскәүҙәр һөжүм ойошторорға маташты, ләкин уңышҡа ирешә алманы. Диуарҙың емерелгән урынын төн сыҡҡансы ямап өлгөргән ҡамауҙағылар таң менән дәррәү һөжүмгә сыҡтылар, тик әллә ни ҡыйрата алмайынса, кире ҡәлғә эсенә инеп бикләнделәр. Икенсе шартлау өс аҙнанан һуң яңғыраны. Хан һуғышсыларының ҡасауырлығынан109 һарыуы ҡайнаған Иван батша был юлы Ар ҡапҡаһы тәңгәленән ҡәлғә тирәсенең аҫтын ҡаҙырға бойорҙо. Унда дары мискәләре һалып диуарҙы шартлатҡандан һуң, туп беркетелгән турҙарҙы бер юлы Ар, Аталыҡ һәм Төмән ҡапҡалары ҡаршыһына тәгәрәтеп килтерҙеләр. Ҡаҙандар, йәнә ҡала тышына урғылып сығып, дөргөн һөжүм ойошторҙолар. Үлемесле һуғышта урыҫтар өҫтөнлөк алды. Уларҙың еңеүе бына-бына ғына һымаҡ ине, ләкин баҫҡын менән дөйөм етәкселекте үҙ өҫтөнә алған Иван Васильевич ғәскәренә сигенергә бойорҙо. Татарҙар, ҡырмыҫҡа тырышлығы менән төнө буйы эшләп, таң атҡансы диуарҙың шартлатылған өңөшөн тағы йүнәтеп өлгөрҙөләр. Өсөнсө һәм һуңғы шартлау өс көн үткәс бөтә Ҡаҙанды дер һелкетте. Быныһында ҡәлғә тирәсенең аҫтын төрлө урындан ҡаҙып, ҡырҡ һигеҙ мискә дары шартлатылды. Ҡала нығытмаларын бер нисә урындан емергән был гөрһөлдәү ҡасандыр гөрләп торған Ҡаҙан ханлығының зәүалы110 булып яңғыраны. Барлыҡҡа килгән өңөш аша урыҫтар, ҡеүәтле ташҡын булып, ҡала эсенә ябырылды, Ҡаҙан урамдарында ҡан ҡойғос уҫмаҡ111 башланды. Ҡәлғә эсендәге һәр тыҡрыҡ, һәр бер йорт үлемесле дарелхәребкә112 әүерелде. Инде ситтән һис бер имәү113 көтмәгән хан яугирҙары, яраланған йыртҡыс үҙенең үлтереүсеһенә ырғығандай, күбәйгәндән-күбәйә барған урыҫ сарбаздары өҫтөнә ташланып, иҫ киткес сая ҡаршылыҡ күрһәтте. Урамдарҙа тиңһеҙ һуғыш алып барған ҡала гарнизонына ябай халыҡ ярҙамға килде – улар, ҡулдарына ни эләгә, шуның менән ҡоралланып, тап-тап114 булып берләшеп, баҫҡынсыларға ҡаршы алышты. Әммә яҡшы ҡоралланған биниһая ғәскәргә оҙаҡ ҡаршылашыу мөмкин түгел ине. Бер аҙҙан аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәткән хан һуғышсыларының күпселеге хәтәр ҡыйымда башын һалды, уларҙың айҡаша-айҡаша артҡа сигенгән бик әҙ генә өлөшө, ҡала майҙанында тупланып, хан һарайына инеп бикләнде. Яу ҡомары менән ҡан ҡойоштан тиңкегән115 еңеүселәр ҡаланың тере ҡалған тыныс халҡын таларға кереште, сөнки Иван батшаның алдан иғлан ителгән фарманы шундай ине. Ярһыуҙан күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәгән урыҫтар кемуҙарҙан өйҙәргә бәреп инде, хужаларын пыран-заран килтереп, мал-мөлкәтен ғәнимәт116 итеп алды, хатта телде аңламауҙан, ҡурҡыуҙан иҫһеҙгә әүерелгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйберҙәрен ҡолаҡ япраҡтары һәм бармаҡтары-уты менән бергә ҡырҡып алыуҙан да тартынманы. Хан һарайына бикләнеп ҡотолған ҡаҙандар, әжәлде көтөп ултырыуҙан һуғышып үлеүҙе артыҡ күреп, талау менән мауығыу арҡаһында ҡалаға уҙалы-ҡаҙалы117 таралышҡан баҫҡынсыларға ойошҡан рәүештә һөжүм башларға ҡарар итте. Уларға анда-һаяҡ боҫоп ҡалған һәм ҡала урамдарында шәһит киткән урыҫ яугирҙарынан алынған ҡарыу-яраҡ менән ҡоралланған Ҡаҙан аҙаматтары118 ҡушылды. Был тәүәккәл ир-егеттәр, бер нисә төркөмгә бүленеп, уңыштан һәм бай аламандан119 баштары әйләнгән баҫҡынсыларға аңғармаҫтан һөжүм итә һәм осраған бер ерҙә аяуһыҙ ҡыра башланы. Иҫтәренә килгән урыҫ күсәмдәре, әрмелә тәртип урынлаштырыу өсөн, хаттин ашҡан аламансыларҙы бер нисә урында үҙҙәре үк атып үлтерергә ҡушты һәм дөйөм талауҙар арҡаһында өҙөлөп ҡалған уҫмаҡты дауам итергә бойорҙо. Ҡаҙандарҙың үжәтлеге менән ҡасауырлығынан енләнгән баҫҡынсылар ҡырғынды өр-яңынан башлап ебәрҙе. Яу башлыҡтарының ҡәтғи бойороғо буйынса ҡалалағы барлыҡ ир-егет һәм улан-ушаҡ120 үлтерелде, йәшерәк ҡатын-ҡыҙ ҡоллоҡҡа ҡыуыр өсөн бер урынға тупланды. Боронғо пайтәхеттең халҡын тулыһынса ҡырып бөтөргәндән һуң, еңеүсе ғәскәрҙең уны талауы өр-яңынан башланып китте. Тик туған ҡалаларын һаҡлап ҡорбан булғандар өсөн урамдар буйлап аҡҡан ҡан шишмәләрен кисеп унда-бында йүгерешкән еңеүселәр ҙә, еһер121 ҡалып таланған өйҙәр ҙә, үрт һалынған Ҡаҙан да, уның урамдарында түшәлеп ятҡан шәһиттәр ҙә барыбер ине. XIX Ҡобағош үҙ ҡарамағындағы бер төмәнлек сиреү башында көҙгә ҡарай тартылып ҡалған Ыҡ йылғаһын кисеп сыҡты. Исмәғил мырҙа, бейлеге өҫтөнә сәсәнлеге менән дан алған был үткер һәм ҡыйыу аҙаматты башҡаларҙан айырып, уның ғәскәрен тулыландырып, үҙен төмәнәк122 итеп тәғәйенләгәйне. Яңыраҡ үткән хәрби кәңәшмәлә Йософ кенәзгә ҡаршы ҡуҙғаласаҡ оло яуҙың һул ҡанатын ҡурсалау Ҡобағош бей төмәненә йөкмәтелде. Сәрғәскәрҙең яу алдынан биргән күрһәтмәләрен иғтибар менән тыңлап ултырған Ҡобағош күңелен өйкәп торған шиге менән уртаҡлашты: - Мырҙа, яңғыҙлыҡ яуға ярамай, тигәндәр. Төкләҫ хандың өс төмәндән артыҡ һаҙаҡ туплауы дөрөҫ булһа, уға ҡаршы минең яңғыҙ төмәнем ни ҡыла алыр икән? - Башта ташланған юлбарыҫ арыҫланды еңә, - тип көлөмһөрәне Исмәғил. – Дошманға үс – яугирға көс, тигәнде лә оноторға ярамай. - Уны иҫтән сығарған юҡ инде былай, - тине Ҡобағош. Ул йәнә: “Үс үҙе генә үлтерһә икән дошманды!” – тип әйтергә уйланы ла, тыйылып ҡалды. Ҡоро һүҙ көрәштереүҙән ни файҙа! Юҡты бар итергә, Исмәғил мырҙа тылсым эйәһе түгел. Былай ҙа унан-бынан тартҡылап, Ҡобағоштоң сиреүен бер төмәнгә тултырҙы. Бары менән байрам тигәндәй, шуға шөкөр итергә тура килә. Ҡалғаны – яу башлығының зирәклеге менән һуғышсыларҙың ныҡлығынан тора. Берәү ун кешене еңгән осраҡтар ҙа була, әммә яу мәләктәренең ҡайһы яҡҡа өҫтөнлөк биреүе – Хоҙай ҡулында. - Ҡана һуң, Иван батша үҙенең вәғәҙә иткән мәҙәтен123 һуңлатмаған булһа, - тип дауам итте Исмәғил мырҙа, - тик ул да әлеге мәлдә Ҡаҙанды түбәләү менән мәшғүл. Ошо урында мырҙаның оло улы Динәхмәт төмәнәк хәбәр ҡыҫтырҙы: - Ҡоро һүҙҙән ҡорһаҡ туймай. Исмаһам, йүнлерәк ҡарыу-яраҡ бирер ине. Мәскәүгә уҡталған Йософ кенәз ғәскәренә ҡурғау булып беҙ торабыҙ түгелме? Әгәр ҙә ул ябырылған булһа, Иван, Ҡаҙанды ҡамау түгел, керер урын тапмаҫ ине. Барыһының да күңелендә булған, ләкин әйтергә ҡыймаған уйҙарын асып һалған Динәхмәт мырҙаның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар ине, әлбиттә. Ул ниндәйҙер дәрәжәлә Исмәғилгә табалау124 булып яңғыраны. Ҡорҙағылар, төмәнәк ауыҙынан сыҡҡан сор125 фекерҙе үҙҙәре әйткәндәй уңайһыҙланып, ҡараштарын аҫҡа текәнеләр. Бер аҙға яйһыҙ тынлыҡ урынлашты. Бәхәс ҡуптарып, үҙ-ара күҙегешеүҙең урыны һәм мәле бөгөн түгел икәнен бөтә тәрәнлегендә аңлаған Исмәғил, тоңҡосоноң126 һүҙҙәренә илтифатһыҙ ҡалғанын белдерергә тырышып: - Ярҙам булыр ул, тик көнө бөгөн түгел, - тине. – Мин Иван батшаға үҙемә ышанғандай ышанам. Ҡыйын булһа ла, хәҙергә үҙ көсөбөҙгә таянырға тура килә. Әле, Ыҡ йылғаһын кисеп, үҙенең тыуған яҡтарына яу булып яҡынлашҡан Ҡобағош, һуңғы ҡорҙо өр-яңынан хәтеренән үткәрҙе. Эйе, тирә-яҡта бығаса күрелмәгән ҙур боларыш бара. Унан ҡасып ҡотолоп булмауы ла раҫ. Исмәғил хаҡлы: Мәҫкәүҙең ҡеүәте айлап түгел, көнләп үҫә. Ҡаҙандың яҙмышы ҡыл өҫтөндә. Ә һуң урыҫ батшаһына инабат бармы? Уның ҡул аҫтында кем йәшәп ҡараған? Иванға арҡаланған Исмәғил мырҙа еңгән хәлдә, ул олуғ кенәз булып ултырыр. Ә донъяла ни үҙгәрер? Бәлки, Йософ хаҡлылыр – барыбыҙ бер булып урыҫ баҫҡынына ҡаршы торорға кәрәк булғандыр? Береккән һыу – Иҙел, таралған һыу – тамсы була, тигәндәр. Бер-беребеҙ менән ҡанъяуланып, бер саҡ ер йөҙөнә тамсы булып һибелмәбеҙме?.. Уның ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан туҡылған шик-шөбһәле уйҙарын офоҡто һоро япма булып ҡаплай барған көҙгө иртәсел эңер бүлдерҙе. Был саҡта төмән ара-тирә тубылғы ҡыуаҡтары, һирәк ҡулҡылар үҫкән уйпатлы яҫы ҡалҡыулыҡ буйлап бара ине. Ҡуналҡаға туҡтау өсөн бынан да уңайлы урындың булыуы мөмкин түгел – тирә-йүн ус төбөндәге кеүек күренеп тора. Шуны уйлап, Ҡобағош ғәскәргә ошонда туҡтарға бойорҙо. Һуғышсылар, өйрәнелгән ғәҙәт буйынса күрән ҡороп, ип-һап итергә лә өлгөрмәне, көҙгө эңерҙе мәҙе127 алмаштырҙы. Офоҡ ситтәре аныҡлығын юйып, ер менән күк бер үк төҫтәге ҡуйы ҡараңғылыҡҡа сумды. Ай араһы ине, шуға күрә асманда бер-бер артлы тоҡанған йондоҙҙар уғата сағыу балҡып, күк көмбәҙен тылсымлы нурҙар менән биҙәне. Уларға эйәреп, ерҙәге Ҡош юлы төҫлө төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған төмәндең әле бер, әле икенсе яғында усаҡтар тоҡанды. Әкиәти аттарҙың елгә туҙғыған ҡыҙғылт-һары ялдары кеүек үргә талпынған ялҡын телдәре күңелдә ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғолар уятты. Ул хистәрҙең тәүгеһе тәрән ышаныс, икенсеһе – аныҡ ҡына итеп аңлатып та булмай торған хәүеф-хафа ине. Артыҡ ығы-зығыһыҙ ғына урынлашып, ҡурйындағы хәрез128 менән тамаҡланып алғас, Ҡобағош бей ваҡытлыса ҡоролған тирмәһенә мең баштарын саҡырҙы. Уларҙың тап яртыһын төмәнәктең үҙе менән Исмәғил мырҙаға барып ҡушылған Ҡәнзәфәр, Күбәләк, Урман, Томан, Аҡман бейҙәр тәшкил итә ине. Ләүкеп янған сыра яҡтыһы уларҙың ҡула129 төҫөндәге йөҙҙәренә серле мөһабәтлек өҫтәп, мәлдең тарихи әһәмиәтлелегенә ишараланы. - Йә, аҙаматтар, аҡыллашып алайыҡ, - тине Ҡобағош, барыһы ла урталағы ашъяулыҡҡа ҡуйылған һаба тирәләй ултырышып бөткәс. – Димгә яҡынлашабыҙ, ә унда – дошман яуы. - Һуғышсылар, ҡасан Килембәттәрҙең талағын күпсетәбеҙ, тип ашҡынып килә, - тине йәш һәм ярһыу Томан бей. - Ҡабаланмай торайыҡ әле. – Төмәнәк уның тиләкһеүенә130эстән көлөмһөрәп ҡуйҙы. – Яуға барыуың менән маҡтанма, яуҙан ҡайтыуың менән маҡтан, тигән һүҙ бар. Унан алда эште төндә торасаҡ ҡарауылдың һанын икеләтә арттырыуҙан башлағыҙ. Ҡәнзәфәр бей, артабанғы юлды һинең егеттәреңдән дә яҡшы белгән кеше юҡ, Етегәндең һабы таң яғына ауышҡас та, алға йөҙ һаҙаҡлыҡ һағауыл ебәрерһең. Уларҙы хәҙерҙән үк тәғәйенләп ҡуй. -Яҡшы, - тине Ҡәнзәфәр. – Егеттәр һынатмаҫ. - Һаҡ булһындар. Беҙгә дошман ғәскәренең тупланыу урынын аныҡ белеү шарт. Тағы кемдең ни әйтере бар? Күбәләк бей телгә килде: - Күсәм, йәнә берҙе Иҫән бейгә йәүкә һалып ҡарамайыҡмы? Дошмандың әҙе лә күп, дуҫтың күбе лә әҙ тигәндәй, артыҡ һаҙаҡ ҡамасау итмәҫ ине. - Бөгөн-иртәгә яуға инергә торғанда һәр һуғышсы иҫәптә. Уларҙы унда-бында тартҡылауҙан фәтүә булырмы? - Бер яугирҙың ун булып әйләнеп ҡайтыуы ла ихтимал бит. - Хуп, - тип ризалашты Ҡобағош. – Кемде ебәрәһең? - Ун һыбайлыһы менән Балапан батыр юлланыр. - Тик, бер тына серем итеп алһындар ҙа, төн уртаһын көтмәй юлға сыҡһындар. Башҡа әйтеүселәр булмаһа, һүҙ тамам. Иртәгә таң яҡтырыу менән ғәскәр ат өҫтөндә булһын. XX Һуңғы арала Йортбағыш күңелендәге тулыҡһыуҙың131 сиге юҡ ине. Бер яҡтан, түркенендә тороп ҡалған Аҡһылыуҙы өлөкһәү132 хисе ҡаҡшата, сөнки Аҡтолош йортона сиреү тупларға ҡайтҡан ҡайнағалары менән Килембәттәргә килеп ҡушылғанына байтаҡ ваҡыт үтте. Көн һайын кейәүләп кенә йөрөп өйрәнгән егеткә кәләшенән айырылыуҙы кисереү ҡыйын – йәне тәненә һыймай болоҡһой, үҙе көнө-төнө хәрби тормош ҡайнаған Торатау тарафында булһа ла, бөтә уйҙары, хыялдары ғәзиздәрҙән-ғәзиз һөйгәне янында. Икенсе яҡтан, Йортбағыштың бәғерен алда буласаҡ һуғыштар хаҡындағы уй өйкәй. Һуғыштың үҙенән ҡурҡмай тиерлек егет, сөнки быға тиклем дауын да яуын да күргәне бар. Уның күңеленә шом һалып торғаны - өҫтәренә килә ятҡан ғәскәр башында атаһының булыуы. Һай, был яҙмыш! Бөгөн-иртәгә тоҡанырға торған ул яуға ни йөрәгең етеп барырһың?! Йортбағыш уғын кемгә тоҫҡаһа ла, атаһына атҡан кеүек булыр, ҡылысы менән кемгә киҙәнһә лә, үҙенә ғүмер биргән кешегә сапҡандай тойолор. Күрәндән ҡасып, Ҡобағош сиреүенә барып ҡушылыр ине – Аҡһылыуҙы мәңгелеккә юғалтыуҙан ҡурҡа, сөнки Аҡтолош йорто тулыһынса Килембәттәр яғында. Бөткөһөҙ вайымға133 тарыған Йортбағыш, уйҙарының осона сыға алмайынса, барыһын да яҙмыш иркенә тапшырырға ҡарар итте. Килеп тыуған хәлдә, ысынлап та, шунан да яҡшыһы юҡ ине. Әйҙә, ни булһа, шул булһын! Етен башын ел киҫә, егет бәғерен ҡыҙ киҫә, тигәндәр. Күҙен йоҡо алмай әйләнеп-тулғанып ятҡан Йортбағыштың уйҙары йәнә Аҡһылыу тирәләй өйөрөлөргә тотондо. Ул инде нисәнсе ҡат һөйгәне менән хушлашҡан ваҡытты күҙ алдына килтерҙе. Ул көндө Йортбағыш, атаһы йортондағы һис кемгә әйтмәй-итмәй күптән эҫенеп өлгөргән Аҡтолош йәйләүенә сабып килде. Әгәр атаһының ғәскәре менән китһә, Аҡһылыуын башҡа бер ваҡытта ла күрмәҫ кеүек тойолдо уға. Ҡуйынындағы йәрен алғансы, эсендәге йәнен ал, тиҙәр бит, был мәлдә Йортбағыш та Аҡһылыуҙы юғалтыуҙан ятып үлеүҙе артығыраҡ күрә ине. Атын аҡ күбеккә батырып, салҡып134 килгән Йортбағышты ҡайны йортонда арбаҡлап135 ҡаршы алдылар. - Һаумы, кейәү! – тип сәләмләне уны ҡайҙалыр йыйынып атына менергә торған Аҡтолош бей. Бына, тағы ла бер алпар136 килде. Һәй, егеттәр!.. Тауышҡа оло тирмәнән бейҙең Арғын менән Тарғын исемле игеҙәк уландары килеп сыҡты. Йортбағыш үҙенән ике йәшкә оло булған был ҡайнағаларын айырыуса яҡын күреп, уларҙың икеһе менән дә ҡолаҡташ137 ине. Егеттәр кемуҙарҙан ҡыуаныстарын белдерә-белдерә килеп күреште: - Һай, мәрҙәс! - Кейәү, әллә беҙ ҡайтҡанды ишетеп килдеңме? Арғын менән Тарғын Төкләҫ мырҙаға буйһонған Килембәттәр ғәскәренә һуғышсылар тупларға ҡайтҡайны. Тик уларҙың бер-береһен бүлә-бүлә һөйләгән хәбәрҙәре Йортбағыштың уң ҡолағынан инде, һулынан сығып китте. Уны был мәлдә өҙөлөп һөйгән кәләше генә ҡыҙыҡһындыра ине. Шуға күрә егеттең: - Аҡһылыу ҡайҙа? – тип һорауы игеҙәктәрҙең һүҙен бүлде. Улар бер- береһенә ҡарашып алдылар ҙа, көлөп ебәрҙеләр. - Һиңә хәбәр һөйләп торған беҙ алйот, - тине Арғын. - Һүҙҙе шунан моронлатырға баш етмәгән, - тине Тарғын. – Аҡһылыу ҡышлауҙа бит, кисә күсенә башланыҡ... Уларҙың һүҙен тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән, йөрәкһегән Йортбағыш ҡайныһының Дим тарафындағы ҡышҡы ҡәрйәһенә138 ашыҡты. Ике ҡанат, бер ҡойроҡ булып эйәргә осоп менгән егеттең ҡолағына тик: - Беҙ иртәгә унда һуғылып китербеҙ! - Әҙер булып тор! – тигән тауыштар ғына салынып ҡалды. Йортбағыш Димгә ҡойған кескәй йылғаның урта ағымында урынлашҡан Аҡтолош ҡышлауына кисләтеп кенә барып етте. Ауыл өҫтөндә бала-саға ҡысҡырыуынан, эттәр өрөүенән, күсенеүгә бәйле башҡа ығы-зығылы өндәрҙән туҡылған үҙенсәлекле бер ауаз яңғырап тора. Ҡышлауға күсеүҙең дә үҙенә генә хас юлтырағы139, бер ни менән сағыштырғыһыҙ ҡыуанысы бар шул. Әммә донъя йөҙөндә ҡыуаныстың да ҡыуанысы бар. Ул – ике ғашиҡтың осрашыу шатлығы, ҡауышыу бәхете. Йортбағыш атаһы йортонда ғәскәр туплау мәшәҡәте менән йөрөгәнлектән, кәләше эргәһенә өс көн килә алмағайны. Шуға күрә бер-береһен танһыҡлаған йәштәр туған-тыумаса менән күрешеү, һый-хөрмәт кеүек үҙҙәре өсөн ваҡ-төйәк булып күренгән мәрәсимдәрҙе140 нисек итеп үткәрергә, төндө ҡалай тиҙерәк еткерергә белмәй аҙапландылар. Ниһайәт, уларҙың икеһен аулаҡта ҡалдырған төн етте. Хәҙергә буш торған өйҙә йәштәргә түшәк әҙерләгән төртмә телле шаян еңгәләрҙең артынан ишек ябылып, сырҡ-сырҡ итеп көлгән тауыштар тынғас, Йортбағыш менән Аҡһылыу наҙлы хистәрҙән, илерткес ләззәттән торған мөхәббәт даръяһына сумды. Улар өсөн тирә-яҡта барған дәһшәтле ваҡиғалар әһәмиәтен юғалтып, кесерәйеп ҡалды. Хатта һөйөү тигән бөйөк ғәмәл алдында үҙенең көсһөҙлөгөн тойған яҡты донъя, бер миҙгелгә төн-керпеген ябып, башын эйҙе... Тик таң алдынан серемгә киткән Йортбағыш һаҡ ҡына тәҙрә сирткән тауышҡа уянды. Күҙ асып йомған арауыҡ ҡына йоҡлаған кеүек булһа ла, тышта тамам яҡтырып, әле тыумаған ҡояштың ҡанһыу нурҙары офоҡ ситен ҡайып өлгөргәйне. Урамда тупылдаған ат тояҡтары тауышын күмеп, Арғындың көр тауышы яңғыраны: - Тор, йоҡосо! Һиҫкәнеп уянған Аҡһылыу һөйгәненең күкрәгенә һарылды: - Һинһеҙ ҡалайтырмын, йәнем?! Йортбағыш кәләшен тынысландырырға тырышты: - Миңә лә ҡыйын... Түҙәйек, оҙаҡҡа һуҙылмаҫ, шәйәт141. - Һуғыш хәлен кем белә... Бер нәмәкәй әйтәйемме? - Йә. - Еңгәмдәр әйтә... Әй, оялам да ул. - Әйт һуң, - тип көлдө, Йортбағыш, - кемдән тартынаһың, беҙ икәүбеҙ генә лә. - Һуңғы осор йөрәгем болғанып, ризыҡҡа ҡараһам, уҡшып ауырыйым. Еңгәмдәргә әйткәйнем, улар... толҡатың142 бар, тинеләр. - Ысынмы? – Йортбағыш һөйөклөһөнөң оялыштан тағы ла ҡайнарыраҡҡа әйләнгән һулышынан ирегәндәй, хәрәкәтһеҙ ҡалды. Ул йәненә бер юлы ябырылған шатлыҡ, тулыҡһыу, аптырау хистәренән аңҡы-тиңке булып, бер ғауым өнһөҙ ятты. Быны үҙенсә аңлаған Аҡһылыу һаҡ ҡына: - Әллә ҡыуанманың инде? – тип һораны. - Ҡалабаш143, - тигән булды иҫен йыйған Йортбағыш, уғата ҡәҙерле һәм ғәзиз булып тойолған хәләлен наҙлай-наҙлай. – Ҡапыл әйтеп һушты алдың да... Ҡыуанмаған ҡайҙа – үҙен бәхеттең етенсе ҡатында итеп хис итте Йортбағыш. Ул тиҙҙән атай буласаҡ! Әммә бөткөһөҙ һөйөнөс менән сикһеҙ бәхеттән туҡылған был тойғоларҙың офоҡтары үкенес ҡатыш хәүеф менән ҡаймаланғайны. Бөгөнгө көтөлмәгән хәбәрҙән яралған әлеге шик-шөбһә таҫмаһы, киңәйгәндән-киңәйә барып, Йортбағыштың йөрәгенә уны ата-әсәһенән, ором-орпағынан144 айырыусы тәрән упҡын булып ятты. XXI Исмәғил мырҙа, Ҡобағош төмәненән тыш, илле мең яҡшы ҡоралланған яугирҙан торған сиреү туплай алды. Уға тоғролоҡ һаҡлаған олостарҙа ғәскәр йыйыуҙа бигерәк тә уның абруйлы һәм ҡаты ҡуллы тоңҡосо Динәхмәт тырышлыҡ күрһәтте. Шуға күрә Исмәғил, уны башҡа уландарынан айырылып,төмәнәк итеп тәғәйенләне һәм Йософҡа ҡаршы ҡуҙғалған ғәскәренең уң ҡанатына ҡуйҙы. Динәхмәт төмәненә Һамар йылғаһының үренә ҡарай хәрәкәт итергә бойороп, сәрғәскәр үҙенең ҡырҡ меңдән ашыу уртауылын145 Туҡ менән Оло Кинел араһынан алып китте. Көтөлмәгән хәлдәрҙән ҡурсаланыр өсөн ул ике ҡанаттағы төмәндәр менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырҙы – бер-береһен йыш алмаштырған сабармандар өҙлөкһөҙ йөрөп торҙо. Исмәғил етәкселегендәге яуҙың һәр бер хәрәкәте хаҡында яҡшы хәбәрҙар булған Йософ кенәз, Яйыҡ буйында ике төмәнлек сиреү менән оло улы Юнысты ҡалдырҙы ла, ҡул аҫтындағы утыҙ меңлек ғәскәре менән Һайылмыш буйлап күтәрелде. Шул уҡ ваҡытта ул Төкләҫ мырҙаға бер төмән менән үҙенә табан хәрәкәт итергә һәм, бергә ҡушылып, төп ғәскәрҙе нығытырға бойорҙо. Уның иҫәбе буйынса, ике ҡанаттағы Юныс менән Килембәттәр Динәхмәт һәм Ҡобағош алайҙарын ҡыйратып, дошман уртауылын арттан ҡыҫымға алырға тейештәр ине. Иртәгә яу тигән төндә олуғ кенәз тулыҡһып сыҡты. Уның инде сал йүгергән башына төрлө борсолоулы уйҙар килеп йөҙәтте, күңелен хәүеф-хафа өйкәне. Уларына Йософтың йөрәгенә таш булып ятҡан ҡәнәғәтһеҙлек хисе өҫтәлде. Атҡа мендерергә ниәтләнгән ғәскәрҙең яртыһын да туплай алмағас, нисек ҡәнәғәт булырһың? Шуның сама сиреү йыям тип күкрәмһеү146 генә еңел шул. Ә эшкә килеп терәлгәйне, Аҡтүбәлә йыландай тел сығарып өҫтәренә алған муйындамаларын147 күбеһе үтәй алманы. Хатта ул үҙе вәғәҙә иткән ғәскәрҙең яртыһын ғына туплай алғас, башҡаларға ни үпкә? Ышанған тауҙа кейек юҡ тигәндәй, Себер ханы Мортаҙа хатта бер һаҙаҡ та ебәрмәй, ҡойроҡто һыртҡа һалды. Аңлай Йософ кенәз: бер ҡорһаҡта ятып, бер имсәкте имеп үҫкән ҡустыңа ышаныс ҡалмаған заманда таяныр затың ҡоҙа түгел инде. Нуғай дәүләтенең киләсәк яҙмышы ла тынғы бирмәй ине Йософҡа. Ил менән ни булыр? Ул йыш ҡына Иван батшаға яҙған грамоталарында: “Минең дәүләтемдең ҡапҡалары юҡ,” – тип ҡабатларға ярата торғайны. Йәнәһе, беҙ ҡапҡа һаҡлаған эт кеүек бер урында ултырмайбыҙ – бөгөн бында, ә иртәгә тегендә. Халыҡ менән идара итеүгә шул ҡапҡаһыҙлыҡ кире шойҡан яһайҙыр, шәйәт. Урыҫ иләймәндәре табиғтарын ҡалаларға бикләп дөрөс эшләй, күрәһең. Ойошҡан халыҡты иҫәпкә алыуы ла, кәрәк саҡта яуға әйҙәүе лә еңелерәк. Нух заманындағы йороҡтарға йәбешеп ятып, беҙ урыҫтарҙан мәңгегә артта ҡалдыҡ шикелле. Олуғ кенәздең йәнен иң һыҙландырғаны, әлбиттә, Исмәғилдең хыянаты ине. Эйе, Нуғай иле өҫтөнән хакимлыҡты тартып алыу өсөн ул хәтәр юлды һайланы – бер туған ағаһына ҡорал күтәрҙе. Үҙе өсөн ҡурҡмай Йософ, халыҡ әйтмешләй, ашарын ашаған, йәшәрен йәшәгән. Уландарының киләсәге хафаға һала. Әлеге мәлдә Юныс та, Ибраһим менән Айҙар ҙа, Ғәлимырҙа менән Илмырҙа ла һәр береһе үҙ олосонда ғына түгел, унан ситтә лә күренекле мырҙалар булып танылды. Тоңҡосо Юныс хатта Мәскәү батшаһы Иван менән илселәр ебәрешеп, грамоталар яҙыша, бүләктәр алыша. Уның шулай күҙгә күренеп, урыҫ дәүләте менән йылы мөнәсәбәт урынлаштырыуы хуплауға ғына лайыҡ. Исмәғилгә килгәндә инде, уның ҡулағайлығы148 күптән мәғлүм. Йософтың башы аша Мәскәү батшаһы менән илселек мөнәсәбәтенә ингәндән бирле үҙенең ҡомһоҙлоғон күрһәтте – йә аҡса, йә һарайта149, йә алтын ялатылған торҡа, йә көмөш эйәр һорап алһа ла, һаман мөрхәтһенмәй. Иван батша үҙенең бер хатында Исмәғилдең нәпсехурлығына ғәжәпләнеүен белдергәне булыр. Күрәһең, йәш булыуына ҡарамаҫтан хәйләкәр урыҫ иләймәне уның был холҡон бик оҫта итеп үҙ маҡсатында файҙаланырға булған. Хәйерлегә түгел был. Сәсән әйтмешләй, Аҡ Урҙаның бөтөүе, күләгәгә китеүе шул микән ни?.. Күҙен йоҡо алмаған Йософ тирмәһенән сыҡты. Күктә иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙар емелдәшә, уларҙың ер тормошонда, әҙәмдәрҙең бер-береһе менән тартҡылашыуында эше юҡ. Улар, мәңгелек ҡанундарына ярашлы, кис тоҡана, таңда һүнә, һәр береһе үҙенә тәғәйенләнгән урынын, әйләнер күсәрен аныҡ белә. Ниңә кешеләр ер менән күкте бар ҡылған ҡөҙрәтле заттың бөйөк ҡанундарына буйһонмай һуң? Тирә-йүндә сырылдашҡан көҙгө сиңерткәләр йыры донъя йөҙөн ҡаплап алған ҡараңғылыҡҡа, күрәндең ян-яғында ялпылдаған усаҡтар ялҡынына моңһоу төҫ бирә, тәбиғәт миҙгеленең генә түгел, ә кеше ғүмеренең дә сикле булыуына ишаралай. Кенәз тынысһыҙ ҡарашын көнбайышҡа – үҙендә меңләгән кешеләрҙең ғүмерен алып китер афәт йәшеренгән тарафҡа күсерҙе. Оҙон ҡолаҡтар хәбәр итеүенсә, дошман ғәскәре бынан ярты көнлөк юлда. Тимәк, ҡара-ҡаршы хәрәкәт иткәндә, иртәгә төш алдынан осрашасаҡтар. Я Раббы, һуғышсыларҙың рухына ныҡлыҡ, беләктәренә көс-ҡеүәт бир, ил-көн менән дин өсөн изге һуғышта дошмандың күҙен томала! Көндөҙ ҡояш, төндә йондоҙҙар шаһит – ҡан-ҡәрҙәштәр бер-береһенең йәненә яҫҡынасаҡ был яу өсөн мин ғәйепле түгел. XXII Көҙгө ҡояш көнсығышта арғылланып ятҡан тау теҙмәләре өҫтөнән күтәрелеп, һүрән нурҙары менән ер өҫтөн яҡтыртҡанда, Йософ төмәндәре юлда ине инде: улар борон-борондан килгән хәрби тәртипкә, йөҙ баштары менән мең баштары ҡуйған ҡатҡыл талапҡа буйһоноп, дәһшәтле көс булып, көн тыуышҡа ағылды. Урғылланып150 ятҡан киң дала өҫтөн ябып алға ынтылған ғәскәрҙең иге лә, сиге лә юҡ һымаҡ ине. Бер һыуһын барғас, алда офоҡ ситен монарландырып һауаға күтәрелгән саң болоттары күренде. Бының Исмәғил яуы икәненә шиге ҡалмаған Йософ кенәз: - Әҙерлән! Алда – хәсмән151! – тигән бойороҡ бирҙе. Күсәмдең фарманы сиреүҙе урап сығыуға, сафтар тигеҙләнде, тарауыраҡ барған һыбайлылар бер-береһенә тартылып, ҡарыу-яраҡтарын әҙерләне. Бер аҙҙан ҡара томан, ҡара саң туҙғытып, күк ситен өҫкә һонолған найҙалары152 менән семәрләп килгән дошман яуы үҙе күренде. Ҡеүәтле ташҡын булып бер-береһенә яҡынлашҡан ике ғәскәр, ғәйрәт сәсеп, айбарланып һуғышҡа ташланды. Һауаны тетрәтеп яңғыраған яу орандары күккә олғашты ла, шунда аҫылынып ҡалды – уларҙы уҡтар һыҙғырған, ат тояҡтары тупырлаған, ҡылыстар зыңлаған тауыштар алмаштырҙы. Гүйә, ҡаршы иҫкән ике дауылдан яралған тулҡындар бәрелеште лә, бер-береһен ҡыра, иҙә, онтай башланы. Бер үк ваҡытта тиерлек, Исмәғил мырҙаның бойороғо буйынса уртауылға яҡыныраҡ тартылған Ҡобағош төмәне, Дим йылғаһын кисеп сығып, ҡаршы килгән Килембәттәр ғәскәренә ташланды. Ҡара-ҡаршы яуған уҡ ямғыры ике яҡтан да тәүге ҡорбандарҙы эйәрҙән бәреп төшөрҙө, алғасҡыла ярһып сапҡан аттар сүмәксене153. Яу орандары, ажарлы һуғышсылар ҡулындағы ҡорал-яраҡтың өҙлөкһөҙ сыңлауы, мәжрухтарҙың154 асырғанып ҡысҡырыныуҙары, аттар кешнәүе дәһшәтле бер ауазға уҡмашып, тирә-йүнде солғап алды. Башына торҡа, өҫтөнә беше йәүшән155 кейеп, ҡылысы менән уңлы-һуллы һелтәнгән Ҡобағош бей яуҙың уртаһында ҡайнаны. Ул төрлө яҡтан ябырылып килеүсе ҡаршы тараф һуғышсылары араһынан үҙенең ҡан дошмандары Килембәттәрҙе эҙләне. - Килембәт! – тип һөрәнләне яу ҡомары алҡымына тығылған күсәм. - Өҫтөңә мин киләм бит! Өйтәм156 булһаң, ҡаршы сыҡ, буҫағаңда үлем бит! Әммә был ажарлы һамаҡты үлергә ашыҡмаған Килембәттәр ишетмәне. Уларҙың Ағайгилдеһе үҙенең тоғро арсыйҙары менән ғәскәр артындағы ҡалҡыулыҡтан һуғыш барышын күҙәтә, ә Ишкилде мырҙа үҙенә тапшырылған төмән башында уң ҡанаттан күҙ күреме ерҙәге ағаслыҡта боҫҡонда тора ине. Һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Мең ҡәбиләһе тупрағында һуңғы һулыштарын алып, эйәрҙән ауып төшкән яугирҙар һаны йөҙәрләп түгел, меңәрләп иҫәпләнде, ҡан еҫенән илергән аттар, тырым-тырағай ятҡан үлектәргә яҡын барырға теләмәйенсә, үрә торҙо. Төшлөккә яҡынлаған ҡояш, ер өҫтөндәге был ҡәрҙәштәр ҡырылышын артабан күрергә теләмәгәндәй, йөҙөн ҡабарып ҡалҡҡан болоттар артына йәшерҙе. Әле генә салт аяҙ булып торған көн ҡомарып, һалҡын ел иҫергә тотондо. Ләкин бер-береһен үлтереү менән мәшғүл булған яугирҙар көндөң саҡ-саҡ үҙгәреүен түгел, хатта аҡты ҡаранан айырмай ине. Килембәт яҡлылар, Ҡобағош төмәненең дөргөн ҡыҫымынан тәҡәттәрен юғалтып, бер мәлгә ҡаушап ҡалғандай булдылар. Һынылыштың яҡын икәнен һиҙгән ябауылсылар157, бер-береһен көслө орандары менән дәртләндереп, һөжүмде уғата арттырҙылар. Тағы бер аҙҙан дошман һуғышсылары, тәғәнәләрен158биттәренә ҡаплап, һырт бирәсәк ине. Тап шул саҡта һилләүек159 өҫтөнән барыһын да күреп торған Аҡһаҡ Килембәт, осона ат ҡойроғо беркетелгән оҙон һөңгөһөн өҫкә сөйөп, шартлы ым бирҙе. Ошоно көтөп торған Ишкилде төмәне, боҫоп торған ағаслыҡ араһынан урғылып сыҡты ла, орандары менән өй-төҙҙө160 яңғыратып, ҡобағоштар өҫтөнә төн тарафынан ябырылды. Әле генә еңеү яулайбыҙ тип ҡыран-ғәләмәт килгән ябауылсылар йөрәген ҡурҡыу солғап алды. Хәлдең киҫкенлеген аңлаған Ҡобағош: - Бирешмә! Туҡма Килембәттәрҙе! – тигән дәртләндереү һөрәне ташланы ла, атын ҡырҡа бороп: - Күбәләк, Урман, Томан! Минең арттан! – тип үҙенә яҡыныраҡ һуғыш алып барған мең баштарына йәүкә һалды. Уның фарманына буйһонған өс мең һуғышсы, төмәндән йырылып сығып, ҡый-ҡыулап етеп килгән Ҡара Килембәт яуына уҡталды. Сафтың уртаһындараҡ килгән Ҡобағош сабып барған ыңғайға: - Буйға теҙелегеҙ! Урталарынан йырып сығабыҙ! – тип ҡысҡырҙы һәм, ҡылысын ҡыҫып тотоп, былай ҙа шашынып елгән менгеһенең текәүерен161 төйҙө. Күсәмдең ғүмерен аяп килгән арсыйҙар уны уртаға алды. Хәрби тәртипкә күнеккән яугирҙар сабып барышлай ҡош себереүен хәтерләткән сафҡа уҡмаштылар һәм дәү йәйәнән атылған ғәйәт ҙур уҡ һымаҡ, арҡырыға һуҙылып килгән Ҡара Килембәт төмәненең уртаһына йырып инделәр. Боҫҡонда торған Йортбағыш бөтә булмышын биләп алған тулыҡһыуҙан нишләргә белмәй ыуаланды: ҡылысын ҡынынан бер алды, бер һалды, ҡаңғыһындағы162 уҡтарын берәм-берәм тигәндәй тикшереп сыҡты, өҫ-башын барланы. Уның йөрәкһеүе аҫтындағы менгеһенә күсте: саптар арғымаҡ, ауыҙлығын сәйнәп, туҡтауһыҙ салыҡланы163, ҡойолған ағас япраҡтарын шаптырлатып ерҙе сапсыны, урынында тороп сыҙай алманы. Шуға күрә Ҡара Килембәттең: - Алға! – тигән әсе һөрәне яңғырар-яңғырамаҫтан оҙон тороҡло саптар, йәйәнән сойорғотолған уҡ төҫлө атылып, алғасҡыға сыҡты һәм Йортбағышты ҡотолғоһоҙ тиҙлек менән яҡынлашҡан бәрелешкә ҡаршы осортоп алып китте. Ҡара Килембәт ғәскәренә тере таран булып ингән Ҡобағош яугирҙары, ике яҡлап ябырылған дошман менән шарт та шорт һуғышып, уның тығыҙ сафтары аша үҙҙәренә юл ярырға маташты. Яраланып йәки ҡорбан булып ауғандарҙы арттағы сафтар алмаштырҙы. Яуҙы күп күргән йәлдәк164 Ишкилде мырҙа, килеп тыуған хәлде тиҙ генә баһалап, төмәненең уң ҡанатына ҡырҡа боролорға һәм буйға һуҙылған Ҡобағош алайҙарына ҡабырғанан ябырылырға бойорҙо. Ә төмәндең яртыһы был ваҡытта Аҡһаҡ Килембәт ғәскәрҙәре менән үлемесле алыш алып барған Исмәғил яҡлыларға ташланды. Ҡыйымдың ҡыҙған бер мәлендә яу ҡомарына бирелеп ярһыған Йортбағыш, күҙәмәгә165 ябай булмаған бер дошман яугирын сапмаҡ булып, ҡылысын өҫкә күтәрҙе. Ләкин ул дәһшәтле ҡоралын һелтәп өлгөрөрҙән алда күҙҙәре әлеге яугирҙың ут сәсеп торған ҡарашы менән осрашты. Йортбағыш уны донъялағы һис кемдеке менән бутаясаҡ түгел ине. Эйе, был башына торҡа кейеп, йөҙөнөң аҫҡы өлөшөн эйәксен менән ҡаплағанлыҡтан танымаҫлыҡ булып үҙгәргән атаһы ине. Ҡобағош та көтөлмәгән осрашыуҙан бер мәлгә ауара хәлендә ҡалды. Әммә шул керпек ҡағып алған арауыҡтың йөҙҙән бер өлөшөндәй генә ваҡыты ла күсәмде һаҡлап килеүсе арсыйҙарҙың береһенә ҡаушап ҡалған Йортбағышҡа һуйыл менән һуғып өлгөрөргә етте. Арсыйҙың киҙәнгәнен күҙенең сите менән генә күргән Ҡобағош: - Һуҡма! – тип саҡ ҡына алдараҡ ҡысҡырып өлгөрмәне, сөнки уның ауыҙынан сыҡҡан ауаз һуғыусының ҡолағына салынғанда, Йортбағыштың ҡылысы бер яҡҡа осто, үҙе икенсе яҡҡа ҡоланы. Яу башлығының: - Йортбағыш! Улым! – тип асырғанып ҡысҡырыуы һөжүм итеүселәрҙең дәррәү һөрәндәре, ҡорал сыңы, айғылдап кешнәгән ат тояҡтарының тупылдауҙары аҫтында күмелеп ҡалды. Төмәндең уртаһынан үҙҙәренә юл ярырға тырышыусы төркөмгә ҡыҫым артҡандан-артты. Өҙәләнгән Ҡобағоштоң, ҡылысын уңлы-һуллы һелтәп, ҡаршы килгән дошманды киләмһеҙ166 тураҡлап, улы тәкмәсләгән урынға ынтылыуын күргән Күбәләк: - Күсәм! Юл асыҡ, тиҙерәк! – тип ҡысҡырҙы. Ҡобағош артҡа күҙ һирпте һәм яугирҙарының Ҡара Килембәт төмәнен урталайға өҙөп, һуғыша-һуғыша Дим тарафына урғылғанын күрҙе. Артабан ҡайымлашыуҙың файҙаһы юҡ ине. Үҙҙәренең батырлыҡтары арҡаһында тоҫҡандан һәм аттарының йүгереклектәре иҫәбенә эҙәрлекләүҙән ҡотолған өс йөҙ һуғышсы Димде кисеп, унан байтаҡ алыҫлашҡас бер урында туҡтаны. - Егеттәр! – тине Ҡобағош уларға тура ҡарарға ҡыймай. – Ҡойроҡто һыртҡа һалабыҙ. Бөтәгеҙ ҙә арыҫландай һуғыштығыҙ. Әммә сүл бүреләре өйөргә тупланһа, арыҫлан да еңелә икән шул. Ил эсенә һеңеп, яҡындарығыҙға, бала-сағаларығыҙға терәк булығыҙ. Бер-бер хәл булһа, барыһын да миңә һылтағыҙ. Әгәр был донъяла башҡаса күрешергә яҙмаһа, тегеһендә осрашырбыҙ. Хуш. Иртәнсәк кенә Исмәғил яуының төмәнәге булған Ҡобағош бей шулай тине лә үҙе менән бергә дошман ҡулсаһын өҙөп сыҡҡан ун туғыҙ олосташы менән Дим тамағына ҡарай юл алды. Уның артынан күҙҙәре талғансы ҡарап ҡалған башҡа яугирҙар, һәр береһе үҙҙәренең төркөмөнә тупланышып, төрлө яҡҡа таралды. Ә был мәлдә Йософ кенәз еңеү тантанаһы кисерә ине. Ғорурланмаҫлыҡмы ни: әллә кем булып уға яҫҡынған Исмәғил яуы ҡыйратылды, ғәскәренең ҡалдыҡ-боҫтоғо уҙалы-ҡаҙалы ҡасты. Барыһын да һул ҡанатта Динәхмәтте яйҡарған167 Юныс төмәне менән Ҡобағош бейҙе тар-мар иткән Килембәттәр ғәскәренең арттан дөргөн һөжүме хәл итте. Ике яҡтан ҡаты ҡыҫымға алынған Исмәғил, хәленең мөшкөллөгөн аңлап, һайланма алайҙары уратаһында яу яланын ташлап ҡасты. Йософ ғәскәрендәге дөйөм ҡыуаныстың иге-сиге юҡ ине. Күккә сөйөлгән бүректәрҙән аттар өркөп аланданы, һөйөнөс, тантана ауаздарынан күк һелкенде. Ошо уртаҡ шатлыҡта үҙенең дә өлөшө барлығын уйлауҙан оло ғорурлыҡ кисергән Ҡара Килембәт, ярһып ер сапсыған айғырын көскә тыйып, һиҙелер-һиҙелмәҫ типһән өҫтөндә тора ине. Шул саҡ яҡындараҡ шау-гөр килгән ҡыпсаҡ алайынан юрғаға атланған бер һыбайлы айырылып сыҡты ла уға яҡынлаша башланы. Ҡулындағы еңел һөңгөһөн өҫкә сөйөп һелкә-һелкә килгән был һуғышсы, тәү ҡарауға дөйөм ҡыуанысты уртаҡлашҡан төҫлө күренә ине. Типһәнгә ун биш-егерме аҙым самаһы ҡалғас, битенең аҫҡы өлөшөнә эйәксен кейгән сәйер һыбайлы, аҫтындағы менгеһенең тиҙлеген шәбәйтте һәм елеп килгән ыңғайға бар көсөнә мырҙаға һөңгөһөн сойорғотто. Яҡындағылар ни ҙә булһа уйлап өлгөргәнсе, үңәсенә ҡаҙалған найҙаның осо елкәһенән килеп сыҡҡан Ишкилде өркөп бер яҡҡа ялтарған айғырының аяҡтары аҫтына сүмәксене. Шау-шыу ҡупты. Был хәлде тамаша ҡылып тороусылар араһынан: - Мырҙаны үлтерҙеләр! - Тотоғоҙ! – тигән тауыштар яңғыраны. Ҡара Килембәттең аңына килгән өс арсыйы бер юлы тигәндәй атын ҡыуып алыҫлаша барыусы һыбайлы артынан ҡалаҡбашлы168 уҡ саптырҙы. Яугир, юрғаһы менән хушлашҡандай, уның ялына иңкәйҙе лә, эйәренән осоп төштө. Ҡолаған ыңғайға уның башындағы төркәйе169 ситкә тәгәрәп китте һәм, ғәжәпкә ҡалған тап алдында ялбыр-йолбор итеп ҡалған оҙон сәс пәйҙә булды. Сая яугирҙың ҡатын-ҡыҙ затынан икәнен күреп, барыһы ла “аһ” итте. Уның эргәһенә иҫтәрен йыйған халыҡ эркелде. Тирә-яҡтан: -Кем булды был? - Ниндәй бисә ул? – тигән тауыштар ишетелде. Ул арала ваҡиға урынына бер нисә ҡыпсаҡ һыбайлыһы килеп етте. Олораҡ бер яугир атынан төштө һәм, һыңар теҙенә тубыҡланып, ҡатындың туҙған сәстәре араһынан йонсоу күккә текләп хәрәкәтһеҙ ҡалған күҙҙәрен йомдорҙо. Унан һуң турайып баҫты ла: - Был – мырҙаның бикәһе Аҡҡондоҙ, беҙҙең ҡарындашыбыҙ ,- тине. Аптыраштан өнһөҙ ҡалған халыҡ араһынан берәү телгә килде: - Хужаһында ниндәй үсе булды икән? Баяғы яугир, аяғөҫтө торған килеш ҡыҫҡа доға уҡып, уны “Аллаһу әкбәр!” менән тамамлап ҡуйғас: - Был һорауға ул инде Тәңре алдында яуап бирер. Шуныһы раҫ: Байсура батыр ҡыҙы тиктәҫкә ҡоралға тотонмаҫ, - тине. Күпте күргән ҡыпсаҡ яугиры саҡ ҡына яңылышты: Аҡҡондоҙ теге донъялағы йәннәт баҡсаларына сөалһыҙ үтеп китәсәк. Тәхетендә ултырған Аллаһы Тәғәлә унан һорау алырға ебәрелгән Мүнкәр менән Нәкирҙән: - Кем йәне был? – тип белешер. Фәрештәләр әйтер: - Ике донъяны бар ҡылған ҡөҙрәтле илаһыбыҙ! Ҡыпсаҡ таифәһенән Аҡҡондоҙ мөслимә. Ғазраил әйтте: “Был бөйөк ҡатын, ирен үлтереп, балаһының ҡонон ҡайтарҙы.” Балаһы өсөн һуғышып, йәнен фиҙа ҡылғандарға сөал ҡаралмаған – улар шәһит хөкөмөндә. Аллаһы үә Собханә әйтер: - Ожмах фәрештәһенә тапшырығыҙ... Баяғы ҡыпсаҡ һуғышсыһының: “Байсура батыр ҡыҙы тиктәҫкә ҡоралға тотонмаҫ,” – тигәне иһә әсе хәҡиҡәт ине, сөнки көндәрҙән бер көндө Йондоҙҙоң фажиғәһе тураһындағы хәбәр осло беҙ булып ҡапсыҡты тишеп сыҡты. Аҡҡондоҙ был ҡот осҡос хәлде ишеткәс, бер нөктәгә текләп ҡараған килеш тораташтай ҡатты ла ҡалды. Уға: “Ила”, - тинеләр – илай алманы. “Ашап ал”, - тинеләр – тамағына ризыҡ барманы. Ни үле, ни тере халәттә өс көн урынынан ҡуҙғалмай ятҡандан һуң, йөҙө һурылып, танығыһыҙ булып үҙгәргән Аҡҡондоҙ яу атына атланыр йәштән үткән атаһына килде: - Атай, мин һинең йәш саҡтағы яу кейемдәреңде алып торайым әле. Балаларын: “Йөрәгегеҙ нисек ҡуша, шулай эшләгеҙ”, - тип тәрбиәләгән Байсура батырҙың ғәҙәтендә төбәшеү юҡ ине, шуға күрә барыһын да һиҙгән ата: - Ал, - тип бер генә һүҙ әйтте. Ҡыҙын яңғыҙ ғына оҙатты батыр, сөнки Аҡҡондоҙ аяҡтан йығылып ятҡан арала ҡалғандар ҡышҡы йортҡа күсенеп бөткәйне. - Юл ыңғайы әсәйеңдәргә һуғылып үт – улар ҡышлауҙа, - тине Байсура, яу кейеме кейгәс ят һәм сәйер булып күренгән ҡыҙының аты өҫтөндәге эйәр-өпсөндө рәтләштереп. - Ҡарармын әле, - тине Аҡҡондоҙ, атаһына тура ҡарамай ғына, сөнки күңеле һиҙә: күҙҙәре донъялағы иң ғәзиз кешенең ҡарашы менән осрашһа, күңеле туласаҡ та, илап ебәрәсәк. Ә йомшаҡлыҡ күрһәтһә, алдына алған ниәтенең тормошҡа ашмауы бар. Шуға күрә ул: - Ярай, атай, хуш! – тип атҡа менергә ашыҡты. - Туҡта, балам, - тине йөрәкһеп торған юрғаның теҙгененән тотҡан Байсура батыр. – Эйел әле миңә. “Ҡолағыма ниҙер әйтергә итә”, - тип уйлаған Аҡҡондоҙ атының ялына иңкәйҙе, ләкин атаһы һыңар ҡулы менән уның башын һаҡ ҡына ҡосаҡлап, маңлайынан үбеп алды, шунан һуң ғына: “Хуш...” – тип әйтә алды. Аҡҡондоҙ атаһының: “...бәхил бул!” – тигәнен ишетмәне, сөнки шул мәлдә ҡапыл турайып юрғаһының текәүерен төйҙө. Байсура хәтәр уй менән атҡа менгән ҡыҙын күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалды. Оҙон ғүмерендә хәтһеҙ һуғыштар күреп, ҡайғы-хәсрәттәр кисереп һис бер ваҡыт иламаған ҡарт яугирҙың йыйырсыҡтар йырғылаған, салланған һаҡал-мыйыҡ баҫҡан бите буйлап күҙ йәштәре аға ине... Асманды тулыһынса солғап алған ҡара болоттарҙан ҡобараһы осҡан көн кискә ауышты. Тирә-яҡты ҡапыл ғына төшә башлаған ҡыҙыл эңер ҡапланы, әйтерһең, донъяның бар йәме Аҡҡондоҙҙоң асыҡ күктәй зәңгәрһыу күҙҙәре менән бергә мәңгегә йомолдо. Шәмәргән күктән, оҙаҡ ваҡыт буҫанып170 торған кешенең һаран күҙ йәштәреләй ваҡ-ваҡ тамсылап, шыңшыма171 ямғыр яуа башланы. Гүйә, йыһандағы барлыҡ фәрештәләр бергә йыйылып, бөгөн ҡорбан булғандарҙың иҫәпһеҙ-һанһыҙ йәндәрен ҡабул итә һәм улар ҡайғыһынан тыйыла алмай күҙ йәштәрен түгә ине. XXIII Ҡыйратылыу хурлығынан ҡара янған Ҡобағош бей ҡайныһы йортона яҡынлашты. Ул йәйләүгә һуғылып тормайынса, тура ҡышҡы йортҡа юлланды, сөнки Нурғәле хәҙрәт унда иртәрәк күсергә ғәҙәтләнгәйне. Бей үҙенә сикһеҙ ҡәҙерле һәм ғәзиз булған яҡындарына етеп килгән һайын, күңелендә ғәрлек тойғоһо артты. Еңелгән яуҙан туймай, тигәндәре дөп-дөрөҫ икән. Ҡобағоштоң был мәлдәге иң ҙур теләге – уны ғәширәте генә түгел, ә бөтә ил алдында ошондай хәлгә төшөрөүселәрҙән ҡыуаз172 ҡайтарыу ине. Әммә ул ҡоро теләк менән генә атҡарыла торған ғәмәл түгел шул. Бейбикәләренең, бала-сағаларының хәлдәрен белмәгәнгә лә айҙан ашыу ваҡыт үтте. Уларҙың хәл-әхүәлдәре нисек, көллөһө лә иҫән-һауҙармы икән? Ҡобағоштоң борсолоуҙары тиктәҫкә түгел ине, сөнки ул юҡта Нурғәле йәйләүендә дәһшәтле хәлдәр булып үтте. Ул көндө хәҙрәт йортонда ҡышҡы ҡәрйәгә күсенеүгә әҙерлек эштәре менән мәж киләләр ине. Өйлә менән икенде араһында, ҡышлауға имен-аман барып урынлашыу ниәтенә бағышлап нәфел намаҙы уҡып ултырған Нурғәленең ҡолағына йәйләүҙә ҡапыл ҡупҡан шау-шыу салынды. Асырғанып ҡысҡырған ҡатын-ҡыҙ тауышынан, бала-саға илауынан, тупаҫ екеренеүҙәрҙән йөрәге ҡупҡан хәҙрәт, ҡаҙаға ҡалдырырға ҡарар итеп, ғибәҙәтен боҙҙо һәм тирмә тышына ҡабаланды. Ул ишектең кейеҙ япмаһын асып ебәреүгә, тындары бөтөп йүгереп килгән Айбағыш менән Көнбағыш күренде. Үҫмерҙәр ах та ух итеп бер-береһен бүлә-бүлә: - Олатай, баҫҡын! - Барымтасылар һөжүм итә! – тип ҡысҡырҙылар. Эштең ниҙә икәнлегенә шундуҡ төшөнөп алған Нурғәле хәҙрәт ейәндәрен ым менән генә эскә саҡырып индерҙе лә, күсенергә әҙерләп тирмәнең һул кирәгәһе буйына өйөлгән кейем-һалым менән төйөнсөктәр артына боҫорға ҡушты. - Өнөгөҙҙө сығармағыҙ! Шым! – тине ул тауышын әкренәйтеп. Үҙе урын ҡаралдылары өҫтөнә кирәгәлә элеүле торған бишмәтен ырғытты ла намаҙлығы өҫтөнә йөгөнләп ултырҙы. Ул арала тауыштар яҡынлашты һәм бер нисә һыбайлының ат тояҡтары тупырлауы булып тирмә эргәһендә өҙөлдө. Береһенең: - Быныһында кем? – тигән һорауы яңғыраны. - Хәҙер ҡарарбыҙ, - тине икенсеһе һәм атын тыр-тырлап ергә төштө. - Малдарын Урҙа йортҡамы? – Тәүге тауыш. - Эйе. Мин хәҙер ҡыуып етермен, - тине уның иптәше һәм тирмә эсенә инде. Тын алырға ла ҡурҡып ҡаралды артында ултырған Айбағыш менән Көнбағыш баҫҡынсының үҙен күрмәһәләр ҙә, артабанғы һөйләшеү буйынса уның эстә икәнен аңғарыуы ҡыйын түгел ине. - Һин кем? – тип екерҙе инеүсе. Нурғәле хәҙрәттең тауышы ҡалтыранып ҡына сыҡты: - Ошо йорттоң хужаһы. Үҙең кем булаһың һуң? - Ә-ә, Ҡобағоштоң ҡайныһымы? Хәҙер мин һине... - Туҡта, улым. – Олаталарының тауышы. – Үлтереп өлгөрөрһөң. Намаҙ боҙоп, бик бидғәт173 ғәмәл ҡылып йөрөйһөгөҙ. Гонаһтан ҡурҡығыҙ, еһер бисәләр менән бала-сағаның ни ғәйебе бар?.. - Етте! Күп һүҙ китапҡа яҡшы! – тип екерҙе баҫҡынсы.- Тиҙҙән кейәүеңдең башын сабып өҙәсәктәр. Йылан үлтерһәң, балаһын ҡалдырма – ҡайҙа уландары? - Белмәйем. Ҡурҡып ҡасҡандарҙыр. - Алдайһың, ҡартлас! Иманыңды уҡы... Шул саҡта саҡырылмаған ҡунаҡтың һөмһөҙлөгө менән олатаһының ялбарыулы тауышынан ғәрләнеп һарыуы ҡайнаған Айбағыш, ҡырҡа бер ҡарарға килеп, кирәгәлә элеүле торған мөкәтә174 йәйәне ысҡындырып алды. Артабан һуҙырға ярамағанын аңлап, баш осондағы ҡалъяндан уҡ алды һәм уны керешкә ҡуйып, аяғүрә баҫты. Яланғас ҡылысын ҡулында уйнатҡан баҫҡынсы уға арты менәнерәк тора ине. - Һайт! – тип тауыш итте Айбағыш һәм, һиҫкәнеп кинәт йөҙө менән боролған кәүҙәнең йөрәгенә тоҫҡап, бар көсөнә ян керешен тартты. Йәйә “дыңҡ” итеп башағына тиклем тартылған уҡты типкәндә баҫҡынсы хатта аптырарға ла өлгөрмәгәйне – ул, ҡылысын ҡулдан ысҡындырмайынса, ниҙер әйтергә тип ауыҙын асҡан хәҙрәттең намаҙлығы өҫтөнә ауҙы. Нурғәле ҡарт йәштәр сапсанлығы менән һикереп торҙо: - Ах, улым, эште боҙҙоң шикелле!.. Килеп инһәләр, харап бит! Әйҙә, бында, ярҙам итегеҙ. Тиҙерәк!.. Уйлап торорға ваҡыт юҡлығына ишаралап күмәк ат тояҡтары тауышы ишетелде. Айбағыш менән Көнбағыш, йәшеренгән урындарынан сығып, баҫҡынсының йәнһәр175 кәүҙәһен төйөнсөктәр янына һөйрәкләп килтерергә ярҙамлаштылар. - Йәшенегеҙ! – тип йөрәкһеп шыбырҙаны хәҙрәт. Үҙе, ҡалтырана-ҡалтырана мәйет өҫтөнә иҫке балаҫ, бер нисә төйөнсөк ырғытты, башындағы түбәтәйен ергә ташланы һәм, теге яуыздың ҡаны һарҡып өлгөргән намаҙлыҡ янына йөҙтүбән ҡапланып, үлгәнгә һалышты. Йәндәрен устарына ҡыҫҡан ике үҫмер, тыштағы ат тояҡтары тупылдауы менән ярышып типкән йөрәктәренең дөпөлдәүе аша яҡында ғына яңғыраған тауыштарға ҡолаҡ һалды. - Бында ниндәй ат тора? Ишембәт, тирмә эсенә күҙ һалып сыҡ әле. Бер аҙҙан Ишембәт тигәне яуапланы: -Унда бер ҡартты зөңкәйткәндәр, ҡанында аунап ята. - Ярай, үлеүсенең көнө етмәһә, үлтереүсенең ҡулы етмәй - әжәле шунандыр. - Атын нишләтәбеҙ? - Етәкләп ал. Уға хәҙер ат нимәгә?.. Талай ваҡыттан һуң барыһы ла тынып ҡалды. Әммә боҫҡан урындарынан ҡуҙғалырға ҡыймай ултырған Айбағыш менән Көнбағышҡа тынысланып өлгөрмәгән йөрәктәренең ҡағыуы баҫҡын яһаусыларҙың ат тояҡтары дөпөлдәүе булып ишетелә ине. Өн булдымы, әллә төшмө был? Төш тиһәң, әле генә булып үткән ваҡиғалар бигерәк аяуһыҙ һәм тетрәткес, ә өн тиһәң, әҙәм ышанмаҫ. Ҡаралды артына үҫмер генә булып йәшенгән Айбағыш менән Көнбағыш унан дәһшәтле донъяның барлыҡ тетрәнеүен кисергән ир-егет булып килеп сыҡты. Һәр хәлдә, улар был мәлдә үҙҙәрен тотош ғүмер йәшәгәндәй хис итә ине... Ҡайныһының Димгә һыйынып ҡына ултырған ҡышҡы күйе176 Ҡобағошто йән ярылырҙай шомло хәбәрҙәр менән ҡаршыланы: Нурғәле хәҙрәттең йәйге йорто туҙҙырылған, ҡатын-ҡыҙ менән бала-саға ҡыуып алып кителгән, мал-мөлкәте таланған, ҡаршылыҡ күрһәткән ир-егет үлтерелгән. Ҡот осҡос хәбәрҙәрҙән аңҡы-тиңке булған бей атын етәкләп йылға буйына төштө. Дим, үҙенең дөмһәргән177 күк төҫөндәге ҡуңыр һыуҙары менән ярҙарын ялай-ялай, алға ашҡына. Ҡобағош, күңелендәге ауыр уйҙарҙан арынырға теләп, ҡотанһыҙ178 булып ҡалған әйләнә-тирәгә күҙ ташланы, ләкин йәнен йыуатырлыҡ бер ни ҙә күрмәне. Уға бар донъя өҫкә баҫып килгән ҡара болоттарҙан, үләндәре һарғайып ҡатҡан ҡотһоҙ яландарҙан, береһенән-береһе хәүефле хәбәрҙәрҙән генә туҡылғандай тойолдо. Тормош тип аталған был алдатҡыстың ни мәғәнәһе хәҙер? Шулай уҡ барыһы ла бөттөмө икән ни? Йөрәк телгеләгән яман уйҙарҙан, өҫтөнә ябырылған ҡайғынан ауара булып ултырған Ҡобағош ауыл осондағы ҡумыртайҙан179 сыҡҡан тәпәшәк буйлы, аҡ һаҡаллы ҡарттың үҙенә яҡынлашҡанын да һиҙмәне. Һаҡ ҡына тамаҡ ҡырған тауышҡа әйләнеп ҡараһа – эргәһендә үҙенең тешекмәлеге180 менән даны сыҡҡан Зөлҡәрнәй ҡарт тора. - Һаумы, кейәү, - тине ул ян-яҡҡа ҡараңғылап. - Ә-ә, һаумы! Байлығыңдан ни файҙа – артмаҡлашыр кешең юҡ, һаулығыңдан ни файҙа – уртаҡлашыр кешең юҡ. - Шулай, - тип һуҙҙы ҡарт һәм, тамағын ҡырып, дауам итте. – Һиңә бер һүҙем бар. - Йә. - Нурғәле ҡорҙаш Ҡармасан буйындағы Лоҡман мулла ауылында. Уландарың да унда. Шул сәләмде әйтергә ҡуштылар. Ҡобағош бей ултырған урынынан һикереп торҙо: - Һай, мәрҙәс! Ауыҙыңа бал да май!.. Донъяла шундай һүҙҙәр була – һап-һау кешене аяҡтан йыға. Ә икенселәре, киреһенсә, йәшәүҙән биҙеп бөткәнде терелтә. Зөлҡәрнәй ҡарттың изге хәбәренән күңел ҡанаттары үҫкән Ҡобағош, һуңғы ваҡытта кисергән барлыҡ йән ғазаптарын, яу юлында йөрөп йүнкеүҙәрен181 онотоп, эйәргә осоп менде. XXIV Ваҡ ҡына һибәләп яуған быҫҡаҡ ямғырға, күҙгә төртһәң дә күренмәҫ ҡараңғыға ҡарамайынса төнө буйы сапҡан Ҡобағош бей Лоҡман мулланың ауылына килеп ингәндә таң беленә башлағайны. Бөтә башҡорт һәм нуғай ҡышлауҙарындағы кеүек үк, торлаҡтарҙың күбеһе бында ла ерҙе яртылаш соҡоп ҡоролған ике ҡатлы тирмәләрҙән, ҡалғандары баштары кәҫ менән ябылған көркәләрҙән182 ғибәрәт ине. Үҙенә күрше йәшәгән ҡаңлы ырыуы башҡорттары менән тығыҙ аралашып көн иткәнлектән, Ҡобағош был тирәләге һәр йылғаны, һәр ҡалҡыулыҡты биш бармағы һымаҡ белә ине, шуға күрә уға юҫыҡты юғалтмай барыуы әллә ни ауыр булманы. Йәйен-ҡышын аттан төшмәйенсә дүрт тарафтың да ерҙәрен арҡырыһынан буйына гиҙеп сыҡҡан тәбиғәт балалары төндә юл тапмаһа, әҙәмдән оят. Төнгө юлаусыға ай, ай юҡта йондоҙҙар юл күрһәтә. Йондоҙҙар ҙа булмаған саҡта юҫыҡты ел, йәки, бөгөнгө кеүек, ямғыр билдәләй. Уның энә осондай ғына тамсылары көнбайыштан ҡыялатып яуа ине, шуға күрә Ҡобағош ямғырға гел һул сикәһе менән йөҙөнөң һул яҡ яртыһын ҡуйып елде. Менгеһен сәсәтеп үлтермәҫ өсөн юлдың һуңын юртып үткән бей, ярһып абалаған бүребаҫарға183 иғтибар итмәйенсә, остағы тирмәнең ишеген ҡаҡты. - Кем ул? – тип һораны ҡарлыҡҡаныраҡ тауышлы ир. - Юлаусы. - Нимә кәрәк? - Лоҡман хәҙрәттең йорто ҡайҙа? Ир кеше, тауышын күтәрә биреберәк, этенә екерҙе: - Шоңҡар! Сөбә! Хужаһының тыйыуынан рәнйегән бүребаҫар сыйылдай-сыйылдай үҙ урынына олаҡҡас, ризаһыҙ тауыш йәнә ишетелде: - Таң тишегенән ниндәй мулла ул? - Ашығыс йомош бар. - Уң ҡулда мәсеткә ҡыялаш ҡуш тирмә... Ҡарамаҡҡа илле йәштән артыҡ биреп булмаған Лоҡман мулла, йәнәш ҡоролған тирмәләренең ҙурырағын ике абыстайы өсөн уртаға бүлеп, бәләкәйен тотошлай ҡунаҡтарға тапшырып ҡуйғайны. Ҡобағош туҡылдатҡанда ҡышлауҙа бер-береһе менән ярышып тәү әтәстәр ҡысҡырыша башлаған ваҡыт ине. Йоҡоға һаҡ ҡарттар былай ҙа уянып ятҡандар, күрәһең – башта оло тирмәнән хужа, унан һуң кейәүенең тауышын танып, кесеһенән йөрәкһегән Нурғәле ҡарт килеп сыҡты. - Аба-а, кейәү, һинме? – тип күреште ул, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмағандай. - Мин, мин, ҡайным. Эҙегеҙҙе юллап ҡышҡы йорттан киләм. - Зөлҡәрнәй әйттеме? Һай, рәхмәт төшкөрө! – тип өтәләнде ҡыуанысы эсенә һыймаған Нурғәле. Һүҙгә Лоҡман мулла ҡушылды: - Һамҫып184 килгән кешене ниңә аяғөҫтө тотабыҙ әле? Әйҙәгеҙ, тирмәгә. Инә тороғоҙ, мин атты бәйләп киләйем. Сәләм биреп, кейәүле-ҡайнылы тирмәгә ингәндә, киҙеү үҙенә тура килгән абыстай сыра яндырып, урын-ерҙе йыйыштырып йөрөй ине. - Уландар ҡайҙа? – тип һораны тулыҡһыған Ҡобағош. - Теге тирмәлә. Уянғансы йоҡлаһындар әйҙә - ҡыҙыҡ булһын. Кейәүенең ҡарашында аҫылынып торған өнһөҙ һорауҙы күргән Нурғәле ҡарттың күңеле тулды, күҙҙәрен йәш шекәрәһе ҡаплап алды. - Ҡалғандарын һаҡлай алманым, кейәү, ғәйеп миндә... – тине ул тамағына ултырған ҡаты төйөрҙө көскә йотоп. – Килембәттең эттәре... - Ярай, ҡайным, бөтөрөнмә. Һиндә ниндәй ғәйеп булһын? - Донъя тулы яман-артаҡ185, ышаныр кеше бик һирәк. Кемдер алып барып еткергәндер, тип уйлайым... Буҫағанан уҡ хәбәрен һөйләп Лоҡман мулла инде: - Иртәнге намаҙ алдынан изге кеше генә килә ул. Әйҙә, Тәңре ҡунағы, эште ғибәҙәттән башлайыҡ, мә, намаҙлыҡ. Бөтәһе лә яйланыр, иншаллаһ. Нурғәле ағай, аҙан әйт. Намаҙҙан һуң күңеле урынына ултырған Ҡобағош, иртәнге тамаҡҡа тиклем бер аҙ ял итеп алырға уйлап, кесе тирмәгә инеп баш төрттө. Я Раббы, өнмө, төшмө был? Төштөр, сөнки яҡындарының табылыуына һис ышанғы килмәй бит. Өндөр, ана, яҡында ғына ғәзиз балалары, тигеҙ тын алып, йоҡлап ята. Ҡыҙыҡ, төштөрендә ни күреп ятҡан булалар икән?.. Ҡобағош шуны уйлап та өлгөрмәне, талсығыуҙың сигенә сыҡҡан булмышы ҡөҙрәтле йоҡо хөкөмөнә буйһоноп, уны йәнәшәлә генә ятҡан Айбағыш менән Көнбағыштың төштәренән туҡылған мөғжизәле халәткә индереп алып китте. XXV Бер ижау ҡымыҙ ғына эсеп ятып торған Ҡобағош бей уянып киткәндә, көн кисләп бара ине. Башта ул быны иртәнге эңер тип уйлағайны, әммә ҡайныһының: - Аба-а, кейәү, ярты йәүм186 йоҡланың, - тиеүенә үҙе лә ғәжәпләнеп, тороп ултырҙы. - Малайҙар ҡайҙа? - Тышта. Улар һинең атың эргәһенән китешмәй, шуны тәрбиәләп, һылап-һыйпап һағыныуҙарын баҫа. “Балаҡайҙарым, - тип уйланы Ҡобағош. - Ә мин, йоҡосо...” - Кейәү, - тип уның уйын бүлдерҙе Нурғәле хәҙрәт. – Улар кисә малай ине, бөгөн – егет. Бигерәк тә Айбағыш. - Бирһен Хоҙай, - тип көлөмһөрәне Ҡобағош. - Күптән кәрәк. - Ул бит мине үлемдән ҡотҡарҙы, - тине ҡайныһы һәм йортона ябырылған баҫҡын тураһында ҡыҫҡаса һөйләп бирҙе. Булып үткән хәлдең тәфсиләте хатта утты-һыуҙы кискән бейҙе лә тетрәтте. Күңелен дошманға нәфрәт һәм уландары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо солғап алған ата өнһөҙ ҡалды. “Заһил булмағас, бик яҡшы, -тип уйланы ул. – Тимәк, бына тигән батырҙар үҫеп сығасаҡ. Тик иртәрәк шул, иртәрәк...” - Һин, кейәү, уларҙан бик төпсөшмә инде, - тип тамамланы һүҙен Нурғәле ҡарт. - Әле күңел яралары бөтәшеп өлгөрмәгән. Аҙаҡ үҙҙәре яйлап һөйләр. Бер-бер артлы атлығышып килеп ингән Айбағыш менән Көнбағыш ҡайны менән кейәүҙең хәбәренә нөктә ҡуйҙы. - Һа, бына минең бөркөттәрем! – тип ҡаршыланы уларҙы Ҡобағош. – Йә, һаумыһығыҙ! Иркәрәк холоҡло Көнбағыш, атаһына һыйына биреп, күкрәгенә башын терәне, ә шул арала буйға тартылып, сырайына ир төҫө ҡунған Айбағыш ҡушҡуллап күрешеү менән сикләнде. Ул кескәй сағынан үтә һиҙгер булып, кешегә бер ҡарау менән уның кәйефен, күңел торошон самалай ала торғайны. Әле лә ул атаһының йөҙөнә күҙ һалғас та: “ Бөтәһен дә белә, “ – тип уйлап, ҡарашын ситкә күсерҙе. Күрешеү ығы-зығыһын ишеткән Лоҡман мулла өтәләнеп килеп инде: - Әһә, торған бит Алпамыш! Әйҙә, аш күптән әҙер, табын артында һүҙ татлыраҡ була ул. Һөйләшәһе хәбәрҙәрҙе һөйләшеп, төйнәләһе фекерҙәрҙе төйнәшеп бөткәндән һуң, Ҡобағош бей баш терәп әҙерәк серем итеп алды ла, таң алдынан атҡа менде. Юл осо – элек-электән кәңәшләшеп, бер төптән йәшәп өйрәнгән Күбәләк бей йорто ине. Бынау болғауыр заманда аҡыллашып алыу зыян итмәҫ. Утын бергә үтеп, һыуын яңғыҙ кисеп булмаҫ. Яуҙашының килеүенә сикһеҙ ҡыуанған Күбәләк уны бихисап яңылыҡтар менән ҡаршыланы: урыҫтар Ҡаҙанды алған. Ғәскәре ҡыйратылған Йәдкәр хан Иван батшаға әсир төшкән. Танып буйҙарында бер-береһе менән ҡанъяуланып йәшәгән Иҫән хан һуңғы бәрелештә Суртмаҡты үлтергән. Әлеге көндә дошманын еңгән Иҫән Ҡаҙанға барып урыҫҡа баш һалырға йыйына, имеш. Ә Суртмаҡ хан яҡлыларҙың тере ҡалған өлөшө, ил-йорто менән ҡубып, Урал артылып, Себер ханы Мортаҙа биләмәләренә ҡасҡан. - Килеп һәйбәт иттең, - тип һүҙен тамамланы Күбәләк бей. – Беҙгә лә ҡул ҡаушырып ултырыу килешмәҫ. - Һүҙеңә ҡеүәт – Йософ яҡлылар хәҙер беҙҙе ерҙең һәр бер тишегенән эҙләйәсәк. Тирә-яғың яу булһа, өйөң эсе һау булмай инде. Ҡалайтырға уйлайһың? - Донъя киң, ер иркен, - тине хужа. – Ҡара табындар артынан ҡуҙғалмай булмаҫ. Күсәбәләп өйрәнелгән. - Эйе, шунан башҡа сара юҡ, - тине Ҡобағош, бер аҙ уйланып ултырғандан һуң. - Мин дә шул яҡҡараҡ ыҡлармын. Бында икеләтә хәүефле – Ҡаҙан ҡыйралғас, ярсығы яҡын-тирәләгеләргә теймәй булмаҫ. - Ҡасаныраҡ ҡуҙғалаһың? - Ни булһа ла, ошо арала, ҡаңтарҙан187 алда. Ә һин үҙ яйыңа ҡара, мине көтмә. - Ярар, шулай оҡлашайыҡ188, - тине Күбәләк. Ҡобағош урынынан торҙо: - Хәбәр көт. Мин Ҡатай олосо тирәһендәрәк уралырмын. Хуш. - Изге сәғәттә! Ҡобағош ҡайныһы менән ике улын, ҡыйралыштан иҫән ҡалған әҡрәбәләренән Етембайҙы, Ҡыҙрасты, йәнә Ҡарағужа батыр менән Күкбүрене эйәртеп Нурғәле ҡышлауына килеп еткәндә, төн уртаһына күп ҡалмағайны. Бей төрлө монаят һәм бала-саға менән ҡатын-ҡыҙ тейәлгән алты арбанан, ат ҡушаҡлаған егерме һыбайлынан торған ылауға Димде кисеп сыға торорға ҡушты ла, үҙе ҡайныһы менән Зөлҡәрнәй ҡарттың ишеген ҡаҡты. - Кем? - Мин, ҡорҙаш, - тине Нурғәле хәҙрәт. Бер аҙҙан өйөнән Зөлҡәрнәй ҡарт килеп сыҡты. - Әссәләмәғәләйкүм! - Мәғәләйкүмәссәләм! Әстәғәфирулла! - тип аптыраны өй хужаһы. - Әйҙүк! - Юҡ, инеп тормабыҙ, беҙ мосафир. Хушлашырға ғына һуғылдыҡ. - Бәй, нисек була инде ул?.. - Шулай. Әгәр үҙебеҙҙекеләрҙән мине юллаусылар булһа, ҡорҙашың Ҡатай олосонда булыр. Изгелегең өсөн мең рәхмәт, Хоҙай һаулығыңды бирһен. Башҡаса күрешә алмаһаҡ, бәхил бул. - Ҡуй, ҡорҙаш, бәхилләшмәй торайыҡ. Донъялар гел былай булмаҫ, әйләнеп тә ҡайтырһың, шәйәт. - Ихтимал. Донъя хәлен кем белә, - тине Нурғәле ҡарт һәм: - Кейәү, саҡ ҡына сабыр ит, - тип үҙе йәшәгән йорт яғына китеп юғалды. Ҡобағош өй хужаһы менән арлы-бирле һөйләшеп, аттарҙың айыл- фәләндәрен тикшергеләгәнсе, ҡарт әйләнеп тә килде. - Тыуған нигеҙ менән хушлашып килдем, - тине ул. – Осмот ҡына булһа ла, ормот189 бит, ҡалайтаһың. Йә, ярай, Зөлҡәрнәй, хуш. Биғәйбә. - Хуш. Изге сәфәр!.. Кейәүле-ҡайнылы ике һыбайлы Дим кисеүе яғына ыңғайлап, ҡараңғылыҡ эсенә инеп юғалды. Бер аҙҙан ат тояҡтарының шаптыр-шоптор килеп йылға кискән ауаздары ишетелде, һуңынан туп-туп юртҡан тауыштар яңғыраны. Улар алыҫлашҡандан-алыҫлаша барып, бөтөнләй ишетелмәҫ булдылар – донъя йөҙөн ҡолаҡтарҙы сыңлатмалы тынлыҡ баҫып алды. Аяҙыған күк йөҙө ерҙәге әҙәм балалары һанап-һанап хисабына сыға алмаған йондоҙҙар менән семәрләнгәйне. Йәүмдең таң яғына баҫымлай барғанын белгертеп, Етегәндең һабы өҫкә күтәрелә башланы. Ә ҡибла тарафындағы Арҡысаҡ йондоҙлоғо, көнбайышҡа шыуышып, уң ҡабырғаһына ауышты. Тик донъя яралғандан алып урынлаштырылған ҡанундарҙың теүәл үтәлешенә күҙәтке яһар өсөн асманға беркетелгән Тимер ҡаҙыҡ йондоҙо ғына урынынан ҡымшанманы. Ярай әле, әйләнәһенән өйөрөлөп йөрөргә Алтын ҡаҙыҡ190 бар, юҡһа кешеләр хисабына сыға алмаған йондоҙҙар шаурап ҡойолоп төшөр ҙә, айһыҙ төндә юҫыҡ табыуҙары бик ҡыйын булыр ине. Икенсе киҫәк I Сыңғыҙ хандың оло улы Жусиға атаһы яулаған ерҙәрҙең төн тарафы мираҫ булып ҡалғайны. Уның икһеҙ-сикһеҙ биләмәләренә Тубыл, Ишем, Тура йылғалары буйында көн иткән манғыт иләүҙәре, шулай уҡ Башҡорт иле, Сулман буйҙары, Болғар, Муҡшы, Алатыр тарафтары инде. Жуси хан үҙе лә, уның улы Шәйбән дә Ыбыр-Сыбыр тип аталған Тура буйҙарынан тороп идара иттеләр, йәйҙе “һалҡын ерҙәрҙә” үткәреп, ҡыштарын Манғышлаҡ яҡтарына күсеп барыр булдылар. Шәйбән улы Миңтимерҙән тыуған Илбәк Имән ҡаланан тороп башҡорт вилайәтендә, уның уландарынан Ҡанбай шул уҡ тарафта, Әлибай Болғарҙа ханлыҡ ҡылдылар. Миңтимерҙең Биҡҡунды исемле улы тармағынан Хажимөхәмәт иһә бөтә Башҡорт, Алатыр, Муҡшы илдәрен, йәнә Тура ҡалалары исеме менән йөрөтөлгән манғыт ҡәрйәләрен һәм Болғарҙы үҙенә буйһондороп, улар өҫтөнән оло хан булараҡ мәшһүрлек ҡаҙанды. Шул уҡ Миңтимер хандың Булат тигән улынан һуҙылған тармаҡтан Әбелхәйер хатта ҡеүәтле Мәүреннаһрҙа падишаһлыҡ итте, уның уландары менән күп һанлы ейәндәре үзбәк хандары нәҫеленә нигеҙ һалды. Фарсының бөйөк шағиры Ғүмәр Хәййәм: “ Ай аҫтында һис бер нәмә мәңгелек түгел,” – тигән. Ул, моғайын, Алтын Урҙа кеүек ҡеүәтле мәмләкәттәрҙең бер көн килеп һәләкәткә осрауын һәм ер йөҙөнән юйылыуын күҙ уңында тотоп әйткәндер. Сыңғыҙ хан төҙөгән, ейәне Бату киңәйткән икһеҙ-сикһеҙ урҙа емерелгәс, уның ярсыҡтарында айырым ханлыҡтар барлыҡҡа килде. Бигерәк тә әлеге Тура йәки Төмән тарафтарынан күтәрелгән манғыт бейҙәренең даны алыҫ-алыҫтарға ишетелде. Аҡһаҡ Тимергә Алтын Урҙаның һуңғы ханы Туҡтамыштың билен һындырышырға ярҙам иткән Иҙеүкәй хатта барлыҡ нуғай олостарын бергә туплап, Аҡ Урҙа тигән дәүләт төҙөүгә өлгәште. Унан һуңыраҡ Тура манғыттарының бер өлөшөн үҙ ҡулы аҫтында берләштергән Һалйоғот, уның улы Тайбуға бейҙәр ҙә ҡеүәтле иләймәндәрҙән һаналды. Аҡ Урҙа хакимлығының йылдан-йылға көсәйә барыуынан шөбһәләнгән олостарҙың дошмансыл мырҙалары, һарайҙа хеҙмәт итеүсе үҙ кешеләрен файҙаланып, ата менән ул араһына өшкәмә191 ебәрҙеләр һәм Мораҙым мырҙаны Иҙеүкәй Манғытҡа ҡаршы аяҡландырыуға ирештеләр. Шуның һөҙөмтәһендә, ун бишенсе быуаттың баштарында Илек йылғаһы буйында ҡан ҡойғос бәрелеш булды. Атаһы ғәскәренән еңелгән Мораҙым, ҡыйралыштан иҫән ҡалған яугирҙары менән ҡасып ҡотолдо һәм, үҙендә диуан башлығы192 булып хеҙмәт иткән Ҡатай Ғәле менән Урал тауҙары араһына боҫто. Ғәле бей ором-орпаҡ ырыуҙары менән Ағиҙел, Инйәр йылғалары буйындағы ҡара урмандар, күккә ашҡан түбәле тауҙар ҡуйынына һыйынды. Ҡатай иләүенең ҡайһы бер ырыуҙары ялан тартып, Уй менән Мейесте араһына һибелде, бер өлөшө Ирәмәл аръяғындағы Ҡариҙел башында төпләнде. Ил аяғы һил булғанға ҡәҙәр Мораҙым да үҙенә тоғро ҡалған Ғәле бей биләмәләрендә төйәк тапты. Ғәскәре яйҡарылған, ил-йорто туҙҙырылған Ҡобағош бей нәҡ шул Ҡатай олосона килеп морон төрттө. Уның уйы – хәҙергә ошо эт үткеһеҙ тау-таш һәм ҡарурман араһында ышыҡ табып, ҡыуып алып кителгән ҡатындары менән ҡалған балаларының эҙҙәрен юллап ҡарау ине. Ҡайныһы ла, ғүмер буйы бергә йәшәгән абыстайынан ҡолаҡ ҡаҡҡас, етемһерәп ҡалды. Үҙе һиҙҙермәҫкә тырыша, ләкин уның һағыш йылануты193 бөркөлгән күҙҙәренә, уғата һурылып ҡалған йөҙөнә бер ҡараш ташлау менән бөтәһе лә аңлашыла. Юҡҡа ғына: “Ҡайғы, ҡайҙа бараһың? Ҡартайтырға барамын”, - тимәгәндәрҙер. Үле айырылышыуҙан тере айырылышыу ҡыйыныраҡ, тигәндәре лә раҫтыр. Оло табын ырыуҙары менән сиктәш маҡам тотҡан Арыҫлан бей инйәр-ҡатай олосона баш ине. Ҡобағош уны ҡышлауында барып тапты. Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә - тел икәнен яҡшы белгән мосафир үҙенең хәлен һамаҡлап әйтеп бирҙе: Ояһы туҙған бөркөтмөн – Ҡуныр ҡая эҙләйем; Тамырын киҫкән эрбетмен194 – Утыҡ195 таяу эҙләйем. - Һай, шул сәсәнтәрҙен теле булмаһа! – тип арбаҡланы күңелдәм196 Арыҫлан бей. – Һинең үҙеңтән алта атағың йөрөй. Тауышыңты ишетмәһәк тә, урмантан шаңтауың килте. Нисек әле: “Яу күрмәгән ил булмаҫ, ҡан кисмәйсә, юл булмаҫ, яу яғанан алғанта, Йософ беҙгә ҡул булмаҫ.” - Бында ла ишетелгән икән. Ярар, миндә әле Йософ ҡайғыһы түгел. Төлөк197 табып булырмы илеңдә? - Һа! Уралып ятҡан Урал тауы кемгә төйәк булмаған? Заманынта Мораҙым мырҙаны һыйынтырған тау-урман ҡуйынынта Ҡобағош сәсәнгә генә урын табылыр ул. - Һай, мәрҙәс! – тип һоҡланыуын йәшермәне Ҡобағош. – Мораҙымдың Ҡатай Ғәле сәсәндә ышыҡ тапҡанына хәтле беләһең икән. - Тауҙарҙа шаңтау оҙаҡ яңғырай, - тип кинәйәләне Арыҫлан бей. – Мәркәзгә яҡын булмаһаҡ та, оҡон198 түгелбеҙ былай. Хужаның тартымһаҡлығынан199 күңеле күтәрелгән Ҡобағош юлдаштарына Оло Инйәр буйлап өҫкә күтәреләргә һәм төлөк урыны һайларға ҡушты. Ниһайәт, юлдың аҙағына етеп килеүҙән йөҙҙәре асыла төшкән юлсылар, аттарын айт-һайтлап, битләүҙәрен ҡарағай, шыршы урманы ҡаплаған ҡапсал200 тарафына ҡуҙғалдылар. Арыған малҡайҙар, тәгәрмәстәре шығырлап бөткән йөклө арбаларҙы көскә һөйрәп, ҡыуаныстан сыр-сыу килгән һыбайлылар артынан эйәрҙе. Улар артынан күҙ эйәртеп бер аҙ тора биргәс, Ҡобағош та атына менергә йыйынды. - Бик тантығанһығыҙ201, бөгөн ҡаҙан аҫып тормағыҙ, - тине Арыҫлан бей. - Ҡалайтаһың, юл аҙабы – гүр ғаҙабы... - Шуға әйтәм тә инте – тирмәләрегеҙҙе еңелсә генә ҡороп, әйбер-ҡараларығыҙҙы йүнәтегеҙ ҙә, киске тамаҡҡа мынта килегеҙ. - Әлләсе, - тип икеләнгәндәй итте Ҡобағош. - Бер ҙә әлләсе түгел, мин хәҙер үк аш-һыу хәстәрләргә ҡушам, бөтәгеҙҙе лә саҡырам. Ярты көнгә ярыш юҡ, ҡышлау ҡороуҙы иртәгә иртәнсәктән башларһығыҙ. II Ҡаты ауыртыныуҙан бөйлән хәлендә ятҡан Йортбағышты яу яланынан Арғын алып сыҡты. Ҡаҡ һуйыл эйәрҙән бәреп төшөргән егеткә атаһының : “Йортбағыш!” – тип ҡысҡырыуы ҡайҙандыр ер аҫтынан ишетелгәндәй булды. Ул әйләнә-тирәһендә йылпылдаған ат аяҡтарын, уларҙың үҙ өҫтөнән ырғып үткән ҡорһаҡтарын, тегеләй-былай һелтәнгән ҡарыу-яраҡтарҙы мажаралы төштә күргәндәй хис итте. Үҙәгенә үткән әрнеүҙән бер аҙға ишетеү һәләтен юғалтҡан Йортбағыштың ҡолағына ҡабаттан шарт-шорт килгән һуғыш ауаздары, тирә-яҡта тупырлаған аттар ушҡырыуы, кешеләр һөрәне салынды. Киренән яңғыраған: “ Йортбағыш!” – тигән ҡысҡырыуҙы ишетеп ул торорға маташты, ләкин биртенгән уң ҡулы менән һелә202 тапҡырындағы көслө ауыртыу уға ҡуҙғалырға ирек бирмәне. “Тауыш атайымдыҡы түгел, кемдеке булды һуң?” – тип уйлап та өлгөрмәне, үҙенә эйелгән таныш йөҙҙө күрҙе егет. Был - Арғын ине. Бәхеткә күрә, Йортбағыштың ҡулы һынмағайны. Һуйыл уның терһәк быуынына тура килгән, шуға күрә ҡылысының бер яҡҡа осоуы ла, үҙенең иҫ китмәле шаңҡыуҙан бәҫһеҙ булып эйәрҙән ҡолауы ла аңлашыла. Ә бына күкрәк менән эш мөшкөлөрәк – ҡыбырларға ла бирмәүенә ҡарағанда, берәй ҡабырғаһы йә һынған, йә сатнаған. Ҡыбырлау түгел, хатта тын алған һайын ауырта, хәйерһеҙ. Һыҙланыуы йөҙөнә сыҡҡан кейәүен көс-хәл менән атҡа мендереп күрәнгә алып ҡайтҡас, Арғын уны күтәреп тигәндәй тирмәгә индереп һалды. - Ипләп, ипләп, – тип өтәләнде ул. – Ҡулың һынмағас, булды. Ә ҡалғаны... Һин ятып тор, мин хәҙер... Арғын сығып киткәс, ул бөгөнгө яу мәхшәрен тағы бер ҡат күҙ алдынан үткәрҙе: меңәрләгән ат тояҡтары тауышынан барлыҡҡа килгән геүләү. Ҡаршыға елеп килгән ғәскәр. Атаһының утлы ҡарашы. Тәндең һәр бер күҙәнәген тетрәткән ҡаты ауыртыу. Атаһының: “Йортбағыш!” – тип өҙәләнеп тауыш биреүе. Йәнә үҙенең исеме яңғырай, тик был инде Арғын... Я Раббы, ниндәй ҡот осҡос төш был, сөнки бөгөнгө хәлдең өндә булыуына ышаныуы ҡыйын. Улай тиһәң, Йортбағыш төшөндә бындай ауыртыу кисергәнен хәтерләмәй... Күп тә үтмәне, ике баҫаһы ерҙә бер баҫып Арғын килеп инде. Ул тиҙәмән203 генә сиреү ашнаҡсылары эргәһенә барып, яңы һуйылған һарыҡ тиреһе килтергәйне. - Йә әле, ҡалҡынайыҡ, - тине ул, Йортбағышҡа ултырырға ярҙам итеп. Арғын әле һыуынып та өлгөрмәгән тиренең бер осон кейәүенең аҫтына түшәне, икенсе осон ах та ух килеп урынына йығылған мәжрухтың күкрәгенә ҡапланы, өҫтөнә сәкмән япты. - Инде баҫырынып ҡына ят, ҡуҙғалма. Бермә-бер килешергә тейеш. Һарыҡ тиреһенең рәхәт йылылығынан, унан да бигерәк ҡайнағаһының риғәйәһенән204 күңеле ирегән Йортбағыштың һыҙланыуы бер аҙ кәмегәндәй булды. Тик шаңҡыған терһәге генә һулҡылдап-һулҡылдай. - Тарғын ҡайҙа? – тип һораны ул, һүҙ әйткәндә сәнсеп-сәнсеп ҡуйған күкрәк ауыҙына көс төшөрмәҫкә тырышып. - Һөйләшеүе ҡыйын булһа, шым ғына ятып тор, - тине Арғын, үҙе ҡарашын ситкә күсерҙе. Ул яңынан мөлдөрәп ҡарағанда, ике күҙе тулы йәш ине. Барыһын да һүҙһеҙ аңлаған Йортбағыш, аяуһыҙ ысынбарлыҡтан кәбәнәктәре205 менән кәртәләнергә теләгәндәй, йәш һауа башлаған күҙҙәрен йомдо. “Аһ, Тарғын, Тарғын...” Йософ кенәз оло еңеү хөрмәтенә өс көнлөк байрам иғлан итте. Яуҙа һәләк булғандарҙы ер ҡуйынына тапшырғандан һуң, миктәгән һуғышсылар, ниһайәт, тәндәре менән йәндәренә ял бирҙе. Күктең боларып тороуына ҡарамаҫтан, был көндәрҙә һәр ерҙә аш-һыу әҙерләнде, мәжлестәр ҡоролдо, зыяфәт алдынан шәһит киткәндәр рухына Ҡөрьән аяттары уҡылды. Бер-ике көн дауаланып ятҡандан һуң, Йортбағыштың хәле яҡшырҙы – башта, һау ҡулына таянып, тороп ултырҙы, һуңынан аяғына баҫты. Шулай ҙа тәрән итеп тын алған саҡта сатнаған ҡабырғаһы үҙен һиҙҙереп-һиҙҙереп ала. Тик уныһы инде йәш тән өсөн ҡул ғына һелтәп ҡуйырлыҡ йәрәхәт ине. Ваҡыт дауаламаҫ яра юҡ – йөрөй-йөрөй уңалыр әле. Өс көндән һуң ғәскәргә ҡуҙғалырға әмер бирелде. Хәрби тәртип ҡандарына һеңгән һуғышсылар, үҙҙәре буйһонған йөҙ һәм мең башлыҡтарының бойороҡтары буйынса рәттәргә теҙелеп, урындарынан ҡупты. Сафтары байтаҡҡа һирәгәйеп ҡалған ғәскәр алға – Исмәғил мырҙа сиреүенең ҡалдыҡ-боҫтоғон эҙәрләмәгә, ул ҡасып юғалған Ырғыҙ йылғаһы тарафына йүнәлде. III Ҡаҙанды яулап алғандан һуң Иван Васильевич пайтәхетенә ҡайтырға ҡарар итте. Ул үҙенән алдағы урыҫ кенәздәренең теңкәһенә тейгән Болғар төйөнө мәңгелеккә сиселде, тип иҫәпләй ине: ниһайәт, бәғергә таш булып ятҡан төп дошман юҡ ителде. Хәҙер һис ҡурҡмайынса көнбайыш сәйәсәтенә тотонорға була – һырт яҡ хәүефһеҙ. Батша үҙенең ниәтен Ҡаҙандың төп майҙанында буласаҡ сиркәү урынын билдәләп, унда меңәрләгән халыҡ ҡатнашлығында Илаһи литургия уҡылғандан һуң белдерҙе. Хакимдың был ҡарарына митрополит Макарий ҡаршы сыҡты. - Бөйөк государь, - тине ул. – Һин ғүмер буйы диндәштәребеҙҙе йәберләгән ханлыҡты ҡолатып, үҙеңде мәңге һүнмәҫ данға күмдең. Ҡаҙанда ҡоллоҡта интегеп, азат ителгән урыҫ кешеләре һинең һаулығыңа ғүмерҙәре буйы ғибәҙәт ҡыласаҡ. Инде башлаған эште ярты юлда туҡтатып ҡуймаһаң ине – ҡояш сығышындағы икһеҙ-сикһеҙ ерҙә әле басурмандар бихисап. Митрополиттың фекеренә ата-бабалары уңышһыҙ ихтилалдан һуң Литванан ҡасып килгән баяр һәм воевода Михаил Глинский ҡушылды: - Баш ҡаланы алыу – иленең халҡын буйһондороу, тигән һүҙ түгел. Һин ҡайтып китһәң, Ҡаҙан ян-яғы дошмансыл һәм тоғролоҡһоҙ халыҡтар уратыуында ҡаласаҡ. Асылда,Ҡаҙанды яулау менән туранан-тура етәкселек иткән баяр һәм воевода Горбатый-Шуйскийҙың фекере лә алдағыларҙыҡына ауаздаш ине: - Государь, бер ынтылғанда ханлыҡтың үҙен һәм уға сиктәш ерҙәрҙәге Башҡорт, Ар илдәрен тулыһынса буйһондороп ҡуйыу насар булмаҫ ине. Нуғай олосонан Исмәғил мырҙа ла күптән ярҙам һорай. Батша үҙенең сатырына кәңәшкә йыйылғандарҙы тыңлап бөткәс, үҙенсә хәл итте: - Барыһы ла бер юлы түгел. Мине тағы ла мөһимерәк эштәр көтә. Ә ханлыҡҡа күрше йәшәгән олостарҙың халҡына грамоталар әҙерләгеҙ - әлегә ҡан ҡойош беҙҙең файҙаға түгел. Уларҙы хәҙергә мөмкин тиклем әүрәтеү һәм ылыҡтырыу юлына баҫырға кәрәк. Ошо һәм ҡалған эштәрҙе хәл итеү өсөн Ҡаҙан ҡалғайы итеп воевода Горбатый-Шуйскийҙы тәғәйенләйем. Иван Васильевич үҙенең төп ғәскәре менән Мәскәүгә ҡайтып бер-ике ай үтеүгә, батша кәңәшселәренең фекерен ҡеүәтләгәндәй , Ҡаҙан ханлығы биләмәләрен тотошлайы менән фетнә солғап алды. Баш күтәргән татар ғәскәренә тиҙҙән сыуаш, сирмеш алайҙары килеп ҡушылды. Ырғыҙ менән Оло Иҙел араһында Исмәғил яҡлыларҙы тулыһынса юҡ итеү менән мәшғүл булған Йософ, был хәлдәрҙе ишеткәс, Аҡһаҡ Килембәт етәкселегендәге төмәнде ҡаҙандарға ярҙамға ебәрҙе. Был Оло Иҙелгә ҡыҫырыҡланған Исмәғилде тулы ҡыйралыштан һаҡлап алып ҡалды һәм уға тырым-тырағай ғәскәрҙәрен бер урынға туплап өлгөрөргә мөмкинлек бирҙе. Воевода Горбатый-Шуйскийҙан шомло хәбәр алған Иван батша боланы баҫтырыу өсөн Ҡаҙанға окольничий Данил Аҙашев, кенәз Микулинский, воевода Иван Шереметев һәм кенәз Андрей Курбскийҙар етәкселегендә ҙур ғәскәр ебәрҙе. Уларға баш күтәргәндәрҙе ҡанға батырыу бурысы йөкмәтелгәйне. Сафтарында Йортбағыш һәм йөҙ башы Арғын хеҙмәт иткән төмән кенәз Курбский юлбашсылыҡ иткән урыҫ ғәскәре менән Ҡама йылғаһына ҡойған Зәй тамағында осрашты. Батшаның яҡшы ҡоралланған даими ғәскәре хаҡында күп ишеткән Аҡһаҡ Килембәт хәйлә менән алдырырға булды. Алыш булаһы көндөң таңында ул ҡоҙаһы Ҡараман бей етәкселегендәге биш мең яугирға боҙ өҫтөнән Ҡама буйлап түбән төшөргә һәм, Мамаҙыш яғынан һөжүм итәсәк урыҫ һуғышсыларының артына сығып, тоҫҡанға алырға ҡушты. Көн яҡтырыу менән Аҡһаҡ Килембәт үҙ ҡулы аҫтындағы ғәскәрҙе төньяҡ-көнсығыштан иҫкән сарсарға206 ҡаршы алып китте. Һыбайлы яугирҙар, ат бауырынан тәрән көрт кисеп, Ҡама йылғаһының уң ярына сыҡты. - Ух, өтөп алып бара!- тине Йортбағыш, ҡалҡаны менән елдән ышыҡланып. – Оло һыу эргәһе булғанға шулай микән? - Ҡара уны, к...ең эйәргә ҡуша туңып ҡуймаһын. - Арғын уны кейәүе түгел, тиҫтере күреп шаяртты. - Туңһа ни, эйәрҙән ҡолап төшмәҫкә яҡшы булыр, - тип ҡайнағаһының мәрәкәләүен күтәрмәләне Йортбағыш. - Урыҫтың ҡулындағы һуйыл һуҡмай, ә алыҫтан саға, тиҙәр бит әле. Йортбағыш йөҙ башының етдиләнеп киткән йөҙөнә күҙ ташланы: - Ҡурҡаһыңмы? - Ҡурҡмайым, шулай ҙа шомландыра. Әллә ниндәй яман төштәр күреп бөттөм төндә. Монголдың бик фәһемле әйтеме бар: “Көслөмөн, тип әйтмә, үҙеңдән көслөрәккә барып юлығырһың, хәйләкәрмен, тип әйтмә, үҙеңдән хәйләкәрерәккә барып юлығырһың”. Аҡһаҡ Килембәт ғәм алдында йәлдәклеге менән маһайып йөрөмәһә лә, эстән генә үҙен шундайға һанай ине. Зәй тамағындағы һуғыш мырҙаның яңылыш уйҙа булғанлығын күрһәтте. Хәрби өлкәлә ғәйәт ҙур тәжрибә туплаған кенәз Курбский, нуғай мырҙаһының фекерен алдан белгәндәй, Ҡама йылғаһының уң яҡ яры буйлап таң алдынан көслө ҡурғау ойошторҙо. Ҡараман ҡулы аҫтындағы бер нисә саҡрымға һуҙылған һыбайлылар сафы саналарға беркетелгән туптар менән тигеҙләшкәс, иртәнге һиллекте бер-бер артлы яңғыраған гөрһөлдәү тауыштары тертләтте. Пушкалар артынса, пищалдәр телгә килде – яр ҡалҡыулығында уңайлы урынлашҡан стрелецтар көтөлмәгән афәттән ҡабзиәткә бирелгән һыбайлыларға терәп тигәндәй ут асты. Ҡараман бей һәм уға буйһонған мең баштары, кинәт ҡупҡан ығы-зығыны баҫырға, ниҙер ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡаршы һөжүм ойошторорға маташты. Әммә ҡурҡыуҙан күҙҙәре тонған яугирҙар бер-береһен тапап, тәрән көрт йырып йылғаның һул ярына һибелде. Уларҙы туптарҙан, мылтыҡ көбәктәренән осҡан күҙгә күренмәҫ ғазраилдар ҡыуып етте – Ҡама өҫтө үле һәм яралы кәүҙәләр менән ҡапланды. Ҡараман бей, ғәскәренең өстән бер өлөшөн боҙ өҫтөндә ҡалдырып, ҡиблаға ҡасты. Уҙалы-ҡаҙалы һырт биргән һыбайлылар яҡтырып өлгөргән офоҡ аръяғында юғалып та өлгөрмәне, урыҫ дружиналары, улар һалған әҙер юл буйлап, Зәй тамағына йүнәлде. Стрелецтар артынан туптар беркетелгән саналы аттар ҡуҙғалды. Кенәз Курбскийҙың төптән уйланылған иҫәбе буйынса, улар Аҡһаҡ Килембәт төркөмөнөң сигенеү юлын киҫергә тейеш ине. Был ваҡытта төмәндең икенсе яртыһы Мамаҙыш менән Ҡама араһында ҡурғау тотҡан урыҫ алайҙарына яҡынлашты. Ағайгилде мырҙа, ҡар борҡотоп ер сапсыған айғырын уйнаҡлатып, һуғышсылар күңелендә ужыт207 уятырға була: -Ҡурҡмағыҙ, егеттәр! – тип ҡысҡырҙы. – Батыр бер үлә! Тупты атыуы тиҙ, яһауы оҙаҡ. Туп тауышы – Ҡараман бейгә арттан һөжүм итер өсөн шартлы билдә. Ике яҡтан ҡыҫмаҡҡа алып тураҡлайбыҙ яуыздарҙы. Алға!.. Өҫтө ҡатҡан тәрән көрттө яра-яра ҡуршылдап елгән аттар яугирҙарҙы ҡаршыға өргән әсе елгә һәм үҙҙәренең мәлен көтөп тынып ҡалған ҡороулы пушкаларға табан алып китте. Кемдәрҙеңдер ғүмерендәге йәшәү менән үлем мөҙҙәтен ҡыл осондай ғына ҡалдырып, аралар яҡынлашты. Бына, бер-бер артлы гөрһөлдәп, туптар дәһшәт сәсте, улар артынса, бурҙайҙан һуң абалап өргән сәүектәр кеүек, пищалдәр яһауҙарын төкөрҙө, әммә улар өҫтөнә арттан ябырылырға тейешле Ҡараман һыбайлыларының ораны яңғыраманы. Бына, тәүге ҡорбандар ат өҫтөнән сүмәксеп, көрткә сумды, яһап өлгөрөлгән туптар яңынан телгә килде, ләкин бик күптәр ишетергә теләгән таныш оран ишетелмәне. Һөжүм итеүселәр сафы, ярға ҡаҡлыҡҡан тулҡындар төҫлө туҡтап ҡалды – баҫҡын тонсоҡто. Бер атҡанда тиҫтәләгән кешенең ғүмерен өҙгән тупҡа ҡаршы уҡ менән ҡаршы барыу – үҙ-үҙеңде мәғәнәһеҙ рәүештә үлтереү, тигән һүҙ ине, шуға күрә, ни уйларға ла белмәгән Аҡһаҡ Килембәт ғәскәргә ваҡытлыса сигенергә бойорҙо. Көрт өҫтөн йөҙәрләгән ҡорбандар менән сыбарлап сигенгән атлылар Ҡамаға яҡынлашты. Әммә уларҙы бында ла көтөлмәгән вабал208 һағалай ине: сиреүҙең тәүге сафтары йылға өҫтөнә килеп төшөү менән, һул ярға урынлаштырылған туптар залп бирҙе. Йәҙрәләр сиреүҙең әле бер, әле икенсе осона төшөп ҡар борҡотоп ярыла һәм ҡорбан сүпләй башланы. Шул йәҙрәләрҙең бер ярсығы Йортбағыштан бер ат кәүҙәһеләй алда сабып барыусы Арғындың күкрәгенә тейҙе, икенсеһе уның менгеһенең киҙәгәйен209 төрә һуҡты. Ат менән һыбайлы ҡар өҫтөнә икеһе бер юлы тәкмәсләне. - Арғын! – тип ҡысҡырҙы Йортбағыш, ярһыған менгеһенең башын шаҡарып, - ни булды һиңә? Яуҙа аттан юҡҡа ғына ҡолап төшмәгәндәрен үҙ башынан кисергән Йортбағыш шөбһәләнеп ҡайнағаһының хәрәкәтһеҙ ҡалған кәүҙәһе эргәһенә әйләнеп килде, атынан төштө. Арғындың күкрәгенән аҡҡан һәм ауыҙынан килгән ҡанға ҡарағанда, нимә булғанын аңлау ҡыйын түгел ине. Шулай ҙа Йортбағыш мөғжизә өмөт итеп, яралының башын өҫкә ҡалҡытты, күҙҙәренә ҡараны: - Арғын, Арғын, ишетәһеңме мине?! Мәжрухтың биттәре тартыша ине, күрәһең, йәш тән йәненән айырылғыһы килмәй ҡыр талаша. Ул үҙенең исемен ишетеп, нисектер һыуалып, тона башлаған күҙҙәрен асты: - Аһ, кейәү, хуш... Мине бында ҡалдыр... ма... Арғын шулай тине лә, буйға һуҙылып киткәндәй булып, тынып ҡалды. Был мәлдә уға Аҡһаҡ Килембәттең асырғанып: - Һулға! Һулға! Зәй тамағына! – тип ҡысҡырыуы ла, яугирҙарҙың бер-береһен тапай яҙып, Ҡама яры буйлап көн тыуышҡа тәрән көрттән юл ярыуы ла барыбер ине. Йортбағыштың күкрәгенән: “Эх!..” – тигән иңрәү атылып сыҡты. Артабан һуҙырға ярамай ине, шуға күрә ул тиҙәмән генә ҡыл арҡан менән шәһиттең аяҡтарын ҡуша бәйләне, икенсе осон менгеһенең ҡойроғона сырманы һәм байтаҡ ара китеп өлгөргән яуҙаштары артынан сапты. IV Халыҡта: “Илде яу баҫһа, йортоңдо ҡар баҫыр,” – тигән һүҙ бар. Был мәҡәл, әйтерһең, тәбиғәттең Ҡаҙан ҡолаған йылдағы касафатына ҡарата сығарылғайны, сөнки ул ҡышта ҡар самаһыҙ күп яуҙы. Ике-өс йыллыҡ ҡар былай ғына яуһа бер хәл – уның артынан бар халыҡтың теңкәһен ҡоротҡан ыҙғар210 ябырылды.Быйылғылай ҡалын көрт менән ҡаты һыуыҡтарҙың ҡасан булғанын да хәтерләмәгән оло быуын кешеләре бындай хәлде йүнлегә юраманы. Ил өҫтөндә береһенән-береһе шомлораҡ хәбәрҙәр ҡуйырҙы. Берәүҙәрҙең күрелмәгән афәтте Ҡаҙан ханлығын урыҫ баҫыуы, икенселәрҙең Аҡ Урҙа мырҙалары араһындағы гонаһ шомлоҡ хәлдәр менән бәйләп аңлатырға тырышыуы әлеге хәбәрҙәрҙе тағы ла ҡурҡынысыраҡ итеп күрһәтә ине. - Айбағыш, Көнбағыш, баштағы ҡарҙы таҙарттығыҙмы? – тип ҡаршыланы Нурғәле ҡарт тыштан инеүсе ейәндәрен. Кейәүе ил аралап, яҡындарының эҙен юллап юғалып торған көндәрҙә ул хужалыҡ буйынса хәстәрлекте үҙ өҫтөнә ала ине. Быйыл өҙлөкһөҙ яуған ҡарҙы таҙартып тормаһаң, тирмәнең уҡтары һынып, өҫлөктөң211 емерелеп төшөүе ихтимал. Шуға күрә, егеттәргә ике ҡат өҫлөккә яуған ҡарҙы көрәп тороу бурысы йөкмәтелгәйне. - Күптән таҙарттыҡ инде, - тип яуапланы Көнбағыш. Нурғәле ҡарт уҡып ултырған китабын тәңкләп өйөлгән ҡаралды өҫтөнә ҡуйҙы, сыуалдағы усаҡҡа утын өҫтәне. - Ярай. Тағы бер аҙ яҡҡас, тәберҙе212 ябып инерһегеҙ. Айбағыш менән Көнбағыш, олаталары өгөп тормаһа ла, үҙ мөлләттәрен213 яҡшы беләләр ине: ут яғыр алдынан төндөктө асыу, һыуға бара торған һуҡмаҡты ҡарҙан таҙартып тороу, ҡоро утын ташыу, һыу килтереү кеүек хужалыҡ эштәре. Быларҙан тыш, бөтә ҡышлау халҡының барлы-юҡлы йылҡыһына күҙ-ҡолаҡ булып тороу ҙа уларҙың важибәтенә инде. Инйәр буйына бер рәт булып ҡышлау ҡорған ҡасҡындар көҙгө һыуыҡтар башланғанға тиклем имен-аман урынлашып өлгөрҙөләр. Башта балалары вағыраҡ булған Ҡыҙрас менән Күкбүрегә ике йома эсендә ике көркә төҙөп бирҙеләр. Өмәселәргә ярҙамға Арыҫлан бей ағас эшендә таҫыллы булған үҙ кешеләрен ебәрҙе. Күбәүләшкәс, эш тә ырамлы барҙы. Ҡатайҙар әйтмешләй, урмандың өҫкә ауып тороуы ла эште еңелләштерҙе. Ҡалғандар өйрәнелгән ғәҙәт буйынса ерҙе яртылаш ҡаҙып, ике ҡатлы кейеҙҙән ҡышҡы тирмә ҡорҙо. Ҡаңтарҙы йылы торлаҡтарҙа ҡаршылаған ҡасҡындар, ҡыраяҡта214 утын әҙерләп, ҡышҡа тыныс күңел менән килеп инделәр. Әлеге мәлдә Айбағыш менән Көнбағыш түҙемһеҙлек менән аталарын көтә ине, сөнки ул ҡайтмайынса һунарға сығыу тураһында уйлама ла. Ә кейектең бында ниндәйе генә юҡ?! Инйәр буйы тулы һыуһар, шәшке, ҡама, хатта – ҡондоҙ. Урманында тейен, төлкө, ҡуян мыжғып тора. Һунарға бигерәк тә Етембай менән Ҡарағужа әүәҫ ине, әммә олаталары улар менән ебәрмәй. Ҡарттың ҡурҡҡаны – ағас ботағынан кешенең башына ырғый торған һеләүһен ине. - Ул яуыз, соңҡа тапҡырынан баш тиреһен һыҙырып, биткә ҡаплай, - тип ҡурҡытты Нурғәле ҡарт ейәндәрен. – Алла һаҡлаһын. Кешегә эйәртеп ебәрә алмайым һеҙҙе, атайығыҙ ҡайтҡас, уның менән барырһығыҙ. Ә Ҡобағош, туҙҙырылған ояһының сарпыларын215 эҙләргә сығып китә лә, аҙналар буйы юғалып тора. Өмөтһөҙ – шайтан, тигәндәй, ҡайтып бер аҙ йөрөй ҙә, йәнә көн тыуыш яҡҡа ҡарай башлай. Сәфәренең әлегәсә уңғаны юҡ – ҡыуып алып кителгән ҡатын-ҡыҙ менән бала-сағаның эҙенә төшөрлөк бер хәбәргә юлыҡҡаны юҡ хатта. Хәҙрәттең бер нисә мәртәбә: - Ҡуй, кейәү, юҡҡа ыҙалама, яҙғаны шулдыр, - тигәне булды. Әйтеүе лә ни бары йән менән тән тыныслығын юғалтҡан Ҡобағошто йәлләүҙән ине. Быйылғылай тәрән көрттә юл йөрөүе уйынмы ни? Барыһын да аңлай Нурғәле ҡарт, балаларҙың әсәләрен юҡһыныуын да, кейәүенең Гөлбоҫтан менән Көмөшәй һәм ҡыҙы өсөн өҙгөләнеүен дә күрә. Ә һуң уның үҙенә еңелме? Тыштан белгертмәһә лә, кейәүенең ғүмере өсөн хафаланыуы ла бар: бынау хәүефле заманда ул (әстәғәфирулла, тәүбә!) эт-ҡошҡа осраһа, уландары менән ни булыр, сөнки уның үҙенә күпме йәшәргә насип иткәнен кем белә? Кейәүенең ныҡышыуын да аңларға була – ирмен тигән ир хәстәрле булырға тейеш. Донъяла төрлө хәлдәр була, ҡана һуң, исмаһам берәй хәбәрҙәре ишетелһә. Аллаһы Тәғәлә мәрхәмәтлек күрһәтһен өсөн инде тағы ҡалайыраҡ ғибәҙәт ҡылырға ла, ниндәйерәк доға уҡырға?.. Олатаһының яманһыу уйҙарын әлеге шул Көнбағыш бүлдерҙе: - Атайым ҡасан ҡайтыр икән? Нурғәле ишек яғындараҡ уҡтар әҙерләү менән мәшғүл булған ейәндәре яғына ҡараш ташланы: көн оҙарыу яғына китһә лә, эңер иртә төшә шул – сыра яндырырға ла ваҡыт. Әй, ғүмер! - Ҡайтыр, Алла бирһә. Ай йөрөһөн, аман йөрөһөн, тигән боронғолар. - Һунарға барғы килә, - тип үсеккәндәй итте Көнбағыш. – Етембай апа менән Ҡарағужа ағай көн һайын йә төлкө, йә һыуһар апҡайта. Ә бөгөн, ана, мышы алғандар. - Яҙғаны һеҙгә лә булыр, Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң. Осо теленгән уҡ ҡойроғона ҡарағош ҡауырһынының яртыһын беркетеп ултырған Айбағыш телгә килде: - Һин, олатай, Алла ла Алла тиһең, бына беҙ кемгә буйһонабыҙ? - Мырҙаларға инде, кемгә булһын. - Ә улар кемгә? - Мырҙалар кенәзгә буйһона. - Ә кенәздәр? - Улар ханға, батшаға. - Ә хан менән батша? - Батша Аллаға ғына буйһона. - Ә бына Алла кемгә буйһона? - Әстәғәфирулла, тип әйт. – Нурғәле ҡарт тауышын әкренәйтә төштө. – Ул һис кемгә, һис нигә буйһонмай торған зат. Егет ҡорона тулып килгән Айбағыштың башына уй төшә башлаған сағы ине, шуға күрә, уратып алғандарҙы үҫмерҙәргә хас ҡыйыу һорауҙар, хатта бидғәт фекерҙәр менән йөҙәтә башлағайны. Ул әле лә олатаһының башын ҡаңғыртыуын дауам итте: - Шул буламы ғәҙеллек? Барыһы ла кемгәлер буйһона, үҙ ҡул аҫтындағыларҙың именлеге өсөн яуап бирә. Ә Алла бер кем алдында ла яуап тотмай. Ерҙәге ғәҙелһеҙлек менән тәртипһеҙлектең башы шунда түгелме? - Аба-а, улым, ҡалай көфөр һөйләйһең, - тине хәҙрәт, ейәненең мәңге ҡаҡшамаҫлыҡ булып тойолған ҡанундар нигеҙенә киҙәнеүенә ғәжәпләнеп. Айбағыш олатаһының зитына тейеүен белде: - Үҙең : “Алла иркенән тыш хатта япраҡ та һелкенмәй”, - тиһең бит. Баштағы уй ҙа уның ихтыяры менән яралалыр инде. Нурғәле ҡарттың: - Фу, кафыр! Һинең ҡолағыңа шайтан... – тип башланған хәбәрен ишектән инеүсе Зөлхизә бүлдерҙе. Ҡарағужа батырҙың баш балаһы булған был ҡуңыр һылыу ҡыҙыҡай ун дүрт йәш өҫтөндә ине. Ата-әсәһе уны саҡырыусы итеп ебәргән икән. - Беҙгә барығыҙ! – тине Зөлхизә. – Атайымдар болан итенән ауыҙ итергә саҡыра. Хәҙрәт сыуалдан таралған һүрән ут яҡтыһында инеүсене таный алмай аҙапланды, шулай ҙа, быны белдермәҫкә тырышып: - Барырбыҙ, иншалла, - тигән булды. Шунан, саҡырыусыны сырамыта алмағанының ҡоһорон ейәндәренә төшөрҙө: -Кем, Айбағыш, Көнбағыш, сыраны яндырһағыҙ ни була! Бая уҡ әйттем түгелме? Көнбағыш сыра яндырғылағансы, ҡыҙыҡай сығып та китте. Нурғәле ҡарт тауышын әкренәйтеп: - Кем ҡыҙы булды әле был? – тип һораны. Көнбағыш көлөп ебәрҙе: - Танымағас, ниңә барырбыҙ тип ултырып ҡалдың? Ҡарағужа ағайҙың Зөлхизәһе лә һуң. Ә ағайым таныны, ана, уға текләп ултырып, бармағын ҡырҡты. Айбағыш мут йылмайып торған ҡустыһына йоҙроҡ төйҙө. Нурғәле ҡарт һуҡранып алды: - Ай, хәйерһеҙ! Ана бит, Хоҙайға тел тейҙереүҙең кейәһе216 ... Шул саҡта тышта эт абалағаны ишетелде. Уның шыңшый-шыңшый саңҡылдап өрөүенә ҡарағанда, йөргөнсөнөң ят кеше түгеллеген аңғарыу ҡыйын түгел ине. - Атайым! – тип ҡысҡырҙы Көнбағыш һәм, арлы-бирле кейенә һалып, тышҡа атылды. Уның артынан – Айбағыш. Ҡыуаныстары эстәренә һыймаған үҫмерҙәрҙең ҡолағына олаталарының: “ Тәберҙе ябып инегеҙ бер ыңғай!” – тигәне әллә салынды, әллә юҡ. Ҡобағош был юлы ла уландары менән ҡайныһын ҡыуандырырлыҡ хәбәр алып ҡайта алманы. Уның ҡурйыны буш икәнен аңлау өсөн ҡышҡы ел һуғыуҙан ҡарағусҡылланып тартылған йөҙөнә, күңелендәге барлыҡ вайымы сағылған күҙҙәренә бер ҡараш ташлау ҙа етә ине. Ҡыуаныстан нишләргә белмәгән Көнбағыш күңелендә ташҡан хистәрен үҙенсә белдерҙе: - Ҡарағужа ағайҙар бөгөн мышы алды! -Шулаймы? – тине йәнләнә төшкән Ҡобағош. – Беҙ ҙә алырбыҙ, Алла бирһә. Инде йөрөү бөттө - өйҙә генә ятасаҡмын. Үҙенең тотанаҡлыраҡ булыуы менән ҡустыһынан айырылған Айбағыш эсендәген баҫалҡы ғына итеп сығарҙы: - Уҡтар әҙер. Дөйөм ҡыуанысҡа Нурғәле ҡарт та ҡушылды: - Иншалла. Кейәү, бик уңлы йөрөйһөң - әле генә Ҡарағужа ҡустының ҡыҙы саҡырып китте. Аулаған кейектәренең итенән ауыҙ иттерергә тимтәлгәндәр217. Бына бит, ризығыңа яҙғас, килеп өлгөрҙөң. V Оҙон-оҙон аҡ айҙар үтеп, көн йылыға тартты. Биләмәһен көндән-көнгә киңәйтә барған ҡояштың танһыҡ нурҙарынан ҡар өҫтөндә шекәрәләр барлыҡҡа килде, көрттәр күҙгә күренеп ергә һеңде. Әммә, яҙғы көн – ярты аҡыл, тип белмәй әйтмәгәндәр – ҡояш йылтырап, сыуаҡлауына аҙна-ун көн дә үтмәне, өй-төҙҙө эңер ҡараңғылығына күмеп, болоттар ҡабарышты. Дөмһәргән күктән эре ябалаҡлап күшектергес ҡар яуырға тотондо, донъяны эс бошорғос йонсоу ҡапланы. Әле был ғына әҙ тигәндәй, ер менән күкте бер бөтөнгә әүерелдергән буран башланды. Көнө-төнө геүләгән ҡарлы дауыл, әйләнә-тирәләге бөтә нәмәне осороп алып китергә ҡәһәтләнгәндәй, шашынды. Тәбиғәттең дәһшәтле күренешенән шомланып, ҡыр йәнлектәре өңдәренә, әҙәм балалары торлаҡтарына боҫто. Был – зәһәрлеге менән яманаты сыҡҡан шиһаҡа218 бураны ине. Шундай күҙ асҡыһыҙ буранлы көндәрҙең береһендә Аҡһылыу бәпәйгә ауырып китте. Ҡарынғау219 ҡыҙының көнө еткәнен белһә лә, Маһиямал бейбикә был хәлдең шулай кинәт һәм, иң мөһиме, салта буранға тап килерен көтмәгәйне. Аҡһылыу тулғаҡһып түшәккә ауғас, ул уң яҡ күршеләге Тарғындың кәләшенә йүгереп барҙы: - Бәләкәй килен, йәһәт кенә Хөбәйбә ҡарсыҡҡа барып кил әле, ҡәйенһеңлең аҫранырға220 булып китте шикелле!.. Бейбикә, үҙенең шәһит киткән игеҙәктәренән Арғын мәрхүм саҡ ҡына алдараҡ күренгәнгә, уның кәләшен өлкән килен, ә Тарғындыҡын бәләкәй килен тип йөрөтә ине. Апһындарҙың ҡушаматтары икенсе исемдәренә әүерелеп, Аҡтолош йортонда уларҙы барыһы ла шулай атарға ғәҙәтләнгәйне. Хөбәйбә ҡарсыҡ оҙаҡ көттөрмәне – дебет шәлен бөркәнеп, елтәнләп килеп тә етте. -Ай-һа-ай! – тип килеп инде ул, - бик яман көндә тыуырға уйлай. Зерә ғәйрәтле булмаһа ярар ине был. -Ҡуй инде, - тине килендәренә кәрәк-яраҡ әҙерләшеп йөрөгән Маһиямал. – Быуаның ҡасан йырылырын ҡайҙан беләһең. - Ярар, хәйерле булһын, - тине кендек инәһе. - Әй, килендәр, һыу йылыттығыҙмы? Өлкән килен: - Хәҙер! – тип сығып йүгергәс, Хөбәйбә ҡарсыҡ “Бисмилла” әйтеп, ыңғырашыу тауышы ишетелгән шаршау артына инеп китте. Донъяға килмәҫ борон уҡ үҙе өсөн шулай өтәләнеп тороуҙарына ҡарамаҫтан, бала тыуырға бик ашыҡманы. Әйтерһең, ул үҙен ыжғыр буранлы аяуһыҙ, ҡотанһыҙ тормош көтөп торғанлығын һиҙә һәм өйрәнгән шешәген221 ташларға теләмәй ине. Ул әсәһенең иҫ-һушын алып, Хөбәйбә ҡарсыҡтың әллә нисә әпсенен222 уҡытып, өйлә менән икенде араһында саҡ күренде. Һәм, бына хикмәт, сабыйҙың тәүгә ауазы ишетелеү менән, өсөнсө көн ҡоторонған буран тынды, ҡар туҡтаны. Тик ара-тирә: “Мине онотоп китмәгеҙ! “ – тигәндәй, шиһаҡаның аҙашып ҡалған яртыһы өрпәк ҡарҙы өйөрөп-өйөрөп ҡуя ине. - Ана, көн яманы бөтөп тә ҡуйҙы, - тине бәпәй сәйе эсергә ултырған Хөбәйбә әбей. - Аллаға шөкөр! – Маһиямал бейбикә ҡыҙының иҫән-һау ҡотолоуына сикһеҙ шат ине. - Шулай, барсаһы ла Алланан. Хаҡ Тәғәлә биргәс, Аҡһылыу ҡыҙым да уллы булды. Үҙенең кендеген киҫкән мәл бына ғына кеүек. Әй-й, ғүмер!.. - Рәхмәт инде, - тине хужабикә, - ҡулыңдың изгелеген күр. Бала тыуыр ул, тик ғүмерен генә бирһен. Яуҙа һәләк булған Арғын менән Тарғындың онотолоп та өлгөрмәгән ҡуш ҡайғыһы бейбикәнең ике күҙенә дым пәрҙәһе булып ябырылғанын шәйләгән Хөбәйбә ҡарсыҡ һүҙҙе әкренләп был тирәнән алыҫлаттырырға уйланы: - Әйтмә инде. Ошо арала яҡын-тирәләге бисә-сәсә гел ир бала таба, бына хикмәт. Кендек инәһенең һүҙенә әүрәп бер аҙ тыныслана биргән Маһиямал: - Ул нимәгә булыр икән? – тип һораны, ғәжәпләнгән төҫтә. - Боронғоларҙың һынамышын ишеткәнем бар : ир бала күп тыуһа – алдағы йылдарҙа һуғыштар күп була, имеш. - Тәүбә, тәүбә! Әле күрәһеләребеҙ бар икән... Яңы тыуған сабыйҙың берсә хафалы, берсә өмөтлө ололар һүҙендә йомошо юҡ – ул беренсе тапҡыр әсәһенең күкрәк һөтө менән ауыҙланғандан һуң, иҙрәп йоҡлап китте. Күңелен әсә булыу бәхетенән яралған илаһи тойғолар биләп алған Аҡһылыу, һаҡһыҙ хәрәкәт яһап балаһын уятыуҙан, мөлдөрәмә тулы хис-тойғоларын сайпылтыуҙан ҡурҡып, хәрәкәтһеҙ ята бирҙе. Йәненә шундай еңел, шундай рәхәт, әйтерһең, ул һәр аҙымда киләмһеҙ ысынбарлыҡ һағалаған ерҙә түгел, ә тылсым тулы икенсе бер донъяла ята. Уның әлегә сабыйының киләсәк яҙмышы хаҡында уйлағыһы килмәй - ғазаптан һуң тыуған еңеллек тәне менән йәнен иҙрәтә, серемгә тарта. Аҡһылыу, йоҡламаҫҡа тырышып, шаршау артындағыларҙың хәбәренә ҡолаҡ һала. - Әй, Хоҙайым, халыҡ нишләр инде? – Хөбәйбә ҡарсыҡ тауышы. - Белмәйем шул. Йот булырға оҡшай тиҙәр бит. - Әсәһенең тауышы бошонҡо ғына сыҡты. Һуңғы айҙарҙа уның күңеле асылған саҡ бик һирәк була – Арғын менән Тарғын ҡайғыһынан, лүшә223 ауырлығын күтәрә алмаған ботаҡ төҫлө, бөгөлөп төштө. - Был ҡәҙәре мал ҡырылған ҡышты хәтерләмәйем, - тине кендек инәһе. – Беҙҙең аймаҡты ғына алайыҡ: Һөйәрембикәләр бер ҡураҡтарына224 терәлеп ҡалды, Яҡшыбикә менән Мәрғүбәнең атлыҡсалары225 буш. Иҙелғужаның кенәп226 бөткән малдары саҡ йөрөй – сыҡмаған йәндәре генә бар инде. - Беҙҙең мал да теүәне227. Ҡалғандары ла күтәрәмдән228 саҡ арыу. Анау хәтле ҡалын көрттә нисек тибенһен йылҡы? - Ир-аттың яуҙан бушамауы – ҡаҙа яңғыҙ йөрөмәй, тигәнгә дәлил... Артабанғы һүҙ ҡыштың һаман һынмауы, арлы-бирле мәренән229 һуң тағы ла көндөң һыуыныуы, ил-йортта етем-еһерҙең, ҡыҙырастарҙың230 бермә-бер артыуы, шәһит киткәндәр хаҡындағы хәбәрҙәрҙең һаман да кәмемәүе тураһында барҙы, ҡышлау хәлдәре тирәһендә уралды. Ләкин улар әсә булыу бәхетенән үҙен күктең етенсе ҡатында тип хис иткән Аҡһылыуға әһәмиәтһеҙ генә булып күренделәр. Әлеге хәбәрҙәрҙең барыһын бергә өйһәң дә, бөгөнгө ваҡиға менән сағыштырырлыҡ түгел ине. Ул ваҡиғаның сәбәпсеһе – Аҡһылыу менән Йортбағыштың ғүмерҙәрен бергә ялғап, уларҙы үҙендә дауам итәсәк бынау тере йомғаҡ. Ә йәшәүҙе кем еңә алғаны бар? VI Яҡты донъя - өҙлөкһөҙ үҙгәрешкә ҡоролған бер ҡуласа. Ул һис бер зат туҡтата алмаҫлыҡ ҡанундарға буйһондоролған. Бөйөк Ҡөрьән сүрәләренең бер аятында тап ана шул күҙ уңында тотола: Күктә ҡояш мәңгелек бер сәйәхәттә, Үҙ юлында һис туҡтауһыҙ хәрәкәттә. Үҙенә күрә был да ғибрәт билдәһелер, Ғалим булған Аллаһының ғилләһелер... Ә киләһе аят ер йөҙөндәге тормоштоң әрәсәһен231 тағы ла анығыраҡ итеп билдәләй: Ҡояш айҙы мәңге ҡыуып етә алмаҫ, Ер йөҙөндә көндө төн һис үтә алмаҫ. Быларҙың һәр береһенең үҙ яҙмышы, Билдәләгән фәләк232 буйлап үҙ ағышы... Тәбиғәттең ошо мәңгелек ҡанунына буйһоноп көн артынан көн үтә торғас, бөтә халыҡ түҙемһеҙләнеп көткән яҙ килде. Ғүмерҙә лә иремәҫтәй булып ер өҫтөн ҡаплаған ҡар ҡатламы әкренләп шиңә, ярмалана башланы. Башта Инйәр йылғаһын ике яҡлап ҡоршаған тау түбәләрендәге аҙраттар233, бер аҙҙан аҙылмалар234 көрттән әрселде. Ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән, ҡалҡыулыҡтарҙың көн битендә йәшәреп зәржә235 ҡалҡынды. Бығаса күрелмәгән ҡалын көрттәре, сатлама һыуыҡтары менән бар тереклектең үҙәгенә үткән ялҡытҡыс ҡыш, ниһайәт, һынды – үҙәндәрҙән йырмалаҡтар236 аҡты, көн үҙәгендә, ағастан-ағасҡа ҡунып, ҡоштар сырылдашты. Күп тә үтмәне, уларҙың йырына һөрлөгөшөп ҡайтып төшкән сәүкәләр тауышы, бер аҙҙан һуң бейек-бейектә еҙ шөңгөр моңо сығарған сырҙауыҡтар һайрауы ҡушылды. Тау үҙәндәренән ағып төшкән ҡар һыуҙары өҫтән, ә Инйәр аҫтан йыуа торғас, бер көндө сатыр-сотор килеп боҙ ҡуҙғалды. Көндән-көн арта барған ташҡын, ситлектән арынған януар төҫлө ярһып, ярҙарынан ашып сыҡты, сәрхәт237 эҙләп, туғайҙарҙы баҫты. Ҡышты көс-хәл менән үткәргән өшән238 аттар, тирә-йүндә шаулаған яҙға, йән-тәнде иретер көн сыуағына ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәгәндәй, тәүге үләндәр йәшәргән түбәләстәрҙә өйкөмләшеп йөрөй. Улар былтырҙан ҡалған ҡауланға йәшел үлән ҡушып утлай-утлай ҙа яҙғы сыуаҡҡа иҙрәп, үҙҙәренә генә билдәле булған уйға тала. Малҡайҙарҙың түбәләрендә әлегә ҡар ятҡан тауҙар сағылған күҙҙәренән эркелгән йәштәр, сикәләренән юлаҡтар һалып, киҙәгәйҙәренә ағып төшә. Аттарҙың ни сәбәптән илағанын кем белә лә, кем аңлата? Йәнә бер ҡышты имен уҙғарып, ҡара ергә аяҡ баҫыу ҡыуанысынанмы ул, әллә өй-төҙҙә гөрләгән яҙ миҙгеленең дә ваҡытлыса ғына икәнен тойоу һағышынанмы? Нурғәле хәҙрәт, ҡышҡы йоҡонан уянып өңөнән ҡупҡан айыу һымаҡ һүлпән атлап, тирмәнән сыҡты һәм, ах та ух килеп, өҫтөнә иҫке кейеҙ түшәлгән арбаға менеп ултырҙы. Ул көнбайыштан – Инйәр тарафынан иҫкән екәт239 елдән һаҡланырға була, күбегәненең240 түшен ҡымтып ҡуйҙы. Хәйер, инде һаҡландың ни ҙә, һаҡланманың ни – эш үткәнгә оҡшай. Ул башта үҙенә йәбешкән был сырхауға артыҡ илтифат бирмәне, йә берәй һалыу-маҙарҙыр, тип кенә уйланы. Әммә мәкерле мараз241 аҙғандан-аҙа барып, тамам быуынына төштө ҡарттың. Ҡайһы саҡта төндәр буйы ҡажҡылдап йүткереп сыға ине ул. Күкрәге бысаҡ менән телгеләгәндәй ауырта, маңлайынан һалҡын тирҙәр бәреп сыға, ә хәйерһеҙ йүтәлдең иге лә, сиге лә юҡ. Нурғәле ҡарт әмәл-таҡымдың242 ниндәйен генә самалап ҡараманы, тик уларҙың файҙа бирерҙәйҙәре генә табылманы. Күкһәүгә243 бермә-бер килешә тигәнгә, Ҡобағош хатта Арыҫлан бей аша бурһыҡ майы табып килтерҙе. Уны ла иретеп эсеп ҡараны хәҙрәт, әммә... Ул яҡындағы тауҙар ашаһынан арғылланып күренгән Елмәрҙәк түбәләренә күҙ һалды. Күккә ашҡан мәғрур ҡаялар өҫтөндә ағарып күренгән ҡармы, әллә тауҙың башына уралған болотмо – айырыуы ҡыйын. Елмәрҙәктең аръяғында – уның ғәзиздәрҙән-ғәзиз тыуған иле. Шулай уҡ бүтәнсә күрергә яҙмаған микән ни һағарғыны244?.. Шау-гөр килгән балалар тауышы Нурғәле ҡарттың моңһоу уйҙарын бүлдерҙе. Итәген зифа шыршылар, һомғол ҡарағайҙар ҡаплаған яҡындағы тауҙан, йәш ҡолондар кеүек сырҡырашып, елкенсәк килеп төштө. Һәр береһенең ҡулында – сәскә усламдары, танһыҡ ҡыр ниғмәттәре. Үҙенә яҡынлашҡан ейәндәрен күреп, хәҙрәттең ҡолтоһо245 күтәрелә төштө. Һәр ваҡыт шулай: уларға ҡараһа, йөҙө яҡтыра, сырхауҙары баҫылғандай була, күңелен йылы тойғолар солғап ала. Айбағыш менән Көнбағыш, бер-береһен бүлеп тәьҫораттарын һөйләй-һөйләй, олаталары эргәһенә бер ҡосаҡ ҡымыҙлыҡ, йәнә услам-услам йыуа, әтнәкәс килтереп һалды. -Аба-а, ҡалай күп йыйғанһығыҙ, - тип ҡаршы алды ейәндәрен Нурғәле ҡарт. Уның төпкә батҡан күҙҙәренән яҡты нурҙар эркелде. - Һу-у! – тип һоҡланыуын белдерҙе Көнбағыш. – Унда йыйып бөтөргөһөҙ! Айбағыш һүҙ ҡыҫтырҙы: - Олатай, беҙ һиңә көн дә алып килербеҙ, йәме? Хәҙрәттең күңеле тулды: - Һай, рәхмәт яуғырҙары! Шулайтырһығыҙ... Беҙ бала саҡта бындай танһыҡ ризыҡты: “Иҫке ауыҙға яңы аш, сихыр-зәхмәт, минән ҡас!” – тип ашай торғайныҡ. Ҡана, бисмилләһир-рахмәнир-рахим... Шул һүҙҙәр менән ул ҡымыҙлыҡ әрсеп ҡапты, йыуанан, әтнәкәстән ауыҙ итте. Тәңре ризығының әскелтем тәмдәренән тамағына аш бармауҙан элдерләп торған йөрәгенә ял булып ҡалғандай булды, күңеленә ғәжәп бер еңеллек килде хәҙрәттең. Ҡобағош кисләтеп Арыҫлан бей ҡышлауынан ҡайтҡанда, ҡайныһы элеккесә үҙенең көрпәсәләге246 түшәгендә ята ине. Сыуалдағы усаҡ эҫеһенәнме, әллә берәй дарыу-дарман шифаһынанмы, манма тиргә батҡан үҙе. Ул кейәүен хәлһеҙ генә йылмайып ҡаршы алды: - Уландарым алып ҡайтҡан ҡыр күстәнәсе килештеме, әллә Зөлхизә ҡыҙым ҡайнатып индергән ҡоротмо – еңеләйгән һымаҡмын бөгөн. Ҡобағош уның асан247 кәүҙәһен, мамыраған248 йөҙөн һынамсыл ҡарашынан үткәргәндән һуң: - Хәйерлегә булһын, - тиеү менән сикләнде. Дөрөҫөн әйткәндә, ул ҡайныһының һауығыуына өмөтөн өҙгәйне. Ауырыуҙың биттәрендә барлыҡҡа килгән шикле алһыулыҡ та, хәленең кинәт еңеләйеүе лә шөбһә өҫтөнә шөбһә ине. ... Ҡобағошто: “Кейәү!” – тигән һаҡ ҡына тауыш уятҡанда, таң һыҙылғайны инде. - Әү, нимә кәрәк, ҡайным? - тип ул шаршау артындағы ауырыуға яҡынлашты. - Бер ни ҙә кәрәкмәй. Ултыр әле, кейәү, әйтә торған һүҙем бар... - Шулай ҙа һыуһын ҡойоп бирәйем әле. Тамағың кипкәндер, - тине ниҙер һиҙенеүҙән йөрәге семетеп ҡуйған Ҡобағош. – Күршеләрҙең күстәнәсе... - Ярар, ултырт шунда, - тине Нурғәле ҡарт һәм хәбәрен дауам итте: - Был һауытта хатта абелхәят249 булһа ла эсмәҫ инем. - Ниңә улай тиһең, ҡайным?.. - Ҡаръяным250, - тине хәҙрәт. – Унан да бигерәк, яңғыҙлыҡтан ялҡтым. Ярар, далиғам251 шулдыр. Әжәлгә ғилаж252 юҡ икәне лә раҫ... Ҡобағош: - Ай, ҡайным, хилаф һүҙ... – тип әйтә башлағайны, ауырыу уны бүлдерҙе: - Дөрөҫ һүҙҙә хилафлыҡ юҡ. Туҡта, нимәгә тауыш иттем һуң әле?.. Ә-ә, уятмаһам, әйтеп өлгөрмәм кеүек тойолдо... Һин, кейәү, ней... арлы-бирле мөнтөгөм253 булһа, бәхилләй күр инде. - Ҡуйсы, ҡайным, ундай һүҙҙәр һөйләмәй торайыҡ... - Туҡта, бүлдермәй генә тыңлап бөт... Ғүмерем еп осондай ғына ҡалғанын һиҙәм. Ул-был булһа, иң тәүҙә ошо күмгелекте254 һиберһең өҫтөмә. Нурғәле хәҙрәт яҫтығы аҫтынан бер төйөнсөк алып һондо. Ҡайныһын йәлләп күңеле тулған Ҡобағош бер ни ҙә өндәшә алмаҫ хәлдә ине. “Тыуған нигеҙ менән хушлашам, тигән булып, бына нимә ниәтләп йөрөгән икән”, - тип уйланы ул. Ауырыу, хәл йыйған төҫлө күҙҙәрен йомоп, бер аҙ ятҡандан һуң, яңынан телгә килде: - Был тирәлә оҙаҡ ҡала алмаҫһығыҙ, моғайын... Ары китерһегеҙ... Нигеҙ ҡорор булһағыҙ... өс йылға бергә ҡушылған ерҙе эҙләгеҙ... Шунда ырыҫ... Хәҙрәт, әйтәһе хәбәренең осона сыға алмайынса, тынып ҡалды. Ул артабан да ниҙер әйтергә маташты, ләкин теле тыңламаны. Ҡобағош тирмә эсендәге бөләңгерт яҡтыла ҡайныһының ауыҙы бер асылып, бер ябылғанын шәйләне: әйтерһең, һыуҙан алып, ҡороға ташланған балыҡ. Йәнә бер аҙҙан ауырыуҙың уғата ослайып киткән эйәге дерелдәй башланы. Был - телдән ҡалған Нурғәле ҡарттың, тормош яралғандан алып урынлаштырылған ҡанунға буйһоноп, баш ҡағыуы ине. Күҙе алдындағы ҡотолғоһоҙ ғәмәлгә шаһит булған Ҡобағош, күҙ йәштәрен эскә йотоп, әкрен генә тауыш менән Йәсин сүрәһен уҡырға кереште. Ҡарттың изге йәне үҙе әйтмешләй ҡаръяған тәне менән әллә ни оҙаҡ та тартҡылашманы – бөйөк доғаның тылсымлы тәьҫире аҫтында тыныс ҡына айырылып, күккә олғашты. Ул, ҡотанын юйған был донъяны ҡалдырып, ерҙә оҙаҡ йылдар бер бөтөндө тәшкил итеп ғүмер һөргән хәләлен эҙләп китте. Ана бит, шул уҡ Йәсин сүрәһендә ни тиелә: Тормош өсөн рәхмәт яуһын бер Аллаға! Бөтөнөһө парлы тыуа был донъяға: Үҙ һыңарын эҙләп таба көллө әҙәм, Парлы – беҙгә күренмәгән барса ғаләм... VII Аҡ Урҙа биләмәләрен дер һелкеткән ҡанлы һуғыштар йәнә ике йылға һуҙылды. Йософ кенәздең ҡаҙандарға ярҙам итеү ниәтенән сиреүен бүлгеләүе Исмәғил лафаһына255 ғына ине – ул, килеп тыуған форсаттан файҙаланып, ҡыйралған ғәскәрен тулыландырып өлгөрҙө. Йософ яҡлылар араһында берҙәмлектең ҡаҡшауы хәлде артабан ҡатмарландырып ебәрҙе. Күңелдәрендә электән шик орлоҡтары яралған бейҙәр һәм мырҙалар һуңғы ваҡытта асыҡтан-асыҡ хыянат юлына баҫты. Исмәғил мырҙа яғына ыҡлау хәрәкәте бигерәк тә Ҡаҙан фажиғәһенән һәм уға бәйле Аҡһаҡ Килембәт яуының тар-мар ителеүенән һуң көсәйеп китте. Урыҫ ғәскәренең дәһшәтле шаңдауынан өрккән ваҡ хәрби етәкселәр, көстөң ҡайһы яҡҡа ауышыуын һиҙеп, Исмәғилдең ҡанаты аҫтына һыйынырға ашыҡты. Олуғ кенәз эргәһендә уның уландары һәм һыналған, тоғро фекерҙәштәре генә ҡалды. Хәл иткес һуғыш буранай256 аҙаҡтарында Хажитархан ханлығы сиктәрендә булды. Иртә яҙ һулышынан көпшәкләнгән ҡарҙар иреп, аяҡ аҫты бысрана башлаған мәл ине. Күңелдәрендә бер-береһенә бөткөһөҙ үс һаҡлаған Муса уландары үҙ ғәскәрҙәрен бер-береһенә ҡаршы теҙҙе. Ҡоралға-ҡорал осрашҡан һуғышсылар алышҡа ташланыр өсөн күсәмдәренең бойороҡтарын ғына көтә ине. Шул саҡ сиреүенең сафтары алдына Йософ кенәз үҙе килеп сыҡты. Уның көр тауышы, яҙғы һауаны тибрәтеп, яу яланы өҫтөнә урғылды: - Әй, Исмәғил! Һин тереһеңме әле, хаин?!. Уға үҙ алайҙары алдында атын уйнатып торған Исмәғил мырҙа яуап бирҙе: - Мин Исмәғил түгел, ә һинең ғазраилың! Теге донъяға әҙерлән!.. - Унда ла язанан ҡотола алмаҫһың, һатлыҡ! Мин һиңә тамуҡ әҙерләй торормон! - Ә һиңә тамуҡ бөгөн буласаҡ! - Мин үлемдән ҡурҡмайым! – тип ҡысҡырҙы ярһый барған Олуғ кенәз. – Нуғай иленең ҡеүәтен тарҡатҡан өсөн нәҫелеңдең ете быуынына тиклем ләғнәт төшәсәк! - Ҡылыс ҡынын киҫмәй! Шуны аңлаһаң, был тиклем ҡан ҡойолмай ине, ҡарт ишәк! - Дошман ҡылысының ҡыны булғандан, дуҫ осаһының йөнө булыуың артыҡ! Яу яғанан алғанда, итәктән алған эт һин! - Мин һинең боғаҙыңды сәйнәй торған эт! - Ах, ләғин! Үҙем өлгөрә алмаһам, уландарым һинең ҡаныңда аунар бер саҡ!.. Йософ кенәздең ярһыуы сигенә еткәйне, шуға күрә ул Исмәғилдең: - Көсөктәрең менән ҡурҡытма! – тип ҡысҡырғанын әллә ишетте, әллә юҡ – һөңгөһөн ҡыҫып тотҡан килеш, атының ялына иңкәйә биреберәк, дошман ғәскәре яғына ташланды. Ике яҡтың да ауара хәлендә ҡалған һуғышсылары ниҙер уйлап өлгөргәнсе, епшек ҡар сәсрәтеп сабып килгән дәһшәтле һыбайлыға ҡаршы Исмәғил мырҙа атын ҡыуаланы. Әгәр ошо мәлдә ниндәйҙер мөғжизә менән Муса мырҙа терелеп китһә, ул, уландарының бер-береһенә ҡорал күтәргәнен күреп, серкеүенән257 кире ятып үлер ине. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөғжизә тик әкиәттә генә була. Ә бөгөнгө ваҡиғалар нигеҙендә аяуһыҙ ысынбарлыҡ ята ине. Бына, Исмәғил, атын туҡтатып, Мәскәү батшаһы бүләк иткән һыҙма мылтығын яурынынан ысҡындырып алды, уны күҙенә аҡ-ҡара күренмәй етеп килгән ағаһына төҙәп, йоҙаҡ эргәһендәге пластинаға саҡматаш һыҙҙы. Шартлау яңғыраны. Уның артынса Олуғ кенәздең мөһабәт кәүҙәһе ергә ҡолап төштө һәм, һыңар аяғы өҙәңгегә эләгеп, биленләп ҡырға ҡасҡан аты артынан һөйрәлеп китте. Аҡ Урҙа дәүләтен оҙаҡ йылдар үҙ ҡулында тотҡан дәһшәтле иләймәндән мәреһе әйләнеп ятҡан ҡар өҫтөндә ҡанлы бураҙна ғына ятып ҡалды. Тетрәнгән Юныс ғәскәр менән дөйөм етәкселекте үҙ ҡулына алды, ләкин Йософ кенәздең үлеменән шомланып күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән яугирҙар, сафтарында урыҫ казактары ла булған Исмәғил алайҙарының ҡаты ҡыҫымына сыҙай алмай, һырт бирҙе. Артабан һәр төрлө ҡаршылыҡтың бикәр булыуына яҡшы төшөнгәндәр иһә ҡорал ташлап әсиргә төшөүҙе хуп күрҙе, сөнки ҡасыу ҙа үҙенсә буйһонорға теләмәү билгеһе. Муса уландарының хакимлыҡ өсөн ике йылдан артығыраҡҡа һуҙылған ҡайымлашыуы Исмәғил мырҙаның тулы еңеүе менән тамамланды. Йософтың үҙен үлтереп, сиреүен тар-мар иткәндән һуң ул үҙен Аҡ Урҙаның Олуғ кенәзе тип иғлан итте һәм был хаҡта химаясыһы258 Иван батшаға һөйөнөслө хәбәр еткерергә ашыҡты. VIII Димдең ала ҡар сыбарлаған урғыл үҙәндәрендә яҙ тантанаһы. Тирә-йүндә шаҙыртҡа259 ғына хас йәнлелек: ҡорама юрғанға оҡшап ятҡан ер өҫтөнән йыланут күтәрелә, уның эҫеһенән тәҡәт тапмай офоҡ ситтәре дерелдәй. Ҡарҙан әрселгән түбәләс биттәрен йәшел хәтфәләй зәржә ҡаплай, ул, ҡояш нурын һемереп, көндән-көн өҫкә - ҡояшҡа табан үрләй. Сырҙауыҡтар күҙҙәй асыҡ күк йөҙөнән яҙ һәм һөйөнөс йырҙары түгә. Яр буйындағы өйәңкеләрҙә ҡарғалар оя баҫа. Моңдарында әйтеп кенә аңлатып булмаҫ һағыш ауаздары ишетелгән шат йырғанаҡтар үҙҙәренә генә билдәле булған серҙәрен уртаҡлашырға әлегә боҙ менән көпләнгән Димгә ҡабалана. Сыуаҡлығынан күңел тулышҡан шундай яҙғы көндәрҙең береһендә Аҡтолош ҡышлауына бер юламсы260 яҡынлашты. Уның ҡойроғо төйөлгән өшән атына, һыбайлының йонсоу ҡиәфәтенә ҡарағанда, бик алыҫтан килә ятҡаны күренеп тора ине. Кенәп бөткән меҫкен мал саҡ атлап килә, ул манма тиргә батҡан. Юлында осраған йыраҡаларҙы261 шаптыр-шоптор кисеп сыға ла, юл ситендәге ҡауланға, йәшәреп килгән ҡурпыға моронон һуҙа малҡай. Мосафир, менгеһенең теҙгенен тартҡылап, текәүерен төйгөләп, юлын артабан дауам итә. Кем һуң был яңғыҙ юлаусы? Ҡайҙан килә, юл осо ҡайһы тарафта? Әй, әҙме ни бөгөнгө көндә төрлө ҡыҙырас - шуларҙың береһелер күп булһа... Туҡта, йөргөнсө атын Аҡтолош ҡышлауына борҙо түгелме? Әллә?.. Эйе, был – Йортбағыш бит. Салта үҙе! Тик һеҙ уның ел һуғып ҡарайтҡан һурыҡ йөҙөнә, төйтө262 ҡиәфәтенә, кер һеңеүҙән һәм уңыуҙан төҫөн юйған кейем-һалымына ҡарамағыҙ – тормош елдәре хатта таш ҡаяларҙың һынын үҙгәртеп ҡуя. Йортбағыш ҡасандыр үҙен ҡыуанып ҡаршы алған, илап оҙатып ҡалған ҡәҙерлеһе йәшәгән йорт алдына килеп туҡтаны. Ләкин уны үле тынлыҡ ҡаршы алды – атынан төшөүгә йүгереп ҡаршы сығыусы, ҡосағына ташланыусы зат күренмәне, ҡыуаныслы тауыштар ишетелмәне. Йөрәкһегән Йортбағыш ҡайныһының етемһерәп ҡалған йорт-ерен байҡап сыҡты, ике яҡ күршеләге Арғын менән Тарғындың биләмәләренә күҙ һалды, әммә эт һуғар әҙәм осратманы. Аптыраған егет, берәй йән эйәһе осратмаммы тип, урам буйлап китте. Ҡасандыр тормош гөрләп торған ауыл буш һәм ҡотанһыҙ ине. Йортбағыштың: “Әй, кешеләр, һеҙ ҡайҙа?” – тип ҡысҡырғыһы килде. Эйе, әҙәмһеҙ торлаҡтан да шыҡһыҙ күренеш юҡ был донъяла. Шул саҡта тере йән эйәһе осратыуҙан өмөтөн өҙә башлаған Йортбағыштың күҙенә ауыл һыртындағы ҡалҡыулыҡтан төшөп килгән ҡарасҡы салынды. Уны ҡарауыл түбәһе тип тә, ҡыҙҙар тауы тип тә йөрөтәләр ине. Әлеге сәйер затты күргән ыңғайы утты-һыуҙы кискән яугир йөрәге лә “жыу” итеп ҡалды, сөнки бындай йән эйәһенең ҡурҡыныс төштә генә күренеүе ихтимал: кейем урынына алам-һаламға уранған, таяҡҡа таянған бер ҡаҡ һөйәк. Туҙған сәстәре аҫтынан төпкә батҡан күҙҙәре йызлап тора. Әйтерһең, бала саҡта әбей-һәбей һөйләп ҡурҡытҡан бапаҡ! Ул арала “бапаҡ” урамға төштө лә кәкрәнләп Йортбағышҡа яҡынлашты. Ҡарсыҡтың ирендәре менән эйәге ҡап-ҡара, ҡулында бер нисә кәзә һаҡалы ине. - Әссәләмәғәләйкүм, инәй! – тип ҡаршыланы уны Йортбағыш. - Һаумы, улым! - Әбейҙең ғәжәп теремек күҙҙәре кешене үтә күргәндәй ине. – Был донъяла тере йән бар икән дә! Һин кем булаһың? - Мин – Йортбағыш, ошо ауылдың кейәүе. - Ә-ә, - тип һуҙҙы ҡарсыҡ, - әйтәм, йөҙөң таныш кеүек. Аҡтолош бейҙең кейәүе бит әле. - Эйе,эйе! - Йортбағыш йәнләнә төштө. – Аҡһылыуға тип ҡайтҡайным да... - Кейәү тип әйтәйемме, улым тимме?.. Һуңланың шул - берәү ҙә юҡ ауылда. - Ҡайҙа булып бөттөләр һуң? – тип һораны йөрәкһегән Йортбағыш. - Күбеһе йоттан ҡырылды, ҡайһы берҙәре күсеп китте, - тине ҡарсыҡ. – Бала-сағаның бәғзеләрен һатып, бәғзеләрен тартып алып киттеләр. Был ауылда мин кендеген киҫмәгән зат бик һирәк ине, хәҙер береһе лә юҡ. Япа-яңғыҙ тороп ҡалдым. Хоҙай йәнде алмаһа алмай икән. - Ә Аҡһылыу менән нимә булды? Ул тереме икән? - Һәй-й, кейәү, - тине Хөбәйбә әбей. – Аяғөҫтө һөйләй торған хәбәр түгел был, әйҙә, көркәмә инеп булһа ла сыҡ. Оҙон юлдан килгән кешене һыйларға бер нәмәм дә юҡ, шулай ҙа... Йортбағыш тиҙ генә атын әбейҙең йорто янына етәкләп килтерҙе, эйәрен алып, тубылғы ҡатыш ҡылған ҡаплаған ҡалҡыулыҡҡа үрешкә ебәрҙе. Асыҡҡан малҡай өйкөм-өйкөм булып ултырған ҡылған төптәрен, ҡаулан араһынан ара-тирә күренгән йәшел ҡыяҡтарҙы ҡыршылдатып утларға кереште. Егет бында ҡунырға ҡарар итте, сөнки, берҙән, үҙе лә, аты ла арыған, икенсенән, көн кисләп бара. - Әйҙүк! – тип ҡаршыланы Хөбәйбә әбей. – Үҙеңде башта уҡ сырамытмаһам да, улыңдың кендеген киҫкән кешемен әле мин. - Улыңдың? Минең улым бармы? – тип ғәжәпләнде Йортбағыш. - Әстәғәфирулла! Атай булғаныңа ике йыл тулып үтте бит. Күҙ асҡыһыҙ буранда күренде, шуға исемен Буранбай тип ҡуштылар. Йәненә ябырылған ҡапма-ҡаршылыҡлы хистәрҙән бер талай телһеҙ ҡалған Йортбағыш: - Ни булды улар менән? Тиҙерәк һөйләсе! – тине, тулыҡһыуын көскә тыйып. - Сабыр ит... Ир-егет яуҙа тип, йорттағылар бауҙа ултыра алмай. Бер төркөм йәш-елкенсәк менән ҡуша урыҫ яғына алып киттеләр Аҡһылыуыңды. - Ҡасан? Кемдәр? - Үткән көҙ. Әле ҡараса тыумағайны. Үрмәмбәт мырҙа кешеләре, тинеләр. Өлкән килен менән бәләкәй килен дә шунда китте. - Ә бала? – тип һораны йөрәкһегән Йортбағыш. - Уны ҡәйнәң – Маһиямал бейбикә алып ҡалғайны. Үҙ йәнемде көскә аҫрайым тип, улыңды бер икмәккә һатып ебәрҙе. Ҡалайтһын – барыбыҙҙыҡы кеүек, уның да мал-тыуары ҡырылып бөттө. Әлеге шул аптырағандан инде. Унан һуң үҙе лә оҙаҡҡа барманы, мәрхүмә - тағун263 ауырыуынан китеп барҙы. Йортбағыш күңелен биләп алған ауыр кисерештәр тәьҫиренән бер ғауым өнһөҙ ултырҙы. Һөйөклөһө менән күрмәгән улының аяныслы яҙмыштарынан тетрәнгән йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй ине уның. Аһ, тормош!.. Ата-әсәһенән, зат-зәүеренән айырҙы, йәненән артыҡ яратҡан кәләшенән яҙҙырҙы, улын күреү бәхетенән мәхрүм итте. Ҡайнағалары берәм-берәм шәһит китте, ҡайныһы һуңғы яуҙан һуң ҡайҙалыр ғәйеп булды. Ул хәҙер был оло, киләмһеҙ донъяла япа-яңғыҙы. Я Раббы, шундай ҙа уҫал яҙмышҡа дусар итерһең икән!.. - Элек үлемдән ҡурҡмай торғайным, - тип дауам итте Хөбәйбә ҡарсыҡ. - Ә хәҙер ҡурҡам: ул-был булһа, кем күмер мине? Шуға үлмәйем дә ҡалмайым тип тырышып-тырмашып ятҡан көн әле. Ҡара ергә баҫтым, Аллаға шөкөр, инде бирешмәм. Иншалла, берәү булмаһа, берәү ҡайтып килер, тигән өмөттәмен. Һуғыш тигәс тә, унда көллөһө лә ҡырылып бөтмәйҙер , моғайын. Йортбағыш ирекһеҙҙән әбейҙең ышаһыҙ264 холҡона, ҡаҡшамаҫ рухына һоҡланып ҡуйҙы. “Ниндәй ҡөҙрәт менән тере икән, меҫкен, - тип уйланы ул, әңгәмәсеһенең ҡоро тире менән һөйәктән торған кәүҙәһен йәнә бер тапҡыр күҙҙән үткәреп. – Тамаҡһыуы265 үҙәгенә үткәндер инде”. Егет уға яҡшылыҡ эшләү теләгенән ҡаптырғаһынан266 ҡаҡланған ит, кипкән ҡорот сығарҙы: - Әйҙә, ҡәйнәм, үҙәк ялғап алайыҡ. Ул ризыҡты күреү менән алан-йолан итеп ҡалған әбейгә ус аяһының яртыһындай ит ҡырҡып бирҙе, бармаҡ башындай ҡорот киҫәге һондо. Астың Тәңреһе бер телем икмәк, тип бик дөрөҫ әйткәндәр – Хөбәйбә ҡарсыҡтың ауҡатты267 ҡабул итеп алған саҡтағы төҫ-ҡиәфәтен һөйләп килештерерлек түгел ине. Әйтерһең, уға ит телеме түгел, ә тотош ханлыҡҡа торошло аҫыл таш бирҙеләр. Ашап алғандан һуң теле уғата сиселеп киткән Хөбәйбә әбейҙең бөтмәҫ хәбәрен тыңлай торғас эңер төштө, уның артынан кис етте. Ҡырыҫ хәрби ғәҙәт буйынса ҡаптырғаһын башы аҫтына һалып ятҡан Йортбағыш талсығыуҙан, унан да бигерәк Хөбәйбә ҡарсыҡтың зиһенде ойотҡан тауышынан иҙрәп, йоҡоға талғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. ...Ул төшөндә атаһын күрҙе. Яу яланы. Йортбағышҡа ҡаршы сабып килгән һуғышсыларҙың барыһы ла уға етер алдынан ерҙән айырыла ла, күктә йөҙгән болоттар араһына инеп юғала, имеш. Бына, уның алдында Ҡобағош бей пәйҙә була. Башында ялтырап торған баҡыр торҡа, битенең аҫҡы өлөшөндә - эйәксен, ә күҙҙәре ут сәсә. Атаһы, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, яйлап ҡына ҡылысын өҫкә күтәрә. Ҡото осҡан Йортбағыштың ҡуҙғалыр әмәле юҡ – ул башы осондағы ҡылысҡа ҡараған да ҡатҡан. Шул саҡ ҡайҙандыр Арғын атылып килеп сыға ла: “Йортбағыш, һаҡлан!” – тип ҡысҡыра... Мәрхүм ҡайнағаһының өндәге кеүек итеп киҫәтеүенән кинәт тертләп уянған Йортбағыш таңғы тоноҡ яҡтыла баш осондағы бысаҡты күрҙе. Уны сәнсергә уҡталған әбейҙең алйыған күҙҙәре, бесәйҙеке төҫлө йызлап, шомло нур бөркә ине. Йоҡоһонан уяныр-уянмаҫ Йортбағыш бының ни икәнен уйлап та өлгөрмәне хатта – үҙ-үҙеңде һаҡлау ынтылышына буйһоноп, Хөбәйбә ҡарсыҡтың бысаҡ күтәргән ҡулын айманы. Шул ыңғайҙан һикереп тороп, уның орсоҡ кеүек еңел кәүҙәһен сөрсөтә төрттө, баш осонда һөйәүле ҡалъянын һәрмәп алып, тышҡа атылды. Йортбағыштың асыуының, ғәрлегенең сиге юҡ ине. Шул уҡ ваҡытта уның күңелен ерәнеү ҡатыш йәлләү тойғоһо солғап алды. “Төртмәһәм дә булыр ине, - тип үкенгәндәй итте ашығып атын эйәрләгән Йортбағыш. – Ни ҡылғанымды аңғармай ҙа ҡалдым шул. Барыһына аслыҡ ғәйепле. Ашыңды ашаған – башыңды ашар, тип белмәй әйткәндәр тиһеңме?.. Арғындың әрүахы киҫәтмәһә, ни булыр ине – билдәһеҙ...” Йортбағыш, һөйләһәң әҙәм ышанмаҫ хәлде тағы бер ҡат күҙ алдына килтереп, ытырғанып ҡуйҙы: утты-һыуҙы кисеп, көн дә тигәндәй әжәлдең күҙенә ҡарап йөрөп иҫән ҡал да, аслыҡтан алйыған бер ҡарсыҡ ҡулынан үлеп ятсы әле! Ул йөрәгенә ҡәҙерле лә, дихаят268 та ҡышлауҙан сығып китте. Һиҙемләүе буйынса, был ерҙәрҙе мәңгелеккә ҡалдырҙы. Шәйәт, эске тойғоһо уны алдайҙыр. Донъя хәлен кем белә - тағы ҡайтып күрергә насип итеүе лә бар. Ә әлегә иртәнге туңғаҡта юлды ыратып ҡалырға кәрәк. Йортбағыш атын туп-тура көнбайышҡа - был донъяла ҡалған берҙән-бер ҡәҙерле кешеһе әйҙәп алып кителгән тарафҡа ҡыуаланы. Тиҙерәк, тиҙерәк! Боҙ ҡуҙғалып, һыу-һүл269 башланмаҫ борон Оло Иҙелде аша сығып өлгөрөргә кәрәк. IX Нурғәле хәҙрәттең баҡыйлыҡҡа күскәненә лә ҡырҡ көн тулып үтте. Төрлө фани әүрәткестәре менән арбаусы ер тормошо уның өсөн тамамланһа ла, тереләр өсөн донъя мәңгелектәй тойола, һәр яңы көнө береһенән-береһе мауыҡтырғыс үрҙәргә әйҙәй. Гәрсә, тормоштоң үҙенең ялы ла, ҡойроғо ла юҡ – уны туҡтатырлыҡ һис бер сара уйлап табылмаған. Бынау йыр юлдары шуға ап-асыҡ ишаралай: Үтәһең дә, ғүмерем, ай, үтәһең, Арҡаларҙан елгән боландай... Ҡобағош бей ары ҡуҙғалыр өсөн былай ҙа һыу тартылғанын көтәүелләй ине. Уңарса быйылғы уҫал ҡыштан йүнкегән йылҡы ла бер аҙ утығырға тейеш. Ни тиһәң дә, тау артылыу өшән аттар өсөн түгел. Нурғәле хәҙрәттең ҡырҡына бағышланған аятҡа үҙенең яҡындары, туған-тыумасалары менән Арыҫлан бей саҡырылды. Алдан һөйләшеү буйынса, аяттан һуң әҙерләнәсәк табын үҙенән-үҙе хуш мәжлесенә әүерелергә тейеш ине. Тәбиғәттең ҡыҙҙай биҙәнгән сағы. Тау итәктәрендә, аҡландарҙа күкрәп үҫкән мең төрлө сәскәнең һәр береһе тирә-йүнгә ҡабатланмаҫ еҫен бөркә. Улар өҫтөндә бал ҡорттары гөжләй, төрлө төҫтәге күбәләктәр елпенә. Урмандағы ҡоштарҙың һайрауҙан туҡтап торған мәле – балаларың сыр-сыу килеп ем һорағанда, йыр ҡайғыһы түгел. Иртәле-кисле онотҡанда бер кәкүктәр моңланып ала, тик уларҙың да һаҡаулана башлаған дәүере. Донъялағы һәр бер шәйҙеке кеүек үк, һағыштың да үҙ миҙгеле, ахырыһы. Мәжлес Инйәрҙең ҡалҡыу ярындағы түңәрәк аҡланда әҙерләнде. Башта Нурғәле хәҙрәт рухына аят бағышланды: уны аранан иң олоһо булған Етембай уҡыны. Изге Ҡөрьән сүрәләренең хикмәт тулы һүҙҙәрен тыңлап әйләнә-тирәләге тәбиғәт тә уйға талғандай тойолдо. Яр аҫтындағы шаршыла һыу шаулауы кәмегәндәй булды. Бал ҡорттары сәскәнән-сәскәгә осоуҙан тыйылып торҙо. Ҡош балалары, сырылдашыуҙан туҡтап, асығыуын онотто. Яҡындағы ағаста бер кәкүк саҡырҙы, ләкин, хаталанғанын аңлап, шундуҡ тотлоғоп ҡалды... - Әйҙәгеҙ, бары менән байрам, - тине Ҡобағош, ҡорҙағылар аят һуңынан дәррәү рәүештә амин тотҡас. - Етешегеҙ. Бынау хозурҙа бер ултырып алайыҡ әле. Ир-егет бер ҡор, ҡатын-ҡыҙ менән бала-саға икенсе ҡор булып ултырған табаҡташтар тәүҙә баш ҡымыҙҙан270 ауыҙ итте, һуңынан мул итеп бешерелгән иткә күсте. Береһенән-береһе уҙҙырырға тырышып хушбуй бөрккән сәскәләр еҫенә тиртеп кенә бешкән тай итенең татлы еҫтәре ҡушылды. Сәхрәлә яраштырылған ризыҡтан да тәмлерәк аш-һыу, йәшел үләндә ҡоролған мәжлестән дә күңеллерәк табын бар микән донъяла! Баштараҡ һүҙ быйылғы ҡыштың ҡатылығы, ҡара ергә аяҡ баҫҡан мал-тыуар тирәһендә уралды, һуңынан әкренләп ил-йорт хәлдәренә күсте. - Йәйләүгә ҡасаныраҡ күсергә уйлайһың? – тип һораны Ҡобағош ҡунаҡтан. Арыҫлан бей туҫтағындағы ҡымыҙҙы уртлап ҡуйғандан һуң: - Ошо арала тип торабыҙ инте, - тине балпан271 һынын турайтып. – Йәйләүгә күсербеҙ ул, кире ҡышлауға ла ҡайтырбыҙ. Илең менән көнөңтән генә күсеп китеп булмаҫ. Ана шул вайым күңелте өйкәй. Нуғай урҙаһы төкәнтеме272 инте былай булғас? - Берҙәмлек киткәс, төкәнмәй ҡайҙа барһын, - тине Ҡобағош. – Берлектә - бәрәкәт, тарҡаулыҡта – һәләкәт икәне билдәле бит. - Олатабыҙ Ҡатай Ғәленән бер һүҙ ҡалған: үтәм, тигән ғәширәт бер-береһенә көс булыр, бөтәм, тигән ғәширәт бер-береһенә үс булыр. - Һай, күп йәшә! – тип ҡунағын арбаҡланы Ҡобағош. Уға Ҡарағужа батыр менән Ҡыҙрас ҡушылды: - Үҙең дә сәсән икәнһең дә! - Ҡатайҙы дауға яратҡан, тип белеп әйткәндәр инде! Арыҫлан бей бөтә кәүҙәһе менән һелкенеп көлөп алды: - Минең сәсәнлек тирмәнән сыҡҡансы ғына. Мына Ҡобағош сәсәнте тыңлағанта килешер ине. Кем ҡулына ҡалырбыҙ? Ил-йортто ни көтә? - Боронғоларҙан бер әйтем ҡалған: “Күл болғаныр – бер тонор, ил болғаныр – бер тыныр”, - тип башлап алып китте Ҡобағош. – Уйлауымса, урыҫ ҡулына ҡалырбыҙ. Ҡыш бынау балаларҙың әсәләрен юллап йөрөгәндә ҡолаҡҡа Шалғыҙ йырауҙың тулғауы салынды. “Иҙел китһә - ил китер, Яйыҡ китһә - яй китер”, - тигән ул. Арыҫлан бей һоҡланыуын йәшермәне: - Уҡ мәргәне – күсәмтә, һүҙ мәргәне – сәсәнтә инте ул! - Салта өҫтөнә баҫҡан! – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Етембай. - Ил-йортто, халыҡты ни көтә тиһегеҙме? Мин дә ул турала күп уйландым. Килештереп булһа, күңелемдәге занымды273 тулғауға һалып ҡарайым. Ҡобағоштоң хилүәттән274 ирәйгән күңел ҡылдарына баянан бирле самыт275 тулҡындары ҡаға ине. Ул, күҙҙәрен ҡыҫа биреберәк, тау үркәстәре өҫтөнән ағылған болоттарға, күк иңләп өйөрөлгән бөркөттәргә ҡарап бер аҙ уйланып ултырҙы ла, тынып ҡалған һыйҙаштарына тулғау әйтергә кереште: Күктә болот ағыла, Тау һыртына ҡағыла. Боронғоға күҙ һалһаң, Бөгөнгөбөҙ сағыла. Беҙ инекме заңһыҙ276 ил, Заңды тотмаҫ аңһыҙ ил? Исемдәре дүрт яҡҡа Ҡурҡыу һалған ханһыҙ ил? Заңыбыҙҙан ни ҡалды? Даныбыҙҙан ни ҡалды? Беҙ белекһеҙ булғанға, Ил-йортобоҙ ҡыйралды. Ҡырҡ ырыуға бер ҡаған – Именлектең билгеһе; Бер ырыуға ҡырҡ ҡаған – Мин-минлектең билгеһе. Күктә болот ағыла, Тау һыртына ҡағыла. Бөгөнгөгә ҡараһаң, Килер көндәр сағыла. - Ай, телеңтән ҡыуан! – тип арбаҡланы Арыҫлан бей. – Ярҙың та һалтың! Ҡарағужа батыр үҙ фекерен белдерҙе: - Тураһын әйткән туғанына ярамаҫ. Шулай ҙа юрағаныңдың юрғаламауы яҡшыраҡ, ҡорҙаш. - Ил яҙмышын юрау минән генә торһасы, - тине Ҡобағош. – Эсемә һыймаҫ уйҙарым тулғау булып сайпылды ғына. - Киң тонъяла бер-беребеҙ менән һыйыша алмаҫ ҡәүем бултыҡ инте, әйтәгүр, - тип әсенде Арыҫлан бей. - Борон-борондан шулай килә ул, - тине Ҡобағош. - Әүәлгеләрҙең һөйләп ҡалдырыуы буйынса, табынғаныбыҙ Тәңре саҡта ата-бабаларыбыҙ төҙөгән илдең иге лә, сиге лә булмаған. Дүрт тарафта көн итеүсе халыҡтар хандарыбыҙға килеп баш һалған. Әлеге шул тәхет өсөн көрәш, үҙ-ара һуғыштар арҡаһында бөлгөнгә төшөп, йәйрәп ятҡан ил юҡҡа сыҡҡан. - Ана бит. Булыр, булыр, - тип йөпләне Арыҫлан бей. - Ҡарттар әйтә торғайны: имеш, әлеге дәүләттең ҡағандары маҡам тотҡан яҡта боронғо илебеҙҙең тарихы ғибрәт өсөн таш бағандарға ырып яҙылған. - Ҡана һуң, уҡып ҡарағанда! - тине был һүҙҙәрҙән ҡабынып киткән Ҡыҙрас. - Уны олуғ ҡағандар ғына уҡый белгән, ти торғайнылар. Ә ил тарҡалып, хандарҙың нәҫеле ҡороғас, әлеге яҙыуҙарҙы берәү ҙә танымай, имеш. -Ҡалай аяныс, - тип әсенде Ҡыҙрас. - Уныһы шулай, - тине Ҡобағош. – Тик боронғоларҙың бер һүҙе күңелде йыуата: әлеге яҙыуҙарҙы танып, уҡыясаҡтар бер саҡ. Шунан һуң беҙҙең ҡәүемдәребеҙ кинәт күтәрелеп, мәғишәттәре277 яҡшырып китәсәк, имеш. - Бирһен Хоҙай, - тип ҡорҙағыларҙың дөйөм теләген белдерҙе Етембай. - Әйткәнең фәрештәнең “Амин” тигән сағына тура килһен, - тине Ҡобағош. – Күкбүре ҡустым, берәй күңелле генә көйөңдө һыҙҙырып, ҡунаҡтарҙың күңелен күтәреп ебәрмәйһеңме? Юҡһа, бигерәк бошоноп киттек шикелле. Өндәшмәҫерәк холоҡло Күкбүре, артындағы ҡайынға һөйәүле ҡурайын алып килде лә: - Әйҙәгеҙ, башта Айбағыш ҡустыны тыңлап ҡарайыҡ, - тигән тәҡдим индерҙе. - Айбағыш? – тип ғәжәпләнде табын хужаһы. – Уйнамай бит ул! Күкбүре, мыйыҡ аҫтынан көлөмһөрәп, йөҙөнә һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡыҙыллыҡ йүгергән егет яғына ҡараны: - Уйнай, уйнай. Тенәүге ат эҙләп йөрөгәндә ҡурай тауышын ишетеп йылға үрендәге ҙур аҡланға барып сыҡһам, Айбағыш бейеү көйҙәре һыҙҙырып тормаһынмы! - Шулаймы? – тип дәртләнеп китте Арыҫлан бей. – Ҡана, тыңлап ҡарайыҡ. Ҡобағош та улын сәмләндереп ебәрҙе: -Ҡунаҡ һорағас, тартмай булмай инде! Айбағыштың ризалашмай сараһы юҡ ине. Олатаһын, әсәһен юҡһыныуҙан тулышҡан күңелен бушатыр өсөн ҡурай өргөләй торғас, ул арыу ғына уйнарға өйрәнеп алғайны. Әлегә тартыуға еңел булған бейеү көйҙәре, ләкин атанан күргән уҡ юнған тимәгәндәрме? Ваҡыты еткәс, ул да атаһы менән Күкбүре ағаһы кеүек ҡурайҙа оҫта итеп уйнарға өйрәнер, Алла бирһә. Һәр нәмәнең үҙ миҙгеле. Хәҙергә егеттең күңел ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерер өсөн ҡыҫҡа көйҙәр ҙә етә. Шулай ҙа Айбағыш атаһынан ишеткән оҙон көйҙәргә лә, уның ауыҙынан сыҡҡан ҡобайырҙарға ла ҡолаҡ һала йөрөй. Моң менән һүҙ орлоҡтары берәй саҡ егеттең күңелендә шытым ебәрһә, ғәжәпме ни? Айбағыш аяғүрә баҫып ҡурайҙы ирендәренә терәне, тулҡынланыуын баҫыр өсөн бер-ике мәртәбә өргөләп ҡараны ла, дәртле бейеү көйө уйнап ебәрҙе. Саф моңдоң күтәренке бөгөлдәре ыңғайына аҡланда үҫкән сәскәләр әкрен генә бәүелә башлағандай тойолдо. Улар өҫтөндә леп-леп итеп осҡан күбәләктәр, әйтерһең, үҙҙәренең төрлө төҫтәге ҡанаттары менән сәпәкәйләп, көй күтәрә ине. Ҡурай моңо ҡорҙағыларҙың күңелдәрен арбап, уларҙы ғәжәйеп бер ҡыуаныс һәм дәрт тулҡындарына көйләне. Ҡарағужа батыр түҙмәне: - Әйҙә, Зөлхизә, бейеп ал! – тип ҡараштарын ҡыҙына төбәне. Ике битенә, ҡолаҡтарына эҫе тулҡын йүгергән Зөлхизә, тартыныуҙан үҙен ҡайҙа итергә белмәй, аҫҡа ҡараны. Айбағыштың йөрәгенән сыҡҡан дәртле көй уның ҡолаҡтарын иркәләй, бейергә өндәй, ләкин бынау хәтле ғәм алдында нисек ҡыймаҡ кәрәк? Өҫтәүенә, ҡорҙағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла ҡараштары менән күтәрмәләй, ә әсәһе: - Йә, көйҙө әрәм итәһең бит! – тип ҡыҫтай. Ҡыҫмаҡҡа алынған Зөлхизә аҡландың уртаһынараҡ барып баҫты, ҡурайсыға ҡыйыр-ҡыймаҫ күҙ һирпеп, көйҙөң башын көтөп торҙо ла, ниндәйҙер бер зиһен етмәҫ нәзәкәтлек, тойомларға ғына мөмкин булған тылсым бөркөлөп торған һығылмалы хәрәкәттәр яһап, бейеп китте. Ҡорҙағылар ҡыҙҙың уғата һөйкөмлө булып күренгән һомғол буй-һынына, һөйләп аңлатҡыһыҙ килешле ым-ишараларҙан туҡылған бейеүенә арбалып, өнһөҙ ҡалдылар. Юҡ, был Зөлхизә түгел, ә иҫ киткес юғары сәнғәткә эйә булған халыҡтың үлемһеҙ рухы ойоҡһой, йәне бейеү телендә һөйләшә ине. Ана, ул донъяның гүзәллегенә һоҡлана, йәшәү бәхетенән шатлана, тормоштоң ҡәҙерен белергә, бер-береңә тик яҡшылыҡ ҡылырға өндәй. Ә күпме өмөт һәм ышаныс үҙендә, күпме тыйып тотҡоһоҙ дәрт! Улары яҡты донъянан төңөлмәҫкә, ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан үрелгән тормоштан ваз кисмәҫкә саҡыра... Зөлхизә табындағыларҙың һоҡланыу ҡатыш хуплау ауаздары аҫтында бейеүен тамамлап, урынына барып сүкте. Уның бешеп килгән алмалай алһыу бит остары ут булып яна, йөрәге йыш-йыш тибә ине. Һаман да илһам ҡанаттарында талпынған күңеле тыныслана алмауҙан бер юлы ҡупҡан маҡтау һәм күтәрмәләү тауыштарын да өҙөк-һурыҡ ҡына ишетте ҡыҙыҡай: - Һай, өҙә баҫыуҙары! - Һөйәктәренең килешеп тороуын әйт! - Тфү, тфү, күҙ теймәһен! - Ә ҡурайсыһы һуң? Мәрҙәс! - Рәхмәт яуһын инте... Ҡобағош бей улының ҡыҙҙар бейетерлек ҡурай һыҙғырта алыуына ғорурлыҡ тойғоһо кисереп ултырҙы. Ҡара һин уны, ҡайһы арала өйрәнә һалған. Ҡәҙимге ҡурайсылар кеүек башын артҡа ташлай биреберәк, күкрәген киреп ебәреп, ихлас тартҡан була бит әле үҙе. Әсәһе күрһә, ҡалай ҡыуаныр ине хәҙер... Был уйҙан атаның йөрәге семетеп ҡуйҙы, әммә ул эске кисерештәрен белдермәҫкә тырышып: - Рәхмәт, балалар, - тине йомшарып киткән тауыш менән. – Ҡунаҡтарҙың күңелен астығыҙ, беҙҙе лә ҡыуандырҙығыҙ. Уның һүҙен Арыҫлан бей ҡеүәтләне: - Мынтай күреш278 бик һирәк була. Хоҙай бәхетегеҙҙе бирһен. Ҡобағош артабанғы һүҙен ҡунаҡҡа төбәп дауам итте: - Арҙаҡлы Арыҫлан бей! Хөрмәтле ҡорбом279! Халыҡта бер һүҙ бар: ир һынамаҡ – бер бурыс. Һин беҙгә бик ҡыйын саҡта үҙеңдең ожмахҡа тиң ер-һыуың менән уртаҡлаштың, кәрәм280 күрһәттең. Бының өсөн рәхмәтебеҙҙең сиге юҡ. Инде беҙгә ары ҡуҙғалыр саҡ етте. Юлыбыҙҙың осо – көн тыуышта, Ағиҙел менән Яйыҡ башланған яҡта. Хушлашыр алдынан урынлармын281 тигән йырым бар ине. Шул һиңә рәхмәтем дә, иҫтәлегем дә булып ҡалһын. Әйҙә, Күкбүре! Шуны ғына көтөп ултырған ҡурайсы өй-төҙҙө яңғыратып ҡатай башҡорттарының ҡолағына ятыраҡ булған оҙон мәжлес көйөн уйнап ебәрҙе. Ҡобағош, көйҙөң һуңғы бөгөлө тамамланғанын көтөп, уйланғандай аҫҡа ҡарап ултырҙы ла, моң монарына сорналған яғымлы тауыш менән йыр башланы: Инйәр генә буйы ҡара урман, Урман эскәйҙәре – ҡарағай. Ҡарағайҙай ирҙәр дуҫ булышһа, Донъя ваҡлығына ҡарамай. Инйәр генә һыуы иңрәп аға, Аһ-зар менән өйкәп ярҙарын. Моңло көйҙәр һағыныуҙы баҫа, Иҫтәлеккә ҡалһын йырҙарым. Бына, ҡорҙа ултырғандарҙы ғына түгел, ә әйләнә-тирәләге бар тәбиғәтте моңға сорнаған йыр тамамланды. Уның һуңғы ауазы яҡындағы урмандан шаңдау булып әйләнеп ҡайтты, әммә көй тәьҫиренән тәрән уйҙарға сумған табаҡташтар ҡымшанырға ла ҡыймайынса бер ғауым өнһөҙ ултырҙылар. Илаһи моң уларҙың күңелдәрен тетрәтеп, булмыштарын, гүйә, мәсхурға282 әүрелдергәйне. Ниһайәт, Арыҫлан бей башын күтәреп, илтифат һәм рәхмәт тулы ҡарашын йыраусыға төбәне. Уның ике күҙе тулы йәш ине. - Рәхмәт! – тине күңеле ныҡ нескәргән ҡунаҡ. – Нинтәй йыр булты был? - “Хуш йыры” тип аталһын әйҙә. - Һм-м. Һуштарҙы ала торған хуш йыры был, - тине Арыҫлан бей. - Алғыһаттың283 . Ҡоро рәхмәт кенә әҙ, шуға ла минән бер түнән – йырың өсөн ғөмәләт284 итеп ҡабул итерһең. - Рәхмәт, - тине Ҡобағош. – Төҫөң итеп һаҡлармын. - Йә, ярай. – Арыҫлан бей урынынан ҡуҙғалды. – Көн кисләне, ҡайтырға ваҡыттыр. Һый-хөрмәтегеҙ, күңелте асыуығыҙ өсөн рәхмәт. Бик ихлас, өнәмле кешеләрһегеҙ. Бөгөнгө көнтө һағынып иҫкә төшөрөрбөҙ. Һеҙҙең менән ултырҙаш булыу үҙе бер ғүмер. - Рәнйемәй ҡалығыҙ, беҙ ошо көндәрҙә ҡуҙғалабыҙ, - тине Ҡобағош. - Үҙегеҙ ҙә ғәйепкә алмаҫһығыҙ. Ерҙең ситенә үк китмәйһегеҙ бит, хәбәрләшеп торорбоҙ. - Эйе, Алла бирһә - тине Ҡобағош сәсән. – Ат етмәҫ ер юҡ. - Ул-был була ҡалһа, йәүкә һалығыҙ – ҡултан килгән ғәүенте285 күрһәтергә тырышырбыҙ. Хушығыҙ. – Арыҫлан бей һуңғы һүҙҙәрен атына менеп, үҙ йәйләүе яғына ҡуҙғалғас әйтте. Табын хужалары ярты йыл эсендә яҡын һәм ҡәҙерлегә әүерелеп киткән ҡунаҡтарын: - Хушығыҙ! - Иҫән булығыҙ! - Хоҙай һаулығығыҙҙы бирһен! – тигәнерәк һаубуллашыу һүҙҙәре менән оҙатып ҡалдылар. Барыһының да күңелендә яҡшы кешеләрҙән айырылған саҡта барлыҡҡа килеүсән яманһыу тойғолар ҡымырйый ине. X Ағаһын донъя йөҙөнән юйып, ғәскәрен тар-мар иткәндән һуң, Исмәғил мырҙа Йософ олостарында тотҡонлоҡта интеккән урыҫ-улаҡты иреккә ебәрергә бойорҙо. Улар төрлө баҫҡындар, барымта йәки ҡарымталар мәлендә әсиргә төшкән яугирҙар менән ауан ир-егеттәрҙән ғибәрәт ине. Бындай мәрхәмәтле аҙымды яһап, мырҙа бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғон тоторға уйланы. Беренсеһе – Иван батшаға тоғролоҡ күрһәтеп, уның илтифатына лайыҡ булыу. Икенсеһе – улар аша хәҙер үҙенең Олуғ кенәз дәрәжәһендәге Аҡ Урҙа хакимы икәнлеген Мәскәү таж-тәхетенә хәбәр итеү һәм үҙе хаҡында арыу атаҡ таратыу ине. Әммә яуызлыҡ аша яуланған ғәләбә286 Исмәғил мырҙаға бәхет килтермәне. Ул Мәскәү алдында күкрәмһеп, яҡшатланыу ниәтенән илсе артынан илсе ебәрһә лә, Аҡ Урҙала эштәре мөшкөл ине, сөнки атаһы өсөн тот287 ҡайтарырға ҡәһәтләнгән Юныс мырҙа яңы хакимға ҡаршы аяҡланды. Үҙ олосоноң таянысы үә даны булған был өйтәм һәм тәүәккәл иләймән Йософ кенәз тере саҡта уҡ Иван батша менән илселек мөнәсәбәттәре урынлаштырғайны. Мәскәү таж-тәхете алдында ла, Нуғай урҙаһында ла берҙәй биҙәл288 менән файҙаланған Юныс мырҙа тиҙ арала бер туған ҡустылары Ибраһим, Айҙар, Ғәлимырҙа, Илмырҙа олостарын берләштереп, дәһшәтле көс туплауға иреште. Уның яғына шулай уҡ Исмәғил кенәздең Мәскәү алдында үтә ныҡ юхаланыуын өнәмәгән башҡа бей-түрәләр ҙә ыҡланы. Өҫтәүенә, Юныс мырҙала сәрғәскәрлек һәләте күпкә юғары ине. Ул, ҡыйыу һәм йылдам хәрәкәт итеп, Исмәғилдең бер нисә ай элек яуланған еңеүҙән айный алмаған сиреүен ҡыйратып ташланы. Өҫтөнә көтмәгәндә ябырылған вабалдан ҡото алынған Олуғ кенәз үҙенең иң һыналған арсыйҙары менән көскә ҡасып ҡотолдо. Бер көн эсендә барыһынан да ҡолаҡ ҡаҡҡан Исмәғил хәҙер инде урыҫ биләмәһе булған Хажитархан воеводаһы Леонтий Мансуровҡа барып йығылды. Иван батшаның Исмәғил кенәзгә ҡарата йылы мөнәсәбәтен яҡшы белгән Мансуров, Мәскәүгә ярарға тырышыу ниәтенән сығып, Олуғ кенәзде Юнысҡа тотоп биреүҙән баш тартты. Ул ғына түгел, воевода, торпай289 мөнәсәбәт юлын һайлап, Хажитархан олосо биләмәләренә аяҡ баҫмаҫҡа тигән талап ҡуйҙы, әгәр буйһонмаһалар, Мәскәүҙең күләгәһе менән янаны. Юныс мырҙа күләгәнән ҡурҡмай торған зат булып сыҡты. Ул үҙенең яу ҡомарына бирелгән бихисап ғәскәре менән Хажитархан биләмәләренә баҫып инде, ҡаршы сыҡҡан стрелец һәм казактар төркөмөн иҙеп, тапап, диуарҙарына туптар беркетелгән ҡәлғәнең үҙен ҡаманы. Ҡото осҡан Леонтий Мансуров шунда уҡ килемтәккә290 әүерелде, гүйә, уны алмаштырып ҡуйҙылар. Үҙенең алйорош291 аҙым яһағанын аңлаған воевода Мәскәү хөкүмәтенең Аҡ Урҙа эштәренә ҡыҫылмауын белдерергә ашыҡты, Исмәғил кенәз ҡәлғәлә түгел, тип ант итте. “Һәр бер ҡасҡынды беҙ иҫәпләп тора алмайбыҙ”, - тип хәбәр итте ул. – Юныс, әлбиттә, үҙенең дошманын эҙләй ала, ләкин ул эҙәрләү беҙҙең табиғтарыбыҙға зыян-зәүрәт килтермәҫкә тейеш”. Аҙағында воевода киҫәтеп ҡуйыуҙы ла кәрәк тапты: “ Мәскәү алыҫ булһа ла, ҡулы оҙон!” Юныс мырҙа Хажитарханды тоҫҡандан ысҡындырҙы, ләкин Исмәғилде эҙәрлекләүен дауам итте, сөнки атаһы өсөн ҡон ҡайтарыуҙы үҙенең намыҫ эше, тип иҫәпләй ине. Әүәлдән килгән йороҡ та шуны талап итә. Ул, инде Исмәғилдең яҙмышы хәл ителгәнгә һанап, Иоанн Васильевичҡа грамота ебәрергә ашыҡты. Был хатында кенәз Нуғай дәүләтенең үҙенә вариҫлыҡ буйынса күсеүен хәбәр итте, ҡабул иткән дәрәжәләрен һанап сыҡты. Уныңса, урыҫ батшаһы яуап грамотаһы яҙғанда хәҙер Юнысҡа: “Ғәҙелдәрҙән-ғәҙел, ҡалғандарҙан үҙенең бәхете һәм намыҫлылығы менән өҫтөн тороусы олуғтарҙан-олуғ кенәз” - тип мөрәжәғәт итергә тейеш ине. Йәш булыуына ҡарамаҫтан ғәжәп аҡыллы һәм хәйләкәр Иван батша Юныстың күкрәмһеп яҙған һүҙҙәрен бик оҫта рәүештә уның үҙенә ҡаршы файҙаланды: әлеге дәрәжәләрен мырҙаның һалпы яғына һалам итеп ҡыҫтырҙы һәм Мәскәүгә саҡырҙы. Бер ни уйламаған Юныс саҡырыуҙы ҡабул итте. Кенәз, әлбиттә, бер ҡатлылыҡ күрһәтеүен аңлай ине, ләкин Мәскәү батшаһы ярҙамында үҙенә дошмансыл булған мырҙаларҙы һындырыу теләге уны был аҙымды яһарға мәжбүр итте. Иван Васильевич Юнысты арҙаҡлы ҡунаҡ сифатында ҡабул итте, уға һәр төрлө ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә бойорҙо. Кенәзде үҙе лә онотманы батша – айына бер тапҡыр һарайға саҡыртып, оҙайлы әңгәмәләр ҡорҙо. Был ҡабул итеүҙәр ваҡытында һүҙ, асылда, Аҡ Урҙа менән Мәскәү араһындағы мөнәсәбәт тирәһендә өйөрөлдө. Юныс үҙенең бында килеү маҡсатын йәшермәне – теге йәки был олостоң мырҙаларын үҙ яғына ауҙарыу юлында Иван батшанан ярҙам һораны. Телдең һөйәкһеҙ икәнен яҡшы белгән Мәскәү хакимы иһә вәғәҙәләрҙе йәлләмәне, әммә бының өсөн билдәле бер ваҡыт кәрәк буласағына баҫым яһаны. Шундай бер яҡтан ымһыныулы, икенсе яҡтан йүпәләүле әңгәмәләр менән бер йылға яҡын ваҡыт үтеп китте. Көндәрҙән бер көндө Юныс үҙенең алйорош аҙым яһағанын аңлағанда, һуң ине инде: Иван батшаның тартымһаҡлығынан файҙаланған Исмәғил Аҡ Урҙала нығынып өлгөрҙө һәм үҙен йәнә Олуғ кенәз тип иғлан итте. Был хәбәрҙе ишеткән Юныс үҙ биләмәләренә ҡабаланды, ләкин уны тыуған илендә Мәскәү батшаһының һөмһөк292 хатын алған Исмәғил көтөп тора ине. Был грамотала кинәйә ярылып ятты: “...Барыһын да үҙ мәлендә атҡарыу кәрәк, сөнки ваҡыт үтһә, мөмкинселектең дә үтеп китеүе ихтимал.” Иван Васильевич үҙенең был хатында: “... Бөтәһенән дә нығыраҡ һиңә - үҙебеҙҙең дуҫыбыҙға ышанабыҙ һәм башҡаларға белдермәҫ сетерекле эштәребеҙҙе тапшырабыҙ,” – тип тә өҫтәп ҡуйғайны. Кисә генә дала иңләп үҙен эҙәрләгән Юнысты үлтергәс, Исмәғил аҡ батшаға яуабында былай тип яҙҙы: “ Алыҫтамы, яҡындамы – ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, мин тере саҡта уйҙарым һинең менән...” Аһ, фани донъяларҙың тотороҡһоҙлоғо! Ул кемдәрҙе генә һемәйтмәгән дә, кемдәрҙе әсендермәгән? Үҙ ҡылғаның үҙеңә ҡайта, тигәндәй, бер аҙҙан Исмәғилгә ҡаршы уландары баш күтәрҙе. Аталары ҡулынан хакимлыҡты тартып алыу өсөн барған көрәште Динәхмәт менән уға етәгеһе булған Ырыҫ мырҙалар етәкләне. Улар бер туған ҡустыларынан Ҡотлобай һәм Тиңбайҙы үҙ яҡтарына ауҙарып, Хажитархан, Ҡырым олостарында яҡсылар293 эҙләп ил гиҙгән Йософ балалары менән оҡлашып, Олуғ кенәзгә ҡаршы аяуһыҙ көрәш астылар. Өҙлөкһөҙ яуҙарҙан миктәгән, уландарының ҡанъяуланыуынан йонсоған Исмәғил тап шул мәлдә ағаһы Йософто иҫенә төшөрҙө. Әммә терһәк яҡын ғына булһа ла, уны тешләү мөмкин түгел шул! Ул үҙенең үкенеүҙәре менән әсенеүҙерен Иван батшаға яҙған хатында белдерҙе: “...Мин бөгөнгө көндә үҙемдең уландарым менән ором-орпағымдан яҙған хәлдәмен. Хәҙер инде яҡшы төшөнәм: Йософ миңә ағай ҙа, атай ҙа булған икән... Нуғай урҙаһында халыҡ оҙайлы йот кисерҙе, аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрә. Ярҙам итер инең, сөнки дуҫтың ҡәҙере бәлә-ҡаҙала беленә. Ә мин һиңә ярҙам иттем – Йософ кенәзде Мәскәү мәнфәғәтенән сығып үлтерҙем...” Иван батшаның яуабы оҙаҡ көттөрмәне. Ул былай тип яҙғайны: “... Һәр кемдең ғүмере – Алла ҡулында. Әгәр һин бер туған ағайыңдың йәнен өҙгәнһең икән – ул үҙ намыҫыңда һәм был үлемде һис ниндәй мәнфәғәт менән дә аҡлап булмай...” Был хат тәьҫиренән уғата ауыр кисерештәргә тарыған Исмәғил мырҙа аяҡтан йығылды. Ул һуңғы йылдарҙағы тетрәнеүҙәр арҡаһында ҡаҡшаған йөрәгенең сәнсеп-сәнсеп алыуына иғтибар итмәҫкә тырыша, үтеп китер әле тип, ҡул ғына һелтәп ҡуя ине. Үтеүен үтә лә, бер көн килеп тырнағын батыра икән күҙгә күренмәҫ рәнйеү. Шан-шәүкәт, тип анталашып, нисәмә йылдар ал-ял белмәй сабауыллауҙың ҡоһоро шулдыр, күрәһең. Уныһына ғына бирешмәҫ ине, Иван батшаның һуңғы грамотаһы сүп өҫтөнә сүмәлә булып төштө. Уйҙарҙан, янып-көйөүҙәрҙән тамам йоҡонан яҙҙы, тамаҡтан ҡалды. Ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ шом тойғоһо, һуҡыр себен төҫлө мейеһенә тынғы бирмәгән уйҙар күсе уға тынысланырға ирек бирмәй. Урынында әйләнеп-тулғанған мырҙаның биттәре менән ҡолаҡтары ут булып яна. Исмәғил көс йыйыр өсөн әҙерәк булһа ла төнәп алырға кәрәклеген аңлай, әммә килмәгән йоҡоно ҡайҙан алаһың? Аҙға ғына серем иткәндәй була мырҙа, тик керпектәре ябылыр-ябылмаҫтан тертләп уяна. Ә бөтмәҫ-төкәнмәҫ уйҙар өйөрмәһе уның йоҡоһоҙлоҡтан интеккән зиһен елкәнен борсолоуҙарҙан, үкенестәрҙән, хәүеф-хафанан туҡылған даръяға әйҙәп алып китә. “Ах, нишләнем мин? – тип инде нисәнсе мәртәбә әсенеп уйланы Исмәғил мырҙа. – Кемгә ышандым? Инде илдең именлеге менән дөйөм асайышты ошоға тиклем һаҡлап килгән ағай ҙа, Йософ менән икеһенең араһына ингән дуҫ та юҡ. Иван Васильевич иҫән-һау әлбиттә, тик уның өсөн тере килеш үле. Бына ҡасан килеп боронғоларҙың: “Алабута аш булмаҫ, ара боҙған иш булмаҫ”, - тигәне иҫкә төштө. Иң үкенеслеһе – урҙала барған үҙ-ара ыҙғыш менән тартҡылаштың яҡын арала баҫылырға уйламауы. Ә Исмәғил, хакимлыҡты тартып алырмын да, ҡаты тәртип урынлаштырырмын, тип уйлағайны, тик бының тап киреһе килеп сыҡты. Мәскәү батшаһы ҡулындағы бер уйынсыҡ ҡына булдымы икән ни ул? Йософ ағаһы киҫәтмәнеме ни? Баштараҡ сабарман артынан сабарман ебәреп, килешеү тураһында ялбарманымы?.. Тинтәк аҡылы төштән һуң тигәндәй, хәҙер үкендерә лә, әммә һуң инде – яҙмышҡа ялбарып булмай...” Йәнен ҡайыҙлаған ошондай кисерештәрҙән ғазаплана торғас, өсөнсө көндөң таңында Исмәғил мырҙаны фалиж һуғып китте. Элекке кеүек ҡымшанмай ғына ятһа, бәлки, улай ҙа булмаҫ ине, ләкин осо ла, ҡырыйы ла күренмәгән тынғыһыҙ уйҙарҙан тәҡәте ҡороған мырҙа урынынан торор өсөн ҡапыл ҡуҙғалып эште харап итте. Ниҙер “мырт” итеп ҡалыуҙан күҙ алдары ҡараңғыланып, башы зырлап әйләнергә тотонған ауырыу кире түшәгенә ауҙы. Бындай хәлгә ғәжәпләнеп, яңынан ҡалҡынырға маташты, әммә кәүҙәһенең һул өлөшө үҙенә буйһонмағанлыҡтан, булдыра алманы. Был – ҡабат ысҡындырмаҫ өсөн уның алҡымынан алған әжәл зәхмәте ине... Ғазраил фәрештә бер аяғы ерҙә, икенсеһе гүрҙә булған Исмәғил мырҙаның йәнен алырға Йософ ҡиәфәтендә килде. Башта быны һаташыу тип ҡабул иткән ауырыу күҙҙәрен йомдо, ләкин һын юғалманы. Иң ғәжәбе – ул Исмәғилдең һәр бер уйын белеп тора ине. - Яңылышаһың, - тине Йософ сүрәтендәге Ғазраил, - был төш тә, һаташыу ҙа түгел, ә иң ысын өнөң. Әҙерлән. - Ҡайҙа? – тиергә Исмәғил мырҙа телдән ҡалғайны, шуға күрә был һорауҙы аңынан ғына үткәрергә мәжбүр булды. - Һиңә тик бер генә юл – йәһәннәм! – тип тешен ыржайтты Йософ. Ҡото осҡан Исмәғил, кескәй сағындағыса ярҙам һәм таяныс өмөт итеп, уйында әсәһенә мөрәжәғәт итте: “Әсәкәйем, ҡотҡарсы мине!” - Һиңә хатта әсәй тураһында уйлау харам, - тине Йософ. – Мине – уның улын – үлтерҙең. Балаһының балаһы балдан татлы ине уға – Юныстың ҡанын ҡойҙоң. Бының өсөн әсәйҙең әрүахы ҡарғаны һине. Күрәһең, уның һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар ине, сөнки Ҡондоҙ элекке кеүек үҙен уйлар-уйламаҫтан Исмәғилдең күҙ алдында һынланманы. Улай ғына түгел, хатта бөтөнләйгә хәтеренән юйылды – үлем түшәгендәге мырҙаның аңында төпһөҙ бушлыҡ хасил булды. “Атай, ошондай мәлдә исмаһам һин күренһәңсе!” – тип ялбарҙы Исмәғилдең ҡотолғоһоҙ дәһшәттән сикһеҙ ҡурҡыуға төшкән аңы. Тик күпме генә тырышмаһын, уның күҙ алдына Муса мырҙа килмәне – рухының рәнйеүе шулдыр. Ә бер аҙҙан Исмәғилдең иҫенән атаһы ла юйылды... Ул кем? Атаһы менән әсәһе кемдәр ине? Ҡайҙан килде лә, ҡайҙа юлланасаҡ? Ни булды уның хәтеренә?.. Шул саҡта зиһен иңләмәҫ төпһөҙ бушлыҡты Йософтоң шарҡылдап көлгән тауышы ярып үтте. - Ә-ә! Туғандарыңдың йәнен ҡыйғанда кәрәкмәгән хәтер инде кәрәкме? – тип ҡысҡырҙы ул, тулҡын-тулҡын булып яңғыраған мыҫҡыллы көлөү аша. – Һа-һа-һа-һа!.. Ю-у-уҡ! Һин еңел генә ҡотолормон, тип уйлама – ғазаптарҙан алйып, яҡындарыңды ерәндереп оҙаҡ ҡына ятасаҡһың әле. Ә мин күҙ алдыңда көн дә пәйҙә булырмын. Килгән һайын йәнеңде ҡыл нәҙеклеге хәтле генә һурып, һыҙланыу өҫтөнә һыҙланыу өҫтәп китәсәкмен. “Бер ҡотолмаһам, бер ҡотолормон – донъяла мәңгелек нәмә юҡ”, - тип уйланы ҡапыл бөтә булмышын солғап алған ауыртыу тойғоһонан тетрәнгән Исмәғил. Уның уйына яуап итеп Йософ тағы ла ҡыуаныслыраҡ тауыш менән көлөп ебәрҙе лә әйтте: - Ҡыуанмай тор! Йәһәннәм язалары алдында йән биреү ғазабы – уйын ғына... X1 Йортбағыш нисек кенә ашҡынмаһын, боҙ ҡуҙғалғансы Оло Иҙелде аша сығып өлгөрә алманы. Ул Ҡондоҙса йылғаһының Иҙелгә ҡойған урынына килеп еткәндә, ташҡын күҙ күреме ергә даръя булып йәйелгәйне. Өлгөрөр ҙә ине, бәлки, ләкин, берҙән, күтәрәмдән саҡ ҡына арыу менгеһенең хәле юҡ, икенсенән, һыу-һүлдең иң ҡыҙған мәле – ҡайҙа ҡарама, күләүек тә гөрләүек. Егет атының эйәрен алып, дала ғәҙәте буйынса теҙгенен алғы аяғына бәйләне һәм ябыҡлыҡтан ҡабырғалары беленеп торған малҡайҙы үрешкә ебәрҙе. “Әмәл юҡ, - тип уйланы ул, - һыу тартылғансы ошонда көтөргә тура килер.” Йортбағыш ҡаптал294 аҫтындағы күн тоҡсайын сисеп, ҡаҡланған ит, ҡаҙы сығарҙы, йәйелгән үндек өҫтөнә йөгөнләп, тамаҡ ялғарға кереште. Ул ултырған кескәй һилләүектән Оло Иҙелдең көнсығыш яры ярайһы уҡ һәйбәт күренә ине. Киң уйһыулыҡтар менән аралаш эреле-ваҡлы ҡалҡыулыҡтар ҡояштың эҫе нурҙарынан дерелдәп торған офоҡҡаса һуҙыла. Ҡасандыр ошонда Алтын Урҙа, ә һуңынан Аҡ Урҙа иләүҙәре халҡының малдары ер ябып йөрөгәндер. Сыңыр-сыңыр сыңраған йылҡы өйөрҙәренең, мөңөр-мөңөр мөңрәгән һыйыр көтөүҙәренең иҫәбе лә, һаны ла булмағандыр бында. Ә хәҙер? Йәйрәп ятҡан киң далала исмаһам бер мал тубы салынһасы күҙгә! Өҙлөкһөҙ һуғыштарҙың, уларҙан һуң ябырылған үләттең касафаты был. Донъяның ҡото китә башлауы ошо микән ни? Ни генә тимә, барыбер дала күрке – мал икән шул. Әҙ булһа ла ризыҡланып алғандан һуң күңеле күтәрелеп киткән Йортбағыш, тағы бер талай уйға сумып ултырғандан һуң, ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтты. Ә ул шунан ғибәрәт ине: әллә ни шәптән булмаған бөгөнгө халәте менән томанлы киләсәге араһында әле боҙҙары ла китеп бөтмәгән ташҡын даръя ята. Егеттең самалауы буйынса, һыу тамам тартылғансы ике йоманан ашыу ваҡыт үтәсәк. “ Шәйәт, өҙәремгә юлығыуым да яҡшылыр, - тигән фекер менән уй йомғағын йомарлап ҡуйҙы Йортбағыш. – Уға саҡлы ат та утығыр, үҙем дә хәл йыйырмын.” Быға тиклем юлда ҡайҙа етте, шунда йоҡлап йөрөгән мосафир үҙенә төлөк йүнәтергә ҡарар итте. Ҡыуыш ҡорор өсөн Ҡондоҙса ярында ағас та, ҡамыш та етерлек ине. Ул Арғын мәрхүмдән ҡомартҡы булып ҡалған боронғо яу балтаһын алып, муйыл, тал ағастары аралашып үҫкән әрәмәлеккә йүнәлде. Был ҡоралды ҡулына алған һайын, Йортбағыштың хәтеренә Ҡама буйындағы ҡәһәрле зәңкәлтәй295, еңелеү тәғәнәһе, ҡайнағаһының ғүмер ахыры килә лә төшә. Арғындың йәнһәр кәүҙәһен ат ҡойроғона арҡанлап Зәй буйына алып сыҡҡас, уның биленә тағыулы ошо һөйәк һаплы ҡула балта менән илай-илай ҡәбер ҡаҙғаны күҙ алдына килә. Әлеге мәлдә ҡайҙарҙа ғына йөрөй икән Арғындың бошоноу белмәҫ йәне?.. Ҡыуышты төҙөп бөтөп, эсенә ҡалын итеп ҡамыш менән ҡау түшәгәс, бына тигән төлөк килеп сыҡты. Юҡһа, ҡояш яҙғы ерҙән ҡыш һалҡынлығын һурып алып бөтмәгән – еүеш тупраҡ һыуығынан да ҡурҡыныс нәмә юҡ. Йортбағыш ҡыуыш эсенә инде лә, ике ҡулын баш аҫтына һалып, һуҙылып ятты. Уның байтаҡтан бирле йүнле тәрбиә күрмәгән, талсыҡҡан тәненә аҫтындағы ҡамыш күпмәләй тойолдо. “Оло һыу буйында төрлө кейек, ҡош-ҡорт күп була торған, - тип уйланы ул. – Ит ҡаҡлап, юлға ауҡат та әҙерләп алыныр...” Шулай һиллектән иҙрәп, ауырайып ята торғас, Йортбағыш үҙенең серемгә талғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ул төшөндә Аҡһылыуҙы күрҙе. Имеш, һөйгәненең йөҙө ҡап-ҡара, әйтерһең, ҡатын-ҡыҙ күлдәге кейгән Ҡара Килембәт. “Аҡһылыу! – ти егет, - һин улай түгел инең бит, ниңә ҡулдарың, муйының аҡ, ә биттәрең ҡара, ҡоромға буяныңмы әллә?” Аҡһылыу бер ни ҙә өндәшмәй, ап-аҡ тештәрен күрһәтеп көлә генә. Ынйылай тештәренең аҡлығы янында уның йөҙө тағы ла ҡарайыбыраҡ киткәндәй. Йортбағыш өндәгеләй аныҡ итеп: “Әллә был Ҡара Килембәттең ҡыҙы булып сыҡтымы? Улай тиһәң, бөтә шикеле296 - Аҡһылыуҙыҡы...” – тип уйлай. Шул саҡта ниндәйҙер хафалы, йөрәк тетрәткес һөрән яңғырай. Тауыш үҙе бар, ә уның хужаһы күренмәй. Хәүеф тулы ауаз йәнә, йәнә ишетелә... Аҡһылыуҙың һыны күҙҙән юғала – Йортбағыш уянып китә. Һөрән Оло Иҙел үренән яңғырай ине. Йоҡоһо һыпырып алғандай ҡасҡан егет, ҡыуыштан сығып, тауыш килгән яҡҡа күҙ ташланы. Ташҡын даръя өҫтөнән, күк йөҙөнән ағылышҡан өйкөм болоттар төҫлө, аҡһыл боҙ киҫәктәре йөҙә. Уларҙың береһе өҫтөндә кескәй нөктә ҡарая. Үҙе кескәй булһа ла, тауышы оло – үҙәк өҙгөс һөрән, ярҙарға һәм һыу ситендә үҫкән ағас олондарына ҡағылып, шаңдау булып ҡат-ҡат яңғырай. Эштең ниҙә икәнен аңлаған Йортбағыш эйәрҙәге оҙон ҡыл арҡанын сисеп алды ла Иҙел ярына йүгерҙе. Ундай хәлдә ярҙам итеп булыуы икеле, шулай ҙа... Мөмкин тиклем һыу түбәненә төшөргә кәрәк, сөнки Ҡондоҙса ағымы боҙҙарҙы Иҙел уртаһына гөрәсәк. Боҙ өҫтөндәге ҡарасҡы яҡынлашты. Уның һөрән булып яңғыраған ҡолаҡҡа ят теленә һәм өҫтөндәге ҡәҙимге кейеменә ҡарағанда, был – бәләгә юлыҡҡан ябай урыҫ кешеһе ине. Ул ҡулын болғай-болғай ниҙер ҡысҡыра. Йортбағыш бисараның ярҙам һорағанын белә, ләкин телен аңламай, сөнки быға тиклем Йософ кенәз олостарында әсиргә төшкән урыҫтарҙы күргәне генә бар ине. Ҡондоҙса ағымы, ысынлап та, һыу өҫтөнән эркелеп килеүсе боҙҙарҙы Оло Иҙел уртаһынараҡ ҡыуаланы. Көнбайыштағы ҡалҡыу ярға ҡыҫталған боҙ киҫәктәре, үкһәгән297 һыйырҙар артылышҡандай, бер-береһенең өҫтөнә менә, шатыр-шотор килеп ярыла башланы. Шулай бер талай айҡашып, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен асыҡлап алғандан һуң, яй, әммә мәғрур ҡуҙғалышып, юлдарын дауам иттеләр. Бая ғына Иҙел уртаһынараҡ ҡыҫырыҡланған боҙҙар шундай уҡ тиҙлек менән һул яҡ ярға яҡынлаша башланы. Бәләгә тарыусы баҫып торған боҙҙоң ярға яҡынлаша биреүен көтәүелләгән Йортбағыш, бөтә таһыллығын һалып, уға табан арҡан ырғытты. Ләкин ялғанған оҙон арҡан әҙ генә буйламаны – һыҙғырып барып һыуға төштө. “Һалмауыр кәрәк”, - тип уйланы егет һәм, бауҙы тартып кәләпләй-кәләпләй, боҙ менән йәнәш йүгерҙе. Осона таш баулап икенсе мәртәбә ырғытылған арҡан боҙҙоң ситенә барып төштө, әммә, бауҙың уртаһы һыуға тейеүҙән тартылып, кире Иҙелгә сумды. Теге бисараның башҡа әмәле юҡ ине, шуға күрә тәүәккәл хәрәкәт менән һыуға ырғыны һәм төпкә китеп өлгөрмәгән арҡанға тотондо. Батып барһаң, бауға түгел, һаламға йәбешерһең! Ҡотҡарылған урыҫ бынан үрҙәрәк урынлашҡан ауыл кешеһе булып сыҡты. Ул Йәнғәле хан заманында Ҡаҙан тарафында әсирҙә тотолған һәм ватып-емереп булһа ла татарса һөйләшеүҙе онотмағайны. Әйтеүенә ҡарағанда, Ҡаҙан ҡыйратылғас, ҡоллоҡтан азат ителгәндәргә Оло Иҙел буйында төпләнергә бойорола. Савелийҙарҙың ауылы нәҡ шундай фарман нигеҙендә барлыҡҡа килгән икән. Йортбағыш теше-тешкә теймәй зер ҡалтыраған урыҫҡа сисенергә ҡушып, тиҙ генә усаҡ тоҡандырып ебәрҙе. Ут күккә шыйыҡ төтөн бағанаһы һуҙып, дөрләп яна башланы. Сер яланғас сисенеп ташлаған Савелий ут эргәһенә сүгәләне, үҙе ике телде бутай-бутай һөйләнде: - В-в-вот, дурак... Балыҡ тип, ч-чуть баш н-не пропал.Р-р-рәхмәт сиңә, жигет... Йортбағыш уның өшөүҙән күк тамырҙары беленеп торған яланғас тәненә сәкмәнен япты: - Һыу асылғансы сабыр итеп булмаймы ни? Әллә боҙ менән бергә балыҡ та китәме? Савелий уның мәрәкәләүенә иғтибар итмәйенсә, етди шәкелдә яуап бирҙе: - Б-б-балалар ач. Далада – үләт, В-волгада – үләт. -Мин осрамаһам, үҙең балыҡҡа ем була инең. Йөҙә белмәйһеңме ни? - Һыу һалҡын, туңырмын тип ҡурҡтым, - тине уттың ялҡынын йота яҙып усаҡҡа һырынған Савелий. - Нуғай урҙаһынан әсиргә алынғандарҙы ҡайҙа ҡыуғандарын ишеткәнең юҡмы? – тип һораны Йортбағыш, усаҡҡа ҡоро-һары өҫтәп. - Ишеткән бар, - тине йылына төшкән Савелий. – Ундай хәбәр тиҙ тарала. Әйтеүҙәренсә, күбеһен Ҡасим ҡалаһына алып китәләр. Ҡайһыларын Тула яғына, тип тә әйтәләр. Ә нимәгә һорайһың? Йортбағыш серле генә итеп: - Кәрәк, - тине һәм ҡарашын Оло Иҙел ашаһындағы тәпәшәк тауҙарға күсерҙе. Эйе, әсәһе әйтмешләй, бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына. Ул хәҙер оҙон һәм бигүк еңел булмаған сәфәренең юҫығын белә - Ҡасим. Ай түгел, йыл үтһен – барыбер етәсәк унда, сөнки анау тауҙар аръяғындағы хәүефле юлының осон сырамыта – Ҡасим... XII Исмәғил кенәз башта Йософ, һуңынан Юныс яҡлыларҙы тулыһынса ҡыйратып үҙе лә фани донъянан үткәс, Аҡ Урҙала ығы-зығы һәм тарҡалыш китте. Иң тәүҙә Оло нуғай иленән Йософтоң ағаһы Шәйех-Мамайҙан таралған алты бер туған мырҙа ҡасты. Башында Моҡас мырҙа торған был төркөм, ҙур бер күскә уҡмашып, Эмба менән Арал диңгеҙе араһында төпләнде һәм Алтауыл исемле урҙа ойошторҙо. Оло урҙанан бүленеп Ҡобанға ҡасҡан Кесе нуғай урҙаһын иһә Шәйҙәктең ейәне, Йыһангирҙың тоңҡосо Ҡазый мырҙа етәкләне. Аҙау һәм Ҡабарҙа араһында нығынған Кесе нуғай урҙаһы Ҡырым ханы Дәүләтгәрәй, уның аша Төрөк солтаны Сөләймән менән илселек мөнәсәбәте урынлаштырып, тығыҙ бәйләнешкә инде. Ҡырымдың, бигерәк тә ҡеүәтле Төркиәнең йылы ҡанаты аҫтында үҙ аллы ил булып ойошҡан был олосҡа бер-бер артлы үгәйһетелгән Йософ уландары килеп һыйынды. Улар араһында тик Ибраһим менән Илмырҙа ғына юҡ ине, сөнки бынан алда Исмәғил, Йософ балаларының аталары өсөн ҡыуаз ҡайтарыуынан ҡурҡып, әлегеләрҙе Иван батшаға аманат итеп оҙатҡайны. Йософ уландары артынан Ҡобанға Баба Төкләҫ менән Аҡһаҡ Килембәт, уларға эйәреп Йәдкәр, Бусай мырҙалар, йәнә Бүкәй солтан һәм башҡорттоң мең олосонан Ҡараман бей ҡупҡалйыны. Әммә улар Кесе нуғай урҙаһына күсеп китер алдынан Дим, Өршәк, Ағиҙел буйҙарында ғауғалы талаш-тартыштар булып алды. Һәр бер ил үҙенең ҡоралы менән көслө. Ә һуғыш ҡоралы – ир-егет ҡулында. Улар олосоңда ни тиклем күп булһа – ғәскәрең дә шунса ишлерәк. Тап ошо сәбәптән Ҡазый мырҙа иленә күсергә йыйынған нуғай хакимдары быға тиклем үҙҙәренә буйһоноп йәшәгән башҡорт иләүҙәрен Ҡобанға алып китеү өсөн ныҡышмалы өгөт эшенә керештеләр. Ләкин уларҙың был тырышлығы сит илдә солтан булыуҙан үҙ илендә олтан булыуҙы өҫтөн күргән бейҙәрҙең ҡаты ҡаршылыҡтарына осраны. Ошондай көсөргәнешле һәм хәл иткес көндәрҙең береһендә Ҡәнзәфәр бей Юрматы олосонда ғына түгел, ә күрше табын, ҡыпсаҡ иләүҙәрендә лә абруй ҡаҙанған Бурнаҡ бейгә кәңәшкә килде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, хәл-әхүәл белешкәс тә ул туп-тура төп һүҙгә күсте: - Аға бей! – тип арбаҡлап башлап китте Ҡәнзәфәр. – Һин беҙҙең арала иң олоһо, иң арҙаҡлыһы. Шуға ла һинән кәңәш һорауы хурлыҡ түгел, ә ҙурлыҡ. Бынау нуғайҙар менән нишләйбеҙ – халыҡты үҙҙәре менән әйҙәй бит? Теләмәгәндәрҙе ҡурҡыталар, көслөк менән алып китергә тырышалар. Халыҡтың төрлөһө бар, бәғзе башҡорттар улар ҡотҡоһона бирелә. - Ни әйтәйем? – тине күпте күргән, тәжрибәле Бурнаҡ бей. – Улар элек-электән беҙҙе йөгөнләтеп тотҡан, туҫнаҡ итеп күреп өйрәнгән. Ҡайымлашыуҙары ла шунан. Уйымса, халыҡтың күҙен асырға ла, дәррәү күтәрелеп сығырға кәрәк. -Халыҡ күтәрелер микән? Ул яуҙан бик миктәгән инде. Етмәһә, бынау үләте. - Күтәрелер, - тине Бурнаҡ бей ышаныслы итеп. – Ил күңеленә инә алмаһаҡ, беҙ ниндәй иләймән? Мин ошо арала былай ҙа йыйын үткәрергә йөрөйөм. - Улай булғас, мин дә ҡайтып йыйын ойошторам. Ул-был булһа, бер төптән ҡубайыҡ. - Ярар, һөйләштек. Хәбәрләшеп торорбоҙ. Мең ҡәбиләһе башҡорттарының шаулы ла, даулы ла ҡоролтайы Урҙа йортта булды. Унда Дим, Өршәк, Ағиҙел, Ҡариҙел буйҙарында көн иткән ырыуҙарҙан вәкилдәр булып мырҙалар, бейҙәр, шулай уҡ һүҙе үткәндәй абруйлы аҡһаҡалдар, илдә айҙар298 булып танылған батырҙар ҡатнашты. Уйындан уҫмаҡ сыға ҡалһа тип, яу ҡоралы тағып килгән ҡашан299 егеттәр ҙә байтаҡ булды йыйында. Үтмәй торған дау булмай, бөтмәй торған яу булмай – был мәлдә илде бөлгөнлөккә төшөргән үҙ-ара һуғыштарҙан, улар артынан ябырылған йоттан йөгөнләгән халыҡтың ҡулы ҡоралдан бушаңҡырап тора ине. Аҡ Урҙа биләмәләренең күпселек олостары йәйәү тороп ҡалғанда, ҡайымлашыу ҡайғыһымы ни? Нуғай хакимдарына буйһоноп йәшәгән эреле-ваҡлы ырыу аҡһөйәктәре лә элекке дошманлыҡты онота төштө - уларҙың һәр береһен талаш түгел, баш ҡайғыһы баҫҡайны. Шулай ҙа кисә генә донъяға һыймай яулашып, бер-береһенең боғаҙын сәйнәргә әҙер булған дошмандарҙы бер ҡорҙа күреүе сәйерерәк ине. Нишләйһең, урмандағы үрттән ҡасып барыусы бүренең уйында һунар түгел. Йыйынды, әлегә йорттоң хужаһы булараҡ, Аҡһаҡ Килембәт асып ебәрҙе: - Хөрмәтле йәмәғәт! Битендә биҙәл яйнаған300 ир-аҙаматтар! Хоҙайҙың әмере буйынса, беҙгә ойошоп йәшәргә яҙған. Бер-беребеҙгә терәк булып көн иткәнгә күрә, быға тиклем Аҡ Урҙа ҡеүәтле ил булды. Ошоға ҡәҙәр динебеҙ ҙә, көнөбөҙ ҙә уртаҡ ине. Донъя бит – төрлө саҡтар булды. Арабыҙҙан дауы ла, ҡан-яуы ла байтаҡ үтте. Әлеге мәлдә Аллаһы Тәғәлә өҫтөбөҙгә ауыр һынауҙар ебәрҙе – мосолман донъяһының ҡәлғәһе булған Ҡаҙан ҡыйратылды, Аҡ Урҙа тарҡалды. Шул саҡ түңәрәк яһап ултырған ҡор араһынан берәү: - Ә кем тарҡатты һуң уны? – тип ҡысҡырҙы. Йыйын, даданын ҡуҙғатҡан ҡорт күселәй, геүләп алды. Ағайгилде мырҙа, әлеге һорауға ла, унан һуң ҡупҡан ығы-зығыға ла иғтибар итмәҫкә тырышып, дауам итте: - Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ был яҡтарға Иҙеүкәй заманында Ҡобан тарафтарынан килеп төпләнгән. Улар бында үҙҙәренә һалҡын һыу, еләҫ йәйләү, малдарына һутлы үлән эҙләп килгән. Тик үҙегеҙ күрҙегеҙ: көньяҡ йылыһынан төньяҡ һыуығы ҡурҡынысыраҡ. Өс йыл рәттән килгән ҡаты ҡыш тыуҙырған йот шуға дәлил. Үләт үтер, юҡ бөтөр, ә бына башыбыҙға зау булып төшәсәк урыҫ золомо мәңге бөтмәҫ. Ул уҫал ҡыштан әллә нисә мәртәбә ҡурҡынысыраҡ. Мәскәү иҙгене хан йәки Олуғ кенәз яһағы ише булмаҫ. Һыуҙы тотҡан – йырҙа, илде тотҡан – мырҙа, тигәндәр. Беҙ – нуғай мырҙалары, йыйылышып һөйләшкәндән һуң, кире Ҡобанға күсергә оҡлаштыҡ. Бында тормоштоң ҡотаны китте. Күпме дәүерҙәр бергә йәшәп, инде һеҙ бүленеп ҡалырһығыҙмы? Икегә айырыуҙан, күс көсәймәй. Һеҙ – илдең ағалары, ә халыҡ үҙенең арҙаҡлыларына ҡарап тора. Әйҙәгеҙ, кәңәшләшәйек, уртаҡ бер һүҙгә киләйек. - Нуғай менән уртаға һалып һөйләшер һүҙебеҙ юҡ! – Ҡәнзәфәр бей, сыҙай алмай, ултырған еренән һикереп торҙо. – Аҫаба башҡорт еренә һеҙҙе берәү ҙә саҡырып килтермәгән. Килгән яғығыҙға ҡайтырға уйлаһағыҙ, тотҡарлыҡ юҡ – беҙгә кендегегеҙ йәбешмәгән. Эйе, Аҡ Урҙа тарҡалды. Тик уны һеҙ үҙегеҙ – нуғайҙар, тарҡаттығыҙ. Ике тәкә башы ҡаҙанға һыймағанға, беҙҙең ни ҡыҫылышыбыҙ бар? Эйе, тормоштоң ҡотаны китте. Тик донъяның ҡотон, бынан алыҫ түгел урында бала һуйып, һеҙ – Килембәттәр, ебәрҙегеҙ... Уны ошо ерҙә Ҡараман бей бүлдерҙе: -Ҡыҙма, Ҡәнзәфәр! Бей кешегә бәйелһеҙ булыу килешмәй. Ил яҙмышы хәл ителгәндә, утҡа май һипмәйек. Нуғай менән уртаҡ нәмәбеҙ юҡ, тинең. Быға ҡәҙәр булғанды ҡайҙа итәбеҙ? Динебеҙ ҙә, көнөбөҙ ҙә бер ине бит. Хатта ҡаныбыҙ ҙа уртаҡ. Ә бына урыҫ һеҙгә нуғай булмаҫ. Оло Иҙел Ҡаҙан мосолмандарының түгелгән ҡанынан саҡ таҙарынды – шуны онотмағыҙ. Бына мин нуғай түгел, ә башҡорт бейе. Шулай ҙа бала-сағаларымды, ором-орпағымды урыҫ хәтәренән ҡурсалап Ҡырым ханы менән Төркиәнең ҡанаты аҫтына һыйынырға мәжбүрмен. Һуң булмаҫ борон, һеҙҙе лә шуға саҡырам. Һүҙем ошо. - Аҡылыңа кил , атай! – тип ҡысҡырған – Ҡарамандың улы Тәнәкәй бей ине. – Илгә ҡушылһаң – ир булырһың, илдән айырылһаң – хур булырһың, тип үҙең өйрәтмәнеңме? Ҡараман бей уға яуабында: - Улым, әле һин йәшһең, күп нәмәне аңлап еткермәйһең, - тине. – Урыҫ мөстәмләкәһе301 булып ҡалған илеңдән ҡайҙа ҡасырға белмәгән сағыңда минең һүҙҙәр иҫеңә төшәсәк. - Ҡараман ҡорҙашҡа боронғоларҙың әйткәнен хәтерләтмәксемен, - тип хәбәр ҡыҫтыраһы итте Аҡман бей. – Ситтә йөрөгән тарығыр, тыуған илен һағыныр. Ил ташлаған ирҙәрҙе күргән бар – ундайҙар аҙаҡтан тыуған ергә ҡайтып йығыла торған. Ҡараман бейҙең хәүефен дә аңлайым мин. Баш осонда торған айбалтаны уйлаһаң, ысынлап та, ҡорҙаш артынан эйәреп китке килә. Ҡәнзәфәр бей йәнә күтәрелде: - Ярандарым! Һәр бер ҡош үҙ осошонда ирекле. Тик шуны уйлағыҙ: әгәр беҙ был ерҙәрҙән китһәк, тере килеш үлгәнгә иҫәпләнербеҙ. Бындай ил ҡайҙа бар? Урыҫ менән ҡурҡыталар. Ул - ҡапаҡ, ә беҙ кескәй бала түгел. Мәскәү батшаһының илгә таратҡан ялун302 грамотаһында “һәр кем ҡурҡмайынса үҙ ерендә ҡалһын, үҙ динен, үҙ ғөрөф-ғәҙәтен тотһон, элекке хандарға түләгән яһаҡты миңә түләһен” тип яҙылған. Мин бынан алда юрматылар менән кәңәш тоттом, уларҙың уйы ла – илде ташламаҫҡа. Беҙ – яңғыҙ түгел, бер төптән булһаҡ, бирешмәбеҙ, Алла бирһә. Дим үрендәге Томан бей йортонан килгән бер аҡһаҡал урынынан ҡалҡынды: - Ағай-эне! Бөгөнгө моназара303 оҙон-оҙамаға һуҙылырға уйлай. Ағайгилде мырҙаны күрһәм, әйтермен тигән һүҙем бар ине: ҡустың Ҡара Килембәт менән төкөшөүҙән башҡорттоң даръялай ҡаны түгелде. Бер әсәнең ҡарынына һыйған Йософ менән Исмәғилдең донъяға һыймауы арҡаһында тағы ла шул башҡорттоң ҡаны ҡойолдо. Һаман да туйманығыҙмы? Инде әйтерем Ҡәнзәфәр бейгә. Һин йәш булһаң да, уйҙарың соғол304. Улар йөрәккә үтә, күңелгә ята. Беҙ бында үҙ-ара һөйләшеп, аҡыллашып ултырабыҙ. Уртаға һалыр һүҙем шул: үлһәк тә, бөлһәк тә ошо ерҙән айырылмайбыҙ. Үҙ илебеҙ байына ла, ярлы-ябағаһына ла берҙәй ғәзиз. Ерҙән юйылабыҙмы йәки тере ҡалабыҙмы – Аллаға тапшырабыҙ. - Дөрөҫ! – тип ҡысҡырҙы аҡһаҡал менән йәнәш ултырған Томан бей. Уны ҡалғандар ҡеүәтләне: - Ауыҙыңа бал да май! - Илем-көнөм булмаһа, айым-көнөм тыумаһын! - Иленән биҙгән ир уңмаҫ! - Ҡайҙа йәшәргә үҙебеҙ беләбеҙ, нуғайҙың быға тиклем бойорғаны ла еткән! Шул саҡта Аҡһаҡ Килембәт урынынан һикереп торҙо ла: - Егеттәр! – тип ҡысҡырҙы. Уның был шартлы йәүкәһен ишетеп, бер юлы биш-алты тирмәнән ҡораллы арсыйҙар атылып сыҡты ла йыйындағылар тарафына уҡталды. Уларҙың уйы – икегә бүленеп, ҡорҙо ҡулсаға алыу ине. Мырҙанан бындай һөмһөк ғәмәлде көтмәгән йыйын халҡы бер ауыҡ ауара хәлендә ҡалды. Ошо көсөргәнешле һәм киҫкен мәлдә Ҡәнзәфәр бей теҙгенде үҙ ҡулына алды. Ул һикереп торҙо ла, бөркөт саңҡыуын хәтерләткән сәңгел һәм ҡырҡа-яран тауыш менән: - Туҡтағыҙ! – тип ҡысҡырҙы, йүгереп килеүсе арсыйҙарға ҡылысын төҙәп. Шунан һуң, албырғап ҡалған ғауам ни ҙә булһа уйлап өлгөргәнсе, артына боролоп, әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе. Ишараны көтөп кенә торғандай, Дим тарафындағы һирәк сауҡалыҡтан йөҙ һыбайлы атылып сыҡты һәм, ҡыйҡыу-һөрән һалып, йыйын барған урынға яҡынлашты. Был зирәк аҡыллы Ҡәнзәфәр бейҙең ул-был булһа, тип йәшереп ҡалдырған боҫҡоно ине. Ер аҫтынан сыҡҡандай ябырылып килеүсе һыбайлыларҙы күреп, Ҡара Килембәт арсыйҙары ҡаушап ҡалды. Ни менән бөтөрөн тоҫмаллап та булмай торған бәрелеш күҙ менән ҡаш араһында ғына ине. Әммә Ҡәнзәфәр үҙенең егеттәренә: - Туҡта! – тип ҡысҡырҙы. Атлылар, ярһып өлгөргән менгеләрен көскә тыйып, ярты уҡ атымы ерҙә туҡтанылар. Һыбайлылар үҙҙәре лә ҡыҙған – аттары уйнаҡлаған ыңғайға ҡояшта ялт-йолт иткән ҡылыстарын һелтәп-һелтәп алалар. Алға ташланыр өсөн уларға тик бер ым ғына етә ине. - Килембәт! – тине ярһыған Ҡәнзәфәр бей. – Эсең тулы бәтлек икәнен тағы ла бер ҡат күрһәттең! Бынан һуң һиңә кем ышанһын? Барығыҙҙы он-талҡан итергә минең йәнә бер ишарам етә, тик башҡорт тупрағына һинең ҡаның да харам. Беҙ һуғыш теләмәйбеҙ, ҡан-яуҙан бүккәнбеҙ, шуға ла һиңә оронмайбыҙ. Ғүмерҙе беҙгә кем биргән, шул алыр. Һин дә меңдәргә ҡағылаһы булма. Дүрт яғың ҡибла! Ҡәнзәфәр, ҡылысын ҡынына тығып, йыйындағыларға мөрәжәғәт итте: - Ошонан һуң да һеҙ мырҙалар һүҙенә ҡолаҡ ҡуйырһығыҙмы? Минең арттан! Атлан! Күҙ алдарында булып үткән хәлдән йәндәре тетрәнгән мең олосо аҫалдары, аттарына менеп, Ҡәнзәфәр бей артынан ҡуҙғалды. Бер аҙ барғас, Тәнәкәй сыҙаманы, артына боролоп ҡысҡырҙы: - Атай, нишләп тораһың? Әйҙә, беҙҙең менән! Уның артынса Урман бейҙең өҙәләнгән тауышы яңғыраны: - Ағай, эйәр беҙҙең арттан! Үкенерһең!.. Тораташтай ҡатып ҡалған Ҡараман бей ҡымшанманы, әйтерһең, табандары ергә ҡуша йәбешкән. Ул хатта алыҫлашҡандан-алыҫлаша барған улы һәм ҡустыһы менән ҡысҡырып һаубуллаша ла алманы – тамағына ҡаты төйөр тығылды. Кейәүе менән ҡыҙы Ынйыҡайҙы һайлаған Ҡарамандың ирендәре генә ҡыбырлап ҡуйҙы. Уның танау буйынан ағып төшөп, мыйыҡтары араһына инеп юғалған күҙ йәштәренә ҡарағанда: “Бәхил булығыҙ”, - тип шыбырлағанын самалауы ҡыйын түгел ине. XIII Ҡобағош Күбәләк бейҙе Ҡурташ аҫтындағы йәйләүендә эҙләп тапты. Башына аҡ сәллә урағандай ағарып ятып ҡалған Ямантауҙы яғалап, Инйәр, Ағиҙел һыуҙарын кисеп, Оло Урал һыртын артылғас, алыҫта битләүҙәрен яртылаш ҡына урман ҡаплаған текә тауҙар, яланғырт305 ерҙәр күренде. Һырт өҫтөндә, тирә-яғын ҡаплаған ҡуйы урмандар араһынан ғорур ҡалҡынып, “мин бында!” тигәндәй маһайып, Ҡурташ күккә үрләгәйне. Юлсылар Күбәләк йәйләүенә Инйәрҙән Ағиҙел үренәсә һуҙылған ишле ҡатай ырыуы башҡорттары өйрәткән тоҫмал буйынса килеп төртөлдөләр. Арыҫлан бей йортонан мәүлендә306 ҡуҙғалған күскенселәр Ҡурташҡа килеп еткәндә, үлән буйтым күтәрелеп, урмандың кәкүктәр моңонда тирбәлгән сағы ине. Тулыһынса уянған тәбиғәттең, ҡыҙ балалай биҙәнеп, үҙенең сихри матурлығы менән күңелдәрҙе арбаған миҙгеле. Дим уйһыулыҡтарына, Сәрмәсән менән Ҡармасан буйҙарының күҙ иңләмәҫ уйпаттарына өйрәнгән юлаусыларға был яҡтың ҡырыҫ гүзәллеге ғәжәйеп тәьҫир итте. Әйтерһең, улар бөтөнләй ят бер донъяла йөрөп яталар. Гүйә, был өн түгел, ә иҫ киткес матур төш. Эйе, өн түгелдер был, сөнки данларға һүҙ етмәҫ ошондай йәйләү йә төштә, йә әкиәттә генә була. Ана, йорт хужаһы Күбәләк бей күскенселәрҙе үҙе ҡаршы ала, ҡыуаныстан уның йөҙө көндәй балҡып тора. - Һа-ай, Ҡобағош бей, әйҙүк, әйҙүк! – тип сәләмләй ул ҡунаҡтарҙы. - Ҡасһаң да, килеп таптым бит! – тип мәрәкәләй уны, күрешеү ҡыуанысынан күңеле йомшарған Ҡобағош. - Ҡасырһың һинән! Беҙ бит бер еп менән бәйләнгәнбеҙ. - Уныһы раҫ, - ти Ҡобағош. – Был ожмахты ҡайҙан таптың? - Йәһәннәм төбө, тип әйт. – Күбәләк үҙҙәре ҡупҡалйып сығып киткән һағарғылары менән яңы төлөк араһындағы алыҫлыҡҡа ишаралай. - Әстәғәфирулла! Ауыҙыңдан ел алһын. - Эйе, был яҡта сәрхәт, - тип килешә хужа. – Йәшәү өсөн бөтәһе лә бар. Тик беҙ был турала аҙаҡ иркенләп һөйләшербеҙ. Ә әлегә һеҙ минең ҡәҙерле ҡунаҡтарым. Йөктәрегеҙҙе бушатмай, тирмәләрегеҙҙе тағатмай торһағыҙ ҙа була - бер-ике көндән йәйләү урыны күрһәтермен. Түрмәмбәт, Аһылай! – Күбәләк бей ҡунаҡтар менән күрешеп, шау-гөр килгән уландарына йомош ҡуша. – Берегеҙ көтөүселәргә хәбәр итһен - тай һуйһындар, икенсегеҙ ҡунаҡтарға тирмәләр әҙерләүҙе хәстәрләһен. Туҫнаҡтарға әйтегеҙ, оло тирмәгә йәһәт кенә аш-һыу йүнәтһендәр... Күңелле төш, тылсымлы әкиәт булып хәтерҙә ҡалған зыяфәт ике көн буйына дауам итте. Аш-һыу ҡаҙандарҙан ашып, бешелгән ҡымыҙ мыстарҙарҙан307 ташып сыҡты. Уйын-көлкөнән, күңелле хәбәрҙәрҙән Күбәләк бей йәйләүе шаулап торҙо. Өсөнсө көнөнә иртәнге тамаҡтан һуң хужа: - Әйҙә бер аҙ йөрөп киләйек, - тине. – Буласаҡ йәйләүеңде байҡарбыҙ. Ҡобағош ҡыуанып риза булды: - Һелкенеп ҡайтыу зыян итмәҫ ине. Улар ҡарағай, ҡайын, уҫаҡ ағастары аралашып үҫкән урман араһындағы беленер-беленмәҫ һуҡмаҡ буйлап киттеләр. Бер аҙ юртҡас, таңғы ысыҡ төҫлө саф, шәп ағымлы йылғаға килеп еттеләр. - Миндәк йылғаһы, - тип таныштырҙы Күбәләк. – Хәҙер ошо һыуҙың үренә барабыҙ. Йылға туғыҙ инештән баш ала, шуға күрә ул ерҙе “Туғыҙ ҡойо” тип йөрөтәбеҙ. - Донъяла хужаһыҙ ер юҡ, был биләмәләр кемгә ҡарай? – тип һораны Ҡобағош. - Иҫеңдәме, былтыр Суртмаҡ олосоноң Иҫән хандан еңелгән ярсыҡтары Урал артылып ҡасты, тигәйнем? Ана шул ҡара табындар биләп өлгөргән ерҙәр инде был. Улар яһаҡты Себер ханы Мортаҙаға түләй. - Ә һин ниндәй шарт менән килеп ултырҙың? - Хәҙергә яһаҡтың бер өлөшөн түләшеү шарты менән керҙәш булып, - тине Күбәләк. – Аҙаҡ күҙ күрер. Әйҙә, һин дә ошо тирәне билә. Әлегә Миндәк үре буш. Аҙағыраҡ ҡара табындар өҫтөнән баш булған Шәймөхәмәт тархандың иҙенен308 алырбыҙ. Ул Мейәс буйҙарында маҡам тота. Нәҫелдән-нәҫелгә күсеүсе тарханлыҡ Шәймөхәмәттең олатаһының олатаһына Жуси хан тарафынан бирелгән. Шуға күрә ул үҙе һәм балалары яһаҡ түләмәй. - Һин үҙең ҡайһы ерҙе төйәк иттең? – тип һораны Ҡобағош. Улар был мәлдә ат юрттырып Урал өҫтөндәге Туғыҙ ҡойо яланына килеп сыҡтылар. Унан көнсығыш тарафындағы береһенән-береһе бейегерәк үркәсле тауҙар теҙмәһе ус төбөндәге кеүек күренә ине. Күбәләк бей ҡамсы һабы менән шул тау теҙмәләренең береһенә күрһәтте: - Анау оҙон булып һуҙылған һыртты күрәһеңме? Ул – Көркәк. Шул тауҙың көн битендә Ҡыҙыл һыуы. Минең йортом әлеге йылға буйында. Беҙгә бирелгән олостоң биләмәһе көн батышта Ағиҙелгә барып төртөлә, көн тыуышта Кесе Ҡыҙыл буйлап Яйыҡҡа тиклем һуҙыла. - Ҡайным мәрхүм әйтмешләй, аба-а! Үҙе бер дәүләт икән, - тине Ҡобағош. - Ҡәҙерен белһәк – дәүләт. Әйҙә, ошо тирәгә ауыл-ауыл булып ултырығыҙ. Бер-береңә имәү булып донъя көтөүгә ни етә. Беҙгә ғүмер баҡый арҡа терәшеп йәшәргә яҙған. - Тартымһаҡлығың өсөн рәхмәт. Изгелегеңде мәңге онотмам. - Әй, ҡуйсы, - тип ҡул һелтәне Күбәләк бей. - Әмер байҙан булһа ла, ер – Хоҙайҙан. Беҙҙең йыуатабыҙ309 бер – уны минән дә яҡшы беләһең бит. - Уныһы шулай, - тип килеште Ҡобағош. – Күрһәткән урының күңелгә бик ныҡ ятты. Бынан да хилүәт йәйләүҙе табыуы ҡыйын. - Оҡшағас, булды. Көҙгә тартым яйлап аҫҡа төшөрһөгөҙ – аҡландар күп унда. - Улайһа, ошонда ҡаҙыҡ ҡағам. Йәйләү ҡорғас та түбән төшөп, ҡышҡы йорт урыны ҡарармын. - Изге сәғәттә! - Аллаға тапшырҙыҡ! XIV Йортбағыш Ҡасим ҡалаһына килеп еткәндә, йәй уртаһы ине. Ул Савелий өйрәткәнсә, Уҡа йылғаһы буйлап һыуҙың ағымына ҡаршы бер-ике көн барғас, арғы ярҙа мәсет манараһы күренде. Уның менән йәнәш, байып барған ҡояш нурҙарында алтын ялатылған көмбәҙен ялтыратып, урыҫ кәлисәһе310 күккә һонолған. “Ошолор, моғайын,” – тип уйланы Йортбағыш һәм, атынан төшөп, төрлө-төрлө сәскәләр менән аралашып үҫкән хуш еҫле үлән өҫтөнә ултырҙы. Бына, килеп тә етте. Иге лә, сиге лә юҡ һымаҡ күренгән уйһыулыҡ буйлап аҡҡан мул һыулы Уҡа аръяғында - уның юл осо. Егеттең айҙан ашыу ынтылған, күрергә ашҡынған ҡалаһына ҡул һуҙымы ғына ара ҡалды. Ниҙәр көтә унда? Таба алырмы Йортбағыш үҙенең һөйгәнен? Бынан бер ай элек, Оло Иҙел аръяғында билдәһеҙ юлға әҙерләнгән саҡта, Ҡасим тик хыял менән уйҙа ғына йәшәй ине. Егеттең ниәте етди икәнен белгән Савелий уға файҙалы кәңәштәр бирҙе. Иң тәүҙә ул юлдың юҫығын өйрәтте: - Волганан һуң Сура тигән ҙур һыу булыр. Уны кисеп, байтаҡ барғас, Муҡшы йылғаһына юлығырһың. Был һыу Окаға ҡушыла, шуға күрә уның ярын яғалап барырға кәрәк. Ока буйлап өҫкә күтәрелһәң, Ҡасим булыр. - Яҡынса нисә көнлөк юл булыр икән? – тип һораны Йортбағыш. - Нисек барыуыңа ҡарап, - тине Савелий. – Тик мин һиңә көндөҙ күҙгә бик салынмаҫҡа кәңәш итер инем. Төрлө яман кешеләргә осрауың бар, шуға күрә көндөҙ ышыҡта ял итеп, төндә юл ыратыуың хәйерле. Йортбағыштың: - Ә ниңә улай? – тигән һорауына Савелий: - Тиҙерәк барып етерһең, - тине. – Кейемеңә ҡара әле. Егет өҫ-башын күҙҙән үткәрҙе: - Кейем – кейем инде, һис бер ғәжәп нәмәһе юҡ. - Ул Волганың был яғында ғына шулай. Ә арғы ярҙа һинең өҫ-башың һәр бер урыҫҡа: “Мин – дошман!” – тип ҡысҡырып торасаҡ. - Ысынлап та, - тип аптырауға төштө Йортбағыш. – Уныһы башҡа инеп сыҡҡаны юҡ ине. - Беләһеңме, ҡалайтабыҙ? Кейемдәрҙе алмашабыҙ! Тик бөгөндән башлап һаҡал-мыйығыңды ҡырма. - Ә һин? Дошман тип, үҙеңде үлтереп ҡуйһалар? – тип көлдө Йортбағыш. - Ничего-о, - тип һуҙҙы Савелий, - минең өсөн ҡайғырма. Үлемдән ҡотҡарғаның өсөн һиңә ярҙам итергә тейешмен. Әйт әле, егет, юл йөрөгәндә иң кәрәкле әйбер нимә? Йортбағыш бер аҙ уйлап алғандан һуң: - Аҙыҡ-түлектер, - тине. - Түгел шул! Тел! Бигерәк тә сит-ят ерҙә. Тел белһәң, ризығы ла, башҡаһы ла табыла. Мин быны үҙ елкәмдә татыным. - Һә, - тип йәнә аптыраны Йортбағыш. – Белмәгәйнем. - Йәшһең шул, - тине Савелий. - Әйҙә, мин һине урыҫса һөйләшергә өйрәтәйем. Һыу тартылғанға ҡәҙәр аяҡ-юллыҡ һупалай ҙа башларһың әле. Йортбағыш үтә зирәк шәкерт булып сыҡты – остазының әйткән бер һүҙен аңына һеңдереп, хәтеренә бикләй барҙы. Егеттең зиһененә, телгә отҡорлоғона аптыраған Савелий уға һабаҡ биреп бөтә лә, башын сайҡап: - Ну, ты даешь, парень! – тип ҡуя ине. Ә Йортбағышҡа һаман әҙ, ул, сираттағы һабаҡ менән мөрхәтһенмәйенсә, яңы һүҙҙәр менән төшөнсәләрҙең урыҫса мәғәнәләрен төбәшеп Савелийҙы ялҡытып бөтә. Ундай саҡта “уҡытыусы” һыналған ысулға күсә: хаяһыҙ һүгенеү һүҙҙәрен тәржемәләй башлай. Йәнәһе, ҡайһы бер мәлдә улар ҙа кәрәк буласаҡ. Йортбағыш ҡыҙарына, бүртенә лә: - Дур-рак! – тип ситкә китә. Ә Савелийға егеттең ҡыҙҙар кеүек оялыуы ҡыҙыҡ – ул хахылдап көлә. Урыҫтың: “Тел Киевҡа еткерер”, - тигәне, ысынлап та, юҡҡа әйтелмәгән икән. Ҡый-ҡыпыры менән ҡуша өйрәтһә лә, Савелий биргән тел һабаҡтары юлда ярап ҡалды егеткә. Таныш булмаған илдә йөргөнсөнөң халыҡтан һорашыр нәмәһе әҙме ни?.. Йортбағыш төндө йылғаның был ярында үткәрергә ҡарар итте. Берҙән, көн кисләне – ҡалаға инеп тороуҙан фәтүә юҡ. Икенсенән, сыланған кейем менән төндө нисек үткәрәһең? Кибенергә ут яғыр инең – төнгө һаҡсыларҙың күҙенә салыныуы бар. Егет күп йыллыҡ яу ғәҙәте буйынса аҫтына үндек түшәп, баш аҫтына эйәр һалып, күктә бер-бер артлы тоҡанған йондоҙҙарға ҡарап, салҡан ятты. Эргәлә генә уның тоғро юлдашы бышҡыра-бышҡыра үлән утлай. Яҡындағы әрәмәлә, күңелдә әллә ниндәй тойғолар уятып, һандуғастар сутылдаша, улар менән ярышҡандай, үлән араһында сиңерткәләр сеңләй. Был илаһи төнгө ауаздарҙан Йортбағыштың күңеленә бер мәлгә шундай яманһыу булып китте. Уның хәтеренә ата-әсәһе янында үткәргән бәхетле һәм ғәмһеҙ бала сағы килеп төштө. Ҡайҙа ҡалды ул көндәр? Атаһы менән әсәһе, ҡустылары менән һеңлеләре ҡайҙарҙа икән ошо мәлдә? Белһәгеҙ, әйтегеҙ, йондоҙҙар!.. Улар беләлер ҙә, тик өнһөҙ шул мәңгелек күк есемдәре. Йортбағыш ете генә түгел, етмеш даръя кисеп Аҡһылыу, тип килә, тик таба алырмы уны? Бер кәбән бесән араһынан энә эҙләгән һымаҡ бит уның был сәйәхәте. Әллә яңылыштымы? Ләкин ята торғас, егеттең күҙ алдында йәнә һөйгәненең һыны пәйҙә була һәм быға тиклем бәғерҙе өйкәгән шик-шөбһәләр юҡҡа сыға. Йортбағыш инде нисәнсе йыл йәнен наҙлаған, йәшәүенә дәрт биргән татлы хыялдар донъяһына сума... Иртәнсәк уны шул уҡ һандуғастар һайрап уятты. Йырсы ҡоштарҙың: “Сут-сут”, - тигәне Йортбағыштың ҡолағына: “Уҡаны кисеп сыҡ-сыҡ!” – тип ишетелде. Егет урынынан һикереп торҙо: ҡояш тыуырға күп тә ҡалмағайны. Йортбағыш алыҫ түгел юшап торған атын эйәрләй һалып, уның өҫтөнә кейемдәрен ҡуша бәйләне һәм, күлдәк-ыштандан ғына ҡалып, йылға буйына төштө. Тәжрибәле малҡай, үҙен алда ниндәй һынау көткәнлеген һиҙгәндәй, башта туйғансы һыу эсеп алды, һуңынан, йылға кисергә әҙер икәнен белдереп, ал аяғы менән һыуҙы сапсып алды. Уның бөтә ҡиәфәте, ҡыланышы: “Бындай ғына йылғаны күргән бар”, - тигәндәй ине. Йортбағыш атының теҙгенен эйәр ҡашағаһына бәйләне лә:”На-а!” – тип уның һыртына усы менән һуғып алды. Һиҙгер мал һыу сәсрәтеп тәрәнгә уҡталды һәм, ҡолаҡтарын шымтайтып, моронон өҫкә һоноп, йөҙөп китте. Йортбағыш, күнеккән ғәҙәт буйынса, һыңар ҡулы менән ишә-ишә, уның ҡойроғона йәбеште. XV Йәйләү ҡорғандан һуң бер йома үткәс, Ҡобағош бей уландары менән Миндәк йылғаһы буйлап түбән төштө. Уның ниәте – ҡышҡы йорт урыны ҡараштырыу ине. Йәйҙең көнө оҙон булһа ла, уның да ғүмер генәһе ҡыҫҡа – сананы хәҙерҙән хәстәрләү хәйерле. Йор тау йылғаһы, ярын ҡаплап үҫкән ҡуйы шырлыҡтар, япан311 урман аша үҙенә юл йырып, шарлауыҡтар араһынан аҫҡа алҡына. Ул берсә таштан-ташҡа һикереп шарлауыҡ хасил итә, берсә уйға ҡалғандай тын ғына аға. Кеше тормошо ла шулай түгелме ни: дауылдай шашынған миҙгелдәрҙе тыныс һәм һил көндәр алмаштыра. Бер аҙҙан һуң, тирә-яҡты дер һелкетеп, йәнә ғәрәсәт ябырыла, донъяның аҫты-өҫкә килә. Шулай ғүмер баҡый дауам итә. Бер аҙ барғас, Миндәк үҙенең өҫтөнә ауып килгән тауҙар һәм һыуына көн бите төшөрмәй ышыҡлап торған шырлыҡтар әсирлегенән ҡотолоп, ҙур ғына яланға килеп сыҡты. Ҡояш яҡтыһына, хозур иркенлеккә ҡыуанғандай, уның көмөштәй саф һыуҙары төрлө төҫтәре менән балҡып китте. Шул саҡ Көркәк тауы аръяғынан йорондай ғына ҡара болот пәйҙә булды һәм, ҙурайғандан-ҙурая барып, күктә балҡып торған ҡояшты ҡаплап алды. Уғаса булмай, Ҡурташ яғынан аҡһыл-ҡара болоттар урғып, ҡайнап килеп сыҡты ла, яуға ҡаршы уҡталған яу төҫлө, баяғы болот өҫтөнә ябырылды. Уларҙың бергә ҡушылыуынан күҙҙе ҡамаштырып йәшен йәшнәне, бер аҙҙан дөбөр-шатыр килеп күк дыһырланы. Күкрәү шаңдағы тирә-йүндәге тауҙарға ҡаҡлығып, кире әйләнеп килергә лә өлгөрмәне, көслө елдән ағас баштары шауларға тотондо. Уның артынса, офоҡто аҡ япма менән ҡаплап, ергә ҡойма ямғыр ишелде. - Ағас аҫтына! – тине Ҡобағош, ялан уртаһында үҫкән ҡуш ҡайынға табан атын ҡыуып. Улар тәлгәштәрен елгә елберләтеп ултырған ҡуйы ботаҡлы ҡайындар аҫтына килеп һыйынғанда ярайһы сыланып өлгөргәйнеләр. Ботаҡтарын киң йәйгән йәшел сатыр аҫтында бер аҙ ышыҡ булып ҡалды, шулай ҙа геүләп яуған ҡойма ямғырға кәртә булыр шәй япраҡ түгел инде – һыу энә күҙәүендәй генә тишектән дә юлын таба. Ә күк менән ер араһындағы дәһшәт ҡотороноуын дауам итте: сатыр-сотор килеп йәшен йәшнәне, өҙлөкһөҙ күк күкрәне. Ҡолаҡ тондорғос дөбөр-шатырҙан хатта аттар өрктө, ситкә тайпылып, теҙгендәрен тартҡыланы. - Атай, ҡара – хатта тауҙар күренмәй! – тип ҡысҡырҙы ҡайындарҙың береһе төбөнә сүгәләгән Көнбағыш. Ысынлап та, күнәктән ҡойған төҫлө яуған ямғыр пәрҙәһе тирә-яҡты ҡаплап алғайны. - Күрәм, ныҡ ҡысҡырып һөйләшмә, - тине Ҡобағош. – Йәшен уты тауыштың шаңдауы артынан да эйәреп килә, тиҙәр. Көнбағыш тауышын әкренәйтте: - Һин ул йәшен утын күргәнең бармы? - Бар, - тине Ҡобағош. – Йомғаҡ һымаҡ күгелйем ут йомарламы. Һинең кеүек саҡта бер баҫтырҙы ул мине. - Баҫтырырға, уның йәне бармы ни? Ҡобағош: - Уныһын белмәйем. Мин күргәнемде әйтәм, - тип башлағайны ла, ямғырҙың тымырға йыйынмауын күреп, уландарына өндәште: - Туҡта, егеттәр, былай булмай. Эйәрҙәрегеҙҙе ысҡындырып, үндек ябынып ултырығыҙ. Улар өсөһө лә күн менән тышланған үндектәрен ябынып ултырғас, Ҡобағош өҫтән тып та тып тамған ямғыр тамсыларын тыңлап ултырҙы ла, дауам итте: - Беҙ ул саҡта Дим буйында йәйләй инек. Олатам Наурҙа бей ҙә иҫән. Бер көндө Шәмсиҡәмәр өләсәйгә эйәреп Сейәле түбәгә емешкә барҙым. Ер еләге уңған йыл ине. Һаман иҫемдә: Сейәле түбә итәге ҡып-ҡыҙыл, хатта аяҡ баҫыр урын юҡ. Өләсәй, оло кеше, аҫтараҡ тороп ҡалған, мин түбәнең башына уҡ менеп киткәнмен. Бер заман ошоноң һымаҡ ҡойма ямғыр яуа башланы. Күк дөбөр-шатыр итеп тә ҡалды, түбә башындағы яңғыҙ ҡайынды йәшен атып та ебәрҙе. Ҡурҡышымдан шул яҡҡа ҡарап ебәрһәм, йомғаҡ ҙурлығы йәшен уты зырлап өйөрөлөп йөрөй. Өләсәйгә ҡарайым – ул ҡулы менән нимәлер ымлай. Саҡыра икән тип, тот та түбәнгә йүгер. Үҙем ҡасам, үҙем әленән-әле артҡа күҙ ташлайым. Теге йомғаҡ минең арттан баҫтыра. Аҙаҡ ҡына белдем: баҡтиһәң, ул мин йүгергәндә тыуған елпеү артынан эйәргән икән. Әгәр шунда һөрөнөп йығылмаһам, нимә булыр ине – билдәһеҙ. Өләсәй аҙаҡ ҡайтып еткәнсе орошто, бахыр. Әллә ниндәй доғаларын әйтеп, Хоҙайына рәхмәт уҡый-уҡый ҙа: “Өҫтөңдән генә үтеп китте. Алай ҙа ғына Хоҙай араланы. Мин бит һиңә ергә сүгәләп, тик кенә ултыр, тип ишараланым, “ – тип ҡайта-ҡайта әрләй. Мин унан һорайым: “Ә ниңә ҡысҡырып әйтмәнең?” “Тауыштың шаңдауына эйәреп килеп, үҙемде һуҡмаһын тип ҡурҡтым, “ – ти өләсәй. Ул арала ямғыр башланғандағы һымаҡ уҡ кинәт кенә тымып та ҡуйҙы. Әле генә баш осонда ҡайнап торған аҡһыл-ҡара болоттар таралышып, күк йөҙө таҙарынды. “Ҡәҙеремде белдегеҙме инде?” – тигәндәй, асманда ҡояш йылмайҙы. Уның уғата йомарт булып тойолған нурҙарынан донъя өр-яңы төҫтәре менән балҡып китте, тирә-яҡтағы урмандар өҫтөнән, шыйыҡ төтөн төҫлө, быу күтәрелде. - Йәйғор! – тип ҡысҡырҙы атын алдараҡ эйәрләп бөткән Айбағыш. Күктең ҡибла яҡ өлөшөн тотош биләп, сихри төҫтәре менән балҡып торған йәйғорға һоҡланмау мөмкин түгел ине. Уның бер яҡ осо ҡайҙалыр Ҡурташ аръяғында, икенсеһе бөтөнләй яҡында – төньяҡҡа ҡырҡа боролош яһап аҡҡан Миндәк ашаһында ғына ине. - Йә, кемегеҙ алда барып етә? – тип уландарын сәмләндерҙе Ҡобағош. – Тик ҡарағыҙ уны, ҡыҙға әүерелеп ҡуймағыҙ. Айбағыш менән Көнбағыш кемуҙарҙан ҡул һуҙымы ғына ерҙә торған кеүек тойолған йәйғорға ҡарай саптылар. “Әй, балалар, - тип уйланы улар артынан ғорурланып та, әсенеп тә ҡарап ҡалған ата. – Кәүҙәләре ҙур булһа ла, күңелдәре сабыйлыҡтан сығып бөтмәгән шул. Алда ни көтә уларҙы? Ынтылған маҡсаттарына ирешә алырҙармы, әллә улары, артынан ҡыуған һайын алыҫая барған йәйғор кеүек, ымһындырып ҡына торорҙармы? Ни булһа ла, бәхеттәрен бирһен...” Ул Айбағыштың бауыры ҡалҡҡанын һиҙә, Ҡарағужа батырҙың ҡыҙына күҙ һалып йөрөгәнен дә белә. Ҡыҙ ҙа уға вайымһыҙ түгел шикелле. Күңелдәренең иләҫ-миләҫ килгән саҡтары – ни тиклем генә белдермәҫкә тырышһалар ҙа, май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, икеһенең араһындағы мөнәсәбәт бөтә йәйләүгә аян312. Эйе, Зөлхизә бына тигән килен буласаҡ, тик улын башлы-күҙле итергә Ҡобағоштоң ниңәлер күңеле тартмай. Ауыҙың бер бешһә, һалҡын һыуҙы ла өрөп эсәһең тигәндәре шулдыр, ахырыһы. Йортбағыштың кәләш алыуы булды – донъяның аҫты-өҫкә килде. Ул осраҡлы тап килеүҙер, шулай ҙа ҡурҡыта. Нисек кенә булмаһын, тормошто туҡтатыу мөмкин түгел, шуға күрә көҙгәрәк йәштәрҙе ҡауыштырыуҙы хәл итергә тура киләсәк барыбер. Айбағыш менән Көнбағыш аталарын йылға ашаһынан кемуҙарҙан һөрәнләп ҡаршы алдылар: - Атай, таптыҡ! – Көнбағыштың тауышы. - Бында өс йылға бергә ҡушыла! – Быныһы Айбағыштыҡы. “Һай, мәрҙәстәр!” – тип уйланы Ҡобағош. – Олаталарының васыят итеп әйткән һүҙҙәрен онотмағандар икән.” Ул был хаҡта уландарына Нурғәле хәҙрәтте дәфен итеп ҡайтҡас һөйләгәйне. Айбағыш менән Көнбағыш һайлаған урында, ысынлап та, өс йылға бергә ҡушыла ине. Миндәктең бөгөл яһаған урынында ҡойғаны ҡибла тарафындағы ҡалын урман араһынан аға, әҙ генә аҫтараҡ ҡушылғаны Көркәк яғындағы һаҙлыҡтан килеп сыға. Уныһы ҡарамаҡҡа кескәйерәк. Уларҙың һыуҙарынан тулылана төшкән Миндәк артабан ирәйеберәк, йәйелеберәк аға башлай. Әҙәм балаһы ла шулай түгелме ни: өлкәнәйгән һайын олпатлана, йылдар үткән һайын хәрәкәттәре һалмаҡлана бара. Буласаҡ ауыл урынының ян-яғын ҡыҙырып сыҡҡандан һуң, Миндәктең уң ярында төпләнергә ҡарар иттеләр. Урын бик ҡулай ине: үҙеңә һәм мал-тыуарға эсәр һыуы бер түгел, өсәү. Төҙөлөш өсөн ағасы өҫтөңә ауып тора. Үреш өсөн тауы, көтөүлек менән сабынлыҡ өсөн ялан-туғайҙары иркен. Ә иң мөһиме – ышыҡ. Донъя көтөр өсөн башҡа ни кәрәк? XVI Ҡасим мырҙа, аталары Олуғ Мөхәммәт донъя ҡуйғандан һуң Ҡаҙан тәхете өсөн барған аҫтыртын көрәштә ағаһы Мәхмүттән еңелгәс, уға намыҫ итеп Мәскәү кенәзе Василий икенсенең итәғәтенә күсте. Күтәрелеп килгән урыҫ дәүләте ул саҡта тоғро хеҙмәтселәргә бик ныҡ мохтажлыҡ кисерә ине, шуға күрә Олуғ кенәз уны яҡты йөҙ менән ҡабул итте, зирәк аҡыллы хакимдарға ғына хас кәрәм күрһәтте: Мәскәү менән Муҡшы араһындағы уйһыулыҡтан ер бүлеп бирҙе. Мул һыулы йылғалар, күлдәр менән сыбарланған һәм борон-борондан “Мишәр уйһыулығы” тип аталған Уҡа буйында Ҡасим урыҫ таж-тәхетенә бойондороҡло булған ханлыҡ төҙөнө һәм ағаһы Мәхмүт үлгәндән һуң да ҡаҙандар тәхеткә яҡын юлатмағас, үҙен хан тип иғлан итте. Ҡасим олосо көнсығыш юҫығын тотҡан Ҡаҙан хакимдарының сәйәсәте менән риза булмаған һәм эҙәрлекләүгә дусар ителгәндәр иҫәбенә үҫешеп, алға киткән кенәзлектәрҙең береһенә әүерелде. Ул Ҡаҙан менән көрәштә терәк нөктәләрҙең береһе ине, шуға күрә Ҡасим хан биләмәһе Мәскәүҙең көнсығыш сәйәсәтендә айырым урын биләп торҙо. Йортбағыш йәйәүләп имән диуарҙар менән уратып алынған Ҡасим ҡалаһына яҡынлашҡанда, уның асыҡ ҡапҡаларынан эскә йөклө ылауҙар ағыла ине. Күрәһең, баҙар көнө - ана, өҫтәренә кейгән кейемдәре үк: “Беҙ - нуғай!” – тип ҡысҡырып торған бер нисә ҡораллы һаҡмансы313 ҡәлғә эсенә уйнаҡлап торған аттарҙы әйҙәп индерҙе. Улар артынса һаҡсыларын эйәрткән, яҡшы кейенгән баҙарҡан314 үҙе кереп китте. Уның эйәрҙә үҙ-үҙен тотошона, балпан ҡиәфәтенә ҡарағанда, ябай кеше түгеллеге күренеп тора ине. Йортбағыш ылауҙар һәм һауаға саң болото күтәреп эркелешкән йылҡы өйөрө артынан ҡала уртаһындағы баҙар майҙанына килде. Сауҙаның яңы ҡыҙа башлаған сағы. Тирә-яҡта халыҡ шау-гөр килә, төрлө телдә һөйләшкән тауыштарҙан яңғырап торған баҙарҙа әллә һатыусылар, әллә һатып алыусылар күберәк – аңлауы ҡыйын. Егет иң тәүҙә майҙандың ситендәрәк урынлашҡан мал баҙары яғына ыңғайланы. Ниәте – ат менән һатыу итеүсе нуғайҙар менән бер-ике ауыҙ һүҙ булһа ла һөйләшеп китеү ине. Нишләйһең, ҡан тартмаһа ла, йән тарта. Сит-ят ерҙә үҙ мөхитеңдең эте лә ғәзиз һәм ҡәҙерле, тип белмәй әйтмәгәндәрҙер, моғайын. Дала иркенлегенә күнеккән малҡайҙарҙы йәйге еңел кәртәгә индереп ябып та ҡуйғайнылар. Улар кәртә тирәләй йыйылышҡан һатып алыусыларҙан, былай ғына ҡарарға килеүселәрҙән ятһынып, ҡуршылдай, алан-йолан ҡаранып, өйөргә уҡмашырға тырыша. Баяғы балпан ҡиәфәтле хужа бер төркөм кешеләр менән һөйләшеп тора ине. Ул ҡамсы һабы менән аттар яғына күрһәтеп-күрһәтеп ала – тимәк, алыш-биреш башланып та киткән. Йортбағышҡа был кешенең шикеле таныш кеүек тойолдо. Ҡайҙа күрҙе уны? Егет яҡыныраҡ килде һәм, ҡапыл ғына иҫенә төшөрөп: - Туйгилде ағай?! – тип ҡысҡырып өндәшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Үҙенең исемен ишеткән сауҙагәр уға боролоп ҡараны: - Эйе. Ә һин кем булаһың әле? - Мин – Йортбағыш! Хәтереңдәме, Өйҙөрәк буйынан атҡа менгәшеп ҡайтҡайныҡ? - Туҡта, туҡта! – тип артҡа сигеңкерәп уға текләне сауҙагәр. – Ҡобағош сәсәндең улымы? - Эйе, салта үҙе! - Һә, күҙемә күренәһең, тиер инем, шәүлә һөйләшмәй. Йәйге селләлә ҡапыл ҡар яуа башлаһа ла былай уҡ аптырамаҫ инем, - тип ғәжәпләнде Туйгилде һәм, һаҡмансыларына һатып алыусылар менән һөйләшә торорға ҡушып, егетте ситкәрәк алып китте. – Бында ни эшләп йөрөйһөң? - Әй, ағай, - тине Йортбағыш. – Башыңа хәсрәт төшһә, аяғыңа юл төшә икән. - Дим егетен Уҡа буйына алып килергә мәжбүр иткән ниндәй ҡайғы ул? - Кәләшемдең эҙҙәрен юллап йөрөйөм, - тине Йортбағыш. – Үҙем яуҙа саҡта уны әйҙәп алып киткәндәр. Тоҫмал буйынса, ҡоллоҡҡа алынғандарҙы Ҡасим ханлығына ҡыуғандар. Шуны тапмаммы, йәки берәй хәбәр ишетмәмме, тип мосафир хәленә төшкән көн. - Бында халыҡты бик күп килтерҙеләр, уныһы раҫ, - тине Туйгилде. – Ҡайһыларын икенсе илдәргә ҡоллоҡҡа һаттылар, бәғзеләрен бында таратып бирҙеләр – туҫнаҡтар бөтә ерҙә лә кәрәк бит. - Шулай инде. Мин дә, һине күргәс, үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай торҙом. Шулмы, түгелме, мин әйтәм. - Эйе, үҙгәрәбеҙ. Үҙең тауыш итмәһәң, мин һине ғүмерҙә лә танымаҫ инем. Байтаҡ һыуҙар аҡты бит инде. Етмәһә, урыҫтан айырып алғыһыҙһың – кейемең, һаҡал-мыйығың... - Ҡалайтаһың, - тип уңайһыҙланғандай итте Йортбағыш. Яңғыҙ йөргөнсөгә иле лә ят, юлы ла хәүефле. Туйгилде һүҙҙе икенсегә борҙо: - Ә мин хәҙер бырасыл315 булып киттем. Оло Иҙел буйында үләт, өҫтәүенә алыҫ, шуға күрә аттарҙы Ҡобандан – Ҡазый мырҙа олосонан ҡыуабыҙ. Урҙанан һөрөлгән Йософ яҡлылар шунда барып тулды бит. Ярты нуғай Ҡобанда хәҙер. Үтәме һуң йылҡы? – тип һораны Йортбағыш. -Һу-у, үтеү генәме – еткереп булмай, - тине Туйгилде. – Иван батша тағы һуғышҡа әҙерләнә тиҙәр. Ә атһыҙ ниндәй ғәскәр? Туйгилденең тағы әллә нимәләр һөйләргә уйы бар ине, ләкин әңгәмәсеһенең моңһоу ҡарашын шәйләп, уның ни йомош менән йөрөгәнен хәтеренә төшөрҙө: -Әле берәйһенән белешеп ҡараманыңмы? -Кемдән һорашайым инде? Беренсе күргән кешем – һин. - Ошонда тороп тор әле, - тине Туйгилде, һәм, балға йыйылған себен һымаҡ күбәйгәндән-күбәйә барған халыҡ араһына инеп юғалды. Бырасыл оҙаҡ көттөрмәне – Йортбағыш майҙанда ҡайнашҡан төрлө кейемле, төрлө ҡиәфәтле баҙарсыларҙы күҙәткеләгәнсе, киткәндәге кеүек етеҙ атлап килеп тә етте. - Бында минең таныштар күп бит – белештем, - тине ул. - Шунан? - Шул: ҡалала ундай зән316 байтаҡ икән. Әммә һин һүрәтләгәне берәү. Уны, үҙ диненә әүҙереп, Пантелей тигән урыҫ күписе кәләш итеп алған, әле шуның менән донъя көтөп ята, ти. Йортбағыштың күҙ алдары ҡараңғыланып китте, ҡапыл йомшарған быуындары тотмаҫ булды. Ул, ҡолап китеүҙән ҡурҡып, кәртә бағанаһына тотона-тотона ергә сүкте. Егеткә был мәлдә тәүге яуҙа атаһының арсыйы эйәрҙән йыға һуғып төшөргәнгә ҡарағанда ла ҡыйыныраҡ ине. Туйгилде ҡобараһы осҡан Йортбағыш эргәһенә сүгәләне: - Улай бик бөтөрөнмәсе, егет. Бирешмә! Шәйәт, һинең кәләшең түгелдер. Күрмәйенсә, ҡойолоп төшмә. Шаңҡыған Йортбағыштың башынан: “Ысынлап та,” – тигән уй үтте. Ул, үҙ-үҙен ҡулға алырға тырышып, аяғүрә баҫты: - Ҡалайтып күрергә һуң? - Баҙар көн – урыҫтың йомаһы. Улар сиркәүҙәренә суҡынырға бара бөгөн. Ана шунда һағалайһың инде... Ә-ә, онотоп торам: беҙҙең саңдау Уҡа буйында. Ағымға ҡаршы әҙерәк барһаң, тирмәләр күренеп тора. Башҡа осраша алмаһаҡ, шунда килерһең. Шул саҡта ҡаланың төнъяғындараҡ көмбәҙенә ябылған алтынында ҡояш нурын уйнатып ултырған кәлисәнән саң ҡаҡҡан тауыш ишетелде. - Ана, дөңгөрҙәрен һуға ла башланылар, - тине бырасыл. – Ҡурҡма, баҙар көндө сиркәү алды хәйер һорашыусылар менән туп-тулы була. Унда һине берәү ҙә аңғармаҫ. Йортбағыш өйҙәр өҫтөнән алтын көмбәҙе менән маһайып ултырған сиркәү яғына ыңғайланы. Үҙе атлай, ә үҙенең күңеле тартмай. Ғәжәп, аяҡтарын шылдырып баҫырға саҡҡа көс таба егет, әйтерһең, табандары ергә ҡуша йәбешә лә, ниндәйҙер хикмәтле тылсым уны артабан ебәрмәҫкә итә. Ләкин ни булһа ла барырға кәрәк – анау хәтле юлды юҡҡа үттеме ни ул? Өсөнсө киҫәк I Ҡаҙан ҡолағандан һуң ун йыл үткәс, Себер ханы Мортаҙа яҡты донъянан үтте. Икһеҙ-сикһеҙ Жуси олосонда барлыҡҡа килгән ханлыҡты атаҡлы Сыңғыҙға унынсы быуын тура килгән Күсем үҙ ҡулына алды. Сыңғыҙ хандың ейәне Шәйбәндән Миңтимер тыуып, Алтын Урҙа осоронда уның нәҫел ебе өскә тармаҡланып киткәйне. Миңтимерҙең ейәне Ибраһим Уғылдан тыуған Әбелхәйер Мәүреннаһрҙа идаралыҡ ҡылып, үҙе һәм уландары үзбәк хандары сылбырына нигеҙ һалды. Миңтимер хандың икенсе улы Илбәк иһә Башҡорт илендә ханлыҡ итте. Уның улы Ҡанбай шулай уҡ башҡорт тарафында хан булды, ә икенсе улы Әлибай Болғар, Ҡаҙан олостарын үҙ ҡулында тотто. Миңтимерҙең Биҡҡунды исемле улынан таралған хандар төп йортта хакимлыҡ итеп, шунда мәшһүрлек ҡаҙандылар. Алтын Урҙаның иң ҡеүәтле дәүерендә идара иткән Хажимөхәммәт хан заманында Жуси олосо биләмәләренә бөтә Башҡорт иле, Алатыр, Муҡшы һәм Болғар ерҙәре инде. Ул шулай уҡ “Тура ҡалалары” тип йөрөтөлгән манғыт ҡәрйәләрен үҙенә буйһондороп, унда Олуғ хан булараҡ ағзам317 ине. Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң, бығаса шәйбәнле хандарына буйһоноп йәшәргә мәжбүр булған манғыт мырҙалары Аҡ Урҙа тигән айырым дәүләт төҙөүгә ирешә алдылар. Уларҙан күрмәксе, Муса мырҙаның замандашы булған Төмән бейе Һалйығот та айырым урҙа төҙөргә маташты, ләкин шәйбәнлеләр тарафынан бик ҡаты ҡыйратылғандан һуң, уның тоҡомдары әллә ни мантый алманы. Шулай ҙа Тайбуға бей улы Йәҙегәр, тырым-тырағай йәшәгән һалйығоттарҙы берләштереп, көслө генә олос ойоштора алды һәм үҙен мырҙа тип иғлан итте. Сыңғыҙҙан таралған шәйбәнле хандары үҙҙәре идара иткән осорҙа нуғай кенәздәре һәм мырҙаларына ҡарата айырыуса тартымһаҡлыҡ күрһәттеләр. Шәйбәнле хандары менән Аҡ Урҙа хакимдары өлфәтләшеү318 генә түгел, үҙ-ара ғәширәт булышып бөткәйнеләр. Себер хандарының нуғай кенәздәре менән туғанлашырға ынтылыуы бигерәк тә Иҙеүкәй нигеҙләгән дәүләттең ҡеүәтле сағында көсәйҙе. Шул ғөрөф-ғәҙәт буйынса Йософ кенәздең улы Аҡмырҙа Мортаҙа хандың ҡыҙына өйләнде. Һуңынан, әлеге йороҡ буйынса, ханлыҡ үҙенә күсмәҫ борон уҡ, Күсем Исмәғил уландарынан Динәхмәт мырҙаның кейәүе булды. Был туғанлыҡ ептәре борон-борондан ике дәүләт араһында үҙ-ара ярҙамлашыуҙы ойошторорға булышлыҡ итте. Заманында Муса мырҙа үҙенең кейәүе шәйбәнле ханы Ибәккә Алтын Урҙаның бер ярсығы булған Ҡыпсаҡ олосон ҡыйратыуҙа оло ярҙам күрһәткәйне. Ошонан һуң йөҙ йыл үткәс, Себер ханы Күсем, биләмәһен бар көсөнә көнсығышҡа киңәйтергә тырышҡан урыҫ дәүләтенә ҡаршы көрәшергә ҡәһәтләнде. Был һуғышта ул иң тәүҙә элек-электән яусыллыҡтары менән шөһрәт ҡаҙанған нуғай ғәскәрҙәренә иҫәп тотто һәм ҡараштарын Исмәғил кенәз уландарына йүнәлтте. Был ҡасандыр ҡеүәтле булған манғыт олостарының иң һәләкәтле осоро ине: үҙ-ара өҙлөкһөҙ һуғыштарҙан, улар артынса ябырылған ҡаты үләттән ил ҡаҡшаған, урҙа тарҡалған. Ошо ауыр заманда Исмәғил уландарынан Ырыҫ мырҙа идараны үҙ ҡулына алды һәм нуғай хакимлығын элекке биләмәләрендә нығытырға кереште. Ул үҙенең маҡсатына өлөшләтә ирешә алды: Яйыҡ буйындағы нуғай олостары, шулай уҡ көньяҡ һәм көнсығыш башҡорт ырыуҙары мырҙаның хакимлығын таныны. Ил халҡының хатта эскән һыуынан шом татыған, һулаған һауаһынан һәләкәт еҫе аңҡыған шундай көндәрҙең береһендә Күсемдең саҡырыуы буйынса уның Иртыш буйындағы йәйләүенә Ырыҫ мырҙа килде. Нуғай урҙаһын тергеҙәм тип көсәнгән был йәш һәм ғәйрәтле иләймән Себер ханының йәүкәһен яҙ уҡ алһа ла, дәүләт нығытыуҙың бөткөһөҙ мәшәҡәттәренән йәй урталарында ғына бер аҙ арына алды. Оло йортҡа ни кәрәк, кесеһенә лә шул кәрәк тигәндәй, хатта бәләкәй генә олос төҙөгәндә лә йәйрәп ятҡан урҙа ойошторғандай аҡыл һәм зирәклек кәрәк. Бының хакимдан күпме көс үә ныҡышмалылыҡ талап иткәнен тик үҙ башына төшмәгәндәр генә белмәй. Күсем хан төп хәбәргә ҡунаҡ менән икәүҙән-икәү ҡалғас ҡына күсте. - Мин һине күптән көтә инем, ҡоҙа, - тип һүҙ моронлатты ул, мырҙаның ҡояшҡа янған, ихтыяр көсө урғылып торған йөҙөнә һынаулы ҡарашын төбәп. - Ҡана һуң, элекке һымаҡ ирекле ҡош булһам, - тип көрһөнгәндәй итте арҙаҡлы ҡунаҡ. – Йорт эштәре ҡулға бығау, ил хәстәре аяҡҡа тышау, тигәндәй. Уны үҙең яҡшы беләһең инде. - Хәлеңде аңлайым, - тине Күсем. – Тарҡалған илде аяҡҡа баҫтырыуҙан да ҡыйыны юҡ. - Иң ауыры артта ҡалды инде, - тип ялғап алып китте Ырыҫ мырҙа. - Әлеге мәлдә, Аллаға шөкөр, урҙа биләмәһендә эштәр әҙ-мәҙ ипкә килде, идара яйға һалынды. Ил бигерәк ныҡ ҡаҡшағайны бит – баш та юҡ, түш тә юҡ, тигәндәй... - Эйе, Аҡ Урҙаның бер йоҙроҡҡа төйнәлгән ҡеүәтле саҡтары булған, - тип һүҙҙе бөгөнгө һөйләшеүҙең юрығына төшөрөп ебәрҙе Күсем хан. – Атамдың һөйләп ҡалдырыуы буйынса, Муса мырҙа Жуси олосо дошмандарының баштарын түбән эйҙереп, ханлығыбыҙға күп егетлектәр ҡылған. - Белеүемсә, Муса олатай Ибәк хандың ҡайнағаһы булған, - тип шәйбәнле хандары менән Аҡ Урҙа хакимдары араһындағы туғанлыҡ ептәрен белеүен танытып алды Ырыҫ мырҙа. - Тура хандары нуғай мырҙалары менән туғанлашыуҙы ҙур мәртәбәгә һанаған, - тип шына ҡыҫтырыуын дауам итте Күсем. Йылы һүҙгә кеше күңеле генә түгел, таш та ирер – мырҙаның яуабында ғорурлыҡ тойғоһо һиҙелеп тора ине: - Ҡаҙаҡ ханы Ҡасимдың да бер ҡыҙы Шәйех-Мамай мырҙала кейәүҙә булған. - Йәш булһаң да, уны ла беләһең икән, - тип әңгәмәсеһен арбаҡланы хан. – Шәйех-Мамай Муса мырҙаның бер туған ағаһы бит инде. Эйе, бөтәһен дә беләбеҙ. Ҡаҙаҡ менән араларҙың һыуыныуы Ҡасим хандың ейәне, Мәмәш хандың улы Таһирҙан башланыуы ла мәғлүм. - Таһир хан дәүерендә ҡаҙаҡ менән нуғай араһындағы ҡаты һуғыштар тураһында атам мәрхүмдең һөйләгәне булды, - тип һүҙ ҡыҫтырҙы Ырыҫ. – Уның әйтеүе буйынса, Йософтан алда Аҡ Урҙаны ҡулында тотҡан Шәйҙәк олатайға ҡаршы яу асҡан Әхмәт хан Яйыҡ буйында Ораҡ мырҙа ҡулынан һәләк була. - Быныһы һүҙҙең башы булды, - тине Күсем хан, ҡунаҡ алдындағы баҙыян сеүәтәгә һапыра-һапыра ҡымыҙ өҫтәп. – Хәтерҙе яңыртыу шундай уйҙарға һала: беҙгә берләшмәй булмай. Нисегерәк уйлайһың? Ырыҫ мырҙа һүҙен әйтер алдынан ҡымыҙ уртлап ҡуйҙы, шунан һуң уйланғандай итеп бер аҙ ултырҙы ла: - Эш үтмәнеме икән, Олуғ хан? – тип һорауға һорау менән яуап бирҙе. Мырҙаның тел төбөн бик яҡшы аңлай ине Күсем: ваҡытында уның атаһы Мортаҙа вәғәҙә итеп тә Йософ кенәзгә ярҙам итмәне. Әлеге лә баяғы көнләшеү ғәләмәте, йәнәһе, үтә көсәйеп китеп, барыһын да үҙ ҡулы аҫтына алмаһын. Шулай инде – донъялағы һәр нәмәгә иләймәндең үҙ иләге. Шулай уҡ Ырыҫ мырҙаның Йософ менән Исмәғил арҡаһында килеп тыуған мәғәнәһеҙ ҡан ҡойошоуҙы хупламауын аңғарыу ҙа ауыр түгел ине. Тик уларҙы шелтәләүҙән ни файҙа – кенәздәр ҡылырын ҡылған да был донъянан киткән. Ә тереләрҙең бөгөнгө көн менән йәшәгеһе килә. - Аҡыл һуң төшә торған ҡәүем булдыҡ инде, ҡалайтаһың, - тине Күсем хан. – Алйорош аҙымдар ҙа ғибрәт өсөн бирелә - атайҙарҙың хатаһын беҙ төҙәтмәһәк, кем төҙәтер? - Мин ҡушҡуллап риза, - тип турараҡ ярҙы Ырыҫ мырҙа. – Тик әлеге, туйҙан һуң дөмбөр ҡағыу булмаһын, тиеүем. Нуғай олостары бик миктәгән, яуҙан ҡан биҙрәгән, шулай ҙа ярҙамға күпме туплай алам, шунса һаҙаҡ бирермен. Был һүҙҙәрҙән Күсем хан йәнләнә төштө. - Салта шул һүҙең кәрәк ине, мырҙа!.. - Тик Иванға ҡаршы Нуғай урҙаһы япа-яңғыҙ тороп ҡалмаҫмы тағы? – тип уны бүлдерҙе ҡунаҡ. - Әгәр шулай була ҡалһа... Хан уны тынысландырырға ашыҡты: - Юҡ, юҡ! Шаяра торған мәлме ни? Ил-көндө уй баҫҡанда, уйын ҡайғыһы түгел. - Яу ҡуптарыу ҙа уйын түгел, - тине Ырыҫ мырҙа. – Шуға күрә алды-артты нығытып ҡуйыу зыян итмәй. - Ярар, ул яғын һөйләштек. Инде йәнә ҡаҙаҡҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Уларҙың хандары элгәре Мәүреннаһрға үсле булған, араларында мәңге ҡан-яу ятҡан. Хәҙерге хакимдары Тура яғына теш ыржайта. Тәүәкәл хан яу яғанан алғанда итәккә йәбешкән эт һымаҡ ҡылана – ҡибла тарафындағы олостар ҡаҙаҡ баҫҡындарынан яфа күрә. Беҙгә ҡаршы оло ғәскәр туплай тигән хәбәр ҙә ишетелеп ҡала. Арҡаны арттан сәнселер бысаҡтан һаҡлар өсөн уға илселәр ебәреп ҡарарға ине. - Бик хуп. Зыян итмәйәсәк. - Илселек эсенә һин дә инһәң, тип уйлағайным. Ризаһыңмы? - Барырбыҙ, - тине Ырыҫ мырҙа. – Илсегә үлем юҡ. II Шәймөхәмәт тархан Ҡобағош менән Күбәләкте бик йылы ҡаршыланы. Ҡара табын ырыуының мәшһүр ағутаһы319, тотҡан дәрәжәһе менән иҫәпһеҙ-һанһыҙ байлығына ҡарамаҫтан, бик сапаҡ320 зат булып сыҡты. Ул арҙаҡлы ҡунаҡтарҙың килеүенә ихлас ҡыуанып, үҙе йәйләгән Мейәс буйында тотош байрам ойошторҙо. Йәй аҙаҡтары ине. Был ваҡытта инде Ҡобағош бей уландары менән бергә һайлаған урында ҡышҡы йорт ҡороп өлгөргәйне. Ауыл урыны шулай уҡ уның әҡрәбәләре булған Етембай менән Ҡыҙрасҡа ла оҡшаны. Ҡарағужа батыр, бер ергә өйөлөүҙе килештермәйенсә, үҙенә ҡышҡы йортто Үрәҙе менән Аҡбура тауҙары араһынан ағып төшкән саф һыулы Мараҙы буйынан һайланы. Уға үҙенең ғаиләһе менән Күкбүре эйәрҙе. Әлегә уртаҡ булған йәйләүҙә тағы ла бер яңылыҡ булды: йәй уртаһында, ниһайәт, Айбағыш менән Зөлхизәне ҡауыштырҙылар. Улар өсөн йәйләү ситендәрәк утау ҡоролдо, егеттең шунда кейәүләп йөрөгән көнө. Хәҙергә никах уҡытып, ҡалын туйы һымаҡ бер тантана уҙғарҙылар, ә оло туй көҙгә ҡалды. Күбәләк бей, Шәймөхәмәт тархан менән электән таныш булғанға күрә, уратып-суратып торманы: - Ҡатыҡ һорай килһәң, тәгәсеңде йәшермә, тигәндәр. Миңә бүлеп биргән ереңә ҡунырға иҙен юллап килдек, - тип тура ярҙы. - Кем һорай? – тине тархан. - Ҡобағош бей. Бына, үҙен алып килдем. - Ә-ә, Ҡобағош сәсәндең һүҙен ишетһәк тә, үҙен күргән юҡ ине, - тине Шәймөхәмәт. – Нисә ауыл? - Ике йорт, - тине Ҡобағош. – Берәүһе үҙемә, икенсеһе Ҡарағужа батырға. - Хуп. Дауға ҡалһаң – сәсәнең, яуға ҡалһаң – батырың, тигәндәр. Был яулы-даулы заманда икегеҙ ҙә бик кәрәк. Ер ни, Алланан инде ул. Шартын беләһеңдер? - Сырамытам, - тине Ҡобағош. – Хан яһағын түләшербеҙ. - Унан тыш, табындарға Сыңғыҙ хан тарафынан бирелгән ырыу билдәләрен ҡабул итеү кәрәк булыр. Улары ла таныштыр? - Эйе, Күбәләк бей аңғартҡайны: тамға – сүмес, ҡош – ҡарағош, ағас – ҡарағас, оран – салауат. - Ҡабул итәһеңме? - Итәм, - тине Ҡобағош. – Миңә оҡшай. - Оран тигәндән: уны ҡабул итеү – яу ҡуба ҡалһа, бер сафҡа баҫыу, тигәнде аңғарта. - Төшөнәм, - тине Ҡобағош. – Яу килгәндә боҫоп ятыу ғәҙәте тоҡомомда юҡ. - Һинең турала хәбәр ҡолаҡҡа сала-сарпы ишетелеп ҡалды, - тине хужа. – Ул яҡтарҙан ҡупҡалйығандар араһында үҙеңде белеүселәр бар. Ҡобағош был хаҡта һүҙ ҡуйыртып торорға теләмәйенсә: - Булды инде, - тиеү менән сикләнде. - Шулай. Илдең көнө - ир менән, - тип һүҙҙе йомғаҡланы Шәймөхәмәт тархан. - Ә хәҙер һый-хөрмәттән ауыҙ итәйек. Ҡунаҡ төшһә, йортҡа йәм, тигән боронғолар. Сәсән менән ултырҙаш булыу йыш тәтеп бармай - улар бит йорттоң ғына түгел, илдең йәме. Ҡунаҡсыл ҡара табын олосондағы зыяфәт өс көнгә һуҙылды. Йыр-моңға, хикмәтле сәсән һүҙенә әүәҫ халыҡ йәшәй икән бында – һәр береһе арҙаҡлы ҡунаҡтарға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә, улар менән ултырҙаш булып ҡалырға тырыша ине. Шулай ҙа Шәймөхәмәт тархан, төп хужа булараҡ, теҙгенде ҡыҫҡа тотто – ҡунаҡтарҙы теймә бер ергә алып бармайынса, ике улының саҡырыуын ғына ҡабул итте. Хужаның тоңҡосо Баймөхәмәт тархан Арғужа күле буйында йәйләй ине. Икенсе көнөнә уның йортонда оло мәжлес булды. Илгә даны таралған Ҡобағош сәсәнде күреп ҡалырға зауыҡ иткән ҡунаҡтар бихисап саҡырылғайны унда. Мәжлес Арғужаның көнсығыш ярында – үлән, сәскә еҫтәре аңҡып торған сәхрәлә әҙерләнгәйне. Яҡында ғына, екәт елдән еңелсә тулҡынланып, күл йәйрәп ята. Һыу өҫтөндә аҡсарлаҡтар оса. Алыҫта күгәреп Урал һырттары күренә. Тәбиғәттең хозурлығынан күкрәктәр ҡыҫып-ҡыҫып ҡуя – ул тыуған ерҙең ҡабатланмаҫ гүзәллеген күреп йөрәкһеү ғәләмәте. Үҙ-ара танышыуҙан, хәл-әхүәл белешеүҙән торған мәжлес алды ығы-зығыһы үтеп, мул итеп әҙерләнгән аш-һыуҙан ауыҙ иткәс, ҡырҡ йәштәр самаһындағы Баймөхәмәт тархан һүҙ моронлатты: - Ағай-эне, аштың тәме – тоҙ менән, мәжлес йәме – һүҙ менән. Арабыҙҙа Урал артылып Табын ерендә төйәкләнгән Ҡобағош сәсән ултыра. Ул бөгөн үҙенең юлдашы Күбәләк бей менән беҙҙең ҡунағыбыҙ. Сәсән – илдең теле булһа, беҙ – илдең ҡолағы. Алыҫтан килгән ҡунаҡтың әйтер һүҙе барҙыр, моғайын. Мәжлескә йәм өҫтәп ебәрмәҫһеңме? Ҡобағоштоң кисәнән бирле үҙҙәренә күрһәтелгән кәрәмдән күңеле хушһынып, самыты килгән сағы ине. Ул, ялындырып тормаҫтан, ҡынынан ҡурайын алды ла: -Күк монарға төрөнөп, Оло-ҡара321 күренеп, Араһынан уҡ үтмәҫ Ялпыу322 һымаҡ теҙелеп, Түшен киргән анау тау Урал булмай, ни булһын? Үткәндәрҙе буйлатып, Зарлы уйҙар уйлатып, Күңеле йомшаҡ әҙәмдең Күҙен йәшкә сылатып, Моң сығарған ҡыу үлән Ҡурай булмай ни булһын? – тигән тулғауҙан башлап алып китте. – Тәүҙә “Мораҙым” көйөн уйнап ишеттерәйем. Атаһы Иҙеүкәйгә ҡаршы һуғышта ғәскәре ҡыйратылғас, ул оло ҡатайҙарға барып һыйына. Шунда йәшеренеп йөрөгәндә Мораҙым мырҙа ошо көйҙө үҙе сығарған, тип һөйләйҙәр. Ҡобағош, ҡурайын тешенә терәп бер аҙ һыҙғыртҡылап алғандан һуң, көйҙөң үҙенә күсте. Арғужа буйына талғын, әммә иҫ киткес моңло көй таралды. Ғүмерҙең фанилығына ҡарата үкенес ауаздары ла, дала еленең ярһыулығы ла, тау йылғаһының шылтырап аҡҡан тауышы ла ҡуша үрелгән был моңға хатта икһеҙ-сикһеҙ сәхрә тар кеүек ине. Көйҙө башынан аҙағынаса уйнап бөткәс, Ҡобағош, уйсанланып киткән ҡараштарын күкһел томанға уранып ятҡан Урал армыттарына төбәп йыр башланы: Арғылланып ятҡан Урал тауы Ҡосағына кемде алмаған? Йәшәгән дә һайын үкендереп, Был донъялар кемдән ҡалмаған? Яу артынан килгән яуға ҡаршы Уҡ юнырға бөттө талдары. Һау сағыңда алған бер һулышҡа Тормай икән донъя малдары. Йыр тамамланғас, тын алырға ла ҡурҡып тыңлап ултырған табаҡташтар323 шау-гөр килеп көй күтәрмәләне: - Һай, көй икән! - Дан йыр! - Мең йәшә, сәсән! Йөрәкһегән Ҡобағош, ҡурайын ҡынына тығып, дауам итте: - Әле анау йыланутҡа сорналып ятҡан Урал армыттарына ҡараным да, әллә ниҙәр иҫкә төштө. Ни кисермәгән дә, ни күрмәгән был тау? Яҫҡынып килгән дошман әжәлен тапҡан, уны һаҡлап ат менгән батырҙар әмәлен тапҡан унда. Уралды данламаған сәсән бар микән? Бына, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” ҡобайырынан бер мөсә324 тулғап ишеттерәйем: - Яуҙа үҫкән ир батыр Өйҙә тыныс йоҡлармы? Күбәләген, бал ҡортон Үҙ буйына арбаған; Алһыу, ҡыҙыл сәскәһен Ҡулына тотоп һылыуы Маҡтап, һөйөп йырлаған, Хоҙай бирер йәннәттән Туғайы йәмле Уралтау! Үҙәк буйын ҡараһаң - Түшәлеп ятҡан кәрешкә; Аҡлан, сағыл буйҙары – Ҡылған, сәскә һәр төҫтә; Ҡолағында алҡаһы Елберләгән һылыуҙай, Көнәркәш үҫкән ағаслы; Балаһын көткән әсәләй, Ҡуйынын асҡан ҡаялы; Ҡайнап-ҡайнап, ҡабарып, Ҡалҡып килгән болоттай, Бик алыҫтан күгәреп, Ҙур япраҡлы ағастай Күренеп ятҡан Уралтау! Бер йәнде лә ҡуймаҫтай, Бөтәһен айҡап йөрөгән Айыу, бүре, бөркөтө - Улар ҙа һөйгән Уралтау! Ҡанаттарын талдырып, Түл йәйергә ынтылып, Туғайын, күлен һағынып, “ Уралым!” – тип саңҡылдап, Йәш баланың күңелендәй Ап-аҡ моңло аҡҡоштар – Улар ҙа һөйгән Уралтау! Таң сулпаны ҡалҡҡас та, Таң һыҙылып атҡас та, Талын һайлап һайраған Һандуғас та һөйгән тау! Йылғыр елдән ҡағылмай, Сит ҡолаҡҡа яғылмай, Ят күҙҙәргә салынмай, Көңгөр-ҡаңғыр серләшкән Егет менән һылыуҙай, Саф көмөштәй сылтырап, Етеҙ аҡҡан йылғаһы – Ул да һөйгән Уралтау! Ботағы алтын алҡалай, Япрағы көмөш тәңкәләй, Теҙелеп күккә артылған, Ағасы ҡаплап өҫкәйен Йәмләндергән Уралтау! Күлендә йөҙгән ҡаҙ, өйрәк, Талында һайрар ҡоштары, Йәш балалай уйнаған Битендәге йәнлеге – Бары маҡтаған Уралтау! Барына әсә - Уралтау, Барына ата – Уралтау!.. Ҡобайыр тамамланғас та, ҡорҙағылар тылсымлы һүҙ сәнғәте тәьҫиренән арына алмай бер килке өнһөҙ ултырҙылар. Улар йәнде арбағыс илаһи юлдарҙың ҡапыл өҙөлөп ҡалыуына үкенес белдергәндәй, тел ҡөҙрәте тыуҙырған мауыҡтырғыс халәттең оҙағыраҡҡа һуҙылыуын теләгәндәй инеләр. Мәжлестәгеләрҙе был мәсхур хәлдән Шәймөхәмәт тархандың: - Мәрҙәс! – тигән һоҡланыулы тауышы айнытып ебәрҙе. – Хоҙай тел асҡысын бирһә бирә бит берәүгә! Уны иҫтәренә килгән башҡалар күтәрмәләне: - Булған бит үҙҙәренә ҡобайыр сығартырлыҡ ирҙәр! - Ай-һай, яҡшы! Өҙмәй тыңла ла тыңла ине... Ҡобағош, был маҡтауҙарҙан тартынғандай, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып, ҡорҙа ултырыусыларҙың йөҙҙәренә баҡты. Уларҙың барыһында ла һоҡланыу ҡатыш тәрән ихтирам тойғолары сағыла ине. Сәсән, бер аҙ ситтәрәк ултырған ҡатын-ҡыҙҙар яғынан үҙенә төбәлгән ҡарашты һиҙеп, күҙҙәрен шунда йүгертте. Унан урғылған хистәрҙең ғәҙәти һоҡланыу менән ябай ҡыҙыҡһыныу ғына түгеллеген аңғарыу ҡыйын түгел ине. Донъяла тик бер зат ҡына эйә бындай ҡарашҡа, ул – ғашиҡ булған йән. Ҡобағош, күңелен йәшен төҫлө телеп үткән тетрәнеү хисен һиҙҙермәҫкә тырышып, күҙҙәрен аҫҡа төбәне. Әммә йәшен йәшнәгәнде хатта һуҡыр ҙа тоя тиҙәр бит, ә мәжлестәгеләрҙең һәр береһендә һыңар ғына түгел, икешәр күҙ. Сәсән менән йәнәш ултырған Күбәләк бей һиҙҙермәй генә уның бөйөрөнә төрттө, йәнәһе: “ Күрҙеңме?” Ҡобағош уға шелтәле күҙ ҡарашын һирпте лә, тамағын ҡырған булып, алдындағы ҡымыҙға үрелде. Мәжлес дауам итте. Һөйөү тулы күҙҙәрҙең хужаһы – Баймөхәмәт тархандың икенсе ҡыҙы Ҡунышбикә ине. Уның апаһы Һөйәрбикә Уй буйҙарында маҡам тотҡан барын-табын бейе Ҡалмаҡайға кейәүгә сыҡҡан, ә атаһы иркәләп Ҡуныш тип йөрөткән кесеһе берәүгә лә күңел һалмай йөрөп ун ете йәшен тултырып ташлағайны. Ҡайтышлай Күбәләк бей юлдашын инде тел менән төрткөләргә кереште: - Һай-һай, бынау Баймөхәмәттең ҡыҙы һылыу, ә! Ҡалаҡҡа һалып ҡына йоторлоҡ. - Тамағыңа тороп ҡуймаһын, - тип шаяртты Ҡобағош. - Мин ысынлап әйтәм, - тине Күбәләк. – Малайҙарҙың берәүһенә алып бирер ҙә ҡуйыр инем. - Яусылат һуң. - Ул бит һиңә ҡарап өлгөрҙө, шайтан. Һиҙҙеңме? - Ҡуйсы, былай ғына ҡарағандыр, - тип ҡул һелтәне Ҡобағош. Күбәләк бей өҙмәне лә ҡуйманы: - Ҡыҙҙар былай ғына ҡарамай ул. Ысын, һиңә лә инде үҙ йүнеңде үҙең күрергә ваҡыттыр. Буйҙаҡлығың бер йылға тулып килә түгелме һуң? - Юғалтышҡанға икенсе йыл китте. Башҡа осратып та булмаҫтыр инде, - тип уйға ҡалды Ҡобағош һәм, бер аҙ барғандан һуң, уйынлы-ысынлы итеп әйтеп һалды: - Яусы булып бараһыңмы һуң? Күбәләк бей күндәм генә юртып барған атының теҙгенен тартты: - Тр-р! Ҡана, кире боролайым! - Кит, юҡты һөйләмә, - тине юлдашының мутлығын ысынға алған Ҡобағош. – Ҡунаҡтың кире боролғанын ҡасан күргәнең бар? - Ә ниңә? Бындай йомош менән кире боролоу яҙыҡ түгел. - Туҡта, бер аҙ сабыр итәйек, уйлашайыҡ әле. Айбағыштың туйын үткәрәһе, ҡышлауға күсәһе бар бит. Шул мәшәҡәттәр артта ҡалғас, шәйәт, бер нәмәһен уйларбыҙ. - Тик онотма: яусы булып үҙем барам. - Ярар, ярар, - тип килеште Ҡобағош. - Әйҙә, ҡуҙғалдыҡ, беҙҙе унда юғалтып бөткәндәрҙер инде. Үҙе шулай сер бирмәҫкә тырышһа ла, Ҡобағош күңеленең ошо өс көн эсендә яҡынға әүерелгән Мейәс буйҙарында ҡалғанлығын тойҙо. Әйтерһең, ул йәнгә рәхәтлек биреүсе Шәймөхәмәт тархан биләмәһендә иң ҡәҙерле бер шәйен ташлап китте. Тик ни хәл итәһең, тормош ҡыуаныстар менән һағыштарҙың аралашып килеүенән туҡылған – уныһын сәсән яҡшы белә. Хәҙергә уның ике генә йорттан торған иле ҡунған ер - алыҫтан күгәреп күренгән, шималдан ҡиблаға ҡарай һуҙылған анау тау һырттары ҡуйынында. Шунда күс булып ҡеүәт йыяһы, тамыр ебәрәһе бар. Әҙерәк барғас, Ҡобағош артына ҡайырылып ҡараны. Бер-береһенә терәлеп ятҡан күлдәр уны Ҡунышбикәнең берсә моңһоу, берсә өмөтлө күҙҙәре булып оҙатып ҡалды. III Бер яҡтан тәмиғаһын Имән ҡалаға тиклем һуҙған шәйбәнле хандары, икенсе яҡтан Иҙеүкәй тоҡомонан булған ҡеүәтле нуғай мырҙалары тарафынан ҡыҫырыҡланып көн иткән һалйығоттар, Ҡаҙан ханлығы ҡоламаҫ борон уҡ, Бирем325 яғынан янғалаҡлаған326 урыҫ сауҙагәрҙәре менән тығыҙ мөнәсәбәткә ингәйне. Үҙ-ара файҙалы булған шундай алыш-бирешкә бигерәк тә Тайбуға бейҙең кесе улы, Йәҙегәр мырҙаның бер туған ҡустыһы Йәнекәй әүәҫ булды. Тыумыштан зирәк һәм отҡор булған был егет Тура йылғаһы буйлап кәмәләрҙә йөҙөп килгән сауҙагәрҙәрҙең күбеһе менән өлфәтләшеп бөткәйне. Урыҫтар уны, күңелдәм холҡо өсөн үҙ күреп, “Аникей” тип йөрөттөләр. Тиҙ арала тегеләрҙең телен өйрәнеп алған егет Федор исемлеһе менән бигерәк ныҡ дуҫ ине. Асылда, Йәнекәй урыҫ сауҙагәрҙәренең Һалйығот олосондағы ышаныслы кешеһе, алыш-биреш эштәрендәге аралышсыһы булды. Тура, Тубыл буйҙарында маҡам тотҡан һалйығоттар менән тәжарәт327алып барырға йөрьәт иткән был сауҙагәрҙәрҙең барыһы ла тип әйтерлек томана крәҫтиәндәрҙән ине, шуға күрә Йәнекәй Федор аша уларҙы иҫәп-хисапҡа өйрәтергә кереште. Әгәр бының өсөн үҙен алда ниндәй яза көткәнлеген белһә, егет, ихтимал, бындай аҙымға бармаған да булыр ине. Тайбуға уландарының һәр хәрәкәтенән сей эҙләргә әҙер торған шәйбәнлеләргә әлеге хәбәр тиҙүк барып етте: “Йәнекәй урыҫтарҙы һанарға өйрәтә икән. Улар хисапҡа төшөнөп алһа, беҙҙең ер-һыуҙарыбыҙҙың иҫәбен генә түгел, хатта башыбыҙҙа күпме сәс барлығын да белеп торасаҡ”. Был йәүкә ҡолағына салынғас та, башҡорт тарафында хакимлыҡ итеүсе Ҡанбай хан Тайбуға йәйләүенә сапҡын ойошторҙо. Бер ни һиҙенмәгән йортто таңғы йоҡола барып баҫтылар. Уяулы-йоҡоло йәйләү халҡы йүнле ҡаршылыҡ та күрһәтә алманы. Баҫҡын Тайбуға бейҙе был донъянан алып киткән ҡыйым менән тамамланды. Тере килеш тик ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы ғына ҡалдырҙылар – улар ҡоллоҡҡа ҡыуылды. Кинәт ҡупҡан дауылдай ябырылған ҡырғындан ҡасып ҡотолоусылар бик һирәк булды. Улар араһында бейҙең тоңҡосо Йәҙегәр ҙә бар ине. Алдан иғлан ителгән бойороҡ буйынса, тере ҡалдырылған Йәнекәйҙе Ҡанбай ханға тотоп килтерҙеләр. Ҡулдары артҡа шаҡарып бәйләнгән егеттең башы ғорур рәүештә өҫкә күтәрелгән, баҙлап торған күҙҙәре нәфрәт сәсә ине. Хаким уның ҡиәфәтенә бер ни тиклем текләп торғандан һуң: - Ил йороғон боҙған өсөн һине ни көткәнен беләһеңме, көсөк? – тип ажғырҙы. Ҡанбай хан уны теҙекләнер328, аяу һорап аҙарыныр, тип уйлағайны, ләкин яңылышты - Йәнекәй элеккесә башын текә тотоп, мыҫҡыл ҡатыш нәфрәт осҡондары бөркөлгән ҡарашын баҫҡынсыға төбәп, ҡымшанмай тора бирҙе. Уның өндәшмәүенән оторо ярһыған хан: - Тереләй тунап, ағасҡа бәйләп китегеҙ! Үлектәрҙе – һыуға! – тип ҡысҡырҙы ла, ярһыуҙан ерҙе сапсып торған атының текәүеренә типте... Был ваҡиғанан һуң өс көн үткәс килеп туҡтаған Федор ҡасандыр тормош гөрләп торған Тайбуға йәйләүен таныманы: йорт ҡыйратылған, бөтә ҡаралты яндырылған. Ҡайҙа ҡарама – ҡырғын эҙҙәре. Күңеле шомланған сауҙагәр тәүҙә шунда уҡ кире боролорға уйлағайны, әммә ниндәйҙер эске тойғо уны тирә-яҡты байҡап сығырға әйҙәне. Федор, бер нисә юлдашын алып, ҡасандыр йәйләү тип аталған хараба урынына яҡынланы – кем белә, бәлки... Шул саҡ сауҙагәрҙәрҙең ҡолағына көсһөҙ генә ыңғырашыу тауышы салынды. Былай ҙа ҡурҡа-боҫа ғына килгән төркөм шып туҡтаны. - Тс-с! – тине ҡулына мылтығын ҡыҫып тотҡан Федор. – Боҫҡонға эләгеп ҡуймайыҡ. Былайтабыҙ: бер-бер этлек була ҡалһа, ҡоралдарығыҙҙы әҙерләп, уяу тороғоҙ. Мин хәҙер. Шул һүҙҙәр артынса Федор, һаҡ ҡына баҫып, тирә-яҡҡа алан-йолан ҡаранып, урман эсенә инеп китте. Бер аҙҙан уның хафалы һөрәне ишетелде: - Бында! Тиҙерәк! Төркөм урман эсенә ташланды. Күсәм йыуан ҡарағайға бәйләп ҡуйылған сырантай329 кәүҙәне бауҙан ысҡындырырға маташа ине. - Ярҙам итегеҙ! – тип ҡысҡырҙы Федор юлдаштарына. – Берегеҙ тиҙ генә балауыҙ килтерегеҙ! Ана, нишләткәндәр. Арҡа тиреһе һалмалыҡтан бер һыҙырып алынған, ҡанһырауҙан тәнендә йәне саҡ эленеп торған Йәнекәйҙе сырмалған бауынан ысҡындырып, йөҙтүбән һалдылар. Сағауындар330 талауҙан уның бөтә тәне тубалдай булып шешенгән, йөҙө танығыһыҙ ине. Барыһы ла әкрен генә ыңғырашып ятҡан егетте йәлләне, һүгенә-һүгенә уның йәлләдтәрен әрләне. Араларынан берәү; - Кем булды был? Ни өсөн былайтып киткәндәр икән? – тип һораны. - Танымайһығыҙмы ни? Аникей бит, - тине Федор. – Үәт, яуыздар! Үәт, йыртҡыстар!.. Федор үлем тырнағынан ҡотҡарған , дауалап аяҡҡа баҫтырған Тайбуға улы ана шулай Аникей булып китте. Сауҙагәр уны үҙ улылай күреп яратты, сиркәүгә алып барып суҡындырған саҡта аталыҡҡа үҙенең исемен бирҙе. Шулай ҙа арҡа тиреһенең юнып алынғанлығына ишаралап, сиркәү кенәгәһенә фамилияһын Строганов тип яҙҙырҙы. Бынан һуң бер нисә йыл үткәс, Аникейҙың ҡиәмәтлек атаһы донъя ҡуйҙы. Сауҙагәр үҙенең вафаты алдынан мөлкәтенең яртыһынан күберәген туған балаларынан артығыраҡ яратҡан табылдығына васыят итте. Федор һынамсыл һәм ғәҙел ҡарт ине, шуға күрә, Аникейҙың зирәклеге менән отҡорлоғона өмөт бағлап, сауҙа эшен дауам итеүҙә лә төп фатиханы уға бирҙе. Федор, дилбегәне уға тапшырып, яңылышманы – Аникей Строганов, ҡиәмәтлек атаһынан ҡалған болдо331 арттырғандан –арттыра барып, даны Бирем, Урта Урал, Себер тарафтарына таралған эре сауҙагәргә әүерелеп китте. Шәйбәнле хандарынан да, манғыт хакимдарынан да йәбер-золомдо күп татыған Йәҙегәр мырҙа шуға ла Иван батшаның Ҡаҙан ханлығын яйҡарыуын эске бер һөйөнөс һәм рух күтәренкелеге менән ҡаршы алды. Иләймән булараҡ хәтһеҙ тәжрибә туплаған Тайбуға улы, елдең ҡайһы яҡтан иҫә башлағанын һиҙеп, урыҫ батшаһын Ҡаҙанды алыуы менән ҡотларға ашыҡты һәм, үҙенең тойғоларын белдереп, Мәскәүгә илсе ебәрҙе. Уның тәрән инаныуы буйынса, Иван Васильевич яуланған менән генә мөрхәтһенмәйәсәк һәм үҙенең ҡарашын Төмән тарафына йүнәлдерәсәк. Ә унда һалйығоттарҙың ҡан дошманы, шәйбәнле ханы Күсем Мәскәүгә теш ҡайрап ята, уға буйһонған Мәхмүдек хан да шуның йырын йырлай. Мәскәүҙең Себер ханлығы менән һуғышы – ҡотолғоһоҙ. Тик Күсем хан шуны аңламай: Ҡаҙан ҡәлғәһен емергән урыҫ ҡоралына Сыңғы-Тура332менән Ҡашлыҡ333 нисек ҡаршы тора алһын? Йәҙегәр мырҙа өсөн уның әлеге хәҡиҡәтте аңламауы хәйерле – шәйбәнлеләрҙең дөмөккәнен тиҙерәк күрәсәк. Ләкин Сыңғыҙ тоҡомдары уның был хыялы тормошҡа ашҡанын көтөп ятманы – Йәҙегәр мырҙаның Иван батшаға илсе ебәреүенән һарыуы ҡайнаған Мәхмүдек хан Һалйығот олосона баҫҡын ойошторҙо. Ҡан ҡойғос һуғыштар барышында мырҙаның ашыҡ-бошоҡ туплаған сиреүе ҡыйратылды, үҙе үлтерелде. Ҡот осҡос ҡыйымдан өрккән һалйығоттар туҙҙырылған йәйләүҙәрен, ҡотанһыҙ ҡалған ер-һыуҙарын ташлап, көнбайышҡа ҡасты һәм үҙҙәре элек-электән аралашып йәшәгән ҡара-табындарҙың ҡанаты аҫтына килеп һыйынды. IV Ҡаҙаҡ олосоноң барлыҡҡа килеү тарихы Әбелхәйер хан заманында башланып киткәйне. Ҡасандыр бер бөтөндө тәшкил иткән Үзбәк вилайәтенән Ырыҫ хан нәҫеленән булған Кирәй менән Йәнебәк айырылып сыҡты һәм, үҙҙәренә буйһонған бөтә халҡын эйәртеп, Магулистандың Сығатай олосо ханы Иҫәнбуғаға барып һыйынды. Магул хакимы был ике солтанды яҡты йөҙ менән ҡабул итте. Кәрәм күрһәтеп, үҙ биләмәләренең көнбайыш сигендәге Ҡуҙы башы тигән ерҙән урын бирҙе. Тора-бара Әбелхәйерҙең тотҡан юлы менән риза булмаған һәм шул нигеҙҙә эҙәрләүҙәргә дусар булған башҡалар ҙа Кирәй менән Йәнебәк эргәһенә ағылды. Үҙ-ара ором-орпаҡ булған солтандарҙың ҡеүәте көндән-көнгә арта барҙы. Уға ярашлы, Ырыҫ хан тоҡомдарының тирә-яҡтағыларға йоғонтоһо ла көсәйҙе. Тәүге мәлдә улар үҙҙәренә күрше йәшәгән ҡалмыҡ, ҡырғыҙ олостарына сапҡындар яһаны, уңышлы ойошторолған барымталар һөҙөмтәһендә мал-мөлкәттәрен ишәйтте. Улар эргәһенә ҡасып килгәндәр иҫәбенә тулыланған Йәнебәк һәм Кирәй олосон бер аҙҙан ҡасаҡтар тип йөрөтә башланылар. Күсмә үзбәк ханлығынан бүленеп сыҡҡан ҡаҙаҡтарҙың яңы дәүләтселек осоро шунан юл алды. Дошмандарының ҡеүәт йыя барыуынан шөбһәләнгән Әбелхәйер хан көнбайыш Магулистанға баҫҡын ойошторорға маташты. Ләкин уның был ниәтенә тормошҡа ашырға яҙмағайны: ғәскәр Иҫәнбуға хан биләмәләренә яҡынлашыу менән, ҡойма ямғырҙар башланды. Уның артынса икенсе афәт ябырылды – ҡапыл көндәр һыуынды, күп тә үтмәй, ҡар яуа башланы. Кейем-һалымдары боҙ булып ҡорошоп ҡатҡан ғәскәргә кире боролоуҙан башҡа сара ҡалманы. Хан сиреүендә күкһәү ауырыуына дусар булғандар бихисап ине. Ошо уңышһыҙ баҫҡын ваҡытында Әбелхәйер хан үҙе лә һалҡын алдырҙы һәм, шунан арыулана алмайынса, оҙаҡламай донъя ҡуйҙы. Күсәбә үзбәк олосо хакимы үлгәндән һуң, Кирәй менән Йәнебәк солтандар, ханлыҡта барлыҡҡа килгән ығы-зығы һәм сәйәси тотороҡһоҙлоҡтан файҙаланып, һөжүмгә күстеләр. Һөҙөмтәлә, хакимлыҡ Йәнебәк солтанға күсте һәм ул, тотҡан дәрәжәһенә ярашлы, үҙен хан тип иғлан итте. Асылда, ул ҡаҙаҡ хандары сылбырына нигеҙ һалды. Ҡаҙаҡ ханлығы бигерәк тә ун алтынсы быуаттың башында ҡеүәтләнеп китте. Был күтәрелеш Ҡасим идаралыҡ иткән замандарға тура килә. Ул үҙ яғына Аҡ Урҙа хакимы Муса мырҙаны ауҙарыуға иреште һәм нуғай ғәскәрҙәре ярҙамында бөтә Ҡыпсаҡ далаһын яулап алды. Ҡасим хан идара иткән осорҙа Ҡаҙаҡ ханлығының төнъяҡ-көнбайыштағы биләмәһе хатта Яйыҡтың түбәнге ағымына тиклем килеп етте. Сәйәси өҫтөнлөккә ынтылған Ҡасим хан әленән-әле Төркөстан, хатта Ташкент биләмәләренә сапҡындар ойошторҙо. Был һуғыштарҙа ул әлеге лә баяғы манғыт ғәскәрҙәренә таянды. Ҡасим хан баҡыйлыҡҡа күскәс, уның улы Мәмәш, унан һуң Таһир идара итте. Таһир хан дәүерендә ҡаҙаҡтар шәйбәнлеләр тармағынан булған үзбәк хакимдары менән өҙлөкһөҙ һуғыштар алып барҙы. Был осорҙа Аҡ Урҙа менән мөнәсәбәттәр ҡырҡыулашып китеү сәбәпле, улар нуғайҙарға ҡаршы ла ҡорал күтәреп-күтәреп алдылар. Манғыттар менән булған ҡан ҡойғос һуғыштар һөҙөмтәһендә хатта ике йөҙ мең ҡаҙаҡ, йорт-ерҙәрен ташлап, Магулистанға ҡасырға мәжбүр булды. Иван батша Ҡаҙан ханлығын ҡыйратҡан йылдарҙа Иҫәнбуғанан һуң хан булып ултырған Әбдрәшит үзбәк хакимдары менән берләшеп, ҡаҙаҡ олостарына бик ҡаты һөжүмдәр ойошторҙо. Өҫтәүенә, йығылғанды түбәлә тигәндәй, шул уҡ дәүерҙә уларға ҡаршы ҡалмыҡтар яу асты. Алтан хан етәкселегендәге жунғар ғәскәре, Тәүәкәл солтандың сиреүен тар-мар итеп, ил-йортона ҡырғын һалды. Атаһы Хаҡназарҙан аҙаҡ идаралыҡ Шығай ханға күсте. Уның өс ханбикәһе булды – Байымбикә, Яҡшымбикә, Дадым ханым. Шығайҙың уртансы ҡатынынан тыуған Тәүәкәл, идаралыҡ үҙенә күскәс, шәйбәнлеләрҙең ҡибла яҡ тармытын тәшкил иткән Бохара хандары буйһоноуынан ҡотолор өсөн көрәш башланы. Ләкин был көсөргәнешле алышты ул икегә бүленеп алып барырға мәжбүр булды, сөнки төн тарафында шәйбәнлеләрҙең тағы ла бер тармағы булған дәһшәтле көс – Күсем хан тора ине. V Йортбағыш аяҡтарын көскә һөйрәп сиркәү эргәһенә килеп еткәндә, унда ғибәҙәт башланғайны инде. Эстән поптың бер юғарылыҡта көйләй-көйләй һуҙып доға уҡығаны ишетелеп ҡала. Егет юлда килешләй урыҫ ауылдарында сиркәүҙәрҙе яҙа-йоҙа күргеләне, әммә унда ғибәҙәт ҡылғандарын ишеткәне булманы. Шуға ла ул алтынланған көмбәҙен күккә һуҙып, күҙәмәгә мөһабәт булып ултырған бина эсендәге халыҡтың Аллаға табынғанына ҡыҙыҡһыныу һәм ниндәйҙер эске бер тулҡынланыу менән ҡолаҡ һалды. Йортбағышҡа бигерәк тә поптың уҡынғанын күмәк тауыш менән йырлап күтәрмәләп ҡуйыуҙарын тыңлауы сәйер ине. Ул егеттең күңелендә ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғолар уятты. Кәлисә алды алам-һалам кейенгән ҡарт-ҡоро менән тулған, араларында яланаяҡлы бер нисә бала ла күренә. Улар, поптың доғаһын күмәк тауыштар күтәрмәләгән һайын суҡына-суҡына, сиркәү тарафына баш эйә, табыныу араһында бер-береһе менән сутырлашып та өлгөрә. - Ә һин ниңә суҡынмайһың? Йортбағыш тауыш килгән яҡҡа боролоп ҡараны: уның эргәһендә ҡуйы ерән һаҡал-мыйыҡлы, сәгер334 күҙле берәү тора ине. Өҫтөндә ҡырҡ ямаулы сәкмән, билендә төҫө уңып бөткән ҡыҙыл билбау, үҙенең бер аяғы - ағас. Егет урыҫтың төҫ-ҡиәфәтен күҙҙән үткәргән арала, ул, әлеге ағас аяғын шығырлата баҫып, яҡыныраҡ килде. - Мин христиан түгел, - тине Йортбағыш. - Улайһа, бында ни ҡарап йөрөйһөң? – тип бәйләнде ағас аяҡ. – Ҡиәфәтең менән кейемеңә ҡарағанда, урыҫ кеүекһең. - Былай ғына. Ҡыҙыҡ бит, - тине Йортбағыш. – Ярамаймы ни? - Ярауын ярай. Ҡайһы яҡтыҡы һин? - Ҡырымдан, - тип алдашты егет, - сауҙа эше менән йөрөйөм. - Үҙ кейемеңдән ғәрләнәһеңме ни – ниңә һаҡал үҫтереп, урыҫ кейеме кейеп алдың? Йортбағыштың был һары һағыҙаҡ ише кешегә йәне көйә башлағайны, шуға күрә: - Бына һинең һымаҡтар бәйләнмәһен өсөн, - тине лә, ниҙер мығырлап тороп ҡалған урыҫ янынан ситкә атланы. Шул саҡта сиркәү ишеге асылып китте лә, унан байрамса кейенгән кешеләр сыға башланы. Барыһының да йөҙҙәрендә Аллаға ихлас табыныусыларға хас булған ҡәнәғәтлек һәм изгелек нуры балҡый ине. Сиркәү алдындағы халыҡ, шуны ғына көтөп торғандай, күтәрмә яғына ыҡланы һәм, уртанан ара ҡалдырып, ике рәт булып теҙелде. Яңғыҙ һерәйеп тороуҙы килештермәйенсә, Йортбағыш та уларға ҡушылды. Ғибәҙәт ҡылыуҙан күңелдәре хушһынған һәм әлеге мәлдә фани донъя ваҡлыҡтарынан юғарыраҡ күтәрелгән кешеләр саф-саф булып теҙелеп тороусы теләнселәргә уңлы-һуллы саҙаҡа биреп, өйҙәренә таралыша башланы. Бына ишектә ҡупшы кейенгән, яурынына ҡиммәтле шәл һалған бер ҡатын күренде. Йөрәге алҡымына тығылған Йортбағыш күҙҙәре менән йоторҙай булып уға ҡараны ла ҡатты: Аҡһылыу! Егет өсөн донъяла саҙаҡа көҫәп ығы-зығы килгән халыҡ та, йомартлыҡ күрһәткәндәргә яуҙырылған рәхмәт ауаздары ла юҡ ине. Ерҙә генә түгел, хатта бар ғаләмдә ул үҙе лә, теләнселәргә аҡса тарата-тарата яҡынлашып килгән моңһоу ҡарашлы һөйгәне генә ҡалды. Саҙаҡа өмөт итеүсе тирә-яҡтағыларҙа Йортбағыш ҡайғыһы юҡ ине, шуға күрә уның: - Аҡһылыу! – тип өндәшеүенә иғтибар итеүсе булманы. Үҙенең исемен ишеткән ҡатын тертләп ҡуйҙы ла Йортбағышҡа күтәрелеп ҡараны. Уның асмандай ҙур асылған күҙҙәренән ғәжәпләнеү, ҡыуаныу, бер аҙ ҡурҡыу тойғолары урғылды. Аҡһылыу, йөрәгем атылып сыҡмаһын тигәндәй, ике ҡулын күкрәгенә ҡыҫып, туҡтап ҡалды, яртылаш асылған ауыҙынан: “Аһ!” – тигән иңрәү бәреп сыҡты. Әммә ул үҙен шундуҡ ҡулға алды – ҙур асылған күҙҙәрендәге ҡыуаныс осҡондарын һүндерергә көс тапты. Аҡһылыу, Йортбағышҡа яҡын уҡ килеп, ҡалтыранған ҡулдары менән кеҫәләрен ҡапшарға тотондо – йәнәһе, саҙаҡа бирергә ниәтләй ҙә, аҡсаларын тапмай. Үҙе шул арала, уңлы-һуллы ҡаранып, шыбырлап өлгөрҙө: - Бер ни ҙә өндәшмә - икебеҙҙе лә харап итерһең... Кискә ҡарай Уҡа буйында көт, шунда һөйләшербеҙ... Хуш!.. Шулай тине лә Аҡһылыу, ҡапыл ут булып яна башлаған бит алмаларындағы хыянатсыл алһыулыҡты йәшерергә тырышҡандай, шәлен бөркәнеп, тиҙ-тиҙ атлап китеп барҙы. Йортбағыш, ул биргән көмөш тәңкәне усына ҡыҫып, аптырап торҙо ла ҡалды. Был осрашыуҙы бөтөнләй икенсе төрлө итеп күҙ алдына килтергәйне бит ул. Ай күрҙе, ҡояш алды, тигәндәй генә килеп сыҡты. Бүтәнсә мөмкин дә булмағандыр, ул бит хәҙер икенсе берәүҙең ҡатыны. Сауҙагәр суҡындырып, үҙ юлына һалып алған. Был уйҙарҙан Йортбағыштың йәнен көнләшеү уты телеп үтте, йылдар буйы бәғерен өйкәгән айырылышыу ғазабына унан әллә нисә мәртәбә әсерәге өҫтәлде. Шулай уҡ барыһы ла селпәрәмә килдеме икән ни? Егеттең күңелендә барлыҡҡа килгән төпһөҙ бушлыҡта кескәй генә бер өмөт осҡоно емелдәй ине. Ул – Аҡһылыу тарафынан билдәләнгән бөгөнгө күрешеү. Был донъяла аңлап та, аңлатып та булмай торған бер күренеш бар. Ул – яҙмыш ғали йәнәптәре. Икенсе төрлө тәҡдир тип аталған был билдәләмә сиктән тыш хикмәтле, сөнки ул һәр кемдең маңлайына Илаһ тарафынан күҙгә күренмәҫ хәрефтәр менән яҙып ҡуйылған. Яҙмыш ғәйәт серле – кешелек донъяһы барлыҡҡа килгән көндән алып уның тирәләй ысынынан уйҙырмаһы күп булған төрлө имеш-мимеш урала. Тәҡдир ҡот осҡос уҫал – ул хатта мин-минлектә сиктән ашып, үҙен Ер аллаһына тиңләүсе тәкәббер хакимдарҙы ла теҙ сүктерә, “Беҙ – ерҙәге ожмах!” – тип лаф ороусы оло дәүләттәрҙе селпәрәмә килтерә, донъя йөҙөнән юя. Яҙмыш иҫ китмәле миһырбанлы – һынауҙарына һынмаған, тормоштоң йәбер-золомдарына дусар ителгән, кешеләр тарафынан кәмһетелгән хәлдә лә, рухи бөйөклөгөн һаҡлаған һайланмыш әҙәмдәрен юғарыға сөйөп, дан-шөһрәт толпарына атландыра. Тәҡдирҙең иң сетерекле яғы – үкенескә ҡоролоуында, сөнки ул уҫал булһа ла, мәрхәмәтле булһа ла, ҡабаттан яҙылмай. Әйтеүҙәренсә, әҙәм балаларының маңлайҙарына яҙылған хаҡ яҙмышты уларҙы һаҡлап йөрөүсе фәрештәләр яҡшы күрә. Әгәр кешенең әйткән ниәте тәҡдир яҙыуы менән тап килһә, улар: “Амин!” – тип ҡуя, тап килмәһә, өндәшмәй ҡала, имеш. Ошо яҡтан ҡарағанда, Аҡһылыуҙың осрашыу хаҡында ысҡындырған хәбәре фәрештәнең:”Амин!” – тигәненә тап килмәне булһа кәрәк, сөнки Йортбағыш Уҡа буйындағы ҡуйы таллыҡта көндөң кискә ауышҡанын еткерә алмай аҙапланған арала көтөлмәгән хәлдәр булып үтте. Сиркәү алдында тапанған сәйер әҙәмдән күҙ яҙлыҡтырмаған баяғы ағас аяҡ, Аҡһылыуҙың алан-йолан ҡараныуынан, аҡсаһын оҙаҡ эҙләгәнгә һалышып уға шыпырт ҡына ниҙер әйтеүенән бер-бер шипкерт барлығын һиҙенеп, ғибәҙәт тамамланыу менән, Пантелейҙың кибетенә ашыҡты. Яҡын араларҙа тауар артынан Мәскәүгә юлланырға тейеш булғанлыҡтан, сауҙагәр, әҙерлек эшенең күп булыуы сәбәпле сиркәүгә бармағайны. - Арыумы, Пантелей Фомич, - тине сатан, килеп инеү менән. – Һүҙ бар ине. - Аллаға шөкөр. Һинең хәбәрең бөтмәҫ, - тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе ниндәйҙер ҡағыҙҙҙар аҡтарып ултырған сауҙагәр, - мин бушамайым. - Ҡара уны, Фомич, иң ҡиммәтле тауарыңдан ҡолаҡ ҡаҡма. - Ауыҙыңдан ел алһын. Нимә лыҡылдайһың? - Ә бит ҡиммәтле тауар тигәнем – һинең бисәкәйең. Был һүҙҙе ишеткәс, Пантелей, күмелеп ултырған ҡағыҙҙарынан айырылып, ағас аяҡҡа текләне: - Йә, йә! Тегеһе уға сиркәү алдында күргәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Хәбәренә үҙенең шик-шөбһәләрен дә өҫтәп ебәрҙе: - Басурмандың унда уранғылауы юҡҡа түгел. Ай, юҡҡа түгел. Иң мөһиме – улар бер-береһен бик яҡшы белә, ләкин туғандарға оҡшамаған. Еткерелгән хәбәрҙән сауҙагәр уйға ҡалды. Мәғлүмәте өсөн биш алтын335 эләктергән сатан суҡына-суҡына сығып киткәс, бер килке фекер туплап ултырҙы ла, өйөнә ҡабаланды. Өйҙә уны һәр ваҡыттағыса тәмле еҫтәре аңҡып торған төшкө аш көтә ине. Ҡайҙа ҡарама – тәртип һәм бөхтәлек. Пантелей ҡатынын күргән һайын ҡыуаныслы ла, һағышлы ла тойғолар кисерә. Һөйөндөргәне – уның донъя көтөргә әүәҫлеге, белмәгәнен белергә тырышып, хужалыҡ эштәренә атлығып тороуы. Яманһыуландырғаны – икенсе баланан ҡотола алмай вафат булған тәүге ҡатынын иҫкә төшөрөүе, сөнки Аксиньяға әйләнгән Аҡһылыу уларҙың йортона тап уның ныҡышыуы арҡаһында килеп эләкте. Дала яғынан әсирәләр килтерелгәнен ишеткәс, өҙмәне лә ҡуйманы: “Ваҡытлыса булһа ла аҫрау алайыҡ, ауыр аяҡлы хәлдә өй эштәрен башҡарыу ауырлашты”. Ире был тәҡдимгә күнер-күнмәҫтән ошо Аксиньяны үҙе барып алып ҡайтҡайны, мәрхүмә. Хеҙмәтсе түгел, үҙенә алмаш килтереүе булған икән. Донъяла әҙәм балаһы күтәрмәҫ ҡайғы юҡ - өс ай үтеүгә сауҙагәрҙең ҡанһыраған күңел яралары бөтәшеп, иңенә төшкән тауҙай хәсрәт бүҫкәргәндәй булды. Үлгәндәргә бер ни ҙә хәжәт түгел, ә тере кешегә тереклек итергә кәрәк. Пантелей ҙа ҡайғынан аңҡы-тиңке булған башын ҡалҡытып ҡарар хәлгә килде. Баҡһа, донъяһы элеккесә ҡараулы, Аксиньяға эҫенеп киткән өс йәшлек улы тәрбиәле. Ҡатын-ҡыҙ наҙына һыуһаған йәш һәм һауһаҡ Пантелей бер көндө түҙмәне, диндар әсәһенең ике-өс мәртәбә килеп: “Сит-ят бисә, етмәһә басурманка менән бер йортта улай йәшәү гонаһ, сығарып ебәр һин уны”, - тигән өгөт-нәсихәтен аша атлап, төнгә ҡаршы хеҙмәтсе өйөнөң ишеген ҡаҡты... Таң һыҙылғас китергә йыйынған Пантелей: - Ҡатыным бул да ҡуй, - тигән тәҡдим яһаны. – Улым да һиңә эҫенгән. - Ә әсәйең, туғандарың? – тип һораны ҡарсыҡтың мыжығанын ишеткеләгән Аҡһылыу. - Сиркәүҙә никахлашһаҡ, бер ҡайҙа ла бармаҫтар, - тине Пантелей, - ә уның өсөн һиңә суҡынырға тура киләсәк... Төшкө ашҡа ултырҙылар. Пантелей, һис ни булмағандай, хәл-әхүәл белеште: - Ғибәҙәт нисек үтте, Аксинья? - Ғәҙәттәгесә инде, - тип яуап бирҙе аш-һыу тирәләй өйөрөлгән ҡатын. “Әгәр туғаны йәки танышы булһа, үҙе үк һөйләп бирер ине. Тимәк, сатандың шиге дөрөҫ”, - тип уйланы сауҙагәр һәм, яһалма күтәренкелек менән, дауам итте: - Һин Аллаға бөгөн бигерәк ихлас табынғанһың, шикелле, сөнки күптәнге бер хыялың тормошҡа ашырға тора. Иренең был һүҙҙәренән Аксинья ҡапыл сәсәргә тотондо, шул арала башынан төрлө уйҙар үтте: “Әллә беләме? Кем һиҙҙе лә, кем еткерҙе икән?..” Сәсәп бөткәс: - Тын юлына китте, - тигән булды ғәйепле төҫ менән. – Ниндәй хыял тураһында һөйләйһең? Инде ағас аяҡ һиҙенгән төһмәттең336хаҡлығына тамам ышанған Пантелей күрәләтә шат тауыш менән: - Юлға йыйын, бисәкәй! Был юлы һине үҙем менән алам, Мәскәүҙе күрәсәкһең, Мәскәүҙе! - тип иғлан итте. – Иртәгә иртүк ҡуҙғалабыҙ VI ...Ҡибла тарафындағы күкте күҙ асып йомған арала биләп өлгөргән ҡара болоттар әле генә нурланып, һыҙаттары ап-асыҡ төҫмөрләнеп торған офоҡто томаланы. Уғаса булмай, ҡайнап торған әлеге мәхшәр эсенән ергә һорғолт бағана һуҙылып төштө - дәһшәтле геүләү тауышы сығарып ниҙер яуырға тотондо. Ямғыр тиһәң ямғырға, боҙ тиһәң, боҙға оҡшамаған үҙе. Ә иң сәйере – күңелгә шом һәм хәүеф һалған имәнес тауышы ине баяғының. Ниндәйҙер ғүмерҙә ишетелмәгән өндәрҙән туҡылған был ауаз йәнде тетрәтә, ҡотто ала. Бына хәҙер күк селпәрәмә килеп емерелеп төшөр ҙә ер менән буталыр һәм мәңге төҙәтә алмаҫлыҡ һәләкәт булыр төҫлө. Иң ҡурҡытҡаны – яҡынайып килеүсе билдәһеҙ шом бағанаһынан бер ҡайҙа ла ҡасып булмау тойғоһо, ҡотолғоһоҙлоҡ хисе ине. “ Шайтан туйы, - тип уйлай төшөндә йәнә баҫлығып ятҡан Ҡобағош бей. – Уртаһына бырағытырға, ҡайҙа бысаҡ?..” Ә-ә, иҫенә төштө: уны бит тенәүге Ҡуныш, билдәге ҡәмәре менән ысҡындырып алды ла, тирмәнең түренә элеп ҡуйҙы. Имеш, бей хәҙер яу сабырға олоғайған, ҡоралдың кәрәге ҡалмаған. “Албаҫты, - тип өндәге кеүек ап-асыҡ фекер йөрөтә Ҡобағош. – Унан арыныр өсөн һул ҡулдың шайтан бармағын ҡыймылдатырға кәрәк...” Тик күпме генә тырышмаһын, был ниәте барып сыҡмай ҙа ҡуя. Ә теге ғәрәсәт һаман яҡынлаша, йөрәккә шом булып бөркөлөүсе геүләү көсәйә бара. Ул бына-бына өҫкә ябырыласаҡ, барыһын зир-зибәр килтереп, яҡты донъяны йәһәннәмгә әйләндерәсәк!.. Шул саҡта ҡайҙандыр Наурҙа бей пәйҙә була һәм ым менән генә үҙенең артынан эйәрергә саҡыра. Ҡобағош бер-ике аҙым атлай ҙа Шәмсиҡәмәр өләсәһен күреп ҡала: ул олатаһынан әҙ генә алдараҡ ниндәйҙер аңлайышһыҙ ишаралар яһап тора, имеш. Артына боролоп ҡараһа, теге шом бағанаһы һырт яғында шашынып геүләй. Ҡобағоштоң эйәрмәй сараһы юҡ – ул артына боролоп ҡарай-ҡарай саҡырып барыусы олатаһы артынан йүгерә һәм... шыбыр тиргә батып уянып китә... “Ниндәй хикмәтле төш булып сыҡты был? – тип уйланы сәсән һәм тирмә эсендәге бөркөүлектәнме, йоҡолағы баҫлығыу көсөргәнешенәнме тирләгән маңлайын һыпырҙы. – Нисәмә йылдан һуң ҡыуып еттеме? Яҙмыштың нимәгә ишаралауы икән? Төш ҡабатланыуын ҡалайыраҡ юрайҙар һуң? Кем белә инде?..” Ҡобағош быйыллы-былтырлы үҙенең ауырайғанын тоя – олоғайыу ғәләмәтелер. Шулай, әҙәм балаһы ғүмер буйы ерҙе дер һелкетә баҫып йөрөй алмай – тормош ауырлығы, йәшәлгән йылдар касафаты менән берләшеп, әкренләп үҙенең иңенә баҫа башлай. Тәҡдирҙең ҡотолғоһоҙ ҡыҫымына күнмәй, яйлап-яйлап сүкмәй сараң юҡ. Үҙен үҙе белгән - әүлиә тигәндәй, Ҡобағош сәсән, хәлен самалап, яйы сыҡҡанда төшкө тамаҡтан һуң серем итеп алырға ғәҙәтләнгәйне. Бер өйрәнеш итһәң, йән-тәнең шуны көҫәй ҙә тора – бөгөн дә ятып ҡына торам тигәнсә, әүен баҙарына киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Әле бына Ҡаҙан ҡоламаҫ борон баҫлыҡтырған дәһшәтле төшө ҡабатланыуҙан йөрәге һыҙлап, болоҡһоп уянды. Ҡобағош тышҡа сыҡты. Йәне әрнеп, күңеле шомланыуҙан уның кәйефе юҡ ине, шуға күрә кис тарафына ауыша башлаған ҡыҙғылт ҡояштың һүрән нурҙары бошонҡо ғына күренде. Томра, һил һауанан әлһерәп торған ағастар ниндәйҙер һәләкәт көтөп тынып ҡалғандай. Елдең хатта әҫәре лә юҡ – япраҡ һелкенмәй, урман шауламай. Көн эҫеһенән шиңгән үлән араһында йыбанып ҡына сиңерткәләр сырылдай – ул да Ҡобағоштоң ҡолағына үҙәк өҙгөс үкһеү булып ишетелә. Улар ниҙе йәлләп илай икән – үтеп барған йәйҙеме? Әллә фани донъяның үҙенме?.. Йәйләүҙә әҙәм заты күренмәй – халыҡтың эшкә ярағандайы ҡышлау тирәһендә тана-торпо, ваҡ мал өсөн бесән әҙерләү менән мәшғүл. Бала-саға емеш-еләк артынан киткәндер, моғайын – урманда көртмәле бешкән мәл. Ҡунышбикә ҡолан таҡырында йөрөйҙөр, ул шулай бейә һауған ерҙә мәж килергә ярата. Ҡобағош эс бошоуын әҙерәк баҫып ҡайтыу уйы менән Оло Урал һырты өҫтөндәге ҡаялыҡ яғына ыңғайланы. Уның әллә нисә тапҡыр һынағаны бар: бейеккә күтәрелгән һайын күңел асыла бара, һулыштар иркенәйә, үҙеңде тормоштоң ығы-зығыһы менән ваҡ мәшәҡәттәренән арынып ҡалғандай тояһың. Йәнә шуға иғтибар иткәне булды сәсәндең: тау башында уйҙар тонған һыуҙай асыҡ, фекерҙәр теүәл. Моғайын, ике донъяны бар ҡылған Аллаһы Тәғәләгә яҡыныраҡ барғанғалыр. Ҡая башынан асылған күреш үҙенең матурлығы һәм мөһабәтлеге менән хатта туң йөрәкле кешеләрҙең дә һушын алырлыҡ ине. Ҡайҙа ҡарама – береһенән-береһе мәғрур тауҙар теҙмәһе. Улар икһеҙ-сикһеҙ даръя сайҡалыуҙан күтәрелгән төрлө ҙурлыҡтағы тулҡындар төҫлө төньяҡтан ҡиблаға ҡарай һуҙыла. Әйтерһең, ҡасандыр дауыллап ятҡан диңгеҙ илаһи бер ҡөҙрәт менән тынған да, тауҙай күтәрелгән тулҡындар, ошо гүзәл донъяны яратыусының юғары ихтыярына буйһоноп, ҡатып ҡалған. Ҡобағош сәсәндең уйҙары шул тауҙар сылбырындай оҙон да, даръя тулҡындарындай тынғыһыҙ ҙа ине. Яңы урында ерегеп, тирә-йүндә арҙаҡлы ил ағаһы һәм сәсән булып танылған бей үҙенең һуңғы йылдарҙағы тормошон күҙ алдынан үткәрә лә: “Ҡайным мәрхүм әйтмешләй, әлхәмдүлилләһи шөкөр,” – тип ҡуя. Ҡәнәғәтләнерлек тә шул, сөнки ниһайәт, донъяның аҫтын-өҫкә килтергән шаулы ваҡиғалар артта ҡалып, халыҡтың көнкүреше рәтләнгәндәй булды. Ҡара тояҡ ҡарында ятмай тигәндәй, ил-йортта аяҡлы мал үрсегәндән-үрсей бара. Йылҡы сыңрауы, һыйыр малының мөңрәүе менән бергә йәйләүҙәргә ҡот ҡайта. Ә ғүмер баҡый мал бағып донъя көтөргә ғәҙәтләнгән күсәбә халыҡтың тормош хөрлөгө лә, күңел көрлөгө лә шуға бәйле. Ҡобағоштоң уйҙары йәнә ил менән көндөң бөгөнгө халәте тирәһендә урала башлай. Бынан күп йылдар элек Арыҫлан бейҙең: “Кем ҡулына ҡалырбыҙ икән?” – тигән һорауына уның : “Урыҫ итәғәтенә күсербеҙ шәт,” – тип юрауы раҫҡа сығып, ысынбарлыҡҡа әүерелде. Хәҙерге мәлдә башҡорттоң ҡеүәтле ырыуҙары булған мең, юрматы, ҡаңлы олостары Мәскәү батшаһына баш һалды. Элекке Ҡаҙан ханлығына яҡын йәшәгән ырыуҙар хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Уларға эйәрә элгәре Нуғай урҙаһына буйһоноп көн иткән тамьян, бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән, түңгәүер иләүҙәре лә Иван батшаға итәғәт итте. Тик Күсем ханға яһаҡ түләүсе башҡорт олостары ғына Мәскәүгә баш һалырға йыйынмай әлегә. Уларға Ирәмәлдең төньяҡ һәм көньяҡ-көнсығышындағы ерҙәрҙе биләүсе ырыуҙар инә. Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлауҙан башҡа сараң юҡ –ҡара-табындар ерендә керҙәш булып йәшәгән күбәләктәр ҙә, уларҙың төньяҡ күршеләре булған тиләүҙәр ҙә шулар иҫәбендә. Уйҙар, уйҙар... Әгәр тормошто диңгеҙ менән сағыштырһалар, уйҙы тик күк йөҙөнә тиңләргә мөмкин. Даръя һыуы ярҙар менән ҡаймалана, ә асмандың сигенә кем сыҡҡан да, кем күргән? Диңгеҙ ҡалай ғына тәрән булмаһын, уның төбө бар, ә Йыһандың төбөнә төшкән йән эйәһе ҡайҙа? Ер йөҙөндә уйланмаған әҙәм бар микән? Кешенең башына тәүге уй әсәһе имсәк ташлатҡан көндә төшә тиҙәр. Шул дөрөҫмө? Һорашып ҡына белер инең дә, уны бер кем хәтерләмәй. Нисек кенә булмаһын, уйҙар өйөрө әҙәм балаһын иң һуңғы көнөнә тиклем оҙатып йөрөй. Кешенең ахырғы уйы ниндәйерәк була икән? Һорашып ҡына белер инең дә, уны һис кем әйтә алмай. Ҡобағоштоң уй йомғағы яҡын-алыҫ олостарҙы айҡай-айҡай урап ҡайта ла йәнгә ғәзиз һағарғыны ташлап, яңы төлөк тапҡан йылдар тирәһендә өйөрөлөргә тотона. Ваҡыттан да аҫтыртын үткән шәй юҡтыр был донъяла – күбәләк тигән ырыуға уҡмашып йәйләү менән ҡышҡы йорт араһын тапай торғас, ике тиҫтәнән ашыу йыл аллаһу әкбәр булып та ҡуйған. Ул саҡта Ҡобағош бей Айбағыштың хәҙерге йәшендә ине. Ә уға киләһе йылда ҡырҡ тула. Ошонан һуң ғүмерҙе үтмәй тип кем әйтер? Айбағыштың холоҡ-фиғеле ҡырыҫыраҡ булды, күрәһең, үҫмер генә сағындағы баҫҡын ваҡиғаһы уның күңеленә ауыр юшҡын булып ултырғайны. Ҡалай ҙа, ул ҡустыһына ҡарағанда шикселерәк, уҫалыраҡ. Балалыҡтан сығып та өлгөрмәгән көйө йортто һаҡлап ҡулына һаҙаҡ алғас, йөрәк тә бар инде үҙендә. Шуныһы ла бар: бындай һынау һәр кемдең яҙмышына төшмәй. Ҡобағош өлкән улы хаҡында уйлай башлаһа, күңелен ғорурлыҡ тойғоһо биләп ала, йәне ирәйеп китә. Ғорурланыр урыны юҡ түгел: Айбағыш Күбәләк йортонда ғына түгел, күрше тамьян, ҡатай, тиләү олостарында батыр һәм арҙаҡлы ил ағаһы булып танылды. Йәшерәк саҡтарында уҡ саптырыуҙа, көрәштәрҙә уға тиң ирҙәр яҡын-тирәлә бик һирәк ине. Әле лә ғәйрәте ташып тора – кәрәк була ҡалһа, ҡылысы һәр саҡ үткер, мөгөҙҙән яһалған йәйәһе киренке. Ул тормоштағы һыңарынан да уңды – Ҡарағужа батырҙың ҡыҙы Ҡобағош йортона тик ырыҫ һәм ҡот ҡына килтерҙе. Ауылдаштары әйтеүенсә, боло-түлле, ҡулы – йүнле. Түл тигәндән, Зөлхизә килен Айбағышҡа бер-бер артлы һигеҙ бала табып бирҙе. Әйҙә, тапһын, балаһыҙ йорттоң ни йәме?! Күстең көсө - әсәнән тигәндәр, тоҡом үрсеһә, ил дә ҡеүәтләнер. Ҡобағош уларҙың тоңҡостары Ҡушкилдегә ҡарай ҙа, юҡ-юҡта: “Һай, ғүмер!” – тип ҡуя. Ысынлап та, ғүмер тигәнең аҡҡан һыу менән бер – уны туҡтатып, йә кирегә бороп ҡара! Әле ҡасан ғына ул үҙе ошо Ҡушкилде һымаҡ йәш, ярһыу ине. Ә уның атаһы Айбағыш һуң? Үҫмер генә сағы кисәге кеүек күҙ алдында. Хәҙер ҡайҙа ул саҡтар? Ай күрҙе, ҡояш алды. Сәсәндең шәхси тормошо ла әкренләп үҙ юлығына төштө. Һәр хәлдә, инде алтмышҡа баҫымлаған Ҡобағош артҡа әйләнеп ҡарап, бөгөнгөгә баға ла, шундай фекергә килә. Теге ваҡытта Күбәләк бейҙең юрағаны юш килеп, ул Баймөхәмәт тархандың ҡыҙы Ҡунышбикәне кәләш итеп алды. Алдан оҡлашыу буйынса, Күбәләк үҙе яусы булып барҙы Мейәс буйына. Илгә даны таралған сәсән менән туғанлашыуҙы мәртәбәгә һанаған тархан әллә ни ҡайымлашып торманы. Байғураларҙың үҙ-ара ғәширәт булышыуы борондан килгән йороҡ – был да иҫәпкә алынды. Иң мөһиме, Ҡобағош бейгә баштан-аяҡ ғашиҡ булған Ҡунышбикә үҙе риза ине. Шулай итеп, йыл эсендә ике туй булып, береһе сәсәнде киленле, икенсеһе кәләшле итте. Ҡунышбикә уға ике ул, бер ҡыҙ табып бирҙе. Өлкән улы Балапан ун бер йәшен тултыра, ә кесеһенә - Балаянға – туғыҙ йәш. Ун бише менән барған ҡыҙҙары Алтынсәс ҡәҙимге ҡул араһына инде. Ул да үҙенә күрә ҡот өҫтөнә ҡот булып, ата йортон биҙәп, үҫеп килә. Ҡобағош уландарын үгәй әсәйле иткәндең икенсе йылына Көнбағыштың бауыры ҡалҡты. Уны ла башлы-күҙле итеү мөлләтен күҙ уңында тотҡан ата улына кәләш ҡарап ҡуйғайны инде. Ул – Күбәләк бейҙең ун биш йәшлек ҡыҙы Сәлимә ине. Бер осрашҡандарында Ҡобағош, хатта: - Мал аҫраһаң, тоҙ кәрәк, ул аҫраһаң, ҡыҙ кәрәк. Көнбағыш ир етеп килә бит әле, - тигән ишара ла яһап ҡуйғайны. - Була торған хәл, - тине Күбәләк. - Шунда, Көркәк аръяғында, юҡмы берәй ялбыр баш? - Эҙләп ҡарарға кәрәк, - тигән булды дуҫының кинәйәһенә төшөнгән бей. - Улайһа, ошо арала көт – бергәләп эҙләрбеҙ. Бер аҙҙан Ҡобағоштоң сәләмен алып, Күбәләк йортона яусы булып, Етембай китте. Сәләм ошондай юлдарҙан ғибәрәт ине: Яуҙарын да, дауҙарын да күрҙек, Күп юлдарҙы үттек бергәләп. Балаларҙы инде ҡауыштырып, Ҡоҙа булышайыҡ, Күбәләк! Күбәләк бей ҡоҙалыҡҡа ҡуш ҡуллап риза булды – оҙаҡламай йәштәрҙең сәстәре сәскә бәйләнде. Хәҙерге көндә Көнбағыш үҙе биш бала атаһы. Ҡобағош йорт тултырып үҫеп килгән ейән-ейәнсәрҙәрен, Ҡунышбикәнән тыуған үҙ балаларын уйлай ҙа ҡыуана. Киләсәктә һәр береһе өйөр-өйөр мал үрсетеп, итәк тулы бала үҫтереп, ауыл-ауыл булып донъя көтһөн. Бына шул инде тормош тигән әүрәткес. Тик донъялар имен торһон. Ағаһы менән тиң үҫеп буй еткергән Көнбағыш та тирә-йүнгә билдәле мәргән булып танылды. Саялығы ла, ҡыйыулығы ла етерлек. Балалары ла үҙенә оҡшап буйсан, ирәбе булып үҫеп килә. Ҡобағош бигерәк тә уның өлкән улы Килдеғошто яҡын күрә, сөнки ул башҡаларҙан йыр-моңға, ҡурайға әүәҫлеге менән айырылып тора. Етмәһә, олатаһы ауыҙынан сыҡҡан ҡобайырҙарҙы отоп ала бара. Ҡобағош, ейәненең зирәклеге менән отҡорлоғон күреп, уға оҙонораҡ ҡобайырҙар ҡоя башланы. Яңыраҡ сәсән Килдеғошҡа “Иҙеүкәй менән Мораҙым”ды тапшырып бөттө. Зиһенле бала зиһенле инде – хәҙер ул был ҡобайырҙы баштан аҙағынаса һис тотлоҡмай һөйләй ала. Әйҙә, отһон, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәр. ...Ҡобағош, уйҙарынан арынып, үҙе ултырған ҡая башынан киске ҡояш аҫтында иҙрәп ятҡан тауҙар теҙмәһенә ҡараш ташланы. Туғыҙ ҡойо йәйләүенән киске шыйыҡ томанға төрөнөбөрәк ятҡан күкһел тауҙар ус төбөндәге кеүек күренә. Улар, йәйҙең йомарт йылыһында ҡойоноп, наҙланып ҡалырға тырышҡандай, байып барған ҡояштың һүрән нурҙарын һемерә. “Быйылғы йәй ҙә үтеп бара”, - тип уйланы кәйефе күтәрелә төшкән сәсән һәм, ойоған тәнен яҙа-яҙа һалмаҡ атлап, тирмәләр яғына ыңғайланы. Торғалыҡтағы бәйле атҡа ҡарап ул йортта ҡунаҡ барлығын аңланы. Ҡунышбикәнең тауышы бик шат яңғырай, тимәк, йөргөнсө уға таныш яҡтарҙан. Әле һыуынып өлгөрмәгән менгенең һыртындағы ҡара тир ҙә уның бик алыҫтан килгәнлегенә ишаралай ине. Ҡунаҡ Шәймөхәмәт тархандың ҡушсыһы булып сыҡты. Ҡобағоштоң һынауы буйынса, хужаһы уны бик мөһим һәм яуаплы йомоштар менән генә йөрөтә ине. Ысынлап та, ит бешкәнсе тип ҡуйылған ҡымыҙ артында хәл-әхүәл белешеп, ҡайта-ҡайта сәләмдәр тапшырылғас, йөрөксө атын ҡарап инеү һылтауы менән тышҡа сығырға булды. Ҡобағош уның артынан эйәрҙе. - Йә, ҡоҙа, - тине ул, тире ҡата башлаған аты эргәһендә уранғылаған ҡунаҡҡа һораулы ҡарашын төбәп. - Ҡобағош бей, - тип һүҙ башланы ҡушсы, – хужам башта үҙенә генә әйтерһең, тине. Йомош шул: Шәймөхәмәт тархан, Себер иләймәненең муйындамаһы буйынса, Ҡаҙаҡ ханлығына илселекте етәкләй. Ҡуҙғалыуы ошо арала. Илсенең ҡоралы – тел, ә тел – сәсәндә, тине. Тиҙәмән генә килеп етһә ине, тип, мине ебәрҙе. - Илселектә тағы кемдәр бар икән? – тип һораны Ҡобағош. - Сала-сарпы ишетеүемсә, Күсем хандың, йәнә Ырыҫ мырҙаның ышаныслы кешеләре. Сәсән уйға ҡалды. Һуңғы араларҙа тирә-яҡта ҡуйырған хәбәрҙәр уның да ҡолағына салынмай үтмәй ине. Тәүәкәл хандың шәйбәнлеләргә, шул иҫәптән Себер иләймәне Күсемгә яҫҡыныуы берәүгә лә сер түгел. Бынан ун йыл самаһы элек, Тәүәкәлдең олатаһы Хаҡназар хан, хатта, Аҡ Урҙаның тарҡалыуынан, Нуғай олосо халҡының тырым-тырағай ҡасып китеүенән файҙаланып, көньяғындағы башҡорт ырыуҙары өҫтөнән хакимлыҡ урынлаштырырға маташҡайны – Ҡобағош уны яҡшы хәтерләй. Әммә тиҙ арала ҡеүәт йыйып, идара үҙәген Уй менән Тубыл йылғалары араһына төҙөгән Ырыҫ мырҙа, көн тарафында йәшәгән башҡорт ырыуҙары менән берлектә унда үҙ хакимлығын яңынан урынлаштырҙы. Ә Ырыҫ менән Күсем ханды ҡоҙалыҡ ептәре бәйләй, сөнки Себер иләймәненең бер ханбикәһе мырҙаның ағаһы Динәхмәттең ҡыҙы. Әгәр Шәймөхәмәт тархан етәкләйәсәк илселеккә Күсем менән Ырыҫ мырҙа кешеләре ингән икән, тимәк, ул бик абруйлы. Ошо уйҙарҙы башынан үткәргән Ҡобағош тәүәккәл ҡиәфәттә: - Ил өсөн тел йәл түгел. Барам, - тине. - Ҡасан ҡуҙғалабыҙ? - Иртәгә таңда сығырбыҙ, - тине сәсән. – Атыңды алмаштырып менерһең – бының сыҙамаҫ. VII Илселек Тәүәкәл хан йәйләүен Ишем йылғаһының үрге ағымында барып тапты. Ҡушсылары, туҫнаҡтары, һаҡмансылары менән бергә ҡырҡ кешенән торған төркөмдө арбаҡлап ҡаршы алдылар, сөнки илселектең юлға сығыуы хаҡында алдан хәбәр ителгәйне. Ә илсегә үлем юҡ – был боронғо йороҡ далала изге төшөнсәләрҙең береһе. Тәүәкәл хан, үҙенә ярлыҡашҡа337 тип ҡыуып килтерелгән бер өйөр йылҡыны, унан да бигерәк, өс атҡа артмаҡланған ҡиммәтле йәнлек тиреләрен күргәс, айырыуса кәйефләнә төштө. Нишләйһең, ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта – уныһы күптән билдәле. Йомош-юл үтәүселәрҙең тамағын хәстәрләү өсөн уларҙы икенсе ергә алып киткәс, төп һөйләшеүҙә ҡатнашырға тейешле ете кешене мул итеп һый әҙерләнгән хан тирмәһенә саҡырҙылар. Уның эсе ҡаҙаҡ хакимының яҡындары, һарай әһелдәре менән тулы ине. Ҡымыҙ менән тамаҡ ебетеп алғандан һуң, Шәймөхәмәт тархан юлдаштарына күҙ йүгертеп алды ла, һүҙ башланы: - Ҡаҙаҡ иленең арҙаҡлыһы, олуғ Тәүәкәл хан! Илсе менән юлсыны йомош йөрөтә. Беҙ һинең хозурыңа Себер ханы Күсемдең, Нуғай хакимы Ырыҫ мырҙаның ҡушыуы буйынса килдек. Белеүеңсә, улар бер төптән. Ҡаҙан ҡолағандан һуң ил-көнөбөҙгә ниндәй ауыр көндәр яҡынлашыуын әйтеп тороуы артыҡ – уны хан ғали йәнәптәре беҙҙән яҡшыраҡ белә. Заманында ағзамдарҙың ағзамы Ҡасим хан менән бер төптән булған Аҡ Урҙаның ҡеүәте һынды. Мәскәү хәүефенә ҡаршы Күсем хан япа-яңғыҙы тигәндәй тороп ҡалды. Бөгөнгө хәлдәребеҙ тураһында һүҙ төйнәп, уртаҡ бер килешеү төҙөп булмаҫмы, тип, оҙон юлды ҡыҫҡартҡан көнөбөҙ. Тәүәкәл хан, идара эштәрендә байтаҡ тәжрибә туплаған таж-тәхет эйәһе булараҡ, барыһын да аңлап, Шәймөхәмәт тархандың күңелендәген үтә күреп ултыра ине. Тик Күсемдең урыҫ батшаһы менән аҫтыртын көрәшендә уның ни ҡыҫылышы бар? Ҡаҙаҡ ханлығының был тәңгәлдә үҙенең тотҡан юлы, үҙ мәнфәғәте. Себер ханы киҫкенләшкәндән-киҫкенләшә барған әлеге көрәштә үҙенә имәү өмөт итмәйҙер бит? Әле ул Строгановҡа әүерелеп киткән Тайбуға улы Йәнекәйҙең вариҫы Дмитрий Ҡаҙаҡ иленә бер йыл элек үк ебәргән йәшерен илселек хаҡында белмәйҙер. Урыҫ сауҙагәре Тәүәкәлгә үҙ-ара файҙалы алыш-биреш тәҡдим итеп, Күсемгә ҡаршы бергәләп көрәшергә асыҡтан-асыҡ аңғартҡайны. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, Дмитрий Строгановтың был тәҡдиме Ҡаҙаҡ иленең бөгөнгө сәйәсәтенә тулыһынса тап килә. Ләкин зирәк аҡыллы Тәүәкәл хан белә: уйыңды белгертеү – еңелеүгә тиң. Һәр хәлдә, илселәрҙең ҡылын сиртеп ҡарауҙан ни зыян? Шуға күрә ул, сырайында уйнаған мөләйемлелекте һаҡлап, яуап бирҙе: - Димсе килһә - өй тыныс, илсе килһә - ил тыныс, тигәндәр. Әгәр ике яҡтың да мәнфәғәте өсөн ҡулай була икән – беҙ һөйләшергә һәр саҡ әҙер. Боронғонан ҡалған йороҡ буйынса, бындай йыйындарҙы һүҙ оҫталары асып ебәрә. Ҡаҙаҡта ул ғәҙәт әлегәсә һаҡлана. Әйҙәгеҙ, беҙҙең иң оҫта аҡыныбыҙ Бисәнбайға ҡолаҡ һалайыҡ. Тәүәкәл хандың һуңғы һүҙҙәре артынса уҡ, унан уң ҡулдараҡ ултырған урта йәштәрҙәге, һалпы мыйыҡлы аҡын, артында ятҡан думбыраһын алып, үҙенә генә хас бер дәрт менән сиртә башланы. Уның урынына еткереп уйнауына, үҙен ышаныслы, хатта бер аҙ тәкәббер тотоуына ҡарағанда, оҫта аҡын икәне күренеп тора ине. Йөрәге бәйге күреп дауырғыған толпарҙыҡылай ярһый башлаған Ҡобағош уның өләңенә ҡолаҡ һалды: Ай-ҡояштың аҫтында Яңғыҙ елгән бар микән? Ҡабарып ҡалҡҡан болоттоң Һөтөн имгән бар микән? Күк көмбәҙе ете ҡат, Унда менгән бар микән? Атҡа менһә, алаптай, Ергә төшһә, ҡалаҡтай – Уны белгән бар микән? “Зиһенде һынап ҡарауылыр инде”, - тип уйланы Ҡобағош һәм, көлөмһөрәй биреп, Бисәнбайҙың үҙ һарыны338 менән яуапланы: Ай-ҡояштың аҫтында Яңғыҙ елгән – тилбер ел; Ҡабарып ҡалҡҡан болоттоң Һөтөн имгән – изге ер; Күк көмбәҙе ете ҡат, Унда менгән осҡор зат – Әҙәмдәрҙең уйылыр; Атҡа менһә, алаптай, Ергә төшһә, ҡалаҡтай – Иргәйелдең буйылыр. Ҡобағоштоң яуабын ишеткән хужалар бер-береһенә мәғәнәле ҡараш ташлашып ҡуйҙы, бер-икеһе үҙ-ара шыпырт ҡына ниҙер һөйләшеп алды. Шәймөхәмәт тархан һәм уның арҡадаштары, кәүҙәләрен турайта төшөп, тирә-яҡҡа ғорур ҡиәфәттә күҙ һалды. Бисәнбай аҡын ҡаштарын йыйырып ҡуйҙы ла, дауам итте: Мин – Бисәнбай аҡынмын, Әйтешкәндә ялҡынмын; Даным уйлап ҡараһам – Һабрауға яҡынмын. Хандар килһә ҡашыма – Аттан төшөп, ҡул биргән; Ҡолдар килһә ҡашыма - Атҡа менеп ҡул биргән, Барына яуыҡ339 аҡынмын, Хан түренә яҡынмын. Ә һин кемһең, шырағым, Бисәнбайға һүҙ ҡатҡан; Кирәктән340 килеп, һүҙ асып Минең сәмде ҡуҙғатҡан? Ҡобағоштоң күңелендә бығаса тойомланмаған әйтеш ҡомары уянды. Был ваҡытта уның зиһене ике яғы ла үткерләнгән хәнйәр кеүек ине. Сәсән ҡалҡына биреп ҡуйҙы ла, бөтә һүҙ оҫталығы менән самытын эшкә егеп, яуабын ҡойҙо: Әй, аҡыным, аҡыным, Күңелемә яҡыным, Өләңеңде тыңлағас, Һүҙ әйтергә салҡыным. Юл хәтере – күсәмдә, Ил хәтере – сәсәндә. Сәсән булдым, бей булдым Аҡ Урҙаның эсендә. Ҡобағош тиҙәр атымды, Истәк тиҙәр затымды. Табын иле Күбәләк – Һораһаң төп йортомдо. Күп йөрөгән сәсәнмен, Күп кисергән сәсәнмен. Шалғыҙ йырау ни күрһә, Шуны күргән сәсәнмен. Ике мырҙа талашты, Аҡ Урҙаға туймаҫтай; Атҡа менеп ыҙғышты, Аҡ донъяға һыймаҫтай. Уны ла күргән сәсәнмен, Араға кергән сәсәнмен. Бала һуйған Килембәт – Уны ла күргән сәсәнмен. Ун һан нуғай бөлгәндә, Ҡайғынан үлгән Үрмәмбәт – Уны ла белгән сәсәнмен. Ҡаҙан ҡолап, ярсығы Миңә лә тейгән сәсәнмен; Яу менән зау утынан Ҡанаты көйгән сәсәнмен. Ҡобағош әйтерен бер тынала әйтеп бөттө лә, Бисәнбайға һуш йыйырға ла ирек бирмәҫтән, ҡынынан ҡурайын алды. Ул һажлатып боронғо ҡобайыр көйөн уйнай башлағанда, ҡорҙағылар хатта ғәжәпләнергә лә өлгөрмәй ҡалды. Бер ауыҡ ҡурайға көс төшөрөп, ярһыуын баҫа төшкәс, Ҡобағош сәсән үҙе һөжүмгә күсте: Һай!... Һабрау, тинең, һүҙ астың, Һәрмәп тормай күт аҫтын. Һабрау – ҡояш, беҙ тик ай, Нурын алған ҡояштың. Көн яманы - өшәмә341, Һүҙ яманы - өшкәмә. Һүҙемә яуап табалһаң, Тоҙ бирермен өс кәмә, Һүҙемә яуап тапмаһаң, Ҡол булырһың әкәңә342. Баш осоңда төпһөҙ күк Тәпәш булып күренһә, Өйөрҙәге ун йылҡың Бер баш булып күренһә; Төндә яҡҡан усағың Ҡояш булып күренһә; Яуыз тигән хандарың Йыуаш булып күренһә, Ул ни булыр донъяла? Әйт яуабың, буҙ бала! Тишәм тиһәң, тишелмәҫ, Сисәм тиһәң, сиселмәҫ; Үҙе тулы – төбө юҡ, Ныҡ һырылған – ебе юҡ; Ялҡыны юҡ – йылытыр, Сәбәбе юҡ – илатыр; Юлда уны ташлаһаң, Елһеҙ көндә ҡолатыр. Ул ни булыр донъяла? Әйт яуабың, буҙ бала! Үрелерһең – буй етмәҫ, Ынтылырһың – ҡул етмәҫ; Һатып ҡына алырға Ил-йортоңда бол етмәҫ; Уны ҡалай юлларға Аҡыл етмәҫ, уй етмәҫ. Ул ни булыр донъяла? Әйт яуабың, буҙ бала! Ҡырҡ йәштәр самаһындағы Бисәнбай аҡын Ҡобағоштоң һүҙ оҫталығы менән зиһен үткерлегенән, унан да былайыраҡ үҙен балаһыратыуҙан баҙап ҡалды. Был мәлдә ул кикереге шиңгән көҙгө әтәскә оҡшап тора ине. Ҡобағош яуап көттө. Уны бигерәк тә тура ҡарарға ҡыймай ултырған Тәүәкәл хан һәм уның яҡындары менән һарай әһелдәре көҫәне. Тик яуап юҡ та юҡ ине – көсәнеүҙән бер ағарып, бер буҙарып ултырған Бисәнбай, думбыраһының ҡылдарын уҙалы-ҡаҙалы сиртештереп, ниҙер әйтергә уҡталды, ләкин был маташыуҙан бер ни ҙә килеп сыҡманы. Күрәһең, нәҡ ошо мәлдә уны илһам ҡошо ташлап китте. Ҡобағоштоң күңелен йәлләү тойғоһо көйҙөрөп үтте - әле генә әллә кем булып, үҙен Һабрауға тиңләп ултырған аҡынды бындай меҫкен хәлдә күреү уға ла ҡыйын ине. Ахырҙа, Бисәнбай түҙмәне – бөтә үсен думбыраһынан алғандай, уны асыу менән артына ташланы ла, ике ҡулын күкрәгенә ҡуйып, күҙҙәрен йомоп, Ҡобағош сәсән алдында баш эйҙе. Был -еңелеүҙе таныу билдәһе ине. Уңайһыҙ тынлыҡты йөҙөндә ғорурлыҡ уйнаған Шәймөхәмәт тархан боҙҙо: - Ҡобағош бей, ҡобайырҙы ҡойоуын ҡойғас, яуабын да әйтеп кит. Сәсән, хурлыҡтан ҡара янып, күҙҙәрен аҫҡа текәп ултырған Бисәнбайға туп-тура ҡарап, ҡобайырының яуабын сурытты: Баш осоңда төпһөҙ күк Тәпәш булып күренһә, Өйөрҙәге ун йылҡың Бер баш булып күренһә; Төндә яҡҡан усағың Ҡояш булып күренһә; Яуыз тигән хандарың Йыуаш булып күренһә - Илде дошман алыуы, Муйынға шүркә343һалыуы. Тишәм тиһәң, тишелмәҫ, Сисәм тиһәң, сиселмәҫ; Үҙе тулы – төбө юҡ, Ныҡ һырылған – ебе юҡ; Ялҡыны юҡ – йылытыр, Сәбәбе юҡ – илатыр; Юлда уны ташлаһаң, Елһеҙ көндә ҡолатыр, Ул - ҡәрҙәшлек ғилйәте344, Изге уның мөлләте. Үрелерһең – буй етмәҫ, Ынтылырһың – ҡул етмәҫ; Һатып ҡына алырға Ил-йортоңда бол етмәҫ; Уны ҡалай юлларға Аҡыл етмәҫ, уй етмәҫ - Ҡулдан киткән иркең ул, Илдән киткән күркең ул! Ҡобағош сәсән үҙе ҡуйған һорауҙарға яуаптарын тулғап бөткәс, тирмә эсе шау-гөр килгән тауыштар менән тулды. Иң беренсе булып Шәймөхәмәт тархан күтәрмәләне уны: - Һай, мәрҙәс! Уға кемуҙарҙан ҡалғандар ҡушылды: - Мең йәшә, сәсән! - Бисәнбайҙы үлтерҙе ғуй! - Иң ҡысытҡан ергә генә тейҙереп, ярҙың да һалдың! - Уй-бай! Бындай тел барҙа, уғың ары торһон! - Теле ныҡтың – иле ныҡ! Шау-шыу бер аҙ баҫыла биргәс, ауара хәленән сығып, тыныслана төшкән Бисәнбай аҡын телгә килде: - Әй, жарыҡтыҡ345 Ҡобағош сәсән! Мин үҙемде Һабрау йырауға яҡынлаштым, тип йөрөй инем. Һине тыңлағандан һуң, уның теҙенән генә икәнлегемә төшөндөм. Ҡуйған шартыңа күнәм, әммә һиңә ҡол булыр өсөн йәшем олоғайҙы. Шуға күрә, үҙеңә аманат итеп әлегә буйҙаҡ йөрөгән улым Шәншәрҙе бирәм. Барыһы ла тынып ҡалды. Аманатлыҡ йолаһы ағуталар араһында киң таралған күренеш булһа ла, һүҙ оҫталарының бер-береһенә бала бирешеүе ишетелгән хәл түгел ине. Тирмәләгеләр быны аҡындың Ҡобағошто ҙурлауы, үҙенсә арбаҡлауы итеп ҡабул итте. Ҡобайыр аһәңе өсөн генә ҡуйылған шартты Бисәнбайҙың шулай һүҙмә-һүҙ ҡабул итеүенән үҙе лә аптырап ҡалған сәсән һамаҡлап яуап бирҙе: Аманаттан баш тартыу Тик тинтәккә ҡул булыр; Балаң алыр алдынан Әйтер һүҙем шул булыр: Шәншәр илгә ҡол булыр, Ҡобағошҡа ул булыр. Һүҙ оҫталарының әйтеше ошо рәүешле тамамланғас, рәсми һөйләшеү башланды. Бисәнбай аҡын менән Ҡобағош сәсән араһындағы дау, асылда, үҙ-ара аңлашыуҙың юҫығын билдәләп, Тәүәкәл хан менән илселәр араһындағы күңел күперҙәрен күҙгә күренмәҫ еп менән нығытып өлгөргәйне. Шулай булмауы мөмкин түгел, сөнки һүҙ ҡөҙрәте бит ул! Бигерәк тә һүҙҙең иң юғары кәүҙәләнеше булған ҡобайыр менән тулғау ҡөҙрәте. VIII Йортбағыш һөйгәнен түҙемһеҙләнеп көттө. Көткәнгә көн оҙон тигәндәй, тик төшлөктәге ҡояш ҡына кискә ауышырға ҡабаланманы – үҙенә билдәләнгән фәләк буйлап яй ғына тәгәрәүен белде. Уның йәне сығырҙай булып кисте көткән егеттә генә түгел, ә бар донъяла эше юҡ ине. Күк есеменең барлыҡ важибәте346 - тирә-яҡҡа нур һибеү, тереклеккә йәшәү сығанағы булыу. Ә ҡалғаны – тереклектең үҙ ҡулында, үҙ мәйелендә. Уҡа буйында кеше мөхитенән бөтөнләй үҙгә тормош ҡайнай: оло һыуҙарға хас мөһабәтлек менән шым ғына йылға аға, уның ярҙарын ҡаплап үҫкән әрәмәлектәрҙә ҡоштар сыр-сыу килә, сәскәнән-сәскәгә ҡунып төрлө төҫтәге күбәләктәр ҡыуыша, бал ҡорттары геүләй, аяҡ аҫтында бөжәктәр ҡайнаша. Бер һайыҫҡан Йортбағыш ултырған тирәлә шыҡырлап, өй-төҙҙәге тереклеккә хәүеф барлығын йәүкәләп ураңғыланы- ураңғыланы ла, уның иҫкәртеүҙәренә иғтибар итеүсе булмағас, ҡайҙалыр осоп китте – ялҡты, буғай. Бына, күкте мәңге ташламаҫтай булып балҡыған ҡояш, офоҡ ситенә яҡынлап, үҙенең ҡыҙыулығын юйҙы. Уның байыу яғына ыңғайлауын һиҙеп, көндөҙ шымып торған сиңерткәләр сеңләргә тотондо, гүйә, улар мәңгелек йәшәү сығанағы булған күк есеме менән үҙҙәренсә йырлап хушлаша ине. Сиңерткәләрҙең моңһоу хорын тыңлап бер аҙға ҡоштар тынып ҡалды, иңкештәр геүләүҙән туҡтаны, ҡанаттарын йыйған күбәләктәр сәскәләр өҫтәндә һағышлы уйға талды. Бына ҡыҙғылт-һары тирәсе менән офоҡ ситен көйҙөрөп, ҡояш батты. Уның алтынһыу нурҙары бейектә ҡатып ҡалған өйкөм болоттарҙы илаһи нурҙарға мансып, асмандың көнбайыш өлөшөнә шаңдаҡ булып яғылып та өлгөрмәне, сиңерткәләр менән ярышып һандуғастар сут-сут килә башланы. Әммә уларҙың йырында, үлән араһынан ишетелгән сеңләү менән сағыштырғанда, күңелдәрҙе елкендергес дәрт һәм тантана ауаздары ишетелә ине. Кемуҙарҙан һайрашҡан ҡоштар моңо аҫтында Йортбағыштың йөрәге тағы ла ярһыбыраҡ типте, ашҡыныуҙан, Аҡһылыуын өләкһеүҙән йәне алҡымына тығылып-тығылып ҡуйҙы. Ҡасаныраҡ килер ул? Нисегерәк осрашырҙар? Моғайын, бер-береһенең ҡосағына ташланырҙар ҙа, элеккеләй бар донъяны оноторҙар. Йортбағыш үҙ яйына ығышҡан ваҡытты тиҙерәк үткәрергә теләп, кәләше менән бергә булған бәхетле мәлдәрен тағы бер ҡат күҙ алдынан үткәреп сыҡты. Әй, илаһым, былай ҙа ҡыҫҡа булыр икән уға яҙған иҡбал347! Аҡһылыуҙы тәү күргән көндән алып хушлашыуға тиклемге арала йәшәлгән тормошон ҡат-ҡат уйлаһа ла, эңер төшмәй ҙә төшмәй. Әллә көнө оҙон, әллә уйҙары ҡыҫҡа. Бына, инәлтә торғас, әкрен генә ҡыҙыл эңер төштө, бер аҙҙан тирә-яҡты һорғолт ҡараңғылыҡ ҡапланы. Төнгө күктә, бер-бер артлы балҡып, йыһан мөғжизәһе – йондоҙҙар ҡалҡты. Аҫылташтарҙан туҡылған билбау төҫлө төн яғынан ҡиблаға һуҙылған Ҡош юлы күк көмбәҙен урталайға бүлде. Уғаса булмай, Уҡаның арғы ярын ҡаплаған ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар өҫтөнән тулған ай күтәрелде. Ул тыуыу менән әле генә йым-йым итеп балҡып торған бихисап йондоҙҙарҙың яртыһы һүрелде. Ҡыуаҡлыҡтарҙағы һандуғастар һайрап-һайрап ялҡты. Уларҙың тик бер үкһеҙе генә өҙөлөп-өҙөлөп йыр һуҙыуын дауам итте. Күрәһең, ҡоштар араһында ла төрлө яҙмышлылары осрай. Йортбағыш үҙәкте өҙөп моңланыусы был һандуғастың тәҡдирен үҙенекенә оҡшатты. Эйе, Аҡһылыу килмәне. Сәбәп ниҙә? Уны тын менән һурып алырҙай булып көткәнде белә бит инде. Онотҡан тиһәң, осрашыуҙы үҙе билдәләне. Бер-бер хәл булдымы икән? Уны шулай бер генә күреп йөрәкте яндырыр өсөн, осрашыр-осрашмаҫтан айырылышыр өсөн килеп таптымы ни Йортбағыш? Аҡһылыуҙы ла аңларға була: ул хәҙер икенсе кешенең кәләше, шуның менән донъя көтөп ята. Иренең ҡуйған шартын үтәп, тәрегә суҡынып, уға тоғро булырға ант иткәндер. Улай булғас, осрашыуҙы ниңә тәғәйенләне икән? Йортбағыш теге саҡта Оло Иҙел буйында күргән хикмәтле төшөн хәтерләне. Йөҙөнөң ҡаралығы – икенсе дингә күсеүенә ишара булғандыр. “Нишләргә? – тип уйланы һаман өмөтөн өҙмәй Ҡасим яғына текләп ултырған егет. – Иртәгә эҙләп табып, иренең боғаҙын сәйнәргәме? Ул һөйгәне өсөн тотош ҡала халҡы менән һуғышырға әҙер. Тик Аҡһылыуҙан шуға оҡшаш бер хәбәр генә булһын. Ләкин килмәне бит, килмәне! Уның ни уйлағанын нисек белергә?..” Шундай үкенесле лә, ғазаплы ла уйҙар ҡосағында үртәлеп, Аҡһылыуҙың килмәүен нимәгә юрарға белмәйенсә өҙгөләнеп таңды аттырҙы егет. Уның был төндәге кисерештәренә күктәге яңғыҙ ай ҙа, бер Хоҙай ғына шаһит булды. Тик икеһе лә Йортбағышҡа ярҙам итмәне. Береһе носрат348 күрһәтергә теләмәне, ә икенсеһенең ундай ҡөҙрәте юҡ ине. Тулған ай күк көмбәҙенең Ҡош юлы менән бүленгән сиген уҙып, бер аҙ ваҡыт үткәс, өнһөҙ шаһиттың ҡобараһы оса башланы. Был – таң һарғайыуын аңлата ине. Йоҡоһоҙ төндән, ғазаплы уйҙарҙан йөҙө һурылып киткән Йортбағыш, атын уҙалы-ҡаҙалы эйәрләп, Уҡа үренә йүнәлде. Ул Туйгилделәр тирмә ҡорған аҡланды барып тапҡанда, бырасылдар йоҡонан тормағайны әле. Ят кеше яҡынлашҡанын һиҙеп, ике башмаҡтай бүребаҫар абалап Йортбағышҡа ҡаршы сыҡты. Эттәрҙең ларҫ та лорҫ өргәнен ишетеп, ике-өс уҡ атымы ерҙә йөрөгән төнгө көтөүсе әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе, артынса сыбыртҡыһын шартлатты. Шартлау тауышы йылға үҙәндәрен ҡаплаған шыйыҡ томан эсендә йоҡомһорап ултырған ҡыуаҡлыҡтарға бәрелеп, шаңдау булып ҡайтты. Был тауыштан һиҫкәнеп, өйөрҙәге йылҡыларҙың бер-икеһе кешнәп ҡуйҙы, улар артынса әлеге көтөүсе һөрән һалды: “Һайт, һайт!..” Таң һарыһынан ҡупҡан ығы-зығыға тирмәнән Туйгилде килеп сыҡты. - Кем йөрөй унда? – тип ҡысҡырҙы ул йоҡоло тауыш менән. - Мин, Туйгилде ағай, - тине абалап ат бауырына инеп килгән эттәргә ҡамсы менән һелтәнә-һелтәнә эйәрҙән төшөргә маташҡан егет. - Ә-ә, һинме ни, - тине уны таныған бырасыл һәм бүребаҫарҙарына ҡысҡырҙы: - Сөбә! Эттәр, ҡолаҡтарын шымтайтып, шыңшый-шыңшый тирмә ауыҙындағы үҙ урындарына барып ятты. - Таң менән нимә эшләп йөрөйһөң? Ниңә улай төҫөң ҡасҡан, берәй хәл булдымы әллә? - Булды инде, - тип көрһөндө Йортбағыш һәм кисә башынан кисергәндәрҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Уның зарын тыңлап бөткәс: - Һә, - тип аптырауын белдерҙе Туйгилде, – хәҙер ҡалайтырға уйлайһың инде? - Белмәйем. Баш ҡатҡан, - тине Йортбағыш. - Әллә ул сауҙагәрҙең донъяһын тар-мар итеп, үҙенең ҡанында аунайым микән? Һуғышып өйрәнгән баш... - Һай, имаҡ349! – тип бүлдерҙе уны Туйгилде. – Донъяның аймылын350 хандар яулашып төҙәтә алмай. Уйлап ҡара: уның ни ғәйебе бар? Әле һин һөйгәнеңде ҡыҙғаныуҙан башыңды юйыр сиккә еткәнһең. - Күңелемде төңөлтөп китһә, былай уҡ ҡыйын булмаҫ ине. Ниңә килмәне икән?! – тип иңрәне ысыҡлы үлән өҫтөндә ятҡан Йортбағыш. Туйгилде, уның эргәһенә сүгәләп, йыуатыуын дауам итте: - Хәлеңде аңлайым. Ваҡыт дауаламаҫ яра юҡ – бөтәһе лә үтер әле. Аҡһылыуҙы ла аңларға була – үҙ ирке менән ташлап китмәгән бит һине. Ир-егет яуҙан бушамағанда, бисәләр ҡалайтырға тейеш? Улар донъяға ир бәхете көҫәп тыуа – Хоҙай шулай яратҡан. Йортбағыш ыңғырашып ҡуйҙы ла, салҡан әйләнеп ятты: - Миңә нимә эшләргә, Туйгилде ағай? Бир берәй кәңәш! - Ни әйтәйем, - тине бырасыл. – Риза булһаң, әйҙә, бергәләп кәсеп итәйек. Ошонда килә-китә йөрөп, бер әмәле табылмаҫмы? - Юҡ! – тип ҡырҡа кире һуҡты Йортбағыш. – Осрашырға теләһә, күктән таш яуһа ла килер ине. - Йәл, - тине Туйгилде. - Әллә ҡасаҡтарға барып ҡарайһыңмы? Дон буйҙары һинең шикелле яҙмыштары ҡыйралған ир-егеттәр менән туп-тулы. Үҙҙәре баш, үҙҙәре түш тигәндәй, далалағы ел һымаҡ ирекле тормош менән йәшәп тик яталар. - Унда нисек барырға? – тип һораны әҙерәк тыныслана төшкән Йортбағыш. Туйгилде егеттең хәленә инеп, уға тел ярҙамы булһа ла күрһәтә алыуынан ҡәнәғәтлек кисереп, артабан сурытты: - Һа! Шул булдымы ҡайғы? Бына, иртәгә һаҡмансы егеттәр атҡа китә, шулар менән юлланырһың. Беҙ ҡасаҡтарҙың биләмәһе аша үтеп йөрөйбөҙ, ҡайһы берҙә уларҙың талап йыйылған йылҡыларын алып китәбеҙ. Һары Аҙман тигән атамандары менән яҡшы танышмын. Һай, башкиҫәр халыҡ инде! Шулай ҙа, һөйләшә белһәң, килешергә була... - Эй-й, миңә барыбер, - тип уны бүлдерҙе Йортбағыш һәм күҙҙәренә эленгән йоҡо ихтыярына баш була алмай, ҡуйы үләнгә йөҙтүбән ҡапланып ятты. - Һин улайтма әле, - тип өтәләнде бырасыл. - Әйҙә, тирмәгә инеп ят. Сағауындың иң көслө сағы. Йә булмаһа, ауыҙыңа йылан инеп китер... Йортбағыш барлыҡ ихтыяр көсөн йыйып урынынан ҡуҙғалды һәм, алпан-толпан баҫып, тирмә яғына атланы. Уның эсендәге һаҡмансылар әле йоҡоларынан уянмағайны. Егет Туйгилде һонған бер һаба ҡымыҙҙы күтәреп эсте лә шундағы урындарҙың береһенә барып йығылды. Ҡымыҙ уның арыған зиһенен оторо ойотоп алып китте. Бер аҙҙан Йортбағыштың булмышы ҡотанһыҙ тышҡы каинатты351 ташлап, ләззәтле һәм матур төштәрҙән торған серле, ҡайғы-хәсрәтһеҙ донъяға сумды. IX Ике ут араһында ҡалған Аҡһылыу кис яҡынлашҡан һайын нығыраҡ өҙгөләнде. Уттың да ниндәйе бит: булмышты эстән үртәүсе, бер үҙе әллә нисә тамуҡ ғазабына торошло һөйөү ялҡыны. Шул тиклем әсе был һыҙланыу, ләкин үҙенән ни ғиллә менәндер бал тәм итә. Шундай татлы был ғазап, әммә асылынан ҡан тәме килә. Иренең сәйер ҡарарынан ауара хәлендә ҡалған Аҡһылыу, йәнен биләп алған ҡапма-ҡаршылыҡлы уй-хистәрен белгертмәҫкә тырышып, юлға йыйыныу һылтауы менән төшкө аштан һуң шундуҡ үҙенең бүлмәһенә ҡабаланды. Уның албырғауы шул дәрәжәлә ине, хатта Пантелейҙан: “Һин бит юлға бөгөн төштән һуң сығырға тейеш инең, ниңә кире уйланың?” – тип һорарға ла башына килмәне. Бер уйлаһаң, ул һорауҙы бирҙең ни ҙә, бирмәнең ни – иренең ниҙер һиҙенгәне көн кеүек асыҡ. Аҡһылыу ҡат-ҡат урын ҡаралдыһы түшәлгән ағас карауат өҫтөнә ауҙы ла, ана түгеләм, бына түгеләм, тип торған күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Улар, бармаҡтары араһын эҫе еүешлеккә мансып, яҫтыҡ тышына аҡты, яҙмышҡа рәнйеү билдәһе булып мамыҡ эсенә һеңде. Уның ҡолағына Йортбағыштың өмөт һәм наҙ тулы тауышы ишетелгәндәй булды: “Аҡһылыу!..” Ул, әйтерһең, һөйгәненең ғазапланыуын күреп, йыуатырға тырыша. Был уйҙан ҡатындың күңеле оторо тулыша һәм ул тағы ярһыбыраҡ үкһергә тотона... Туйғансы балауыҙ һығып алғас, Аҡһылыу үҙенең йәнендә еңеллек тойҙо. Уның күптән былай илағаны юҡ ине. Күңеленең тулыуы ла йәшләй генә һөйгән йәренең һис уйламаған-нитмәгәндә тормош юлында яңынан пәйҙә булыуынан инде. Аһ, Йортбағыш, Йортбағыш! Ни үле, ни тере хәбәрең булмағас, ғүмерлеккә юғалғайның бит! Бөгөн иҫләмәҫтән исемемде әйтеп, барыһын өр-яңынан хәтерләттең, булмышымды кисерештәр даръяһына сумдырҙың. Аһ, был яҙмыштың аяуһыҙлығы! Бүтәнсә бер ҡасан да осрашып булмаҫ микән ни?.. Исмаһам, тағы бер күрешер өсөн ниндәй әмәлдәр табып ҡарарға?!. Шул саҡта Аҡһылыу үҙенең зиһенен йәшен төҫлө телеп үткән: “Ә Пантелей?” – тигән уйҙан тертләп ҡуйҙы. Был фекерҙән икенсеһе яралды: “Мин бит уға тоғролоҡҡа сиркәүҙә тәре үбеп ант иттем. Антым башыма етмәҫме?..” Уйҙары сараһыҙҙан яҙмыш юлыҡтырған икенсе иренә, халыҡ әйтмешләй, һармышына барып төртөлгән һайын, уның хәтеренә иң тәүҙә хеҙмәтсе өйөндәге теге төн килеп төшә. Көҙ башы ине. Бар донъя күҙгә төртһәң дә күренмәҫ ҡараңғылыҡ ҡосағында. Аҡһылыу һаҡ ҡына ишек ҡаҡҡан тауышҡа уянып китте – ҡолаҡ сыңлатмалы төнгө һиллектә ул дөбөрләү булып ишетелде. Йәш ҡатындың йөрәге, күкрәгенән атылып сығырға уйлағандай, алҡымына тығылды – ул ҡапыл эҫе йүгергән ҡолаҡтары эргәһендә дарҫлап типкән кеүек ине. Йоҡо аралаш ни уйларға ла белмәгән Аҡһылыу ишек янына килде: - Кем унда? - Мин, - тине тулҡынланыуҙан ҡарлығыбыраҡ сыҡҡан ҡуйы тауыш. Ҡото осҡан ҡатындың башынан: “Я Раббым! Хужа!” – тигән уй йүгереп үтте. Юҡ, юҡ! Был – Пантелей түгел, ә ҡара төндә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына күкрәп килгән ямғыр болото ине. Баш бирмәй тулаған йөрәген тыйырға була ҡулдарын күкрәгенә баҫып ишек ашаһында торған зат иһә Аҡһылыу түгел – ҡорғаҡһыған ер. Дымға тулышҡан болоттан еләҫ ел таңғы ысыҡтар һалҡынлығын килтерә, тирә-яҡҡа үләндәрҙең хуш еҫен тарата, сәскә бәбәктәренең шәрбәт тәмдәрен аңҡыта. Ҡорғаҡһыған ер иләүһерәп уянғайны , шуға күрә үҙенең тап шул мәлдә нишләгәнен йүнләп хәтерләмәй: ишектең келәһен әллә ул асты, әллә ел асты. Иҫенә килгәндә - ямғыр болотоноң ҡосағында ине. Унда ла тик: “Ауыр миңә!” – тигән йән ярырлыҡ иңрәүгә айнып китте. Үҙе лә тәҡәтһеҙ булып сарсаған ер иламһыраған тауыш хужаһын йәлләне лә, уның иркәләүҙәренә ирек ҡуйҙы. Наҙ кемгә килешмәһен – бер аҙҙан теләге ҡабынып, үҙе лә болоттоң ҡуйы ялбыр ялдарын тараны, ҡомарланғандан-ҡомарлана барған төнгө ҡунаҡтың ихтыярына тулыһынса бирелеп, аңы томаланды. Был - ҡорғаҡһыған ер болот һайламай, тигәнгә ишара ине. Өнһөҙ теләктәшлектән оторо анһыҡҡан ямғыр болото, таңға тиклем туҡтамайынса яуыр өсөн, сарсаған ер өҫтөнә ишелде... Ошоларҙы өр-яңынан кисереп ята торғас, Пантелейҙың холҡондағы бер үҙенсәлек иҫенә төшкән Аҡһылыу, әлеге уйға тотоноп, урынынан ҡалҡынды. Ысынлап та! Һармышы ғишыҡ шәрбәтен саманан артығыраҡ татыһа үлек һымаҡ йоҡлай бит. Икеһен йоп ҡылған беренсе төндән һуң Пантелей көнө буйы уянмағайны. Ул тағы ла төн уртаһы яҡынлашыуғараҡ килде. Был юлы ишекте шаҡып торманы, сөнки келә эленмәгәйне. Инде лә, уны көтөп йоҡламай ятҡан Аҡһылыуҙың ризалыҡ-фәләнен һорап тормайынса, күтәреп ҙур өйгә алып китте. Шулай ҡасып-боҫоп бер айға яҡын ҡушылып йөрөгәндән һуң улар сиркәүгә барҙы. Алдына алған сая уйынан күңеле ҡанатланған Аҡһылыу йүгереп йөрөп киске тамаҡ әҙерләне. Ул был эште ниндәйҙер ярһыу дәрт менән башҡарҙы: табынға Пантелейҙың яратҡан ризыҡтарын теҙҙе. Әйҙә, һыйланһын – төндә уға байтаҡ көсәнергә тура киләсәк. Икенсенән, бергә ултырып һуңғы тапҡыр ашауҙары бит, хушлашыу байрам булып иҫендә ҡалһын. - Был ниндәй байрам? – тип ғәжәпләнде сәфәргә әҙерләнеү юлтырағынан бушап өйгә ингән Пантелей. Аш-һыу араһында булышыуҙан йөҙө алһыуланып киткән Аҡһылыу уға серле йылмайып яуап бирҙе: - Һин бөгөн йәкшәмбе икәнен оноттоңмо ни? Өҫтәүенә, иртәгә юлға. Мәскәүҙе башлап күрәсәкмен бит, шуға күрә ул минең өсөн байрам. Аҡһылыуҙың биленә алъяпҡыс быуыуҙан тағы ла ҡупшыланыбыраҡ киткән буй-һынына һоҡланыуын йәшермәгән сауҙагәр уны артынан барып ҡосаҡланы: - Тимошканы өләсәһенә алып барып ташланым. Юл хәлен белеп булмай – беҙ ҡайтҡансы шунда йөрөп торор. “Аулаҡ булыуы бигерәк яҡшы,” – тип уйланы Аҡһылыу, ләкин арттан янғалаҡлаған иренә: - Дөрөҫ эшләгәнһең. Хеҙмәтселәргә ышаныс бармы ни? – тине лә, ҡолағын ҡытыҡлап торған һаҡал-мыйыҡ араһындағы ирендәргә йөҙөн борҙо. Был төндә Пантелей ярты йылдан ашыу бергә йәшәп ташлаған ҡатынын таныманы. Ғәҙәттә, ул никах бурысын тартына-тартына үтәй ҙә, башҡаса маҙаһыҙламай торғайны. Һиҙә сауҙагәр: Аҡһылыу уға тамағын туйҙырған, өҫтөн бөтәйткән хужаға рәхмәт йөҙөнән буйһона, һәр бер теләген үтәй төҫлө. Өйләнешкәндәренә арыу уҡ ваҡыт үтеп китһә лә, ул һаман үҙенең хеҙмәтсе булғанын онота алмай, икеһенең араһындағы ниндәйҙер күҙгә күренмәҫ кәртәне үтергә ҡыймай ине. Ә бөгөн ғишыҡ мәсьәләһендә эске оялыуын еңә алмаған ҡатынды, әйтерһең, алмаштырып ҡуйғандар: яҙғы бесәй һымаҡ ҡуйынға һырлыға, наҙ талап итеп ирен тырнаҡлай. - Һиңә ни булды? – тип һорай ҡатынының һөйөүгә ҡомһоҙлоғонан аптырай төшкән Пантелей. - Бала тапҡым килә, - тип хәйләләй Аҡһылыу. – Һаман ауырға ҡала алмайым бит. - Тап һуң, мин ҡаршымы ни? – Сауҙагәр үҙенән ун йәшкә кесерәк булған һылыу бисәһенең һығылмалы тәненән таралған сихырға ҡаршы тора алмағанын тоя һәм өр-яңы дәрт менән мөхәббәт тулҡынына ташлана. Аҡһылыу былай ҙа теләк утында дөрләгән ирҙе оторо дәртләндерә: - Эсемдә йоҡлап ятҡан ҡатын-ҡыҙҙы уятырға тейешһең... Шулай итеп ҡарарға ҡуштылар... Сама буйынса төн уртаһы еткәнен тойомлаған Аҡһылыу инде үкенә лә башланы, сөнки бала тураһындағы хәбәрҙе ысынға алған һармыш арыу-талыуҙы онотто. Уйындан уҫмаҡ сыға, тигәндәре шулдыр – туҡтауҙы белмәй. Нишләмәк кәрәк, түҙәһең инде, моғайын, үлгәнсе түгел, туйғансы яратыр. Ниһайәт, ахмалға төшкән Пантелейға йоҡо ғали йәнәптәре: “Һин көслө, әммә мин ҡеүәтлерәк”, - тине буғай, сөнки тынысланып бер аҙ ятҡандан һуң уның тигеҙ һулышы әкрен генә хырылдауға күсте. “Йә, Хоҙай”, - тип уйланы түҙемлектең сигенә сыҡҡан Аҡһылыу, ни өсөн тигәндә, был ваҡытта таң һарғая башлағайны. Ашҡыныуҙан йәне сығырҙай булған бисара зат иренең ҡатыраҡ йоҡоға талғанын көтөп тағы әҙерәк ятты ла, һаҡ ҡына ҡуҙғалып, торорға самаланы. Тик уның был ынтылышы килеп сыҡманы – бер үремдәй сәсе йөҙтүбән ҡапланып ятҡан иренең аҫтында ҡалғайны. Аҡһылыу, шәлкемде әкрен генә тартып, ысҡындырырға маташты. Был мәлдә йәнен усына ҡыҫҡан ҡатындың башында бер генә уй ине: “Уянып ҡына китмәһен!” Әммә сәс ҡымшанманы – ул нимәгәлер бәйләп ҡуйылғандай ине. Ҡапыл Аҡһылыуҙың күңелен бер төһмәт тырнап үтте: “Бармаҡтарына урап ятҡан!..” Йөрәген көйҙөрөп алған ғәрлектән уның күҙҙәренә йәш төйөлдө. Тик балауыҙ һығып ятыр мәл түгел – нимәлер уйларға кәрәк. Һарыуы ҡайнаған Аҡһылыу әлеге сәс шәлкемен тағатылған толомонан аралап алды ла уны семтемләп йолҡорға кереште. Был мәшәҡәтле һәм ғазаплы шөғөл уның байтаҡ ваҡытын алды. Асҡысһыҙ бығауын йолҡоп ысҡынған Аҡһылыу Уҡа буйына килеп еткәндә, таң яҡтыра башлағайны инде. Йөрәкһеп тауыш итте, ләкин уға яуап биреүсе булманы – яр буйындағы ҡыуаҡлыҡтарға ҡаҡлығып тик шаңдауы ғына ҡайтты. Тапалған үлән буйынса тоҫмаллап Йортбағыштың осрашыу көткән урынын барып тапты. Тик унда һөйгәненең аты ҡалдырған бер өйөм иҫтәлектән башҡа нәмә күрмәне. Уныһы ла һыуынып бөтмәгән – боҫо борҡорап ята. Тимәк, Аҡһылыу саҡ ҡына өлгөрмәгән. Аһ, был тәҡдирҙең аяныслы аймылыштары! Аҡһылыу өҙөлөп һөйгән кешеһенең атынан ҡалған әлеге иҫтәлеккә текләп байтаҡ ултырҙы. Унан таралған еҫ шундай ғәзиз һәм танһыҡ. Аҡһылыу алыҫта ҡалған тыуған илен, ата йортонда үткән ғәмһеҙ саҡтарын хәтерләткән был өйөмдө күкрәгенә ҡыҫырға әҙер ине. Бына, Асылыкүл буйындағы йәйләү. Унда, ерҙе ҡаплап, йылҡы өйөрө йөрөй, ҡолондар ҡотороша. Көтөүселәр, айт-һайтлап, бейәләрҙе ҡолан таҡырына әйҙәй – һауын ваҡыты еткән... Бына, улар бер төҫтәге ҡола аттарға менеп Өйҙөрәк буйындағы һабантуй майҙанына килеп инә. Үҙҙәре йәш кенә булһалар ҙа, йырҙары ниңә моңло-зарлы икән: ...Арттарымдан һығылып илап ҡалды, Мал бирепкәй сәүгән йәр кеүек. Аҡһылыу үҙенең ихтыярынан тыш субырлап аҡҡан күҙ йәштәре аша тирә-яҡҡа ҡараны. Ғәжәп – бөтә нәмә һары төҫтә кәүҙәләнә, ә бит әле йәй уртаһы. Атҡан таңдың һарыһы күскәнме, әллә уны көтөп ала алмаған Йортбағыштың һағышы йоғоп ҡалғанмы?.. Эйе, уның өсөн был донъяла алға ла, артҡа ла юл юҡ. Тик бер генә юҫыҡ, уныһы ла – билдәһеҙлеккә... Аҡһылыу кинәт кенә башына килгән ҡырҡа-яран уйҙан ҡабынып, урынынан торҙо, ысыҡлы үлән кисеп һыу буйына килде. Өҫтөн шыйыҡ томанмы, быумы ҡаплаған йылғаны күргәс, уның башынан: “Нишләп билдәһеҙлеккә булһын, Уҡа бит тыуған яҡтарға табан аға”, - тигән уй йүгереп үтте. Тағы ниҙе онотто? Ә-ә!.. Теге донъяла осрашыр өсөн уға кире Мөхәммәт өммәтенә күсергә кәрәк. Ул, муйынындағы алтын тәрене өҙөп алып, Ҡасим тарафына атып бәрҙе. Һуңынан, хәтерендә уйылып ҡалған йороҡ буйынса: “Лә иләһә иллалла Мөхәммәдәр рәсүлулла!” – тип иман шарты килтерҙе лә, йөҙә белмәгәнлектән ғүмере буйы ҡурҡып йәшәгән һыу эсенә инеп китте. Бына, рәхәт тә, дәһшәтле лә һалҡынлыҡ Аҡһылыуҙың биленә етте, бер аҙҙан – күкрәгенә. Уның шомланған күңелен үкенеүгә оҡшаш бер хис көйҙөрөп алғанда, һуң ине инде – аяғы соҡор урынға тура килеп, ул һыуға башкөллө сумды. Мәңгелек тарафына юлланыусының бер ҡалҡып, бер юғалып тыпырсыныуынан шыйыҡ томан япҡан Уҡа өҫтөнә һиҙелер-һиҙелмәҫ тулҡын дүңгәләктәре таралғанда, тыуып килгән ҡояш нурҙары көнсығыш күген ҡан ҡыҙыл төҫкә мансый ғына башлағайны. Х Дмитрийҙың уландары Яков менән Григорий Строгановтарҙың махсус саҡырыуы буйынса тупланған Дон казаҡтары отряды, кәмәләрҙә ағып төшөр өсөн, Таһыл йылғаһының үренә барып етте. Йырмаҡ исемле атаман етәкләгән был төркөм һигеҙ йөҙ ҡырҡ кешене берләштерә ине. Барыһы ла ҡорал ярҙамында дан менән байлыҡ яуларға хыялланыусы өйтәм ир-егеттәр төрлөһө-төрлө яҡтан йыйылғайны унда. Мәскәү дәүләтенең иҙгене менән хөкөмдән ҡасҡан урыҫ крәҫтиәндәре, Аҡ Урҙа емерелгәндән һуң ил-йортһоҙ ҡалған төрки егеттәре ғәскәрҙең нигеҙен тәшкил итте. Һәммәһе лә утты-һыуҙы кискән, алыштарҙа сыныҡҡан, иректе бөтәһенән өҫтөн ҡуйған илтабан352 яугирҙар. Ҡыҫҡаһы, ауыҙҙарына бармаҡты тыҡһаң, ҡулыңды өҙөп ала торған ансайын әҙәмдәр. Отряд икһеҙ-сикһеҙ Себер киңлектәренә илтеүсе Таһыл йылғаһына барып еткәнгә тиклем оҙон юл үтте. Башта Дон һәм Оло Иҙел буйҙарында юлбаҫарлыҡ ҡылыусы айырым төркөмдәрҙән һайлап алынған был ғәскәр Вычегда буйында тоҙ ҡайнатыусы Строгановтар биләмәһендә йыйылды. Яков менән Григорий Йырмаҡтың биш йөҙ ҙә ҡырҡ кешенән торған дружинаһына өс йөҙ яҡшы ҡоралланған стрелец ҡушты, уларҙы төркөмдәргә бүлгеләп, йөҙ баштары, илле баштары тәғәйенләне, атаман өҫтөнән яһауыл ҡуйҙы. Кәмәләр төҙөүгә, ҡорал-яраҡ менән аҙыҡ-түлек әҙерләүгә ике ай ваҡыт китте. Ниһайәт, һалҡын ҡоралдан тыш пищалдәр, пушкалар менән йүнәтенгән, мул ризыҡ йыйынтыһы менән тәьмин ителгән баҫҡын каруаны, кәмәләргә тейәлеп, Чусовой йылғаһының үренә ҡарай ҡуҙғалды. Уның буйлап дүрт көн йөҙгәс, Урал армыттары араһынан ағыусы Көмөшлө йылғаһына сыҡтылар. Көмөшлө үренә табан тағы ике көн ишкәс, ҡоро ер өҫтөнә йомро ағас күшкәләрен арҡырыға түшәй-түшәй, кәмәләрҙе Яраулы йылғаһына төшөрҙөләр. Был кескәй тау йылғасығы каруанды Тураға ҡойоусы Таһыл йылғаһына алып сыҡты. Хыял емеше булған әкиәттә генә барыһы ла еңел һәм тиҙ башҡарыла. Әкиәттән айырмалы рәүештә, был каруанды әҙерләү һәм юлға оҙатыу өсөн Строгановтарға хәтһеҙ көс һәм тырышлыҡ һалырға тура килде. Аникей Федоровичтан васыят булып ҡалған эште ун биш йылдар элек Яков менән Григорийҙың аталары Дмитрий башлай биреп ҡуйғайны, ләкин ул ваҡытта Ливония һәм Польша менән һуғыш башларға торған Иван Васильевичтан иҙен булманы. Күсемгә ҡаршы баҫҡын ойошторорға ул саҡта Строгановтарҙың боло ла етерлек түгел ине. Яков менән Григорий, Строгановтарға хас тәүәккәллек үә ныҡышмалылыҡ менән, Иван батшаның ҡабул итеүенә өлгәштеләр һәм оҙайлы әңгәмә һөҙөмтәһендә унан Бирем ерендәге буш ятҡан ерҙәргә хоҡуҡ грамоталары алдылар. Был рөхсәт ҡағыҙы буйынса Строгановтар Каманан алып Сылва йылғаһына тиклемге ерҙәрҙә, шулай уҡ Чусовой ярҙарында ҡәлғәләр төҙөргә, унда Себер ханлығында, Нуғай олостарында йәшәүсе халыҡтарҙың һөжүмдәренән һаҡланыу өсөн үҙ иҫәптәренә ғәскәр тоторға фатиха алдылар. Был ҡағыҙ шулай уҡ тәүәккәл сауҙагәрҙәргә ауылдар төҙөргә, тоҙ ҡайнатыу ханалары яһарға киң мөмкинлектәр аса ине. Батшаның мәрхәмәтенән ҡанатланған Строгановтар Чусовой һәм Сылва йылғалары буйында Канкор ҡалаһына нигеҙ һалдылар, бер нисә ҡәлғә төҙөнөләр, йомарт вәғәҙәләр менән әүрәтеп тирә-яҡтан ҡасҡындарҙы һәм ҡыҙырастарҙы саҡырып килтерҙеләр, уларҙы төрлө ҡара эшкә һәм хәрби хеҙмәткә йәлеп иттеләр. Ҡыҫҡаһы, әлеге иҙен грамотаһы буйынса егерме йылға һалымһыҙ-ниһеҙ сауҙа эштәре алып барыу хоҡуғы алған Строгановтар бер нисә йыл эсендә Бирем төбәген үҙ хәрби көсө, ҡоралы булған кескәй генә дәүләткә әйләндерҙеләр. Уңышлы кәсептән һәм алыш-бирештән сереп байыған туғандарға үҙҙәренең болон тағы ла арттырыу өсөн яңы ерҙәр, яңы сауҙа үҙәктәре талап ителә ине. Ә был юлда иң беренсе хәсмән – иге лә, сиге лә юҡ Себер биләмәләрен үҙ ҡулында тотҡан Күсем хан. - Юрка, ҡара, ниндәй матурлыҡ! – тип һоҡланыуын белдерҙе Савелий, Таһылдың ике яры буйлап һуҙылған үркәсле тауҙарға, ҡарағай, шыршы урмандары араһынан күренгән ҡаяларға ымлап. - Әкиәт бит! Дон ҡасаҡтарына барып юлыҡҡандан һуң Юрка Странник тигән ҡушамат алған Йортбағыш былай ҙа өй-төҙҙәге хозурлыҡты иҫе китеп күҙәтеп килә ине. Ҡалын урмандар ҡаплаған тауҙарҙы яғалап аҡҡан Таһыл йылғаһының бөгөлө һайын күҙ алдында ҡабатланмаҫ бер күреш асыла ине. Савелий дөрөҫ әйтә: был һис тә ғәҙәти яҡты донъя гүзәллегенә оҡшамаған – йә ысынлап та әкиәт, йә тылсымлы төш. Каруандың уртаһындағы аҙыҡ-түлек һәм дары тейәлгән ҙур кәмәгә күҙ-ҡолаҡ булыу киҙеүе бөгөн бер-береһенән айырылғыһыҙға әүерелгән Йортбағыш менән Савелийға тура килде. Кескәйерәк карапҡа тартым был кәмәне һаҡлап барыу сиратлап тәүлек әйләнәһенә башҡарылған иң яуаплы вазифаларҙың береһе һанала ине, сөнки унда ғәскәр өсөн иң кәрәкле нәмәләр тейәлгән. Уларҙан яҙҙыңмы – кире боролдоң, тигән һүҙ. Йортбағыш бынан күп йылдар элек үҙе үлемдән ҡотҡарған Савелийҙы берәй саҡ осратырмын тип һис тә башына килтермәй ине. Уны уйлау түгел, хатта, онотоп та бөткәйне инде. Тау менән тау ғына осрашмай, тигәндәре раҫ икән. Оло Иҙел тарафынан: “Йырмаҡ атаман уттан да, һыуҙан да ҡурҡмаған ир-егеттәрҙе Себер тарафына яуға йыя икән”, - тигән хәбәр ишетелеү менән, Дон буйҙарын ҡулында тотҡан Һары Аҙман , һайланмыш егеттәрҙән кескәй төркөм ойоштороп, улар менән бергә буласаҡ ғәскәргә барып ҡушылды. Йырмаҡтың күрәнен табып, баш-күҙ алып та өлгөрмәнеләр, шау-гөр килеп уларҙы ҡаршы алған төркөмдән берәү: - Йортбағыш! Һаумы, егет! – тип ҡысҡырҙы. Үҙенең исемен ишетеп һиҫкәнгән Йортбағыш тауыш хужаһына әйләнеп ҡараны, ләкин ҡапылда уны таныманы. Егеттең аптыраулы ҡарашынан хәтеренә төшөрә алмай аҙапланғанын күргән казак: - Был мин – Савелий бит! – тип ҡысҡырҙы ла, Йортбағышты ҡосаҡлап алды. Казактың һөйләүенә ҡарағанда, теге ваҡытта Савелий, һыу тартылғанын көтөп, Оло Иҙелдең арғы ярында ятҡан арала, бисәһе, уны батып үлде, тип уйлап, бер ир менән типтерә башлай. Ҡатынының ирһәк холоҡло икәнен электән белә йөрөгән Савелий, уҙалы-ҡаҙалы Иҙел аша сығып, төнгә ҡаршы өйөнә ҡайтып инһә, тегеһе балаларын яңғыҙ ғына йәшәгән әсәһенә ебәреп, һөйәре менән йоҡлап ята икән. Асыуҙан аңы томаланған балыҡсы соланда ятҡан балтаны эләктереп ала ла, ҡурҡышынан тәҙрәнән сығып ҡасырға маташҡан көндәшенең башын сабып өҙә, һуңынан ярлыҡау һорап алдына килеп теҙләнгән бисәһен сапҡылап ташлай. - Икеһенең дә кәүҙәләрен тоҡҡа тултырып, таш бәйләнем дә - Иҙел төбөнә, - тип һүҙен тамамланы Савелий. – Шунан бирле ҡасаҡмын. Мине эҙләүсе лә юҡ инде былай – батып үлгән, тип беләләр бит. Шуға күрә әйтәм: бөтә бисәләр ҙә - һөйрәлсек, аҡылың булһа, ышанма уларға... Ә һин бында нисек килеп юлыҡтың? Йортбағыштың башынан үткәндәрҙе тыңлап бөткәс, Савелий, устары менән “шап” иттереп ботона һуғып алды ла, ярһыуына сыҙамай урынынан уҡ тороп китте: - Һа! Үәт-үәт! Ә мин нимә тинем? Бөтә бәлә - бисәләрҙән... - Минең – бөтөнләй икенсе хәл, - тине Йортбағыш. – Уны һаман яратам, онотоп булмай. Икенсе ҡатын-ҡыҙға ҡарай ҙа алмайым, хатта. - Дөрөҫ! – тип һаман үҙенекен тылҡыны Савелий. – Ҡарама ла. Уларһыҙ ҙа бына тигән итеп йәшәп була. - Улайтып әйтеүе генә еңел, - тине Йортбағыш. - Ә мин бына уның менән теге донъяла осрашыр өсөн христиан динен ҡабул иттем. - Ана нисек! – тип аптыраны Савелий. Һуңынан, елкәһен тырнай-тырнай мут күҙҙәрен әңгәмәсеһенә төбәп ултыра бирҙе лә, ҡулын һелтәп дауам итте: - Ул яғын үҙең беләһең, егет. Мин үҙем ундай нәмәләргә ышанмайым. Таһыл йылғаһы, Урал армыттары араһынан ағып төшкән эреле-ваҡлы болаҡтар иҫәбенә тулыланып, киңәйгәндән-киңәйҙе һәм, тарлауыҡтар ҡыҫаһынан ҡотолоп, иркен далаға килеп сыҡты. Артабан яртылаш ҡайын, уҫаҡ ағастары менән ҡапланған тәпәш тауҙар, тубылғы өйкөмдәре сыбарлаған һөҙәк ҡалҡыулыҡтар башланды. Бер аҙ барғас, улар ҙа артта ҡалып, буйтым ҙурайған йылға эреле-ваҡлы күлдәр һәм күләүектәр ҡаплаған һаҙлыҡтар буйлап аҡты. Күсем хан биләмәләренә үтеп кергән һайын һыҙаттарын юғалта барған тауҙар артына ҡояш батты, эңер яҡынлашты. Таһылдың ике ярындағы ҡуйы ҡамыштарға, улар ашаһынан күренгән икһеҙ-сикһеҙ һаҙмыттарға ҡарап килә торғас, Йортбағышҡа яманһыу булып китте. Ниндәйҙер сәйер, шомло яҡтар. Күрәһең, был моңһоулыҡ тойғоһо бер уның ғына күңелендә моронламағандыр – алдағы кәмәләрҙең береһенән моңло һәм һуҙынҡы йыр ишетелде: Как доселева у нас, братцы, через темной лес, Не пропархивал тут, братцы, млад белой кречет... Артабан йырға һағышты моң менән таратырға һәләтлеләр ҡушылып китте: Не пролетывал, братцы, ни сизой орел, А как нынеча у нас, братцы, через темной лес Пролегла, лежит широкая дороженька, Что по той ли по широкой по дороженьке Проезжал тута удалой доброй молодец... X1 Ҡунышбикә хәйерһеҙ төш күреүҙән сыусып354 киткәндә, таң атмағайны әле. Һандуғастар моңо ишетелмәй - күрәһең, уянмағандар. Таң алды икәнен белгертеп, яҡында ғына ямаш355 һыҙғырҙы. Бер аҙҙан, ҡайҙалыр имәнес итеп өкө уһылдап ҡуйҙы. Бик алыҫта әсә ҡарғышы икеһен ике ҡошҡа әүерелдереп, мәңгелеккә айырған меҫкен сабыйҙарҙың береһе тауыш бирҙе: “Са-а-аҡ, са-а-аҡ!..” Тик уға яуап биреүсе юҡ ине, күрәһең, туғандарҙың Саҡ тигәне ерҙең икенсе тарафында өҙгөләнә. Уға ла яуап биреүсе юҡтыр инде... Ҡунышбикә төшөндә бейен күрҙе. Тирә-яҡта күҙҙе ҡамаштырырлыҡ аҡ ҡар, имеш. Ҡышҡы йорттоң Ҡурташ яҡ осонан ҡанатһыҙ сана өҫтөнә аяғүрә баҫҡан бер ҡарт килеп туҡтаны ла: “Әйҙә, Ҡобағош, ултыр”, - тип өндәште. Үҙе ап-аҡ көрәк һаҡаллы, билен ҡара билбау менән быуған. Ҡобағош: “Мин хәҙер киләм”, - тине лә күпертеп бесән түшәлгән санаға барып ултырҙы. Ҡарт, элеккесә аяғөҫтө торған килеш, дилбегәһен ҡаҡты – улар ҡуҙғалып киттеләр... Йөрәге урынынан ҡупҡан бейбикә төшөн нимәгә юрарға ла белмәне. “Хәйерлегә була күрһен инде, - тип уйланы ул. – Дау түгел, яу эше менән китте бит. Әй, Хоҙайым, таңдағы доға менән теләктәр ҡабул була тиҙәр, бейемде бәлә-ҡазаларҙан һаҡла, уны дошман ҡоралынан аралап, өҫтөндә ҡанаттарын йәйеп йөрөр фәрештәләреңде йәлләмә...” Билдәһеҙ хафанан иләҫләнгән Ҡунышбикәнең күңеле тулып, ниңәлер илағыһы килә ине. Уға был мәлдә барыһы ла йәл тойолдо: йәне-тәне менән яратҡан ире лә, ғәзиз балалары ла, алыҫта ҡалған яҡындары ла, үҙе лә. Хатта яҡшылығы менән шаҡшылығы йәнәш яратылмыш яҡты донъя ла шундай ҡыҙғаныс. Камиллыҡтан бик-бик алыҫ булған өсөн дә фани тип аталалыр инде ул. Тик таң менән буштан-бушҡа шыңшып ятыуҙан ғына был тормоштоң кәмселектәре бөтөп китмәҫ. Кеше күңелен ағыулаған да, дарыулаған да – уй. Шифаһы тейһен тиһәң, уларҙың яҡшыларын уйларға тырышыу кәрәк. Ҡобағош әйтмешләй, насар уйҙан ни файҙа – күңелеңде яфалай, яҡшы уйҙан шул файҙа – йән сиреңде дауалай. Уйҙары бейе тирәләй өйөрөлә башлаған һайын, Ҡунышбикә яҙмышына рәхмәттәр уҡып бөтә алмай. Ысынлап та, үҙе илдең телендә, һүҙе – халыҡ күңелендә булған атаҡлы сәсәндең бейбикәһе булыу кем өлөшөнә төшкән?.. Уның күҙ алдына иң башта Ҡобағоштоң тәү күргәндәге төҫ-һыны килеп баҫа. Сәсәндең асыҡ сырайынан, ҡобайыр әйткәндә осҡондар сәсеп торған ҡуңыр күҙҙәренән, мөһабәт буй-һынынан һүҙ менән аңлатып булмай торған яҡты нур ағылғандай. Ул күңелдә билдәһеҙ ҡыуаныс тойғоһо уята, йәнде арбай. Бигерәк тә иләҫ-миләҫ килгән ҡыҙ күңелен. Уның йөрәген татлы ғазапҡа дусар итеп ҡайтып киткәндәренә өс ай тигәндә яусы булып Күбәләк бей килгәс, был хәлгә ышанырға ла ышанмаҫҡа ла белмәй ауара булып ҡалғаны хәтерендә Ҡунышбикәнең. Тик донъяла меңдән бер кешенең хыялын тормошҡа ашырған мөғжизәләр ҙә булғылай икән. Атаһы менән әсәһенә рәхмәт – барымсыҡ һайлауҙы ҡыҙҙарының иркенә ҡуйҙылар. Юҡһа, еңгәләре ауыҙынан ниндәй генә тыш-быш сыҡманы – имеш, Ҡобағош бей ҡыҙҙың атаһы менән рәтләш кеше, ә ир еткән уландары, киреһенсә, уға йәштәш. Әммә Баймөхәмәт тархан бисәләр хәбәренә ҡолаҡ ҡуйманы, эште ирҙәрсә хәл итте: ҡыҙҙың йөрәге кемдә - төйәге шунда. Ә Ҡунышбикәнең йөрәген тәү күреүҙә үк Ҡобағош сәсән яулап алғайны инде. Һәүетемсә барған донъяның именлеген уның олатаһы Шәймөхәмәт тархандың: “Сиреү тупларға!” – тигән алабы боҙҙо. Тыныс ҡына йәшәп ятҡан ил-йортта яуға әҙерлек ығы-зығыһы башланды. Ир-ат ҡорал-яраҡ йүнәтте, алайҙарға тупланышып йәйләүҙән-йәйләүгә сабауылланы, ҡатын-ҡыҙ ит ҡаҡланы, көнө-төнө ҡаҙан эргәһенән китмәй ҡорот ҡайнатты. Башҡалар ыңғайына ике ҡанат та бер ҡойроҡ булып яуға яратынған Ҡобағошто алдына алған уйынан дүндерергә маташты Ҡунышбикә. Уның һүҙҙәрен ҡолағына элмәүен күргән Айбағыш менән Көнбағыш та әйтеп ҡараны аталарына: - Олоғайған көнөңдә һиңә нимә бар унда? - Ил-йортҡа күҙ-ҡолаҡ булып бында ғына ҡалһаңсы, атай? Алдындағы беләү ташҡа тик тороуҙан тимгел-тимгел тут баҫа башлаған ҡылысын ҡайрап ултырған Ҡобағош уландарына уйынсалап яуап бирҙе: Яу килгәндә ябынып Ятыр сағым етмәгән; Алты ағзам иҫән-һау, Тәндән ҡеүәт китмәгән. Ҡолас буйы мөгөҙ ян – Уны тартыр яйым бар; Ҡын сыҙамаҫ ай ҡылыс – Уны һелтәр хәлем бар. Әгәр инде атҡан уҡ Ат башынан үтмәһә; Ай ҡылысты ҡынынан Һурырға көс етмәһә, Егеттәрҙе һүҙ менән Күтәрмәләп йөрөрмөн. Телем талһа, ым менән Рухи ҡеүәт бирермен... Бәғерен төрлө-төрлө уй телгеләгән Ҡунышбикәнең күҙенә башҡаса йоҡо эленмәне. Ул шулай урынында әйләнеп-тулғанып ята торғас, төндөктән һүрән генә таң яҡтыһы һарҡылып инде. Тыуасаҡ көндөң һаран ғына яҡтыһы ла бейбикәнең күңелендә өмөт һәм ышаныс тойғоһо уятты. “Шәмсийыһан инәйгә барып юратып ҡарамай булмаҫ”, - тип уйланы ул. Был уйынан үҙе тағы ла нығыраҡ тыныслана төштө: төш – төш инде, ниңә ваҡытынан алда хафаланырға? Ҡунышбикә барып төш юратырға ниәтләнгән Шәмсийыһан әбей Туғыҙ ҡойонан аҫтараҡ урынлашҡан Тишек таш йәйләүенә ҡайҙандыр килеп эйәләгән етем әбей ине. Ә Тишек таш – уларҙың ҡыҙҙары Алтынсәс менән кейәүҙәре Шәншәр нигеҙ ҡорған ауылдың йәйге йорто. Ҡобағош бей бынан ике йыл элек ҡаҙаҡтан аманат итеп Бисәнбай аҡындың улын алып ҡайтҡас, яҡындары ла, ауылдаштары ла тәүҙә быға сәйерһенеберәк ҡараны. Уның бында илһенеүенә лә шикләнеүселәр булды, йәнәһе, бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай. “Күп булһа, бер-ике ай йөрөр ҙә, һағыныуға түҙмәй далаһына ҡасыр”, - тип тә юранылар. Ләкин, ғәжәпкә ҡаршы, Шәншәр яңы төйәгенә тиҙ генә ылыҡты ла китте. Үҙе һәләк илгәҙәк – теле менән арбап, эс-бауырға инеп бара. Ни тиһәң дә, аҡын улы бит – атанан күреп уҡ юныуы ғәжәпме ни! Шәншәр бигерәк тә Айбағыштың тоңҡосо Ҡушкилде һәм Көнбағыштың улы Килдеғош менән уртаҡ тел табып, уларҙың ҡолаҡташына әүерелде. Аралары өс-дүрт йәш кенә булған был елкенсәк бер аҙҙан айырылғыһыҙ дуҫтарға әүерелде: ер-һыу ҡыҙырһынмы, ат сабыштырһынмы, уҡ атышһынмы – гел бергә. Баштараҡ Шәншәр менән Алтынсәстең бер-береһенә күңел һалғанын берәү ҙә һиҙмәне. Әммә беҙҙең ҡасан ҡапсыҡта ятҡаны бар – көндәрҙән бер көндө ул сепрәкте тишеп килде лә сыҡты. Бындай хәлдә Хоҙайҙың бойороғо менән кешелектең йороғо тап килә: ғашиҡтарҙың сәсен-сәскә бәйләү. Ошоно яҡшы белгән Ҡобағош сәсән бер-береһенә тартылған йәштәрҙең ҡауышыуына фатиха бирҙе. Никах мәжлесенән һуң бей ҡыҙы менән кейәүенә ауыл урынын үҙе һайланы – төп йорто һыулаған Миндәк буйлап түбәнерәк төштө һәм, үркәстәрен болоттарға терәгән мәғрур Үрәҙе ҡаршыһында туҡтап: - Кейәү, нигеҙең ошонда булыр, - тине. – Мин атаң Бисәнбай аҡынға: “Шәншәр илгә ҡол булыр, Ҡобағошҡа ул булыр”, - тип ант иткәйнем. Ҡыҙымды бирҙем – ул иттем. Инде һин ошо ил-йорттоң ҡоло, шуға күрә ауылыңдың исеме Ҡаҙаҡҡол булыр... Барҙың - баяғы, юҡтың- таяғы тигәндәй, әлеге көндә Шәмсийыһан ҡарсыҡ Алтынсәстең йортона ҡарауыл, имсәк балаһына бағауыл булып ултыра. Сөнки Шәймөхәмәт тархандың йәүкәһе буйынса тупланған биш йөҙ һаҙаҡ эсендә Шәншәр ҙә бар ине. Һыу түбәненән – тиләүҙәр яғынан килгән был һынсыл әбейҙе ноҡот һалырға, төш юрарға бик әүәҫ, үҙе һәләк әкиәтсе, тип һөйләйҙәр. Һалған ноҡото дөрөҫ була, юраған төштәре юш килә, тиҙәр. “Алтынсәстең хәлен дә белеп ҡайтырмын бер ыңғай, - тип уйланы тамам тынысланған Ҡунышбикә, - бәпәйен дә һағындым – баланың балаһы балдан татлы, тип дөрөҫ әйткәндәр...” Х11 Йырмаҡ етәкселегендәге казактар тиҫтәнән ашыу кәмәлә Тубылдың Тура йылғаһына ҡойған еренә килеп еттеләр. Ике оло йылға ҡушылыуҙан бермә-бер киңәйгән даръя ниндәйҙер тын мөһабәтлек һаҡлап, Күсем хандың пайтәхете Ҡашлыҡ һыулаған Иртыш тарафына алҡынды. Атаман кәмәләгеләргә Тубыл һыуына инеп, уның үренә ишергә бойорҙо. Уның бындай уйға килеүенә һуңғы арала булып үткән ваҡиғалар сәбәпсе ине. Таһыл буйлап килеп, Тура йылғаһына төшкәс, Күсем ҡулы аҫтындағы Ябансы мырҙа яугирҙары каруанды уҡ ямғыры менән ҡаршы алды. Был Себер ханлығы биләмәләренә килеп ингән баҫҡынға күрһәтелгән тәүге етди ҡаршылыҡ ине. Йырмаҡ уларға ҡаршы туптарҙан атырға ҡушты һәм, Ябансы һуғышсылары йәшендән ҡурҡҡан бала-саға һымаҡ тырым-тырағай ҡасҡас, кәмәләргә туҡтарға фарман бирҙе. Ябансы ҡалаһын һуғышһыҙ тиерлек яуланылар – ҡәлғәлә бары тик ҡатын-ҡыҙ менән бала-саға ғына ине. Шулай ҙа казактар унда Күсем хандың Ябансылағы ҡалғайы Туғыҙаҡты табып алдылар. Үҙенең ғүмере өсөн ҡурҡҡан ҡалғай Йырмаҡҡа үҙе белгән бөтә мәғлүмәтте түкмәй-сәсмәй хәбәр итте. Атаман ул һөйләгәндәрҙән Күсем хандың ҡул аҫтында күпме ғәскәр барлығын да, Тубыл буйында боҫҡондар әҙерләнеүен дә алдан белде. Шуға күрә, Тубыл үренә табан бер аҙ барғас, яуҙарҙы күп күргән хәйләкәр һәм тәжрибәле Йырмаҡ, йылғаның уң ярына туҡтап, ғәскәренең яртыһына ярға сығырға фарман бирҙе. Урыҫ казактарының һыу юлы буйлап баҫҡынға килә ятҡанын ишеткән Күсем хан, сардарҙарына Тура, Тубыл, Иртыш ярҙарында көслө ҡурғауҙар ойошторорға ҡушты. Эреле-ваҡлы төркөмдәргә бүленгән алайҙар, кәмәләрҙә ағып килгән дошманға тын алырға ла ирек бирмәҫтән, ике яҡ ярҙан уҡтарҙан атырға, әүрәтеп ярға сығарырға һәм ҡыҫымға алырға тейеш ине. Ғәскәренең күпселек өлөшө Ҡара-табын олосонан булған Шәймөхәмәт тарханға Тура йылғаһы Иртышҡа ҡойған урынға тиклемге ерҙәрҙе күҙәткелә тотоу бурысы йөкмәтелгәйне. Өҙлөкһөҙ йөрөп торған сабармандары аша урыҫтарҙың етеп килеүен ишеткән Шәймөхәмәт тархан, мең башы итеп тәғәйенләнгән Ҡобағошто Тубыл ярында боҫҡонда ҡалдырып, үҙенең төп ғәскәре менән Тура йылғаһы буйлап түбән төштө. Ул ҡуҙғалыр алдынан ҡоҙаһына тағы бер ҡат әйтеүҙе кәрәк тапты: - Туҡтауһыҙ уҡтарҙан атып, теңкәләренә тейеп, кафырҙарҙы ҡоро ерҙә һуғышырға мәжбүр итергә тырышырмын. Мәле еткәс, сабарман көт. Боҫҡондағы Ҡобағош бей, ғәскәргә әҙер торорға ҡушты ла, иртәнән бирле сабауыллауҙан талған тәненә әҙерәк ял бирергә була, тирмә эсенә инеп ултырҙы. “Их, ҡартлыҡ, - тип уйланы ул, кирәгә буйына өйөүле ҡаралдыға арҡа терәп. - Ике-өс көн буйына аттан төшмәй йөрөп тә, “ыһ” та итмәгән саҡтар ҡайҙа?” Ҡобағош, эйәр һуҡҡан тәненең рәхәт кенә ойой башлағанын тойоп, күҙҙәрен йомдо. Ләкин уның зиһене уяу, уйҙары йүгерек ине. Был йәштә һаҡал һыйпап, елкенсәккә аҡыл өйрәтеп, күргән-кисергәндәреңдең ғибрәтле мәлдәрен уларға һөйләп кенә ултырырға кәрәк ине лә... Йөҙ баштары булып Шәймөхәмәт тархан сиреүендә Тура буйына йүнәлгән Айбағыш менән Көнбағыш алдында һыр бирергә теләмәһә лә, йылдар үҙенекен итә барыбер. Тик нишләмәк кәрәк – заманы шулай яулы ла, даулы ла булып китте. Яу менән дауҙың ер өҫтөнән ябырылғаны етмәгән – һыу буйлап ағып килә бына. Ярай әле, теге ваҡытта Тәүәкәл ханға уңышлы илселектән һуң, ҡаҙаҡтар яғынан сапҡындар туҡталды – юғиһә, ике йүнәлештә һуғыш алып барырға тура килер ине. Сәсән үҙенең быға тиклем йәшәгән ғүмере хаҡында уйланы. Йомғаҡтай һүтелгән йылдарының яуҙарҙа үткәне күберәкме, әллә тыныс тормошта йәшәлгәнеме? Уларҙы кем һанаған? Башта Дим буйында Килембәттәр менән оҙаҡ йылдар ҡанъяуланыу, һуңынан Йософ менән Исмәғил һуғышы... Хәҙер килеп, өҫкә быныһы ябырылырға тора. Ерҙә ыҙғыш-талаштың сиге булырмы икән бер саҡ?.. Ҡобағоштоң хәтеренә нишләптер ҡат-ҡат төштәренә инеп йөҙәткән дәһшәт килеп төштө. Ул төштөң юралмышы, моғайын, Урал артылып яҡынлашыусы баҫҡындыр. Башҡаса ни булһын? Яуҙан тау артына ышыҡланыуы мөмкин түгел икән. Шулай уҡ яуҙың үлемһеҙ, үлемдең үкенесһеҙ булғаны юҡ. Донъя хәлен кем белә, бәлки әлеге үкенескә күҙ менән ҡаш араһындай ғына ҡалғандыр. Ҡобағош яҡшы белә: һуғышҡа китеүсе һәр кем үҙенең яҡындары менән мәңгелеккә хушлашҡандай һаубуллаша. Яуҙарҙа күп ҡатнашҡан сәсән дә һәр ваҡыттағыса ил-йортта ҡалған бейбикәһе, бала-сағалары, яҡындары менән күңеленән генә бәхилләште, тик ниндәйҙер мөһим бер нәмәне әйтергә онотто кеүек. Тел осонда ғына торғандай үҙе, әммә иҫкә төшмәй... Шул мәлдә тирмәгә килеп ингән ҡушсының: - Ҡобағош бей, урыҫтар! – тип ҡысҡырыуынан сәсәндең уйҙары ошо ерҙә өҙөлдө. - Ә!.. Ҡайҙа? Ниндәй урыҫтар? – тип һораны мең башы һәм тулыҡһып тышҡа ашыҡты. Ысынлап та, һыу түбәненән осорға әҙерләнгән ҡош себереүе һымаҡ арҡырыға һуҙылған казактар сафы яҡынлашып килә ине. Тирмә ҡоролған һилләүек өҫтөнән әйләнә-тирә ус төбөндәге кеүек күренә. Олоғайһа ла күҙенең үткерлеге ярайһы һаҡланған Ҡобағош уларҙың күҙәмәгә өс йөҙләп кеше икәнен самаланы. Был ни булды? Ҡобағош бит Шәймөхәмәт тархандан сабарман көтә ине. Казактар нишләп Тубыл буйлап күтәрелергә булған? Уйлап торорға ваҡыт юҡ ине, шуға күрә ул: - Атлан! – тип ҡысҡырҙы һәм, ҡушсыһы теҙгененән тотоп торған менгеһенең ялына йәбешеп, һул аяғы менән өҙәңгегә баҫты. Уның: - Алға! – тигән һөрәненә буйһонған мең һыбайлы, үҙҙәре йәшеренеп торған һирәк сауҡалыҡтан атылып сығып, дошманға ҡаршы уҡталды. Йортбағыш ҡот осҡос тиҙлек менән етеп килгән һыбайлыларҙы күреп, уларҙың дәһшәт һалған орандарын ишетеп, йөрәкһеп китте. Ерҙе тетрәтеп күмәк аттар сабыуы, уҡтар һыҙғырыуы, ғәскәр өҫтөндәге һөрән ауаздары уға Йософ менән Исмәғил кенәздәр заманындағы яуҙарҙы хәтерләтте. Йортбағыш шуны уйлап та өлгөрмәне, эргәһендә килгән Савелий: - А-а! – тип ыңғырашты ла, ергә ҡапланды. Оҙон селек уҡ уның боғаҙынан инеп, елкәһенән килеп сыҡҡайны. Кемдер әсе тауыш менән: - Савелий Рыбакты үлтерҙеләр! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Уның артынса Йырмаҡтың: - Басурмандарға ҡарап!.. Ут! – тигән бойороғо яңғыраны. Бер-бер артлы пищалдәр гөрһөлдәне, уларҙан осҡан күҙгә күренмәҫ йәҙрәләр алғасҡыла сабып килгән тиҫтәләрсә һыбайлының ғүмерен өҙҙө - улар, сабылған үлән кеүек сайҡалып, эйәрҙәренән осоп төштө. Дуҫының үлеменән тетрәнгән Йортбағыш, үртәлеүҙән тешен ҡыҫып, ҡылысын ялт та йолт һелтәп килгән бер һыбайлыны сәпкә алды. Мылтыҡ һабы уның иңбашына типте, тимәк, ҡотолғоһоҙ әжәл, көбәктән осоп сығып, ҡорбанын эҙләп китте. Уттан ҡотолоп буламы ни – башта әлеге яугирҙың ҡулындағы ҡылысы ергә төшөп ҡаҙалды, һуңынан ярһып сапҡан ат өҫтөнән ергә һыбайлы үҙе сүмәксене. Урғылып килгән сиреү өҫтөндә: - Ҡобағош бейҙе үлтерҙеләр! – тигән һөрән яңғыраны. Уғаса булмай, һыбайлылар төркөмө икегә айырылып, һырт биреү яғын ҡараны. Уларҙың артынан ҡорбан көҫәгән йәҙрәләр зыйлап осто, казактарҙың тантаналы ауаздары баҫтырҙы. Еңеү ғорурлығынан ҡуҙғыған урыҫ яугирҙарының ҡайһылары хужаһыҙ ҡалған аттарға менеп, дошмандары артынан ҡыуа төштө, бәғзеләре түбәһендә ағарып тирмә күренгән ҡалҡыулыҡ яғына ағылды. Ишетелгән һөрән йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалған Йортбағыш, ҡолағына ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйенсә, үҙе атып йыҡҡан баяғы яугирға яҡын килде. “Шәйәт, ул түгелдер, – тигән уй үтте уның аңҡы-тиңке булған башынан. - Әҙме ни ундай исемдәр...” Аһ, шулай булһасы! Йортбағыш, аяҡ-ҡулдары тарбаңлап, көскә тын алып ятҡан һуғышсыла атаһын танып, уның эргәһенә теҙләнде, башын ҡалҡыта биреп, елкәһе аҫтына кемдеңдер шунда ятып ҡалған бүркен һалды. Үҙе мөлдөрәп яралының ғәзиз һыҙаттарына баға, уның аяҡ-ҡулдарын рәтләп һала, ә үҙе нисәмә йылдар өндәшергә хыялланған “атай” тигән һүҙҙе әйтә алмай ҙа ҡуя – тамағына таш кеүек ҡаты төйөр тығылған... Эсе үлемесле яраланған Ҡобағош бөйлән хәлендә ине, шулай ҙа күҙҙәрен асып тоңҡосона ҡарарға, саҡ ҡына ишетелерлек итеп һуңғы һүҙҙәрен әйтергә үҙендә көс тапты: - Улым... Томан эсендә кеүек күренәһең... Илгә ҡайт... Миндәк һыуы... Ул Яйыҡҡа... Көсәнеүҙән Ҡобағоштоң ауыҙынан ҡан китте. Ул башҡаса бер һүҙ ҙә әйтә алманы – һауа етмәгәндәй йыш-йыш һулап, бер аҙ ятты ла, тартыша башланы. Был - әжәл тулғағы ине. Уға өҙәләнеп ҡараған Йортбағыш, тамағына ултырған төйөрҙө көс менән йотоп: - Атай! – тип асырғанып ҡысҡырҙы. Әммә Ҡобағош сәсән уны ишетмәне – тәрән итеп һуңғы тапҡыр һулыш алды ла, төпһөҙ күккә төбәлгән күҙҙәрен ҙур асып, тынып ҡалды... Йәне ғәзиз ҡабырсағы менән бәхилләшер алдынан сәсән зәңгәр күк йөҙөндә ҙур тиҙлек менән үҙенә табан яҡынлашып килеүсе бер нөктәне күрҙе. Был – ҡанаттарын йыйып уның өҫтөнә шыҡыйған бөркөт сүрәтендәге Ғазраил фәрештә ине. Ҡобағоштоң әлегә теүәл иҫенә “ҡылт” итеп олатаһының бөркөт тураһындағы хикәйәте килеп төштө. Уның ейәндәренә һөйләп ҡалдырырға онотҡаны бына ҡасан хәтеренә килде!.. “Борон заманда бөркөттәр ҙә бүтән ҡоштар һымаҡ ҡурҡаҡ булған, - тип һөйләй башлағайны Наурҙа бей. – Шулай бик күп дәүерҙәр үткән. Көндәрҙән бер көндө ҡартлығы яҡынлашҡан ата бөркөт, үҙенең ҡурҡаҡлығының серенә төшөнөргә тырышып, уйға ҡала. Бер көн уйлай был, ике көн уйлай. Өсөнсө көнөнә шундай фаразға килә: ҡурҡаҡлығының сәбәбе – атаһы менән инәһенең үлеменә шаһит булыуҙа икән. Башына ошо гөман төшкән бөркөт: “Ҡошсоҡтарым минең яҡты донъя менән хушлашҡанды күрергә тейеш түгел”, - тигән ҡарарға килә. Күңеленә әлеге уй оялаһа ла, үҙе тәүәккәлләй алмай ҙа ҡуя икән – ергә таш булып атылырға була бейеккә үрләй ҙә, йөрәге етмәй кире төшә, ти был. Йән бит, ул һәр кемгә ғәзиз. Шундай икеле-шикеле уйҙар менән ике көн үтә. Аңлай бөркөт: ҡартлығы еткәс, әжәл барыбер килер. Тик ул саҡта бер ни ҙә үҙгәрмәйәсәк, бөтәһе лә элеккесә ҡаласаҡ. Өсөнсө көнөнә ҡарт бөркөт: “Кемдер башларға тейеш. Мин булмаһам, кем?” – тигән ныҡлы уйға килә лә, бөтөнләй ситкә китеп, юғарыға үрләй. Яҡты донъя менән хушлашҡандай, бер аҙ һауалап йөрөгәндән һуң, йыһан яңғыратып саңҡый ҙа, ҡанаттарын йыйып, ергә шыҡыя... Ошо көндән һуң ҡартлыҡтары еткәнен һиҙгән бөркөттәр күҙ иңләмәҫ бейеклеккә осоп менеп, таш булып үҙ-үҙҙәрен ергә атыр булып китә. Ә уларҙың үлем ҡаршыһындағы меҫкен һәм ҡыҙғаныс хәлдәрен күрмәгән балалары батыр йөрәклегә әүерелә. Боронғоларҙың әйтеп ҡалдырыуынса, яуҙа шәһит киткән батырҙарҙың йәнен бөркөт ҡиәфәтендәге Ғазраил ҡабул итә, имеш. Яугирҙарҙың йәне күккә ашҡан ваҡытты “Бөркөт саңҡыған мәл” тип йөрөтәләр...” Боронғолар белмәй әйтмәгән икән – һуңғы һулышын алыр алдынан Ҡобағоштоң ҡолағына ҡош батшаһының: “Саңҡ! Саңҡ!” – тигәне салынды. Йыһанды яңғыратҡан был сая һәм ғорур тауышта тормоштоң мәңгелеген һәм үлемдән өҫтөнлөгөн данлаған тантана ауаздары ишетелә ине. Йортбағыш атаһының әле һыуынырға ла өлгөрмәгән кәүҙәһен ипләп кенә күтәреп алды ла, Тубыл ярын ҡаплап үҫкән ҡуйы ҡыуаҡлыҡҡа табан алып китте – казактар тынысланып, кәмәләренә әйләнеп ҡайтҡансы шунда йәшеренеп тороуың хәйерле. Ул атаһын ерләмәйенсә бынан бер ҡайҙа ла китә алмай. Ҡояш төшлөккә күтәрелгәс, Йортбағыш яу яланының көнсығышындараҡ үҫкән ҡуш ҡарағас төбөнә ҡәбер ҡаҙырға тотондо. Арғын ҡайнағаһынан ҡалған ҡула балта менән Тубыл буйында атаһына әхирәт йорто сабырмын тип кем уйлаған? Уға бер мәлдә үҙенең ҡәбер ҡаҙып ултырыуы ла, яландағы шәһиттәр өҫтөндә өйөрөлгән ҡоҙғондарҙың ҡорҡолдашыуы ла төш һымаҡ тойолоп китте. Ә, бәлки, Йортбағыштың барлыҡ ғүмере лә алдатҡыс төш кенәлер? Бына, хәҙер ниндәйҙер мөғжизә менән уянып китер ҙә, бәхетле мәлдәренә яңынан әйләнеп ҡайтыр.. Ләкин бөгөнгө дәһшәтле хәлдәрҙең төш түгеллегенә ишаралап, ҡуш ҡарағас төбөндә бер өйөм тупраҡ хасил булды. Атаһын дәфен ҡылғандан һуң, Йортбағыш, ауыр уйҙарға бирелеп, ҡәбер эргәһендә кискә тиклем ултырҙы. Уның күңеленә юғалтыу ғазабы, үкенеү һәм яҙмышҡа тәрән рәнйеү тойғолары ябырылды – улар, эстән һыҙып, бәғерҙе өйкәй ҙә өйкәй. Ҡояш байыны, ҡайғы менән шомдан туҡылған төн етте. Күктә бер-бер артлы йондоҙҙар тоҡанды. Йортбағыштың атаһы эргәһенән киткеһе килмәй ине, шуға күрә ул тупраҡ өйөмө менән йәнәш ергә һуҙылып ятты. “Их, атай эргәһенә төшөп кенә ятаһы ине, - тип әсенеп уйланы ул, – йәки ошолой ятҡан көйө генә йән бирһәм ине. Әйҙә, ҡоҙғондар суҡыһын ике күҙҙе. Был яза ғына әҙ – бер ниндәй ярлыҡау юҡ миңә...” Шулай үҙен-үҙе күрә алмаҫ дәрәжәлә үртәлеп ята торғас, Йортбағыш һуңғы йылдарҙа һис ҡасан татылмаған тәрән йоҡоға талғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Әйтерһең, атаһының изге рухы, улын йәлләп, бер төнгә булһа ла йән тыныслығы бирҙе, уның йоҡоһон һаҡлап, таңға тиклем фәрештәләр ҡанаттарын йәйеп торҙо. Ул иртәнге һалҡындан өшәнеп уянды. Йәй аҙағы булыуға ҡарамаҫтан, үләндәргә мул итеп ысыҡ төшкән, шыйыҡ томан эсендәге таллыҡ яғында ҡоштар сырҡылдаша. Тәрән йоҡо үҙенекен иткән – ҡайғы-хәсрәт бер аҙ кәмегәндәй, быуындарға көс ултырғандай. Тупраҡ һыуындыра, тигәндәре лә хаҡтыр, күрәһең... Йортбағыш бит-ҡулдарын йыуырға Тубылға төштө. Услап һыу алырға тип эйелгәндә ул үҙенең шәүләһенә күҙ ташланы һәм хайран ҡалды: йылға төбөнән уға сәстәре бер көн эсендә ағарған, иңдәре әҙәм күтәрмәҫ ҡайғынан бөгөлөп төшкән бер бабай ҡарап тора ине. Яр буйындағы томан эсенән ниндәйҙер ат кешнәне. Йортбағыш кешнәү яңғыраған яҡҡа ыңғайланы һәм, бер аҙ барғас, һирәк кенә ҡайынлыҡтар араһындағы кескәй аҡланда юшап торған эйәрле атҡа барып юлыҡты. Яҡыныраҡ барғас, таныны: был – атаһының менгеһе ине. Ҡола айғыр уны аландап, ҡуршылдап ҡаршыланы, шулай ҙа үҙенә яҡын юлатты. Йортбағыш уны тынысландырып муйынынан һөйҙө, ялын һыйпаны, эйәр-өпсөнөн рәтләштерҙе. Тамам тынысланған аҡыллы малҡай, яңы хужаһы менән танышыуҙан ҡәнәғәт булғанын белдерергә теләгәндәй, уның яурынына моронон терәне. Йортбағыш түҙмәне – аттың ялына башын һалып, кисәнән бирле тулышып торған күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Илап туйғас, аттың теҙгененән етәкләп, үҙе төн үткәргән ҡәбер эргәһенә килде, уны һуңғы тапҡыр күҙҙән үткәреп, эстән генә бәхилләште. Һуңынан, ныҡлы бер ҡарарға килеп, атаһынан ҡалған берҙән-бер ҡомартҡыға атланды һәм, ҡуш ҡарағас төбөндәге ҡара өйөмдән күҙ алмайынса йотлоғоп ҡарап, ҡуҙғалып китте. Уның юлланған тарафы – Урал, юҫығы – Яйыҡ ине. Тап шул саҡта, Йортбағыштың барыр юлын яҡтыраҡ итергә теләгәндәй, Тубыл аръяғынан ҡояш күтәрелде. Уның көлтә-көлтә сағыу нурҙарынан йылға үҙәненә, ҡыуаҡлыҡтарға һарылған томандар таралды, көн бермә-бер йылынды. Мәңгелек күк есеменең йомарт нурҙары көнгә генә түгел, ата-бабалары төйәгенә ашҡынған яңғыҙ юлаусының күңеленә лә йылылыҡ өҫтәне. Ә иң мөһиме – ул нурҙар һыбайлының күңелендә киләсәккә өмөт уятты. Ә өмөтлө кеше – ҡанатлы ҡош менән бер.