Башҡорт драматургияһының үҫеш баҫҡыстарын билдәләгән әҫәрҙәр Бөтә Союз әҙәбиәте һәм театр сәнғәте өлкәһендә киң танылды. Драма жанры үҫешенә тос өлөш индергән, уның тарихи этаптарын характерлаған һәм формалашыуына ярҙам иткән күренекле әҫәрҙәрҙең антологии бер төпләмәлә сығарылмауы әлегә тиклем укыусыларға был әҙәби процесты тулы килеш барлауҙы ҡыйынлаштыра ине. Бына ошо өҙөклөктә тултырыу маҡсатында антологияға был жанрҙың башланғыс осоронан боғонгө кондәргәсә яҙылған һәм уның тәүге аҙымдарын, нығыныуын һәм хәҙерге торошон, һәр этаптағы идея-тематик, художестволы-эстетик әһәмиәтен билдәләүсе, заман рухына ауаздаш әҫәрҙәрҙе баҫып сығарыу хуп күрелде. Был принцип дәүер һулышын тойорға, әҫәрҙең идея-тематик һәм проблематик яҡтан актуаллеген аңларға ярҙам итеүе менән бер рәттән, төрлө осор драматургтарының художестволы-индивидуаль стилен күҙаллау мөмкинлеген дә бирә.
Добавлено: 2017-03-26 19:22:35 |
---|