АВТОР ХАҠЫН ДА БЕЛЕШМӘ
Ҡолошов Урал Фәләх улы 1965 йылдың 1 майында Силәбе әлкәһенең Сосновка районы Тэте ш ауылында тыуа.
1982 йылда урта мәктәпте тамамлай, унан һуң Силәбе ҡалаһының 73-се һанлы ПТУ-һында рәссам-декоратор һәнәренә эйә була. 1984-1986 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт иткәс, Силәбе сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһының художество бүлегендә уҡый. Әлеге ваҡытта Сосновка районының Долгоде- ревенск ҡасабаһындағы балалар сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, «У камина...» тип аталған район әҙәби берекмә менән етәкселек итә. Силәбе әлкәһенең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә ағзаһы.
Урал Ҡолошовтың тәүге шигырҙары студент сағында «Кадры культуры» гәзитендә баҫыла. Шиғырҙары һәм хикәйәләре «Камин янында...», «Знакомство», «От Урала до Невы», «Силәбе шишмәләре», «һөйөнсө», «Силәбе башҡорттарының әҙәбиәт антологияһы», «Дуслык тирмәҫендә», «Берез уральских шум» исемле әҙәби йыйынтыҡтарға ингән. 2006 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә авторҙың «Рәхмәт көсө» исемле тәүге хикәйәләр китабы донъя күрә. Икенсе китабы «Брызги солнечных лучей» 2010 йылда Силәбелә нәшер ителә.
Өсөнсө китабы — «Күңел йылыһы», авторҙың 50 йәшлек юбилейы айҡанлы әҙерләнеп 2015 йылда донъя күрә. «һүнмәһенсе һөйөү усағы...» әҙиптең дүртенсе китабы.
Урал Ҡолошов 2011 йылда Силәбе әлкәһенең Сосновка район хакимиәте булдырған Ғәлимов Сәләм исемендәге әҙәби премияға лайыҡ була. 2015 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
| Добавлено: 2017-03-26 19:24:33 |
|---|