Тәҡдим ителгән биобиблиографик күрһәткес Башҡортостандың
халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың донъя күргән әҫәрҙәрен, уның
тормошо, ижады тураһындағы әҙәбиәтте тулы яҡтыртҡан һәм
системалаштырған тәүге хеҙмәт булып тора. Күрһәткес Ә. Вәлиди
исемендәге Милли китапхана фонды һәм белешмә-библиографик
аппараты нигеҙендә әҙерләнде. Баҫмаға башҡорт, рус, татар һәм
башҡа телдәрҙә баҫылып сыҡҡан китаптар, йыйынтыҡтар, уларҙан
һәм газета, журналдарҙан алынған мәҡәләләр индерелде.
Добавлено: 2017-03-26 19:22:45 |
---|