Башҡорт теленең академик һүҙлеге

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты


Башҡорт теленең академик һүҙлеге — башҡорт лексикографияһы тарихында беренсе аңлатмалы-тәржемәүи һүҙлек. Һүҙлек, нигеҙҙә, хәҙерге башҡорт теленең дөйөм ҡулланылышлы лексикаһын, фразеологияһын үҙ эсенә ала. Бынан тыш, һүҙлеккә киң таралған диалектизмдар, иҫкергән һәм яңы һүҙҙәр, халыҡ һәм фәнни терминология, яңғыҙлыҡ исемдәр индерелгән. Һүҙҙәрҙең мәғәнәләре башҡортса аңлатыла, рус теленә тәржемә ителә һәм бай иллюстратив материал менән раҫлана. Баш һүҙҙәр рус, инглиз, төрөк телдәренә ауҙарыла.
Һүҙлек телсе ғалимдарға, уҡытыусыларға һәм студенттарға, журналистарға һәм нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә тәҡдим ителә. Хеҙмәт башҡа өлкәлә эшләүсе белгестәр, башҡорт мәҙәниәте, тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы киң ҡатлам уҡыусылар өсөн дә файҙалы булыр

Добавлено: 2017-03-26 19:22:22

Был китап тураһында дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ!

Вконтакте Facebook Твиттер