«Башҡорт диалекттары һүҙлеге» 1928 — 1946, 1960 — 1982 йылдарҙағы экспедиция
лар һәм командировкалар ваҡытында халыҡтан йыйып алынған материалдан төҙөлдө.
Унда Башҡортостан Республикаһында һәм уға йәнәш урынлашҡан өлкәләрҙәге (Силәбе,
Ырымбур, Пермь, Свердлов, Курган, һарытау, һамар), шулай уҡ Татарстан Республи
каһындағы райондарҙа йәшәгән башҡорттарҙың һөйләү теле тикшерелде, һүҙлектә бөтә
башҡорт һөйләштәренең лексик һәм фонетик-морфологик үҙенсәлектәре билдәләнә. Өс
томда баҫылып сыҡҡан «Башҡорт һөйләштәре һүҙлектәре» (1967, 1970, 1987), шулай уҡ
«Башҡорт теленең диалектологик атласы» материалдары файҙаланылды
Добавлено: 2017-03-26 19:22:25 |
---|