Хисамитдинова Ф.Г. Башкирский язык для малышей. —Уфа: Башкирская энциклопедия, 2002. — 120 с., ил.
Иллюстрированное тематическое пособие по башкирскому языку. Рекомендуется для обучения детей дошкольного и младшего школьного возраста.
Рецензенты:
к.ф.н. М.И. Дильмухаметов
Н.И. Асадуллина
Иллюстрации И. и М. Ахмадуллиных
Дорогие мамы и папы, бабушки и дедушки!
Уважаемые воспитатели!
Перед вами пособие, по которому малыш начнёт совершать первые шаги в изучении башкирского языка. Делать это будет нелегко. Но наглядность и красочность книги, ваше терпение и любовь превратят обучение в занимательную игру, помогут малышу легко и быстро усвоить основы разговорного башкирского языка.
Вы самые близкие люди ребёнка! Вспомните слова А. де Сент-Экзюпери: “Ты навсегда в ответе за всех, кого приручил!” От вас зависит, кем вырастет малыш. В ваших руках его настоящее и будущее. Сейте разумное, доброе, вечное в чистой детской душе, оно обязательно взойдёт. Помогите малышу открыть ещё один мир, ещё одну культуру, ещё один язык — язык вашего земляка и соседа.
Кәҙерле әсәйҙәр, атайҙар, өләсәйҙәр һәм олатайҙар!
Хөрмәтле тәрбиәселәр!
Һеҙҙең ҡулда кескәй балалар өсөн башҡорт теле буйынса ҡулланма. Бала ошо китап менән тел өйрәнеүҙә бигүк еңел булмаған тәүге аҙымдарын яһар. Ҡулланманың ҡыҙыҡлы текстары, сағыу һүрәттәре, һеҙҙең баланы яратыуығыҙ, сабырлығығыҙ тел өйрәнеүҙе мауыҡтырғыс уйынға әүерелдерер һәм башҡорт теленең һөйләшеү нигеҙҙәрен үҙләштереүҙе еңеләйтер.
Һеҙ баланың иң яҡын кешеләре! А. де Сент-Экзюпериҙың “Һин ҡулға эйәләштергән һәр йән эйәһе өсөн һәр саҡ яуаплы!” тигән һүҙҙәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Баланың кем булып үҫеүе тик һеҙҙән генә тора. Уның бөгөнгөһө һәм киләсәге һеҙҙең ҡулда. Баланың саф күңеленә мәңгелек аҡыл һәм изгелек орлоҡтары һалығыҙ, ул орлоҡтар һис шикһеҙ шытып сығыр. Балағыҙға тағы ла бер донъяны, тағы бер мәҙәниәтте асырға, тағы бер телде, һеҙҙең ерҙәшегеҙҙең, күршегеҙҙең телен өйрәнергә ярҙам итегеҙ.
Автор.
Добавлено: 2018-11-04 14:40:53 |
---|