Зәйнуллина Г. Д. Урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса умартасылыҡ һүҙлеге. — Өфө: «Китап», 2001. — 160 бит.
ISBN 5-295-02 844-5
ЗАЙНУЛЛИНА Гаухар Динмухаметовпа
РУССКО-БАШКИРСКИЙ, БАШКИРСКО-РУССКИЙ СЛОВАРЬ ПО ПЧЕЛОВОДСТВУ
Уҡыусылар иғтибарына тәҡдим ителгән һүҙлек меңгә яҡын һүҙ һәм һүҙбәйләнеште эсенә ала. Терминдарҙың күбеһенә ҡыҫҡаса аңлатма бирелде.
һүҙлек уҡыусылар, студенттар, тәржемәселәр өсөн ҡулланма булып тора. Башҡорт әҙәби теленең һүҙ байлығы менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа был һүҙлеккә битараф ҡалмаҫ.
Зәйнуллина Гәүһәр Динмөхәмәт кыҙы 1935 йылдың 16 авгусында Силәбе әлкәһенең Арғаяш районы Мәтәл ауылында укытыусы ғаиләһендә тыуған. 1950-1954 йылдарҙа Троицк ҡалаһының педагогия училищеһында, 1954-1959 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡый һәм 1960-1964 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 1-се һанлы интернат мәктәбендә укытыусы булып эшләй. 1964 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында ике томлыҡ «Башҡорт теле һүҙлеге»н төҙөүҙә ҡатнаша. 1988 йылда «Башҡорт лингвистика терминологияһының формалашыу тарихынан» тигән темаға диссертацияны уңышлы яҡлап, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала. Артабан Гәүһәр Динмөхәмәт кыҙы үҙенең ғилми эшмәкәрлеген башҡорт теленең лексикографияһы менән терминологияһына бағышлай. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты телселәре менән берлектә «Башҡортса-русса һүҙлек» (1996), «Русса-башҡортса һүҙлек» (2001) төҙөүҙә ҡатнаша. Ул илленән ашыу хеҙмәт авторы, «Русско-башкирский лингвистический словарь» (1991), «Төпөксә-башҡортса һүҙлек» (1997) шулар...
ша «Башҡортостан Республикаһының шиәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы үды.
Добавлено: 2018-11-04 16:02:21 |
---|