Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап Журналистар экспедицияһы үткәрелеүгә быйыл 14 июлдә 10 йыл тула. Ошо арауыҡта Крәҫтиәндәр һуғышына бәйле бөтөн урындарға тиерлек сәфәрҙәр ҡылынды, меңдәрсә саҡырымдар һаналды, өс китап донъя күрҙе (2003 йылда – беренсеһе, 2005 йылда – икенсеһе). Һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыу алдынан, экспедиция ойошторолоуҙың 10 йыллығына ҡарата 2005 – 2008 йылдарҙағы сәфәрҙәр материалдары ингән “Сал Уралдан – алыҫ Балтиккаса” тип аталған өсөнсө китап сыҡты. Финанс ҡатмарлыҡтары арҡаһында ул әлегә электрон вариантта ғына, ләкин ваҡыт үтеү менән уның баҫма варианты ла нәшер ителеренә өмөт бар.
Ошо китап сығыуҙы сәбәп итеп, бер мәл бөтөн республика халҡын туплаусы сараға әүерелеп, бөгөн район кимәлендәге байрам итеп кенә ҡалдырылһа ла үҙенең яңғырауыҡлы Салауат көндәре тигән исемен юғалтмаған байрам уңайынан тарих биттәрен ҡабат аҡтарып, Башҡортостан журналистары акцияһының нисек барлыҡҡа килеүенә күҙ һалайыҡ, булмаһа...
Добавлено: 2017-03-26 19:23:29 |
---|