Китапҡа танылған тарихсы, шәрҡмәтсе Әхмәтзәки Вәлиди
Туғандың илебеҙҙә саҡта яҙған әҫәрҙәренең бер өлөшө тупланған.
Йыйынтыҡҡа авторҙың «Йырҙарыбыҙ хаҡында», «Бөрйән
башҡорттары араһында», «Ҡанһы милләттәнһең?», «Рус тарихи
әҙәбиәтендә Мәржәни», «Башҡорттарға ғаид яңы әҫәр», «Хәл-
финдәр» исемле һәм башҡа хеҙмәттәре ингән. Улар ғалимдын,
киләсәктәге күп яҡлы эшмәкәрлегенең башланғыс осорон күҙ ал дына
килтерергә ярҙам итә.
Китаптың аҙағында әҫәрҙәргә аңлатмалар, Ә. Вәлиди хеҙмәттәренең
библиографияһы бирелә.
Й ыйынтыҡ төрки халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүселәргә
һәм Ә. Вәлидиҙең ижады менән ҡыҙыҡһыныусыларға
тәғәйенләнә.
Добавлено: 2017-03-26 19:23:37 |
---|