Башҡортса уҡығыҙ

«Китаптар» — беренсе башҡортса асыҡ электрон китапхана.
Яратҡан китаптарығыҙ һәм баҫмалар бер урында.

Башларға

Булған башҡортса китаптар бер урында.

Әлегә беҙҙең китапханала 900 ашыу электрон китап йыйылған. Шуларҙың араһынан һәр бер кеше үҙенә оҡшаған, кәрәкле китапты табып аласаҡ. Башҡорт классиктары, балалар өсөн китаптар, фәнни һәм мағариф китаптары. Әгәр башҡортса китап уҡып алырға кәрәк тигән уйҙар йөрөткән булһағыҙ, тимәк берәй нимә һайлап, уны уҡый башларға ваҡыты еткән!

Башҡортса классика

Башҡорт телен өйрәнгәндәргә

Балалар өсөн башҡортса китаптар

Компьютерҙа, планшетта һәм телефонда

Компьютерҙа ғына ултырып эшләмәгән. Беҙ күптән инде мобиль яйланмаларҙа эшләйбеҙ һәм ҡатмарлы эштәр башҡарабыҙ. Шуға беҙ сайтты булдырғанда төрлө экрандарға автоматик рәүештә яраҡлашҡан дизайн ҡулландыҡ.

Бергә ҡулланабыҙ. Бергә яҡшыртабыҙ

Был проект 2014 йылда ябай һөйләшеүҙән башланды. Оҙаҡ ваҡыт китапхана төҙөү эштәре таштан ҡарағандар өсөн ябыҡ ине. Ул ваҡытта беҙ китаптар эҙләнек, сканланыҡ, цифралы форматтарға күсерҙек, сайттың дизайнын, төҙөлөш эштәрен алып барҙыҡ. Был эш еңел булманы, күп көстәр һәм ваҡыт алды. Яҡшыға булыр тип ышанабыҙ. Хәҙер инде, система бөтәһенә лә асыҡ буласаҡ. Ниндәйҙер ваҡыт система beta билдәһен йөрөтәсәк. Бөтөн багтарҙы төҙәтеп, иң кәрәкле функцияларын эшләп бөткәс, рәсми релиз буласаҡ. Әлегә 9 мартҡа билдәләнгән.

Командаға ҡушылырға

Электрон китаптарығыҙ бармы?

Әгәр һеҙҙең электрон форматҡа күсерелгән китаптарығыҙ булһа, башҡалар менән бүлешегә ҡурҡмағыҙ! Кеше башҡортса китаптар менән ҡыҙыҡһынып уҡый башлаһа, китап уҡыу уның ғәҙәтенә инеп китә. Шулай итеп беҙ башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һаҡлаясаҡбыҙ.

Китап өҫтәүгә күсергә

Авторҙарға һәм нәшриәтселәргә

Баҫтырылмаған китабығыҙ бармы? Йә элекке китаптарығыҙҙы кешегә таратырға теләгегеҙ бармы? «Китаптар» китапханаһы һеҙҙең һымаҡтар өсөн иң яҡшы мөмкинлек. Электрон китапты баҫтырыу һәм таратыу һеҙгә яңы аудитория һәм ҡыҙыҡһыныусылар табырға ярҙам итер.

Хәбәр ебәрергә

Китаптар тураһында дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ!

Вконтакте Facebook Твиттер

Проект яңылыҡтарына яҙылығыҙ

Яңы функциялар, яңы китаптар һәм башҡа проект яңылыҡтарын күҙәтеп тороғоҙ.